Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
2 Июль 2020, 17:50

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормошҡа барып эләккән? Аҙағы.

Гудбай, Өфө, һаумы, Дубай!Әленән-әле сит илгә барып ҡайтыу, хатта ҡайҙа ла булһа китеп йәшәп ҡарау теләге тыуып ҡуя. Телевидениела эшләгән йылдарында Дубайға сәйәхәт ҡыла ул. Берәй ҡасан шунда барып йәшәп ҡайтһаң ине, тигән хыялы әленән-әле үҙен белгертеп тора. Етмәһә әсәһе яҡты донъяларҙан китеп барғас, күңеленә һис тә толҡа тапмай. Быға тиклем ул барыһын да әсәһе өсөн тип эшләне бит. Ғәзиз кешеһенең уның уңыштарын күреп ғорурланыуын теләне. Барыһы ла уның хаҡына ине. Хәҙер иһә ул үҙен бик тә яңғыҙ тоя. Ана шул тойғолар солғанышында йәшәгән Зәлифә артабан Өфөлә ҡала алмауын аңлай. Һәм бер әхирәте менән донъя күреп, һауа алмаштырып ҡайтмаҡсы булып, Ғәрәп Әмирлектәренә юлланалар. Күрәһең, мөҙҙәте еткән булғандыр, Дубайға килеп бер аҙна йәшәгәндән һуң, Зәлифә буласаҡ тормош иптәшен осрата. Дөрөҫөрәге, уларҙы танышытырлар. Кейәү егете Көньяҡ Африкала тыуып үҫкән Эрнус – һөнәре буйынса тимерсе, ветеринар ярҙамсыһы. Дубай шейхтарының береһендә аттар ҡарап, яҡшы ғына аҡса алып эшләй икән. Зәлифәнең инглиз телен яңы өйрәнә генә башлаған сағы. Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә урынлашыу ниәте менән килһә лә, бер көн дә эшләргә тура килмәй. Танышып бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң егете уға: ”Ике айға отпускыға ҡайтам, Һине бында ҡалдырып китһәм, юғалтырмын тип ҡурҡам”, тип ҡыҙҙы үҙе менән тыуған яғына алып ҡайтырға теләүен белдерә. Бөтә түләүҙәрҙе үҙ өҫтөмә аласағын әйтә. Бындай тәҡдимде көтмәгән Зәлифә аптырап ҡала. Шулай ҙа ризалаша. Быға тиклем хыялында ғына йөрөткән Африканы күреп ҡайтыу насар булмаҫ ине, тип уйлай ул. Шулай итеп, Африка егете тимерҙе ҡыҙыуында һуға, буласаҡ кәләшен атайәсәһе менән алып ҡайтып таныштыра һала. Ә Дубайға ҡабат килгәс, улар бергә йәшәй башлай. Һәм күп тә үтмәҫтән яңынан Көньяҡ Африка барып яҙылышып, никах килешеүе төҙөп киләләр. Килешеү буйынса Зәлифә тормош иптәшенең мөлкәтенә дәғүә итмәй, әммә мистер Смит, йәғни хәләле уға Башҡортостанда өй төҙөп бирергә һәм уның иәҫәбенә аҡса һалып барырға тейеш була. Әйткәндәй, кейәү кеше үҙ бурысын үтәй. Улар хозур тәбиғәтле Учалы раойнының Өргөн ауылында төҙөлә башлаған йорт һатып алып, бик матур өй төҙөп ҡуйғандар. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итер өсөн автомобиль дә алғандар. Йәй айҙарында Башҡортостанға ҡайтып йәшәп тә китәләр.Ул эттәр менән бергә нисек ятып йоҡламаҡ кәрәк?!Йәштәр ике йылдан ашыу Дубайҙа йәшәгәндән һуң, йәштәр үткән көҙҙә Эрнустың тыуған төйәге – Көнъяҡ Африкаға ҡайтып төпләнә. Әле иһә улар иптәшенең әсәһе менән бергә йәшәй. Биләмәләре ифрат ҙур. Өс өйҙәре, алты машиналары, йыйыштырусылары, баҡса эштәрендә ярҙам итеүсе хеҙмәтселәре, ун биш эттәре бар икән уларҙың. Бында килгәс иң ныҡ аптыраҡтаны – хужаларҙың эттәр менән бергә йәшәүе булды. Әммә тора-бара мин дә уларҙы шул тиклем ныҡ ярата башланым. Бөгөн был минең өсөн тәбиғи хәл. Эйе, ун биш эттең Грейхаунд тигән ҡиммәтле инглиз тоҡомло бишәүһе ысынлап та өйҙә йәшәй. Уларҙың махсус урындары, түшәктәре бар. Шундай йоҡлайҙар. Әйткәндәй, бында күсеп килгәс, Эрнус миңә иптәш булып гел яныңда йөрөһөн тип көсөк алып бирҙе. Беҙ уға Люси тип исем ҡуштыҡ. Ул миңә шул тиклем өйрәнгән. Башҡа эттәрҙе эргәмә яҡын да ебәрмәй. Хатта яныма ятып йоҡлай. Тормошомдо күҙәтеп барыусылар араһында: “Нисек сирҡанмайынса ул эттәр менән бергә ятып йоҡламаҡ кәрәк, йөндәре, беттәре ҡойола бит уларҙың”, тип танау сирыусылар ҙа етәһе. Әммә ауылдағы урам эттәре менән бындағы ҡиммәтле пародалылары араһында айырма бар. Беҙ уларҙы көн дә йыуындырып торабыҙ, матур итеп тәрбиәләйбеҙ, – тип һөйләй Зәлифә. Ә эттәре иһә төп һаҡсылары. Улар хужаларҙы аҙым һайын тиерлек һағалап торған шакалдарҙан, бабуиндарҙан да ҡурсалай икән.Африка килендәре ҡәйнәгә ярарға тырышмай... “Бында ҡәйнәгә ярайым тигән төшөнсә юҡ. Һәр кемдең үҙ биләмәһе бар. Барыһы ла үҙенә нисек оҡшай, шулай йәшәй. Берәү ҙә берәүҙең дә тормошона ҡыҫылмай, ҡамасаулыҡ тыуҙырмай. Миңә хатта йорт эштәре менән булышырға ла тура килмәй тиерлек. Йыйыштрыусыбыҙ бар. Шулай ҙа күңелем килгәндә, үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы һағынғанда аш бүлмәһенә инеп ризыҡ бешергеләйем”, ти ул. Ә инде уның киләсәге өсөн хафаланып: “Етеят ерҙә ғүмерең заяға үтә, ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалырһың әле бына. Башҡортостанда ир бөткәнме әллә?” тиеүселәргә: “Ә һеҙ беләһегеҙме, мин нәҡ ошондай кинолағы ише тормош – һөйгәнем менән хеҙмәтселәр тотоп, бөтә уңайлыҡтары булған хан һарайындай йортта йәшәү, өйҙөге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәргә бәйле булмайынса, ваҡытты йәнең нисек теләй, шулай үткәреп йәшәү, сәйәхәт итеү траһында хыялландым Һәм яҙымшымды ҡырҡа үҙгәртеп, үҙем теләгәнсә ҡора алыуыма ифрат шытмын”, тип яуаплай Зәлифә. Шәп замандаш 75 Бына шундай әкиәткә тиң тарихты бәйән иттек бөгөн... әммә әкиәттең башы ғына әле был. эрнус менән Зәлифә киләсәктә донъяның төрлө өлкәһенән туристар йәлеп итеп, көньяҡ африкала ошо өлкәлә бизнес ойоштрорға ниәтләй. әйткәндәй, Башҡортостаныбыҙ менән бәйле проекттары ла юҡ түгел. талантлы башҡорт ҡыҙы Зәлифә Барлыбаева үҙе тотонғас, был эш мотлаҡ яйға һалыныр. Һәм киләсәктә беҙ уның тормошо һәм эшмәкәрлеге, шул иҫәптән мистер һәм миссис смиттың ғаилә бизнесы хаҡында ла ишетербеҙ әле...

Гудбай, Өфө, һаумы, Дубай!
Әленән-әле сит илгә барып ҡайтыу, хатта ҡайҙа ла булһа китеп йәшәп ҡарау теләге тыуып ҡуя. Телевидениела эшләгән йылдарында Дубайға сәйәхәт ҡыла ул. Берәй ҡасан шунда барып йәшәп ҡайтһаң ине, тигән хыялы әленән-әле үҙен белгертеп тора. Етмәһә әсәһе яҡты донъяларҙан китеп барғас, күңеленә һис тә толҡа тапмай. Быға тиклем ул барыһын да әсәһе өсөн тип эшләне бит. Ғәзиз кешеһенең уның уңыштарын күреп ғорурланыуын теләне. Барыһы ла уның хаҡына ине. Хәҙер иһә ул үҙен бик тә яңғыҙ тоя. Ана шул тойғолар солғанышында йәшәгән Зәлифә артабан Өфөлә ҡала алмауын аңлай. Һәм бер әхирәте менән донъя күреп, һауа алмаштырып ҡайтмаҡсы булып, Ғәрәп Әмирлектәренә юлланалар. Күрәһең, мөҙҙәте еткән булғандыр, Дубайға килеп бер аҙна йәшәгәндән һуң, Зәлифә буласаҡ тормош иптәшен осрата. Дөрөҫөрәге, уларҙы танышытырлар. Кейәү егете Көньяҡ Африкала тыуып үҫкән Эрнус – һөнәре буйынса тимерсе, ветеринар ярҙамсыһы. Дубай шейхтарының береһендә аттар ҡарап, яҡшы ғына аҡса алып эшләй икән. Зәлифәнең инглиз телен яңы өйрәнә генә башлаған сағы. Ғәрәп Әмирлектәренә эшкә урынлашыу ниәте менән килһә лә, бер көн дә эшләргә тура килмәй. Танышып бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң егете уға: ”Ике айға отпускыға ҡайтам, Һине бында ҡалдырып китһәм, юғалтырмын тип ҡурҡам”, тип ҡыҙҙы үҙе менән тыуған яғына алып ҡайтырға теләүен белдерә. Бөтә түләүҙәрҙе үҙ өҫтөмә аласағын әйтә. Бындай тәҡдимде көтмәгән Зәлифә аптырап ҡала. Шулай ҙа ризалаша. Быға тиклем хыялында ғына йөрөткән Африканы күреп ҡайтыу насар булмаҫ ине, тип уйлай ул. Шулай итеп, Африка егете тимерҙе ҡыҙыуында һуға, буласаҡ кәләшен атайәсәһе менән алып ҡайтып таныштыра һала. Ә Дубайға ҡабат килгәс, улар бергә йәшәй башлай. Һәм күп тә үтмәҫтән яңынан Көньяҡ Африка барып яҙылышып, никах килешеүе төҙөп киләләр. Килешеү буйынса Зәлифә тормош иптәшенең мөлкәтенә дәғүә итмәй, әммә мистер Смит, йәғни хәләле уға Башҡортостанда өй төҙөп бирергә һәм уның иәҫәбенә аҡса һалып барырға тейеш була. Әйткәндәй, кейәү кеше үҙ бурысын үтәй. Улар хозур тәбиғәтле Учалы раойнының Өргөн ауылында төҙөлә башлаған йорт һатып алып, бик матур өй төҙөп ҡуйғандар. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итер өсөн автомобиль дә алғандар. Йәй айҙарында Башҡортостанға ҡайтып йәшәп тә китәләр.
Ул эттәр менән бергә нисек ятып йоҡламаҡ кәрәк?!
Йәштәр ике йылдан ашыу Дубайҙа йәшәгәндән һуң, йәштәр үткән көҙҙә Эрнустың тыуған төйәге – Көнъяҡ Африкаға ҡайтып төпләнә. Әле иһә улар иптәшенең әсәһе менән бергә йәшәй. Биләмәләре ифрат ҙур. Өс өйҙәре, алты машиналары, йыйыштырусылары, баҡса эштәрендә ярҙам итеүсе хеҙмәтселәре, ун биш эттәре бар икән уларҙың. Бында килгәс иң ныҡ аптыраҡтаны – хужаларҙың эттәр менән бергә йәшәүе булды. Әммә тора-бара мин дә уларҙы шул тиклем ныҡ ярата башланым. Бөгөн был минең өсөн тәбиғи хәл. Эйе, ун биш эттең Грейхаунд тигән ҡиммәтле инглиз тоҡомло бишәүһе ысынлап та өйҙә йәшәй. Уларҙың махсус урындары, түшәктәре бар. Шундай йоҡлайҙар. Әйткәндәй, бында күсеп килгәс, Эрнус миңә иптәш булып гел яныңда йөрөһөн тип көсөк алып бирҙе. Беҙ уға Люси тип исем ҡуштыҡ. Ул миңә шул тиклем өйрәнгән. Башҡа эттәрҙе эргәмә яҡын да ебәрмәй. Хатта яныма ятып йоҡлай. Тормошомдо күҙәтеп барыусылар араһында: “Нисек сирҡанмайынса ул эттәр менән бергә ятып йоҡламаҡ кәрәк, йөндәре, беттәре ҡойола бит уларҙың”, тип танау сирыусылар ҙа етәһе. Әммә ауылдағы урам эттәре менән бындағы ҡиммәтле пародалылары араһында айырма бар. Беҙ уларҙы көн дә йыуындырып торабыҙ, матур итеп тәрбиәләйбеҙ, – тип һөйләй Зәлифә. Ә эттәре иһә төп һаҡсылары. Улар хужаларҙы аҙым һайын тиерлек һағалап торған шакалдарҙан, бабуиндарҙан да ҡурсалай икән.
Африка килендәре ҡәйнәгә ярарға тырышмай...
“Бында ҡәйнәгә ярайым тигән төшөнсә юҡ. Һәр кемдең үҙ биләмәһе бар. Барыһы ла үҙенә нисек оҡшай, шулай йәшәй. Берәү ҙә берәүҙең дә тормошона ҡыҫылмай, ҡамасаулыҡ тыуҙырмай. Миңә хатта йорт эштәре менән булышырға ла тура килмәй тиерлек. Йыйыштрыусыбыҙ бар. Шулай ҙа күңелем килгәндә, үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы һағынғанда аш бүлмәһенә инеп ризыҡ бешергеләйем”, ти ул. Ә инде уның киләсәге өсөн хафаланып: “Етеят ерҙә ғүмерең заяға үтә, ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалырһың әле бына. Башҡортостанда ир бөткәнме әллә?” тиеүселәргә: “Ә һеҙ беләһегеҙме, мин нәҡ ошондай кинолағы ише тормош – һөйгәнем менән хеҙмәтселәр тотоп, бөтә уңайлыҡтары булған хан һарайындай йортта йәшәү, өйҙөге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәргә бәйле булмайынса, ваҡытты йәнең нисек теләй, шулай үткәреп йәшәү, сәйәхәт итеү траһында хыялландым Һәм яҙымшымды ҡырҡа үҙгәртеп, үҙем теләгәнсә ҡора алыуыма ифрат шытмын”, тип яуаплай Зәлифә. Шәп замандаш 75 Бына шундай әкиәткә тиң тарихты бәйән иттек бөгөн... әммә әкиәттең башы ғына әле был. эрнус менән Зәлифә киләсәктә донъяның төрлө өлкәһенән туристар йәлеп итеп, көньяҡ африкала ошо өлкәлә бизнес ойоштрорға ниәтләй. әйткәндәй, Башҡортостаныбыҙ менән бәйле проекттары ла юҡ түгел. талантлы башҡорт ҡыҙы Зәлифә Барлыбаева үҙе тотонғас, был эш мотлаҡ яйға һалыныр. Һәм киләсәктә беҙ уның тормошо һәм эшмәкәрлеге, шул иҫәптән мистер һәм миссис смиттың ғаилә бизнесы хаҡында ла ишетербеҙ әле...
Читайте нас: