Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
30 Сентябрь 2020, 13:05

Кеше күңелдәре төпһөҙ урман....

Вилүрә Иҫәндәүләтова: "Ҡарт беҙгә ҡатын-ҡыҙ темаһын ҡуҙғатмауыбыҙҙы һораны. Әммә мин, нимә ул мөхәббәт, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. “Мөхәббәт – минең өсөн урман”, – тине. Аңлап торам, ул был тема хаҡында һөйләргә теләмәй икән, тимәк, уны ниндәйҙер ҡатын рәнйеткән. Әгәр ҙә күңелендә шундай яра ята икән, уны ҡуҙғатмау хәйерлерәк. Геройҙы бөтөнләй “сисендерергә” ярамай. Ҡайһы бер кисерештәре сер булып ҡалһын әйҙә! Бына ул урманда яңғыҙы көн күрә. Үҙ ғүмерендә берәй ҡатынды яраттымы икән? Был һорауға тамашасы яуапты үҙе эҙләһен! Ни өсөн беҙ тамашасыға бөтә нәмәне әҙерләп бирергә тейеш?! Ул да уйланһын, мейеһен эшләтһен. Кеше кинонан мин һәммәһен дә ҡабул иттем, тип сығырға тейеш түгел.Ә инде “Тәүбә”ләге геройҙан: “Мин шундай ҡаты режимлы төрмәлә ултырҙым, шундай ауыр енәйәттә ҡатнаштым һәм шуның өсөн яза алдым”, – тип әйттереүе анһат бирелмәне. Шул һүҙҙәр өсөн генә лә ҡабат-ҡабат барырға тура килде..."

Вилүрә Иҫәндәүләтова – аҡ ҡына йөҙлө, тәрән күңелле, һиҙгер йөрәкле Баймаҡ ҡыҙы. Кескенә сағынан уҡ үҙ тәғәйенләнеше сәнғәт өлкәһендә тигән инаныс була унда. Оло ижад донъяһына илтәсәк юлды бәләкәй генә һуҡмаҡтан башларға теләй. Башта Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай. Һуңынан уны Салауат драма театрына актриса итеп һайлап алалар. Театр коллективы, режиссер Гөлдәр Илъясова уға ҙур өмөттәр бағлай. Әммә ҡыҙ бала артабан уҡырға теләп, театрҙан китә һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура факультетына уҡырға инә. Әммә бында ла толҡа тапмай. Һәр саҡ күңелен тыңлап йәшәргә өйрәнгән ҡыҙ уҡыуын ташларға ҡарар итә. Ҡабат театрға барыу ҙа уңайһыҙ, ауылдаштарынан да оят, атаһы ла сәменә тейә. Шулай ҙа Вилүрә юғалып ҡалмай. Гәзиттә иғлан күреп, Мәскәүгә ВГИК-ка уҡырға инә. “Ошонда мин үҙ йүнәлешемде табыуымды күңелем менән тойҙом. Йырлап йөрөп уҡыным”, – тип хәтерләй ул бөгөн. Уҡып ҡайтҡас байтаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында режиссер булып эшләй. Әммә унда ла үҙ мөхите түгеллеген күңеле менән тойоп йөрөй. Телевидениела режиссер булараҡ идеяларыңды асып һалыр өсөн мөмкинлектәр булмауы, артабан да ошолай йөрөһә, тәғәйенләнешеңә хыянат итеп, бер көнлөк тапшырыуҙар араһында юғалып ҡалырға ла мөмкин икәнлеген аңлап, унан китергә хәл итә. Бөгөн режиссер “Башҡортостан” киностудияһында эшләй. “Был инде, ысынлап та, үҙемдең мөхит. Мин – ижадсы. Ниндәйҙер административ мәсьәләләр ижадсыны артыҡ борсорға тейеш түгел. Үҙ донъям, үҙ геройҙарым, үҙ ижадым. Бына шулар менән йәшәйем”, – ти ул. Тынғыһыҙ йөрәкле сәнғәт эшмәкәре киләһе йыл алтын юбилейын билдәләргә йыйына.
“Кеше күңелдәре төпһөҙ урман,
үтеп инеүҙәре, ай, ауыр…”
Ниндәйҙер реаль ваҡиғаларҙы кино итеп күрһәтеү кемгәлер анһат ҡына тойолалыр. Нимәлер уйлап сығарырға кәрәкмәй – тарих бар. Актерҙар эҙләү талап ителмәй – герой үҙе иҫән. Яҙмышы ла башҡаларҙыҡына оҡшамаған. Төшөр генә әйҙә! Был ысынлап та шулаймы икән? Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова менән әңгәмәлә һүҙ документаль фильмдар төшөрөү үҙенсәлеге хаҡында.
Бөгөнгө геройыбыҙҙың Башҡортостанда үткән “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кино фестивалендә ике йыл рәттән, тәүҙә “Тәүбә”, һуңынан “Мөрйәлә төтөн бар әле” фильмдары менән, “Иң яҡшы герой өсөн” номинацияһында еңеп сығыуы хәтеремдә. Герой һәйбәт булған да, режиссерҙы шуға бүләкләгәндәр тигән һүҙ түгел был. Ҡалыптарҙан азат, уйландырырлыҡ, һыҙландырырлыҡ яҙмышлы геройҙар табыу, уны тамашасы күңеленә еткереү оҫталығы баһалана бында. Журналист булараҡ шуны беләм, кеше күңеленә асҡыс яратыуы анһат түгел. Вилүрә ханым менән әңгәмәне “Кем ул документалист режиссер?” тигән һорауҙан башланыҡ.
– Документалист режиссер ул – тәү сиратта психолог, туғаным. Сөнки үҙенең яҙмышын, тормошондағы ваҡиғаларҙы, тотош йөрәген асып һалыр өсөн кеше һиңә мотлаҡ ышанырға тейеш. Шул ышанысты һаҡлап ҡалыу, аҡлау өсөн күп көс һалына. Һин геройыңдан бер нәмә лә талап итә алмайһың. Ғөмүмән, кешенән бер ваҡытта ла, яҙмышыңды һөйлә әле, тип талап итеп булмай. Был турала сурытыуың урынһыҙ бит әле, һин миңә ошоноһон ғына бәйән ҡыл, тип уны ҡәтғи рәүештә туҡтатып ҡуйырға ла ярамай. Кино төшөрөү өсөн әҙерлек мәле үҙе генә лә күп көс, ваҡыт талап итә. Шунан һуң тағы ла бер әйбер бар: кино бит ул тотош кешелеккә сығарыла. Геройҙың яҙмышын, ул кисергән ауырлыҡтарҙы һүрәтләп, сенсация яһарға, алыпһатарлыҡ итергә тырышырға, үҙеңә дан эҙләргә ярамай. Кеше күңеленә ҡарата һаҡ мөнәсәбәт, геройыңды ихтирам итеү кәрәк. Уның ҡайһы бер кисерештәрен халыҡҡа сығарып булмай. Геройыңды фаш итергә лә хаҡың юҡ. Яҙмыштарҙы һүрәтләгәндә төплө анализ яһап, күңел һәм аң бизмәндәрендә үлсәү, гуманлы ҡараш талап ителә.
– Миңә ҡалһа, был һүҙҙәр “Тәүбә” тип исемләнгән фильмығыҙға нығыраҡ ҡағыла?
– Эйе. Унда төп герой ауыр енәйәт өсөн оҙаҡ йылға иркенән мәхрүм ителә. Һуңынан иһә иманға килеп, дин юлына баҫа. Шундай сетерекле хәлдәргә тарып, түбән ҡолаған кешеләрҙе лә мин хөрмәт итергә тейеш. Сөнки уның яҙмышын кешелеккә һабаҡ булараҡ сығарыу маҡсатын ҡуйғанмын. Нисек кенә ауыр булмаһын, күңелемдә ризаһыҙлыҡ тыуып ҡуйһа ла, был тәңгәлдә мин һеҙҙең менән килешмәйем, тип ҡәтғи талап ҡуя алмайым. Кино бер ваҡытта ла кешене мыҫҡыл итеп, уға яҙмыш тарафынан бирелгән ниндәйҙер ваҡиғалар арҡаһында шундай хәлгә эләккәнлегенә уны бөтөрөп, юҡҡа сығарып, бына күрегеҙ, ниндәй кеше, тип эшләнелмәй. Авторлыҡ позициям шундай: тамашасы минең менән килешәме? Кем генә булмаһын, уның матур яҡтарын күрергә тырышырға кәрәк. Ни өсөн шулай килеп сыҡҡан? Кем ғәйепле бында: йәмғиәтме, ғаиләме, тәрбиәме, тормоштағы хәл-ваҡиғалармы, дуҫ-иштәрме, мөхәббәтме, хыянатмы? Нимәлер уны шундай хаталы аҙымға этәргән бит! Шул хаҡта уйланаһың. Шул һорауға тамашасы менән бергә яуап эҙләйһең.
Йәиһә икенсе бер күренеш. Белорет районында урманда яңғыҙ йәшәгән ҡарт тураһындағы фильмды алайыҡ. Ул алтмыш йыл инде ҡарурманда япа-яңғыҙы көн күрә. Тормошҡа ҡарата үҙ фәлсәфәһе бар. Уның ҡарашын емереп, һин яңылыш юлда, тип кино төшөрөү дөрөҫмө? Юҡ, әлбиттә. Ул әрмегә китә, ҡайтыуына, перспективаһыҙ тип, ауылын юҡҡа сығаралар. Мәктәп ябыла. Кешеләр эшһеҙ ҡала. Барыһы ла яйлап күсеп бөтә. Әммә беҙҙең герой тыуған ауылын ысынлап та ныҡ яратҡас, һунарсы булғас, тәбиғәттә яңғыҙ ҡалып йәшәй аласағын аңлап, тороп ҡала. Эйе, бөгөн уның ғаиләһе лә, кешеләр, кешелек менән мөнәсәбәте лә юҡ. Әммә тәбиғәт менән гармонияла йәшәй. Тимәк, уның төп тәбиғи асылы шунда. Ул үҙен шунда тапҡан. Һәм ул күп нәмәләрҙән – яуызлыҡтан, әҙәм балаларының әшәкелегенән, ҡомһоҙлоғонан, кешеләрҙең матди байлыҡ, дәрәжә тип ниндәй имәнес хәлгә төшөүенән азат. Сөнки тәбиғәттә ундай әйберҙәр юҡ. Уға 80 (хәҙер 84) йәш, әммә ул шундай теремек, һау-сәләмәт, һыҙланыуҙың ни икәнен дә белмәй, йүгереп йөрөй. Ерҙә кеше өсөн ожмах юҡ. Ул нимәнәндер мәхрүм, нимәнәндер азат. Бына шулай һәр яңы фильм һайын яңы асыштар яһайһың, яңы тетрәнеүҙәр, яңы һыҙланыуҙар кисерәһең. Улар бөтәһе лә бергә килә.
– Эште нимәнән башлайһығыҙ? Һәм ул яҡынса күпмегә һуҙыла?
– Иң тәүҙә кешенең ризалығын алырға кәрәк. Ошо урманда йәшәгән ҡарт элек журналистарҙы бөтөнләй яҡын килтермәгән. Уға кемдәндер хәбәр килһә йәки йортона табан яҡынлаусыларҙы күрһә, урманға ҡасҡан. Инде хәҙер йәшәй-йәшәй аңлай башлаған: үлеп китһә, уның ошолай тәбиғәт менән күҙгә-күҙ ҡалып йәшәгәнен бер кем дә белмәй ҡаласаҡ бит! Тәү килгәндә бөтөнләй һөйләшмәне. Шулай ҙа изге ниәт менән йөрөгәнде аңлағас, риза булды. Бына шулай, кеше тормошона әрһеҙләшеп барып инеп булмай…
Әле атап үткән ике фильмды ла оҙаҡ төшөрҙөм. Икеһенә лә әҙерләнергә кәрәк ине. Ундай әйберҙәрҙе сиктәр ҡуйып тормошҡа ашырып булмай. Сөнки бер ваҡытта ла уның аҙағы нисек тамамланырын белмәйһең. Ҡатмарлы яҙмышлы кешеләр менән аралашыу психологик йәһәттән ауыр тәьҫир итә. Шул кисерештәр шауҡымында ауырып йөрөп алырға ла тура килә.
– Кино төшөргәндә үҙегеҙҙең һиҙемләүегеҙгә генә таянаһығыҙмы, әллә ниндәйҙер махсус әҙәбиәт тә уҡып әҙерләнәһегеҙме?
– Бер нәмә лә уҡымайһың. Үҙенән-үҙе килә ул. Ҡайһы ваҡыт герой асылмай, һөйләй башлай ҙа кинәт туҡтап ҡуя. Шундай мәлдәрҙә уны йолҡҡоларға, ашыҡтырырға ярамай. Әгәр ҙә ул туҡтап ҡала икән, тимәк, ары һөйләй алмай. Ә һин пауза алаһың. Башҡа нәмәләр төшөрә тораһың. Һуңынан, геройыңдың күңел кисерештәренә ҡарап, яңынан теге темаға әйләнеп ҡайтаһың. Үрҙә әйтеп үтеүемсә, геройыңдың күңелен һаҡлайһың. Ирек Зарипов хаҡындағы фильмымды күргәнһегеҙҙер, моғайын. Тәүге тапҡыр барғанда уның әсәһе беҙҙе индермәне. Сенсация яһарға теләп, үҙҙәренә дан эҙләп килеп төшөрөп китәләр ҙә, мәғәнәһеҙ һорауҙары, мәғәнәһеҙ талаптары менән улымдың йөрәк яраларын ҡуҙғаталар, тине. Ҡыҫҡаһы, уның хаҡында фильм төшөрөүебеҙгә ҡаршы булды һәм беҙгә тулыһынса ышынғас ҡына ризалыҡ бирҙе. Кешегә туҙға яҙмаған һорауҙар биреп, уны төрлөсә ҡыландырып, юҡ-бар мажаралар ҡороп төшөрөлмәй шул кино. Документалист режиссерҙың бурысы – геройҙың күңелен яулап, йөрәгенә үтеп инеп, уның хис-тойғоларын, донъяға булған мөнәсәбәтен матур ғына итеп кешелеккә еткереү. Ә йөрәген яралап, кисерештәрен йолҡоп алып ырғытып, йөҙөнә төкөрөү түгел.
Кемде генә алһаң да, кеше 100 процент яуызлыҡтан йәки 100 процент изгелектән генә тормай. Бәғзеләрҙең матурлығы нимәлер артына йәшеренгән булыуы, яҡындарының уны күрергә теләмәүе ихтимал. Һин ана шул төптә ятҡан матурлыҡты һөйрәп сығарып, геройҙың үҙенә лә, тамашасыға ла күрһәтергә тейешһең. Был картинаны ҡарап сыҡҡандан һуң, геройың һиңә ыысынлап та үҙен күреүен, үҙен таныуын хәбәр итһен. “Мин ундай түгелмен, ниңә улайтып төшөрҙөгөҙ?” – тимәһен. “Мин ысынлап та шундай кеше бит ул!” – тиһен.
– Шулай ҙа фильм төшөргәндә нимәнеңдер мотлаҡ әйтелгән булыуы мөһим, ти. Шунһыҙ фильмдың мәғәнәһе булмаясаҡ. Геройға бер аҙ йүнәлеш бирергә лә тура киләлер ул…
– Әлбиттә. Ҡайһы берҙә герой үҙе нимәләр тураһында һөйләргә теләмәүен белдерә. Әйтәйек, урманда йәшәгән ҡарт беҙгә ҡатын-ҡыҙ темаһын ҡуҙғатмауыбыҙҙы һораны. Әммә мин, нимә ул мөхәббәт, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. “Мөхәббәт – минең өсөн урман”, – тине. Аңлап торам, ул был тема хаҡында һөйләргә теләмәй икән, тимәк, уны ниндәйҙер ҡатын рәнйеткән. Әгәр ҙә күңелендә шундай яра ята икән, уны ҡуҙғатмау хәйерлерәк. Геройҙы бөтөнләй “сисендерергә” ярамай. Ҡайһы бер кисерештәре сер булып ҡалһын әйҙә! Бына ул урманда яңғыҙы көн күрә. Үҙ ғүмерендә берәй ҡатынды яраттымы икән? Был һорауға тамашасы яуапты үҙе эҙләһен! Ни өсөн беҙ тамашасыға бөтә нәмәне әҙерләп бирергә тейеш?! Ул да уйланһын, мейеһен эшләтһен. Кеше кинонан мин һәммәһен дә ҡабул иттем, тип сығырға тейеш түгел.
Ә инде “Тәүбә”ләге геройҙан: “Мин шундай ҡаты режимлы төрмәлә ултырҙым, шундай ауыр енәйәттә ҡатнаштым һәм шуның өсөн яза алдым”, – тип әйттереүе анһат бирелмәне. Шул һүҙҙәр өсөн генә лә ҡабат-ҡабат барырға тура килде. Ғөмүмән, был фильмды төшөрөү психологик йәһәттән ауырыраҡ булды. Аңлап тораһығыҙ, мин башта уның “дело”һын өйрәнергә тейешмен. Фильм бит төрмәнең үҙендә төшөрөлдө. Бының өсөн дә рөхсәт алыу кәрәк. Ә бәлки, герой: “Мин ул енәйәттә ҡатнашманым!” – тип әйтеп һалыр. Уның һүҙҙәренә таянып ҡына фильм эшләп булмауы көн кеүек асыҡ. Етмәһә, енәйәт ҡылғандар бер ваҡытта ла үҙ ғәйебен танымай икән. Ә беҙҙең геройҙың тарихы былайыраҡ: ауыр енәйәттә ҡатнашып, оҙаҡ йылға иркенән мәхрүм ителгәндән һуң, ул зонала иман йорто – мәсет төшөүҙә ҡатнаша. Шунда дини ғилем ала. Төрмәнән сыҡҡас, ҡурҡып тормай, тыуған ауылына ҡайта. Бәғзе берәүҙәр һымаҡ, документтарын алмаштырып, башҡа тарафтарға юлланмай. Иман юлына баҫыуы уны хаталарҙан һаҡлай. Ауылдаштарының мөнәсәбәте төрлөсә була. Әммә уға ышанып, яңы төҙөлгән мәсеткә имам-хатип итеп һайлап ҡуялар. Һәм бөгөн ул бөтә күңелен һалып шунда хеҙмәт итә. Әгәр ҙә ул хаҡ юлда булып та, үҙенең енәйәт ҡылыуын әйтеүҙән баш тарһа, был фильмды төшөрөүҙең мәғәнәһе лә ҡалмаҫ, уның иман юлында булыуы бер тингә лә тормаҫ ине.
– Декабрь айында Өфөлә үтәсәк IV Халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли-этник кино фестивале хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Был сараны йыл да көтөп алабыҙ. “Көмөш Аҡбуҙат” бай йөкмәткеле, позитив фестиваль. Ҡан-ҡойоштарға, төрлө мәғәнәһеҙ сюжеттарға урын юҡ унда. Үҙем дә, Хоҙай насип итһә, нәҡ ошо фестивалгә тип “Башҡорт шәле” тип исемләнгән документаль филиьмды тамамларға тип торам. Фестивалдең әһәмиәте шунда: ул республикаңды тиҙ арала тотош донъяға таныта торған сара. Баш ҡалабыҙға күп илдәрҙән килеп, үҙ фильмдарын күрһәтеп ҡайталар, урындағы режиссерҙарҙың ижад емештәре менән дә танышалар. Үҙенә күрә ҙур мәктәп ул. Башҡаларҙың ижадын күреп, яңы идеялар туплайһың. Уларҙың эш алымдарын өйрәнәһең. Фестивалдәр ижадсыларға яңы мөмкинлектәр, танышлыҡтар, юлдар аса. Ошонда уҡ һинең фильмыңды күреп, бүтән фестивалдәргә һайлап алыуҙары ла ихтимал. Республика хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы тарафынан гранттарҙың булдырылыуы, фестиваль үткәрергә мөмкинлек биреүҙәре бик отошло һәм кәрәкле ысул. Ошо көндәрҙә үҙем, мәҫәлән, “Тәүбә” фильмы менән Ҡрымда үтәсәк фестивалгә йыйынам. Бихисап фестивалдәрҙә ҡатнашҡас, ышаныслы рәүештә шуны әйтә алам: “Көмөш Аҡбуҙат” йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерә торғандарҙан түгел. Уйлап ҡараһаң, ҡунаҡтар беҙҙең иҫәпкә килә, ҡунаҡханаларҙа йәшәй, туҡлана. Ойоштороу кимәле юғары беҙҙә. Юғиһә хәҙер матди яҡтан ауырлыҡ кисергән фестивалдәр ҙә юҡ түгел. Ә беҙҙә һәммәһе лә уйланылған. Иң мөһиме, тамашасыны күберәк йәлеп итергә кәрәк.
– Быйыл Республика башлығы грантына ике тулы метражлы фильм төшөрөлдө. Уларҙы нисек баһалайһығыҙ?
– Икеһен дә ыңғай баһалайым. Бөйөк шәхесебеҙ Шәйехзада Бабич хаҡында тулы метражлы фильм төшөрөү кәрәк ине. Бөгөнгө быуын өсөн тарихты яңынан ҡуҙғатып алыу йәһәтенән дә отошло булды ул. Шулай ҙа художество, идея, зауыҡ яғынан Айнур Асҡаровтың фильмы күңелемә нығыраҡ яҡын булды. Уның башҡорт киноһын Рәсәй кинопрокатына алып сығыуы – үҙе үк ҙур күренеш.
– Хәҙер кеҫә телефонына ла фильм төшөрөп була, тиҙәр. Күптәрҙә кино төшөрөп ҡарау теләге уяна бөгөн. Ошо өлкәгә килгән йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Ысынлап та, замана технологияһы кино төшөрөүҙе еңелләштерҙе. Хәҙер, теләйһең икән, камераны ниндәй ҙә булһа фирманан алып тороп та фильм төшөрөргә мөмкин. Әммә кино тормошонда үҙ почергыңды табыу анһат түгел. Йәштәр шуға нығыраҡ иғтибар итһен ине: ижадта авторлыҡ тигән нәмә булырға тейеш. Ана шул авторлыҡ почергыңды табыу өсөн бик күп эшләргә кәрәк. Хәтерләйһегеҙҙер, бала саҡта һинд киноларын яратып ҡарай инек. Йыр-бейеүҙәре, мөхәббәт драмалары менән арбай торғайны улар. Әммә унда сәнғәт юҡ. Йәштәр ана шундай “һинд фильмдары” төшөрөү менән мауыҡмаһын, хәҙер бына шундай мөхәббәт тарихы уйлап сығарам да, оҫта оператор табам да, билдәле актерҙарҙы саҡырам да, күңелгә үтеп инерлек музыка һайлайым да, шәп монтажерҙан монтаж яһатам да, халыҡты илатам һәм шул кино була тип үҙ-үҙҙәрен алдап йөрөп ҡуймаһын. Үкенескә күрә, ундай әйберҙәр әлегә кино тип аталмай. Ул кино төшөрөп ҡарау була. Әммә уны ла үтергә кәрәк. Шуның өсөн уйҙырма кинолар эшләгәндә, нәфис фильмдарҙы күҙ уңында тотам, иң тәүҙә идея булырға тейеш. Һин был фильмға ниндәй мәғәнә һалаһың? Халыҡҡа нимә еткерергә теләйһең? Һәм, әлбиттә, тормош тәжрибәһе талап ителә. Тормошто белмәй тороп, фильм төшөрөп булмай, минеңсә. Ниндәйҙер ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтһәң, күңелең төрлө кисерештәргә бай булһа, һинең эсеңдә ултырған режиссерлыҡ буш ҡыуығың туласаҡ. Ә дыңғырлап йөрөһәң, үҙең миһырбанһыҙ булһаң, кешеләрҙе яратмаһаң, йөрәгең матурлыҡты тоя һәм күрә белмәһә, халҡыңдың тарихын өйрәнмәһәң, киноң буш тигән һүҙ.
– Нәфис фильм төшөрөргә теләгегеҙ юҡмы?
– Бар, туғаным. Бәләкәй саҡта күрше урыҫ ҡатыш сыуаш ауылындағы дауаханаға барып эләктем. Бөтөнләй ят мөхиттә япа-яңғыҙым ҡалырға тура килде. Палатала ятҡан әбейҙәр ҙә, шәфҡәт туташтары ла минең телемде аңламай, үҙем дә уларҙың нимә хаҡында һүҙ йөрөтөүенә төшөнөп бөтә алмайым. Шунда минең берҙән-бер йыуанысым ҡайҙандыр табып алған һыңар аяҡлы, һыңар күҙле ҡурсаҡ (уйынсыҡҡа ҡытлыҡ заман) булды. Шул ҡурсаҡ менән йәшәнем дауаханала. Уның менән һөйләштем, уға күңелемде асып һалдым. Шунда ысын мәғәнәһендә яңғыҙлыҡ тойғоһо кисерҙем. “Ап-аҡ донъя” тип аталасаҡ ул. Ап-аҡ стеналар, ап-аҡ халатлы табиптар, шәфҡәт туташтары…. Ысынлап та ап-аҡмы икән ул донъя?! Ана шул ҡыҙыҡайҙың кисерештәре, уны уратып алған донъя тураһында ҡыҫҡа метрлы нәфис фильм төшөрөргә ине.
– Фильмды төшөрөп бөткәс, геройҙарығыҙҙы юҡһынмайһығыҙмы?
– Ысынлап та, ҡайһы бер геройҙар менән хушлашыуы ауыр. Әлеге лә баяғы урманда яңғыҙы йәшәгән ҡарт... Ул беҙҙе миҙгел һайын көтөп ала торғайны. Уның берҙән-бер йыуанысы булғанбыҙҙыр, моғайын. Беҙ килеп йөрөгәс, үҙенең кемгәлер кәрәк булыуын тойғандыр. Аҙаҡҡы тапҡыр барғаныбыҙҙа илап ҡалды меҫкен. “Элек һеҙ килә тип көтә инем, хәҙер өмөтөм һүнде инде”, – тине…
Геройҙарҙы онотоп булмай. Аралар өҙөлһә лә оҙаҡ ҡына шул шауҡымда йәшәйһең әле. Сөнки фильм төшөргәндә, ысынлап та, һин уның тормошона барып инәһең дә уның менән бергә йәшәй башлайһың. Әле яңыраҡ ҡына бер геройым шылтыратты ла: “Хәлдәрең нисек, ҡыҙым, мине онотманыңмы әле”, – тип һорай. Мин иһә: ”Нисек онотайым ти инде, һеҙҙең менән ҡуша ятып йоҡлайым да һеҙҙең менән килеп торам”, – тип яуапланым. Һәм был ысынлап та шулай. Фильм төшөргәндә геройҙың тормошо һиңә шул тиклем үтеп инә, уның менән йоҡлайһың, йоҡлай алмай ятаһың, уның менән килеп тораһың. Ана шул ваҡытта ғына нимәлер тыуа башлай. Эсе ҡатҡансы көлдө лә баяғы геройым: “Эй, рәхмәт инде, балаҡайым!” – тигән булды.
Ана шундай танһыҡ та, татлы ла, серле лә, ғазаплы ла бер донъя ул – ижад,туғаным!
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Вилүрә ханым! Әҙ генә аралашыу ҙа ысын ижадсы булыуығыҙҙы асып һалды. Үҙегеҙ әйтмешләй, татлы ижад ғазаптары, шул ғазаптарҙың һөҙөмтәһе булараҡ яралған һоҡланғыс картиналар тыуҙырырға насип булһын һеҙгә!


Читайте нас: