Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
7 Октябрь 2020, 14:30

Һәр биш йыл һайын берәр йыл өҫтәргә һөйләшеп килештек. Шунан алып иҫәпләгеҙ инде, нисә йәш икәнен миңә.

Ғөмүмән, нисек мине яратырға мөмкин?!” Үҙемә ҡалһа, биле лә булмаған тулы кәүҙәле, түңәрәк ҡара тут йөҙлө, йыуан тупыс бармаҡлы, ҡыҫҡа муйынлы ҡыҙға йәлләп кенә өйләнергә мөмкин ине (көлә). Ни, исмаһам, керпектәрем дә оҙонораҡ, ҡуйыраҡ түгел, бөгөлөбөрәк тә тормайҙар, йән көйгөстәр. Бәләкәй саҡта күҙемә арпа йыш сыҡҡас, керпегем үҫкән ерҙә үҫә, үҫмәгән ерҙә үҫмәй ул минең. Һәм ошо “гүзәллек” гөлләмәһен ниндәйҙер сәбәп менән яратыусылар, үҙ күреүселәр, дуҫлашырға теләүселәр һәр саҡ табылһа ла, уларға ышанмай, гел хөсөтлөк көттөм. Ниндәйҙер мөғжизә менән кейәүгә сыҡҡанға тиклем (көлә). Иремдән һөйөү “эстафета”һын улдарыбыҙ ҡабул итте: әйләнгән-тулғанған һайын, әсәй, һин шундай матур, һин донъялағы иң гүзәл кеше, тинеләр. Улар менән бала сағымды оҙонайттым: утыҙ биш йәшкәсә хәрәмләшә-хәрәмләшә футбол да уйнаным, ағастарға ла үрмәләнем, сана ла шыуҙым – нисек йәшәрмәйһең шунан һуң? Өлкән улыбыҙ ете йәшендә бик ҡаты сирләп, дауаханаға эләккәйне. Беләгенә тамыҙғыс ҡуйған арала шәфҡәт туташтары күҙен дә аса алмай, саҡ тын алып ятҡан улымдан, әсәйеңә нисә йәш, тип һорайҙар, үҙҙәренә ҡалһа уны әүрәтәләр, ауыртыуҙан илап ҡуймаһын, тиҙәрҙер. Балам, тыуғандан тиерлек бар нәмәгә етди ҡараған кеше, шыбырлаған була: “Былай утыҙ, әммә беҙ бөтәһенә лә, егерме биш, тибеҙ”. Шәфҡәт туташтары: “Әсәйегеҙҙе шулай йәшәрткәс, һеҙ – маладис”, – тип көлөшөп палатанан сығып киткәс, улым хәлһеҙ генә усымды ҡыҫты: “Әсәй, беҙ һиңә биш йыл инде “егерме биш”, тибеҙ, әйҙә инде киләһе биш йылда “егерме алты” тип әйтәйек”. Ризалаштым. Һәр биш йыл һайын берәр йыл өҫтәргә һөйләшеп килештек. Шунан алып иҫәпләгеҙ инде, нисә йәш икәнен миңә.

“Паспорт буйынса ҡырҡ дүрт, әммә улдарымдың иҫәбе менән егерме һигеҙ генә ни бары…”
Арабыҙҙа шундай кешеләр бар: улар ҡояш кеүек. Булмыштарынан йылылыҡ, ихласлыҡ ҡына бөркөлә. Үҙҙәре туҡтауһыҙ йылмая. Йөрәгендә буран уйнаһа ла… Һис тә бошмаҫ булғанға түгел был. Ҡаты бәғерле бәндәләрҙе ғәмһеҙлектән ҡотҡарыр, күңелдәргә ҡот, ғәм өҫтәр, көсһөҙҙәрҙе, ярҙамға мохтаждарҙы ҡурсалар, ғәҙеллек яҡлы булыр өсөн яратылған кеүек миңә улар. Коллегабыҙ, “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, һылыуҙарҙан-һылыу Баныу Ҡаһарманова тап шундайҙарҙан. Уның матбуғатта донъя күргән яҙмалары берәүҙе лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. Бөгөн беҙ тынғыһыҙ йөрәкле журналистың үҙенә һүҙ бирергә булдыҡ. Әңгәмәлә Баныу Ҡаһарманованың гүзәллек серҙәре лә, уның донъяға, кешеләргә булған мөнәсәбәте лә, мөхәббәте лә ярылып ятыр.
Йәшәреүем иремдән, уның һөйөүенән башланды, буғай…
Йылдар үткән һайын йәшәрә бараһығыҙ. Бының сере ниҙә?
– Шул һүҙҙәрегеҙ, киң күңеллелек күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт, Гөлшат. Айрат Сабиров исемле дуҫым да миңә, һеҙ ‒ башҡорт Бенджамин Баттоны, шикелле, тип шаярта. Уның ыңғайына көләм дә, элекке фотоларыма ҡарап, аптырап та ҡуям. Әйтерлеге лә бар шул, ун алты йәшемдә утыҙ алты йәшлек булып күренгәнмен. Урыҫтар юҡҡа ғына мине, әле үҫмер баланы, өлкән итеп ҡабул итеп, “тётка” тимәгән икән. Йәшәреүем иремдән, уның һөйөүенән башланды, буғай. Ул мине нисек бармын – шулай яратты, кәмселектәремде күрмәне, гел дә һоҡланып ҡараны. Уға тиклем үҙемде бөтөнләй яратмағайным. Мәҫәлән, тешләнешем дөрөҫ булмау сәбәпле, аҫҡы иренем алға сығыбыраҡ торҙо, һәм яҡын кешеләремдең береһе миңә бәләкәйҙән, иренең биш бешеремдәй, тип төрттөрҙө. Шунлыҡтан ирендәремде күрә алмай инем. Ҡырҡып бәрергә, ептәй генә итеп ҡалдырырға ине шуларҙы, тип уйлай торғас, бер заман ҡурҡыныс хәлгә тарыным: үҙемә ҡарата булған кире уйҙарымдан иренемдә оло шеш барлыҡҡа килде. Табиптарға рәхмәт – иренемде һаҡлап алып ҡалдылар. Шул саҡта уйҙар менән һаҡ булырға кәрәклеген, уларҙың тормошҡа ашҡанын тәүге тапҡыр тойоп, аңланым. Өйләнешкәндән һуң ирем бер туҡтауһыҙ, тулы ирендәрең үбелер өсөн генә яратылған, тиһә, уға шикләнеп ҡарап китә торғайным, йәнәһе лә, мине мәсхәрәләп көләме әллә?!. Ҡаты итеп яуапларға ла әҙер инем. Ләкин уның эскерһеҙ, һөйөү тулы ҡарашын күрәм дә, ҡойолоп төшәм: “Нисек ул минең бала саҡтан күрә алмаған ирендәремде шулай ярата? Ғөмүмән, нисек мине яратырға мөмкин?!” Үҙемә ҡалһа, биле лә булмаған тулы кәүҙәле, түңәрәк ҡара тут йөҙлө, йыуан тупыс бармаҡлы, ҡыҫҡа муйынлы ҡыҙға йәлләп кенә өйләнергә мөмкин ине (көлә). Ни, исмаһам, керпектәрем дә оҙонораҡ, ҡуйыраҡ түгел, бөгөлөбөрәк тә тормайҙар, йән көйгөстәр. Бәләкәй саҡта күҙемә арпа йыш сыҡҡас, керпегем үҫкән ерҙә үҫә, үҫмәгән ерҙә үҫмәй ул минең. Һәм ошо “гүзәллек” гөлләмәһен ниндәйҙер сәбәп менән яратыусылар, үҙ күреүселәр, дуҫлашырға теләүселәр һәр саҡ табылһа ла, уларға ышанмай, гел хөсөтлөк көттөм. Ниндәйҙер мөғжизә менән кейәүгә сыҡҡанға тиклем (көлә). Иремдән һөйөү “эстафета”һын улдарыбыҙ ҡабул итте: әйләнгән-тулғанған һайын, әсәй, һин шундай матур, һин донъялағы иң гүзәл кеше, тинеләр. Улар менән бала сағымды оҙонайттым: утыҙ биш йәшкәсә хәрәмләшә-хәрәмләшә футбол да уйнаным, ағастарға ла үрмәләнем, сана ла шыуҙым – нисек йәшәрмәйһең шунан һуң? Өлкән улыбыҙ ете йәшендә бик ҡаты сирләп, дауаханаға эләккәйне. Беләгенә тамыҙғыс ҡуйған арала шәфҡәт туташтары күҙен дә аса алмай, саҡ тын алып ятҡан улымдан, әсәйеңә нисә йәш, тип һорайҙар, үҙҙәренә ҡалһа уны әүрәтәләр, ауыртыуҙан илап ҡуймаһын, тиҙәрҙер. Балам, тыуғандан тиерлек бар нәмәгә етди ҡараған кеше, шыбырлаған була: “Былай утыҙ, әммә беҙ бөтәһенә лә, егерме биш, тибеҙ”. Шәфҡәт туташтары: “Әсәйегеҙҙе шулай йәшәрткәс, һеҙ – маладис”, – тип көлөшөп палатанан сығып киткәс, улым хәлһеҙ генә усымды ҡыҫты: “Әсәй, беҙ һиңә биш йыл инде “егерме биш”, тибеҙ, әйҙә инде киләһе биш йылда “егерме алты” тип әйтәйек”. Ризалаштым. Һәр биш йыл һайын берәр йыл өҫтәргә һөйләшеп килештек. Шунан алып иҫәпләгеҙ инде, нисә йәш икәнен миңә. Эйе, паспорт буйынса ҡырҡ дүрт, әммә улдарымдың иҫәбе менән егерме һигеҙ генә ни бары.
Мине һөйгән кешеләр арҡылы йылдан-йыл үҙемде нығыраҡ яратам – көҙгөгә ҡараған һайын танауымдың ҡупшылығына, ирендәремдең тулылығына, ҡаштарымдың ҡыйғаслығына ҡыуанам (көлә). Ләкин үҙемдән бигерәк донъяға иҫем китеп ғашиҡмын: матур күңелле кешеләргә ҡарата мөхәббәтем сикһеҙ, тәбиғәттең һәр күренеше, бар тереклеге, йәнһеҙ ташына ҡәҙәр, һоҡландыра, камиллығы менән һушымды ала. Ошо гүзәллекте бар иткән Хоҙайға аҙым һайын рәхмәттәр уҡыйым. Күңелем тулы һөйөү. Унда яуызлыҡҡа, яман уйҙарға, көнсөллөккә, кергә урын юҡ. Кеше артынан булышмайым, ғәйбәт таратмайым, кеше йөҙөн йыртмайым, бер кемде рәнйетмәйем, кемделер яманлап “анонимка” яҙмайым. Мине эстән ашаған нәфрәтте лә еңергә үҙемдә көс таптым – барыһын да Хоҙайға тапшырҙым. Шулай дөрөҫөрәктер, тим. Сөнки мин үҙ-үҙемә – дошман, күңелем сүплек түгел – ул тик матурлыҡ баҡсаһы.
Йәш саҡта бөтәһе лә сибәр, ә һин лайыҡлы ҡартайып ҡара...
– Матурлыҡ төшөнсәһе һеҙҙең өсөн нимәнән ғибәрәт?
Эстет булһам да, матурлыҡ – минең өсөн тәү сиратта изге күңел. Тышҡы йөҙ-ҡиәфәте камил булып та, күңеле бысраҡ, боҙоҡ икән, ундай әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөргә тырышам. Яҡты, яҡшы уйлы кешеләр иһә – матурлыҡ өлгөһө булараҡ – мине магнит кеүек үҙҙәренә тарта, әсир итә. Әле яңыраҡ бер оло йәштәге ябай ауыл ҡатыны менән әңгәмәләшеп ултырырға тура килде. Буялған оҙон тырнаҡлы бармаҡтарыма ҡарап, ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән пенсионер сирышып, тиреһе тартылып, ҡатып бөткән ҡулдарын ҡайҙа тығырға белмәй яфаланды – бер өҫтәл аҫтына йәшерҙе, бер ҡултыҡ аҫтына тығып маташты... Ә мин уға башкөлләй ғашиҡ булдым: аралашыуҙа ябайлығына, күңел байлығына, тәбиғи һөйкөмлөлөгөнә. Күҙҙәренән нур түгелеп кенә тора инде, Аллаҡайым! Һаубуллашҡанда ике ҡулымды уға һондом да, күңелемә тулған хис-тойғолар шауҡымынан кинәт эйелеп бармаҡтарынан үптем. Бер килке һүҙен дә әйтә алмай ҡатты ла апай, шунан иланы ла ебәрҙе: “Һыйыр имсәгенән, йыуғыстан башҡа нәмә күрмәгән сирыш ҡулдар бит...” Ә миңә ҡалһа, ул ҡатындың ҡулдары ла, үҙе лә иҫ киткес гүзәл ине. Сөнки уның күңеле шундай матур! Изге күңелле кешеләр бик күркәм олоғая, шуға иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Йәш саҡта бөтәһе лә сибәр, ә һин лайыҡлы ҡартайып ҡара...
– Ошо лайыҡлы ҡартайыуға табан китеп барғанда көнөгөҙҙө нимәнән башлайһығыҙ һуң?
– Хоҙайға рәхмәт һүҙенән. Күҙемде лә асмаҫ борон, йылмайып, ошо гүзәл донъя, яҡындарым, дуҫтарым, үҙем, тирә-яғымдағы гүзәллек һәм камиллыҡ өсөн бар күңелемдән ихлас рәхмәт әйтәм. Шунан, әйҙә, тор инде, һине ифрат уңышлы көн, яҡшы эштәр, һәйбәт кешеләр көтә бит, тип үҙемде эстән әпәүләп, тыштан елкәмдән һөйрәтеп тигәндәй торғоҙоп, карауаттан шыуышып төшәм – иртән минең өсөн иң ауыры шул. Душ аҫтына баҫҡансы уяна алмай йонсойом. Әммә барыбер йылмаям да йылмаям, йәшәүҙәре рәхәт бит!
– Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә уның туҡланыу рәүеше лә йоғонто яһамай ҡалмай. Нисегерәк туҡланаһығыҙ?
– Ни теләйем – шуны ашайым, әммә саманы онотмайым. Нимәгә тотонһам да, шуны күңел һалып башҡарырға яратам, ашауҙан да ләззәт алам. Яман шештән ғүмере киҫелгән туғаным теләгән ризығын да ашай алмай, уны кире ҡоҫҡан сағында, үҙемә һүҙ бирҙем – бер ҡасан да ризыҡтан йөҙ бормаҫҡа. Шулай ҙа электән сусҡа итен, консерва аҙыҡтарын, колбаса ашамайым, алкоголле эсемлектәрҙе тәмләп тә ҡарағаным юҡ. Сүпрә ҡушылған икмәкте һирәк ашайым. Ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй ҡамыр аҙыҡтарынан баш тартып алам. Алмаһыҙ бер көн йәшәй алмайым тиерлек. Йыш һыу эсәм.
– Һеҙҙеңсә, ысын ҡатын-ҡыҙ ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Сабыр, йомшаҡ күңелле булырға тейештер. Тотанаҡлылыҡ, итәғәтлелек тә ҡатын-ҡыҙҙы биҙәгән сифаттар. Ир-егеткә тауыш, йә, Аллам һаҡлаһын, ҡул күтәргән, көслө затты кәмһетергә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарҙан ытырғанам. Ысын ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙең алдына сығырға маташмай, өҫтөнлөккә ынтылмай, гендер роленә ярашлы үҙ урынын, бурыстарын белеп, донъя, яҡындары менән гармонияла йәшәй, тип уйлайым.
Бала саҡтан кешеләрҙе асыҡ китап кеүек уҡыйым
Тыштан көслө күренәһегеҙ. Әммә күңелегеҙ ыуалырға торған гәлсәрҙәй. Килешәһегеҙме?
– Үкенескә, был ысынлап шулай. “Үкенескә” тим, сөнки күңелемдең ҡатыраҡ, ҡабырсаҡлы булыуын теләр инем. Асыҡ-ярыҡ килеш йәшәгәс, йөҙ йыртырға теләүселәр ҙә табыла, һәм шул саҡта рәнйетеүсеңә ҡаты бәрелә лә алмайһың, уның үҙен, балаларын уйлап, йәлләйһең, үҙеңде яҡлай алмайһың.
Бала саҡтан кешеләрҙе асыҡ китап кеүек уҡыйым, кемдең кемлеген үтәләй күрәм. Идеаль кешеләр юҡ, беҙ ыңғай һәм кире сифаттарҙан туҡылғанбыҙ. Ләкин насар сифаттарға күҙ йомоп, яҡшыларына окулярҙы йүнәлтһәң, кешенең шау ғына йәйғорҙан торғанын күрергә мөмкин – мине шул ҡыуандыра. Әйткәндәй, кешеләрҙең талантын таныуҙан ҡанатланып, аяҡ аҫтындағы ерҙе тоймай осоп ҡанатланыуым да бар, шаҡшы әҙәмдәрҙең боҙоҡлоғонан йөрәгем болғанып, уҡшып ебәреүем дә ихтимал. Ҡабырсаҡһыҙ йәшәүҙең бер ғәләмәте шул.
– Яҙмаларығыҙҙан, йәшәү рәүешегеҙҙән күренеүенсә, һеҙ бик нескә күңелле, һиҙгер йөрәклеһегеҙ. Бер нәмәгә лә битараф ҡала алмайһығыҙ. Йөрәккә, сәләмәтлеккә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр был?
– Минең йөрәк – ҡорама юрған кеүек инде ул. Мөрәжәғәт иткән һәр кемдең ҡайғы-хәсрәте йөрәгем аша үтә, уны туҙҙыра. Табиптар, улай ярамай, үҙеңде һаҡла, тиҙәр. Әммә мин башҡаса йәшәй ҙә, икенсе төрлө була ла алмайым. Кешенең кисерешен, үҙемдеке кеүек, һәр күҙәнәгем менән тоям. Әңгәмәсемде тыңлағанда, гүйә, уның менән минең арала күҙгә күренмәгән еп-сымдар һуҙыла һәм бергә тетрәнеп илайым, физик кимәлдә һыҙланыуҙы тәнемдән үткәрәм. Был бик ауыр, һаулыҡты ҡаҡшата ғына. Ләкин ҡыуаныслы ваҡиғалар, хәлдәр, һөйөнөстәр ҙә бар бит! Шул уҡ йөрәк сит кешенең шатлығын да үҙенекендәй күреп, дәртле тибә башлай. Башҡаларҙың уңышы, табыштары ла офоҡтарыңды киңәйтеп ебәрә, илһамландыра, йәшәүгә көс өҫтәй.
– Ниндәй ҙә булһа күңелһеҙ хәлгә тарыһағыҙ, кәйефегеҙ төшһә, ул хәлдән һеҙҙе нимә йолоп ала?
– Физик күнекмәләр (көлә). Ете ҡат тирең сыҡҡансы шөғөлләнеп, һуңынан ҡойонһаң, аңлатып бөткөһөҙ еңеллек солғап ала. Күнекмәләрҙән тән һәм йән рәхәтлеге алаһың. Елдереп иҙән йыуыу, ҡутарып кер ышҡыу, һауыт-һабаны тулыһынса ялтыратып ҡуйыу ҙа психологик көсөргәнештән арындыра. Минең өсөн ауыр уйҙарҙан ҡотолоу юлы шул ғына. Аяҡ-ҡулдарың эш менән булғанда, баш үҙенән-үҙе ял итә. Йоҡо ла үҙенә күрә шәп дауа.
Ҡатын-ҡыҙ йөрәк менән йәшәргә тейешме, әллә күберәк аҡыл менәнме?
– Мин үҙем күберәк хис-тойғо менән йәшәгән кеүек күренһәм дә, ысынбарлыҡта иһә һәр аҙымымды йөҙ ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә күнеккәнмен. Алабарманлыҡ миңә хас сифат түгел. Нимәлер эшләйем, ҡылам икән, тимәк, ул аҡыл иләгенән иләнгән, уның фатихаһында ҡылынған. Миңә ҡалһа, һәр кемгә – ҡатын булһынмы, ир булһынмы – йөрәкте теҙгендә тоторға кәрәктер. Аҡыл саҡ ҡына булһа ла алданыраҡ йөрөһөн ул.
– Тормошҡа бик иртә сыҡҡанһығыҙ. Ғаилә тарихығыҙ хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине, сер булмаһа…
– Әллә ни иртә лә түгел, Гөлшат, кейәүгә егерме ике йәштә сыҡтым. Ә бына ирем иртә өйләнде, тип иҫәпләйем, бәлиғ булыу менән муйынына ҡамыт кейҙе. Етмәһә, шунда уҡ йүргәккә күмелде. Башында аҡылы булған кеше ун һигеҙ йәштә өйләнәме ни, йәшлегеңде күрмәй ҙә ҡалдың, тип йәлләһәм үҙен, уның ҡарауы, һине эләктереп өлгөрҙөм, тип ауыҙ йыра. Икебеҙ ҙә тыныс, ирешеп-талашыу беҙҙең формат түгел, бер-беребеҙҙең ыңғайына тороп йәшәгән булабыҙ. Әммә мин ҡайһы ваҡыт бер төрлө һил тормоштан ялҡып, тулай башлайым, ярҙарымдан сығып сапсығым килә, күңелем дауыл даулай. Әкиәттәге һылыуға кеүек, миңә лә ағыу сәсергә ҡара урман талап ителә. Иремдең дә шундай саҡтары килеп сыҡҡылай. Ярһыуҙар килә лә китә ул, ғаилә нигеҙе лә ҡай ваҡыт ҡаҡшағандай тойола, әммә уртаҡ бурыстарҙы, маҡсаттарҙы хәтергә төшөрәһең дә, әлдә күңел яраларлыҡ бер ни ҙә әйтмәнем, тип һөйөнөп, ҡабаттан ярҙарыңа ҡайтаһың.
Улдарыбыҙҙың бала сағын урламаныҡ
– Һеҙ – ике ул әсәһе. Малайҙарға әсәй булыу анһат түгелдер, моғайын? Әллә, киреһенсә, малайҙарҙы тәрбиәләүе еңелерәкме икән?
– Беҙҙең ғаиләлә өс ул, Гөлшат. Икеһенә – атай-әсәй, береһенә әбей-бабай булһаҡ та, өсөһөнә лә, айырмай, тиң ҡарайбыҙ. Мин малайҙарҙы яратам. Улар менән күңелле, еңел, мыжып тәҡәтте ҡоротмайҙар, илап теңкәгә теймәйҙәр, теләһә нимә һорап, таптырып, иркәләп ҡаңғыртмайҙар. Оҙон-оҙаҡ итеп аңлатыу, фәлсәфә һатыу ҙа талап ителмәй, һүҙеңде аныҡ һәм ҡыҫҡа тотаһың. Мәҫәлән, бәләкәй саҡтарында сәйнүккә күрһәтеп, был эҫе сәйнүк, саҡ ҡына тейеп ҡара, тиһең: “Беш-беш”ме? Ә был – розетка. Ул ныҡ “беш-беш”. Шуның менән тәрбиә эше вәссәләм: балалар розеткаға яҡын да юламай! Йәки урамда “ҡаһ” та “ҡоһ” йүткергән, ҡаҡырып-төкөрөнгән тәмәкесегә иғтибарҙарын йүнәлтеп, һуңынан өйҙә никотиндан ҡарайған үпкәнең һүрәтен күрһәтеп: “Кәрәкме һеҙгә шул?” – тиһең. Ерәнгес күренешкә кем “эйе” тиһен? Балаларҙы ете йәшкә ҡәҙәр тәрбиәләйһең, тәү сиратта үҙеңдең өлгөңдә. Һуңынан саҡ ҡына төҙәтергә мөмкин, әммә формалашҡан холоҡто тулыһынса үҙгәртеп булмаясаҡ. Кеше үҙе теләһә генә үҙгәрә аласаҡ. Минән күршеләр, нисек шундай аҡыллы, тәртипле, тырыш балалар үҫтерә алдығыҙ, тип һораһа, уларға үҫергә ҡамасауламаныҡ, тип яуаплайым. Бала саҡтарын урламаныҡ. Туйғансы уйнанылар, күңелдәре ятҡан түңәрәктәргә йөрөнөләр, кис һайын әкиәт тыңланылар. Уйын аша хеҙмәткә күнектерҙек. Һорауҙарына ҡул һелтәп ҡуйманыҡ. Элек “Ниңә бесәйҙәрҙең күҙе ҡараңғыла яна?”, “Ни өсөн был шыршының энәләре күк?” – тигәнерәк һорауҙарға яуап эҙләһәк, хәҙер арауыҡ-ваҡыт континуумы, яҡтылыҡ тиҙлеге, константа, “һуңлаған” фотондар тураһында бергәләп баш ватабыҙ. “Әсәй, ни өсөн донъяла ғәҙеллек юҡ?” – иң ауыр һорауҙары шул булды. Улдарыбыҙҙың өсөһө лө сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән егеттәр. Йәй буйына ҡулдарынан балта-бысҡы, көрәк төшмәй: сынъяһау итеп мунса, гараж, һарай төҙөнөләр, йәйге өйҙө ҡатлап нығыттылар. Атайҙарының ғына түгел, минең дә ярҙамсыларым. Йәғни ҡатын-ҡыҙ эше, ирҙәр эше, тип бүлешеп тормайҙар. Уларҙы маҡтап-хуплап, арҡаларынан тупылдатып һөйөп, ҡосаҡлап үбеп кенә торам. Шуға ҡарамаҫтан, мәмәй түгелдәр, ирҙәргә хас ҡырыҫлыҡтары ла, ҡатылыҡтары ла етерлек. Бәпес саҡтарынан алып атайҙары менән көрмәкләшә башлағайнылар, әлегәсә шул шөғөлдәрен ташламай, осрашҡан һайын дүртәүләп көрәшәләр. Элек бейегерәк ергә менеп, балаҡайҙарымды имгәтеп ҡуйма, тип иремде тыйып ҡауғалаһам, хәҙер алыҫыраҡ мөйөшкә боҫоп, атайығыҙҙың берәй ерен ауырттырып ҡуймағыҙ, тип улдарыма таҡылдайым. Улдарыбыҙ урынына ҡыҙҙар булһа, шым ғына баш баҫып бәйләм бәйләп, йырлашып теген тегеп ултырырҙар ине лә бит, әммә ләкин... Бәләкәй саҡтарында малайҙар эш боҙһа (унһыҙ ниндәй бала саҡ булһын!), атайығыҙға әйтәм, тип бармаҡ янаным. “Атайҙың йомшаҡ икәнен беләбеҙ, ә барыбер ҡурҡҡан булабыҙ”, – тип көлдөләр үҫкәс. Атайҙарҙың, ысын ирҙәрҙең абруйы шулай көслө була. Ир балалар шул абруй менән тыуа. Һәм уны юҡҡа сығармай, һаҡлаусы, яҡлаусы, көслө зат үҫтереү – әсәйҙәрҙең бурысы. Был йәһәттән һынатманым, шөкөр.
Толомдар үҙенән-үҙе оҙон итәктәр таптыра икән!
Ҡатын-ҡыҙҙы нимә биҙәй? Һәм нимә бөтөнләй биҙәмәй?
– Нәзәкәтлелек, наҙ биҙәйҙер. Тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр эсеү, һүгенеү, ирешеп-талашырға яратыу, ир-егеттәрҙе һанламау ҡатын-ҡыҙҙы ҡотһоҙ итә. Ә беҙгә ҡот бик ныҡ кәрәк: ғаилә ҡорғас, йортоңдо нурлар, яҡындарыңа көс бирер өсөн. Хатта һинең менән аралашҡан кешеләргә лә ҡотоң ҡунып, уларҙы уңышлы итә ала.
– Кейем стилегеҙ ниндәй? Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй кейемдә булыуы мөһимме?
– О-о, мин уңайлылығы өсөн Casual (кэжуал) стилен ныҡ яратам! Кроссовкиҙар, лоферҙар, ботинкалар, джинсы салбарҙар, футболкалар, майкалар, жакет-жилеттар, ҙур сумкалар, шарфтар – минеке инде ул (көлә). Ниндәй кейемдә булыуың, әлбиттә, мөһим, Гөлшат, сөнки, ни генә тимә, кейемеңә ҡарап ҡаршылайҙар. Кейемеңдән тыш тотош йөҙ-ҡиәфәтеңә, үҙ-үҙеңде тотошоңа ҡарап та, алдыңда ҡыҙыл балаҫ түшәүҙәре йәки танауың алдында ишекте шартлатып ябыуҙары ихтимал. Шуға ла ниндәйҙер учреждениеға, ойошмаға йомош менән бараһың икән (айырыуса эшлекле осрашыуға) һин башыңдан алып аяғыңаса тел тейҙергеһеҙ булырға тейешһең.
– Элекке яҙмаларығыҙҙа һеҙ малай холоҡло булыуығыҙ, бала саҡта малайҙарға оҡшарға тырышыуығыҙ хаҡында һүҙ йөрөтөүегеҙ хәтерҙә ҡалған. Ә хәҙер һеҙ матур итеп толом үҫтереп ебәргәнһегеҙ. Был һеҙҙең холоҡ-һыҙаттарығыҙға йоғонто яһанымы? Кисәге Баныу менән бөгөнгө Баныу араһында айырма бармы?
– Айырма юҡтыр, ахыры, ә, бәлки, саҡ ҡына иркәрәк, ҡылансығыраҡҡа әйләнгәнмендер... Миңә утыҙ биш йәш самаһы булғандыр, урау юлды ҡыҫҡартыр өсөн туранан тимер рәшәткә аша һикереп сыҡҡайным ғына, элекке хеҙмәттәшемде тап иттем. Етәр һиңә малай-шалай кеүек һикерәнләп йөрөргә, өлкәнәйергә ваҡыт инде, тип шелтәләп башын сайҡаны. Үҙемдең ҡылығым өсөн уңайһыҙланһам да, әлегәсә үҙгәрергә, төҙәлергә уйламайым да: йүгерергә, баҫтырышырға, һикерергә, йондоҙло, болотло, зәп-зәңгәр күккә ҡарап ятырға, урман-тауҙар буйлап гиҙергә, тәҙрә төбөндә ултырырға, ыртаға, йәғни һис бер сәбәпһеҙ, көлөшөргә яратам. Оҙон сәс үҫтергәс, матур күлдәктәр тектереп, иҙәнгәсә итәктәр һатып алдым (эйе, толомдар үҙенән-үҙе оҙон итәктәр таптыра икән!). Башты текә тотоп урамдан үткәндә кешеләр артымдан әйләнеп, боролоп ҡарап ҡала. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа комплимент яуҙыра, мине артистка, телевидение йондоҙо, тип уйлайҙар. Шулай ҡыланып йөрөп киләм дә, ҡойроҡҡа йыйылған сәсте бейсболка аҫтына йәшереп, ҙур спорт сумкаһын аҫып, спорт кейемендә күнекмәләр залына сабам. Унда ҡайһы бер егеттәр, мине әле кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ тип уйлап, ҡулдарын да тәҡдим итте, ҡатын-ҡыҙҙар ул-ейәндәренә лә димләп бөттө... Шулай ҡыҙыҡ итеп йәшәп ятам ул мин.
– Һис шикһеҙ, һеҙгә ҡыҫҡа сәс тә килешә ине! Үҙегеҙгә нисек уңайлыраҡ? Сәс үҫтереү, тәрбиәләү серҙәрегеҙ менән дә бүлешмәҫһегеҙме?
– Рәхмәт, Гөлшат! Ҡыҫҡа сәс менән мәшәҡәт күберәк. Уны өс аҙна һайын ҡырҡтырып, көн һайын йыуып торорға кәрәк ине, шапка аҫтында ла тиҙ генә формаһын юғалта һала. Ә оҙон сәскә шапка аҫтында бер нәмә лә булмай. Ул ҡәҙәре бысрамай ҙа. Төрлө-төрлө прическалар яһауы ла күңелле: бөгөн бер образдаһың, иртәгә – икенсе. Оҙон сәсемде хәтәр яратам! Иртән һәм кисен яйлап тарап ултырыуҙан әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт алам.
Бер сантиметрҙан ярты метрға тиклем үҫтергәнсе (уның араһында асаланған остарын күпме тапҡыр ҡырҡтым!) өс йыл ваҡыт үтте. Тиҙерәк үҫһен, тип, ниндәй генә маскалар яһалманы! Уларҙың иң ябайы менән бүлешәм: ике аш ҡалағы дегәнәк майына бер йомортҡа һарыһын ҡушып болғап, шуны сәсеңә һөртәһең дә, йылы ҡалпаҡ кейеп, бер сәғәттән шампунь менән йыуаһың. Икенсе маска ла ябай ғына: ярты стакан кефирға (әсегән һөткә) бер йомортҡа һарыһын, 1-2 балғалағы дәрсен онтағы (корица) ҡушып болғап, килеп сыҡҡан шыйыҡ бутҡаны еүеш сәскә һылайһың. Ярты сәғәт таҫтамал аҫтында тотҡас, йыуып төшөрәһең. Маскаларҙы аҙна һайын икешәр ай дауамында яһаным. Бынан тыш мунса төшкәндә гелән кесерткән һыуы менән сайҡаным. Сәсемде тәрбиәләргә яратҡас, артабан да үҫтерермен, тим.
– Ихласлығығыҙ өсөн рәхмәт, Баныу! Ғәжәйеп матур күңелле кеше икәнегеҙгә тағы ла бер инандым бөгөн! Һеҙҙең кеүектәр күберәк булһын ине!
– Үҙегеҙгә рәхмәт, Гөлшат! һөйләмәгән нәмә ҡалманы бит! Берәйһе аҙағынаса уҡый алырмы икән (көлә)?!
Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмәләште.

Читайте нас: