Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
5 Март 2021, 14:30

Ҡатын-ҡыҙҙың йәне

Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – наҙлы гөл ул,Үҙегеҙең гөлдө эҙләгеҙ!Йылы ҡулда ғына сәскә ата,Ҡарай белмәһгеҙ, өҙмәгеҙ!Һаҡлай белмәһәгеҙ, өҙмәгеҙ!

Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – сылтыр шишмә,
Сабыр ғына ағып баралыр.
Һөйөү тойһа, үҙен һөйгән йәнгә
Наҙлы шифа булып ҡағалыр.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне буранға тиң,
Аҙаштыра ала, теләһә.
Томан ярып юл күрһәтә ала,
Йөрәгенә үтеп кер(а)лһаң!
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне аҡ болоттор,
Ямғыр булып, шифа тарата.
Яратмаһа, йәне – йәшенле ут,
Ләйсән ямғыр, әгәр яратһа.
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – өйөрмә ул,
Юлдарына ҡаршы төшмәгеҙ!
Юҡҡа үпкәләтеп рәнйетмәгеҙ,
Ҡайнар йәштәренә бешмәгеҙ!
Ҡатын-ҡыҙҙың йәне – наҙлы гөл ул,
Үҙегеҙең гөлдө эҙләгеҙ!
Йылы ҡулда ғына сәскә ата,
Ҡарай белмәһгеҙ, өҙмәгеҙ!
Һаҡлай белмәһәгеҙ, өҙмәгеҙ!
Флера Шәрипова.
Читайте нас: