Шоңҡар
+4 °С
Облачно
Барсынһылыу
10 Сентября 2021, 08:35

Нур һибеүсе ҡояш кеүек

- Тормошомда үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр күп булды. Шулай ҙа уның иң мауыҡтырғыс биттәре – таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыт, – ти бәхетле уҡытыусы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нур һибеүсе ҡояш кеүекНур һибеүсе ҡояш кеүек
Нур һибеүсе ҡояш кеүек

– Дәрестәре күңелле үтә. Үҙен бик тыныс, сабыр тотоп, теманы ҡыҙыҡлы итеп аңлата.
–
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы нур сәсеүсе ҡояш кеүек! Уның яғымлы тауышы, нурлы йөҙө күңелдә үҙ-үҙеңә ышаныс хисе уята.
–
Күп уҡый, беҙҙе лә китап уҡырға ылыҡтырып бөттө...
Ана шулай тип маҡтап алып китте Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы-интернаты уҡыусылары уҡытыусылары Гөлсөм Монасипованы.
 Тормош иптәше Рә­шит Сәйетгәрәй улының вазифалы урында эшлә­үенә бәйле республиканың төрлө райондарында йәшәргә тура килә уларға. Әммә ихлас ханым бө­тә ерҙә лә тиҙ ерегә, уҡыусыларҙың күңеленә ас­ҡыс ярата белә. Барлыҡ урында ла ихлас кол­лек­тивҡа, оҫта директорҙарға тап килеүен оло бәхет һанай ул.
Эш башлаған мәлен бөгөнгөләй хәтерләгән уҡытыусы былай ти:
– Ер йөҙөндәге иң тыныс һөнәрҙең береһе ти­һә­ләр ҙә, йәш уҡытыусыларҙың тәүге дәресен йы­һанға осоу йәки парашют менән һикереүгә тиңләр инем. Беренсе көндә үк үҙем өсөн дә күп фәһем алдым. Иң мөһиме – балалар алдында абру­йың­ды төшөрмәҫкә, һәр дәресеңде ҡыҙыҡ­лы, маҡсатлы итеп үткәрергә.
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы – 2000 йылда башҡорт теле уҡытыусылары араһындағы республика кон­курсы лауреаты, быйыл иһә урыҫ теле буйынса район бәйгеһендә еңеүсе булып таныла.

 Заман уҡыусы алдына етди талаптар ҡуя. Дәреслектә бирелгән күнегеүҙәр, аңлатмалар ғы­на аҙ, – тип һүҙен дауам итә ул. – Балалар үҙал­лы фекер йөрөтә белһен, уны ныҡлы дәлил­ләһен, лидерлыҡ сифаттары асыҡ сағылыш тапһын ти­һәң, үҙеңдең өҫтөңдә лә арымай-талмай эшләргә бурыслыһың.
Уҡыусылар көнө буйы бер-береһенең арҡаһы­на текләп ултырып, нисек һөйләшә, аралаша белһен, нисек фекер йөрөтөргә, матурлыҡҡа ынтылырға өйрәнһен?! Шуға күрә семинар-дәрес, дәрес-эҙләнеү, дәрес-уйланыу кеүек дәрестәр үткәрергә тырыша. Балалар менән бергә кластан тыш саралар уҙғарыуға, фильмдар, концерттар ҡарарға ла өлгөрәләр. Мауыҡтырғыс велопоход хаҡында уҡыусылар әле һаман һағынып һөйләй.
Тынғы белмәҫ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы – мәк­тәп­тә башҡортса шаяндар һәм тапҡырҙар клубына нигеҙ һалыусы ла. “Бөрйән.ру” командаһы менән республика кимәлендәге бәйгелә “Өмөт” номина­ция­һында бүләкләнә. Йәнә “Алтын запас” коман­да­һы ла мәктәптең данын арттыра.

Уҡытыусы эше еңел түгел. Был хеҙмәттең ба­лаларға белем биреүҙән генә тормағанын һәр кем яҡшы аңлай: өйгә күпме эш эйәреп ҡайта, бер туҡ­тауһыҙ эҙләнеү, уҡыу, бала ғүмере һәм яҙ­мы­шы өсөн хафаланыу, көндәлек ҡағыҙ мәшәҡәт­тәре... Шулай ҙа ошо ғәжәп серле һөнәрҙе һай­лағанына үкенмәй Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
– Кешенең ғүмер юлы – уның йән көҙгөһө, теләһәң-теләмәһәң дә, барыһын да күрһәтеп, һөйләп тора. Тормошомда үтә яуаплы ла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла көндәр күп булды. Шулай ҙа уның иң мауыҡтырғыс биттәре – таҡта янында аҡбур тотоп дәрес биргән ваҡыт, – ти бәхетле уҡытыусы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас