Шоңҡар
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барсынһылыу
13 Июнь 2025, 11:18

Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты

Сибай концерт-театр берекмәһенең йырсыһы Сөмбөл Ривал ҡыҙы Моратова тормошонан ун ваҡиға.  #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты
Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты

1) Хозур тәбиғәтле Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

2) Әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын берҙәй моңло, матур башҡара. Мандолинала уйнай. Тәбиғәт биргән талант Сөмбөлдә бәләкәйҙән бөрөләнә. Йырларға, бейергә ярата. Хатта бейеүсе булырға ла хыяллана.

3) Өләсәйем  менән йоҡларға ярата  инем, ти. Сөнки уның  һөйләгән, әйткән  һәр  һүҙе серле йомаҡ һымаҡ була.  Балалыҡ менән төшөнөп тә  етмәй, әлбиттә. Хәҙер килеп шул мәлдәрҙең алтынға тиң икәнлеген аңлай. Намаҙ уҡыһа бер моңло көй яңғыраған кеүек ине, тип хәтерләй.

4) Мәктәп йылдарында район, республика кимәлендә үткәрелгән йыр конкурстары,  фестивалдәрҙең лауреаты.  Хатта "Иң күп китап уҡыусы ғаилә" конкурсында Гран - При   яулайҙар.  Уҡытыусылар ғаиләһе булғас китап,  журнал гәзит уҡырға әүәҫ була. Почтаны көтөп алалар. "Аҡбуҙат" , "Мурзилка", 'Аманат", "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Башҡортостан ҡыҙы",  "Шоңҡар'" журналдары, г "Йәшлек", "Башҡортостан",  "Киске Өфө", "'Таң" гәзиттәре һәр ваҡыт килә. Үҙе бер илаһи мәл булып тороп ҡалды шул мәлдәр, тип хәтерләй йырсы.  

5) 9 - сы класты тамамлағас Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлеген  ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡытыусыһы - Әлфиә Кәрим ҡыҙы Низаметдинова (Мәсәлимова). Студент йылдарым иң сағыу, иҫтәлекле ғүмер юлы булараҡ хәтерендә ҡала. Бергә уҡыған ҡыҙҙар-егеттәр бөгөнгө көндә  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем йөрөтәләр: Айгөл Һағынбаева, Рөстәм Шаһыбалов, Вильдан Мисбахов, Рәдиф Зарипов, билдәле йырсылар Фәриҙә Ғаззалова, Гүзәлиә Татлыбаева. Һәр береһе менән ғорурланырлыҡ. Уҡыу йылы конкурстар менән үрелеп бара: "Оҙон көй". 'Ирәндек моңдары ", "Уралым" конкурстары лауреаты була. 1997 йылда Сибай ҡалаһында үткәндә "Ирәндек моңдары" бәйгеһендә балалар араһында 1- се урын яулай. "Башҡортостан йондоҙсоҡтары" исемле конкурста ла иң яҡшыһы тип табыла.

6) Уҡыуҙы тамамлағас Нефтекама дәүләт филармонияһында эш башлай. 1 йыл тирәһе эшләгәндән һуң, Бөрйәненә яҡын Сибай филармонияһын һайлай һәм яңылышмай. Ябай, ихлас Сибай халҡы баҙнатһыҙ, оялсан йәш ҡыҙҙы үҙенең ҡосағына алып үҙ итә. Тырышып эшләгән ҡыҙ 2006 йылда  башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар  "Ирәндек моңдары" йыр бәйгеһендә еңеү яулап ҡорос атты йүгәнләп тә ҡуя. "Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты.  Бәхетлемен”, - ти  Сөмбөл. Шул уҡ йылда Рәсәй федерацияһы кимәлендә грант алыуға ла өлгәшә Бөрйән ҡыҙы. Сибай тамашасылары өсөн ике тапҡыр шәхсән концерт ҡуя.

7) Ғаиләһе бар. Ике улы - Кәрим һәм Камил үҫеп килә. Ире - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тауыш режиссеры, аранжировкалар эшләүсе Ғәйсәр Моратов. Сығышы менән Йылайыр егете. Сибайҙа танышып ҡауышалар.

8) “Бөгөнгө көндә йырсы булмаһам, мотлаҡ   уҡытыусы булыр инем. Юғары белемде Башҡорт дәуләт университетының Сибай институты  филиалының филология булегендә алдым.  Уҡытыусылыҡҡа ынтылыш тимәк , ҡанда барҙыр теймен. Бөгөнгө көндә әсәйем Баймырҙина Фәнүзә Фәсхитдин ҡыҙы -  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, атайым - Баймырҙин Ривал Рәхмәт улы - Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы”, - ти йырсы.

9) Үҙен психологик яҡтан  үҫтереү өҫтөндәге китаптар уҡый. Бала ҡарау ялында бәлештәр бешереү буйынса курстар үтә.  “Бешеренеү оҡшай,  күңелгә йәм һәм рәхәтлек  табам”, - ти ул. Туй, юбилей кисәләренә заказдар бирәләр. 

10)  “Тормошта һәр  минутыма сәғәтемә, көнөмә рәхмәтле булып йәшәргә тырышам. Беҙ был ерҙә ҡунаҡ ҡына. Йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, яҡшы мөғәлләмәлә, иманлы ғүмер юлын үтһәк ине.  Өләсәйем әйтмешләй :"Үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп күр" -  тигән һүҙҙәре тормошомда алға әйҙәүсе маяҡ”, - ти ул.

Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты
Сибайға килгәс, Аллаһы Тәғәлә юлымды асты
Автор: Разинә Зайнетдинова
Читайте нас