Халыҡ шағиры Тимер Йосопов менән бер һөйләшеп ултырғанда, уның: “Баязит Бикбай ағайҙар беҙҙән һуң шағирҙар булырмы икән тип борсолдоҡ, тип һөйләгәненә аптырағайным. Нисек шиғри күңелле башҡорт халҡының шиғриәтенең киләсәге булмаһын?! Баҡһаң, киләсәк хаҡында уйландыра икән шу-ул,” – тип әйткәне хәтерҙә. Шиғырҙар яҙылыр, ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә тыуыр ул, бында һүҙ ысын мәғәнәһендә Шағирлы алмаш, кимәле юғары һаналған башҡорт шиғриәтенең лайыҡлы киләсәге тураһында барған, әлбиттә. Хәҙер тарихҡа күҙ һалһаң, күңел һөйөнә, Баязит ағай юҡҡа борсолған: уларҙан һуң шиғриәтте Мостай-Нәжмиҙәр шаулатты, уларға алмашҡа Рәмиҙәр-Сафиндар килде, артабан Бикбай-Назаровтар командаһы байраҡ сөйҙө, уларҙан шиғриәт әләмен Тамара-Рәмзиләләр, Гөлфиә-Факиһалар алды. Рәйес-Хисмәттәр, Ҡолдәүләт-Әхмәрҙәр тулҡын булып, шашып-ярһып килеп инде шиғриәт диңгеҙенә. Хәҙер Салауат-Зөлфиәләр, Лариса-Гөлназдарҙың шиғри һүҙенә күңел һала халыҡ. Бөгөн, бары матди байлыҡҡа ғына табынған моңһоҙ, рухһыҙ заманда, бына уларҙан һуң шиғриәткә кемдәр килер икән тип, беҙ ҙә борсолабыҙ. Зарлы яраларҙы бер аҙ баҫып, өмөт сатҡылары уятып Фәнил Бүләков күренде офоҡта, томан араһында Айгөл-Сисәнбайҙарҙы шәйләгәндәй булам...
Бөгөн һүҙ – Фәнил Бүләковҡа.
– Һин шиғриәткә атылған уҡ булып килеп индең, тиһәм... Дөрөҫмө был?
– Ижадҡа мин йөрәгем ҡушыуы менән килеп ингәнмендер, тип уйлайым. Шиғриәткә атылған уҡ булып килеп индем тиһәм, арттырыу булыр. Шиғри һүҙ үҙе йөрәккә уҡ булып килеп ҡаҙалған. Күңелдәге хистәр шиғри һүҙгә әйләнмәй икән, шиғриәт уғы йөрәкте нығыраҡ һыҙлата, хатта ҡанһырата ла. Һыҙланыуҙарҙы, ярһыуҙарҙы баҫыу, шатлыҡты бүлешеү сараһы ла ул – минең өсөн шиғыр яҙыу.
– Һине ижадҡа этәргән мөхит, йә булмаһа...
– Ижадҡа этәргән мөхит минең әкиәтле бала сағым, һоҡланғыс әҙәбиәтебеҙ булғандыр. Өләсәйем Фәриҙә Ғәйнулла ҡыҙының һоҡланғыс әкиәттәрен, мөнәжәттәрен тыңлап үҫтем. Бала саҡтан башҡорт фольклоры, әҙәбиәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһындым. Бишенсе класта уҡығанда уҡ ҡалын томлы романдар, Башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарын уҡый башланым. Өйҙә булған бер сервант китапты уҡып бөтөп, мәктәп, ауыл китапханаларындағы әҙәби әҫәрҙәр менән танышыуымды иҫләйем. Китапханала башҡортса күңелгә ятышлы китаптарҙы уҡып бөтөп, татар, рус телендә яҙылған әҫәрҙәрҙе күпләп уҡығанымды хәтерләйем. Башҡорт теленән уҡытыусым Илүзә Заһит ҡыҙы Яхинаны төрлө һорауҙарым менән ҡаңғыртып бөтә торғайным. Был хаҡта абруйлы уҡытыусым әле лә йылмайып иҫкә ала.
Мәктәп сараларында йыш сығыш яһарға тура килде. Йырсы, алып барыусы сифатында ла. Шиғырҙы еренә еткереп һөйләргә ул саҡта директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Мөбәрәкова Альмира Радик ҡыҙына бурыслымын. Ул шиғри һүҙҙең һәр бер юлының нескәлегенә төшөндөрөргә тырышты.
Ижадҡа этәргән мөхит – Учалымдың иҫ киткес тәбиғәте, мине тәрбиәләгән әсәйем Нүрсилә Заһит ҡыҙы, атайым Нил Хәким улы, төрлө фиғелле, әммә шиғри һүҙгә битараф булмаған халҡым. Ошо тормош үҙе үк ижадҡа әйҙәй. Йөрәгендә саҡ ҡына илһам осҡоно булған кеше барыбер ижад һуҡмағында үҙ юлын һала башлайҙыр.
– Ҡәләмгә тотоноп китеүең ниҙән килеп сыҡты?
– Шиғыр яҙа башлармын тигән уй миндә бөтөнләй юҡ ине. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына 1998 йылда уҡырға индем. Күңелле студент тормошо башланып китте. Ауылдан ситтә йөрәкте һағыныу хистәре лә биләп алды. Үҙенән-үҙе ҡул ҡәләмгә тотондо. Тап шул ваҡытта үҙемдең тәүге “Көҙ” тигән шиғырымды яҙғаным иҫемдә. Төркөмдәштәргә лә уҡытып ҡараным, улар ҙа ихлас ҡабул иттеләр тәүге ижад емешемде. Беренсе шиғырҙан һуң быуа йырылғандай бер-бер артлы шиғырҙарым аҡ ҡағыҙға төшә барҙы.
БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби ижад берекмәһенә ихлас йөрөй башланым. Һәр сараның уртаһында ҡайнаныҡ. Өсөнсө курстан был билдәле берекмәнең старостаһы ла булырға тура килде. Әүҙем ижад иткән студенттарҙың шиғыр, хикәйәләрен мөхәррирләп университет ярҙамында “Шоңҡар иңләр киңлектәр” тигән йыйынтыҡ сығарғанды иҫләйбеҙ. Шул саҡта деканат беҙҙең бөтә башланғыстарҙы хуплап торҙо.
– Ер ярылһа, уның тулҡыны шағир йөрәге аша уҙа, тиҙәр. Шағирҙарға бер заманда ла йәшәүе еңел булмаған, тип тә әйтәләр. Хәҡиҡәткә тап киләме был һүҙҙәр?
– Шағирҙар тәбиғәттән хисле кешеләр. Хисһеҙ шиғыр ул ҡоро декламация, нотоҡ уҡыу ғына кеүек минеңсә. Хисһеҙ шағирҙар – шиғеристәр улар. Ысынлап та, Мөнир ағай, Рәми ағай Ғарипов әйтмешләй, замана йөрәкте ярып үтә. Нисек кенә итмә, беҙ бер нисек тә заманабыҙҙан азат була, йәмғиәтебеҙҙә барған күренештәргә күҙ йома алмайбыҙ. Ысын шағир, тормошта ниндәй генә вазифа биләмәһен, ул хаҡлыҡты йөрәк хисе аша халҡына еткерергә бурыслы. Уҡыусы ярамһаҡтарҙы үҙ итмәй. Ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙ бер саҡта ла быуаттар саңына күмелмәй. Ҡасан да булһа ул гәүһәр һымаҡ балҡыясаҡ, халҡына барып етәсәк.
Үткер шағир һүҙе һәр заманда кәрәк. Ижадсы бер кемдең дә йырын йырларға тейеш түгел. Уның үҙ тауышы, үҙ йөҙө булыуы мөһим. Ел ыңғайына йөрөмәгән шағирҙарға йәшәүе бер ҡасан да еңел түгел һәм булмаясаҡ та.
– Бала саҡ, йәшлек һәм олпат саҡ шиғриәттә нисегерәк сағыла? Мәғәнә күберәк һалына барамы, әллә..? Ул саҡта ихласлыҡҡа хилафлыҡ килмәйме?
– Минең бала саҡ шиғриәтем булманы))). Әммә йәшлек осороноң шиғриәте бар. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» серияһында сыҡҡан «Ҡибла эҙләгәндә» тигән йыйынтыҡҡа тупланған йәшлек осором шиғриәте. Йәшлегем шиғриәте, ысынлап та, йәшлектең саф, ябай, әҙерәк бер ҡатлы хистәренән үрелгән. Әммә улар миңә ихласлығы менән яҡын. Бөгөн тормошҡа икенсерәк ҡараштамын. Хәҙер ҡанаттар ҙа һынып төҙәлгән, күңел дә тормош һынауҙарынан шаҡтай сыныҡҡан, тормошҡа күҙ ҡараштарым да башҡасараҡ. Әммә йөрәк һаман шиғриәткә тоғро.
Ҡараштарың уйсанланған,тиҙәр,
Күңелемдә хәҙер мең хәстәр.
Төрлөләнә бара тик хистәр.
Олпатлана барыу менән шиғриәткә мәғәнә күберәк һалына барһа ла, шағир тик бер нисә хәҡиҡәткә хыянат итергә тейеш түгелдер. Ул ихласлыҡ, саф хистәр һәм образлылыҡ өстағаны. Шул саҡта бер ниндәй ҙә хилафлыҡ булмаясаҡ.
– Ауылда ижад итеп йәшәүе нисек? Күрәләрме баш ҡалалағылар? Әллә хәҙер Интернет заманында был мөһим түгелме?
– Ауыл ерендә нисек ижад итергә була, тигән һорауҙы йыш бирәләр. Ижад – йөрәктән сыҡҡан иң ҡәҙерле хистәр йомғағы. Нисек яҙа алам, шуларҙы компьютер экранында сағылдырам да, уҡыусы хөкөмөнә еткерәм. Ҡала менән ауыл үҙ ҡанундары менән йәшәй. Әммә әҙәбиәттең ҡанундары урбанизацияға ла, глобализацияға ла буйһонмай. Уның маҡсаты бер: инсан йөрәгенә рухи орлоҡ һалыу. Унан нимә шытып сығыуы һәр яҙыусы намыҫында. Йөрәгемде яндырмаған, күңелемде тетрәтмәгән хистәр-шиғырҙар юлдаш булмаһын тип кенә теләйем. Теләк, оран шиғырҙар обывателдәр өсөн дан шиғыр буласаҡ, әммә ысын әҙәбиәт өсөн йөрәк, хис, образ һәм яңылыҡ иң мөһимелер, минеңсә. Ауылда ла, ҡалала ла ижадсы шағир донъяла иң яңғыҙ кешелер (рухи яҡтан). Әммә уны аңлаусы, хуплаусы уҡыусылары булыуы ижадсыны көслө итә. Уҡыусыһыҙ – шағир, шағирһыҙ шиғриәт юҡ.
Өфө Өфө инде ул. Ул республикабыҙҙың ғына түгел, мәҙәниәтебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең мәркәзе. Үҙ ҡаҙанымда ғына ҡайнау ҡурҡытып та ҡуя, әммә ярҙамға тағы ла шул интернет килә.
Баш ҡалала йәшәп ижад итеүсе билдәле ҡәләмдәштәрҙән хуплау һүҙҙәре ишетеү ижадҡа дәрт бирә, илһамландыра.
2010-2013 йылдарҙа ҡулға бөтөнләй ҡәләм тота алманым. Тәүге китаптан һуң йәндә бушлыҡ ине. Минең күңел урынһыҙыраҡ тәнҡитте ауыр ҡабул итте. Шул саҡта Тамара апай Ғәниева шылтыратып, арҡамды тура тоторға өндәне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев та иғтибарһыҙ ҡалдырмай ижадымды.
Ижадымды күтәреүселәр ҙә бар, күрә алмаусылар ҙа ))).
Минең булмышымды аңлап торған, ижадыма илһамландырған ғаиләм бар. Кәләшем Зөһрә ярҙамсыл, аҡыллы, ихлас ҡатын. Өйҙә бар шарттарҙы булдырырға тырыша. Туған йәнле, һәр саҡ бөтәһенә лә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Уның һөнәре лә шундай. Зөһрәм – операцион шәфҡәт туташы. Өс ҡыҙым булыуы менән бәхетлемен. Айсилә ҡыҙым VI класта, Азалина ҡыҙым IV класта белем алалар, ә Сулпан ҡыҙыма 5 йәш тула.
– “Йөрәк һүҙе” беҙгә яңы Шағир асты тиһәм, хәҡиҡәткә тура киләлер...
– Улай ҙурлауығыҙға рәхмәт! Бары тик Йөрәк һүҙебеҙҙе еткереүебеҙ менән бәхетле булдыҡ беҙ. Ошо ҙур майҙанға сығыу, ысынлап та, беҙҙе ныҡ ҙурланы.
– Ғөмүмән, был сара һинең офоҡтарыңды киңәйткәндер, бар йәһәттән дә?
– Әлбиттә, был сара офоҡтарҙы киңәйтте. Ошо мәртәбәле бәйгегә сығып йөрәк һүҙен әйтеү, тамашасы күңелен яулау ҙур ҡаҙаныш булды беҙҙең өсөн. Конкурстан һуң республиканың төрлө өлөштәрендә йәшәгән ябай кешеләрҙең ҡайҙандыр телефонымды табып шылтыратып әйткән йылы һүҙҙәре күңелебеҙҙе үҫтерҙе.
2017 йылғы «Йөрәк һүҙе»ндә ике шиғырымды яңғыратҡайнылар. Яңы йыл алдынан 2018 йылда үҙебеҙгә лә ҡатнашып ҡарарға тигән теләк теләнек. 2018 йылда Наилә апай Сәфәрғолованың командаһы конкурста ҡатнашып ҡарарға Өфөгә саҡырҙы. Тәүге сығышыбыҙ БСТ каналында күрһәтелде.
СМС тауыштар аша финалға үткәс, Азалина ҡыҙым менән сараға ихлас әҙерләнә башланыҡ. Ни өсөн уртансы ҡыҙымды алдыммы? Сөнки ул шиғырҙар ярата, тиҙ генә отоп, ятлап та ала. Уның менән “Урал батыр” эпосын да ятлап район бәйгеһендә ҡатнашҡайныҡ. Әҙерлекте финалға егерме көн ҡалды тигәндә башланыҡ.
Көн дә ике сәғәт тирәһе репетиция үткәрҙек. Сәхнәлә ҡаушарға ярамай ине, бигерәк тә ҡыҙым алдында. Ҡыҙым хатта минән батырыраҡ та булып сыҡты, шикелле, уның һәр сығышы быны иҫбатлағандыр.
– Мортаза Рәхимов тураһындағы шиғыр менән шунда уҡ тамашасыны үҙеңә ҡараттың. Был шиғырҙың тыуыу тарихына туҡталғанда...
– Мортаза Рәхимов минең өсөн ныҡ хөрмәт икән шәхестәремдең береһе. Хеҙмәт юлымды ла ул ойошторған Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башланым. “Тамыр” студияһында 7 йыл эшләнем. Шул осорҙа уҡ Ил ағаһының үҙ халҡына, республикаһына, теленә булған мөнәсәбәтен күреп, һоҡлана, хөрмәт итә торғайным. Һигеҙ йылға яҡын ауыл хакимиәте башлығы булып эшләү дәүерендә халыҡ араһында ла уның хаҡында гел йылы һүҙҙәр ишеттем.
Был шиғыр ярамһаҡланыу хисенән яралманы, ә нисәмә йылдар йөрәкте өйкәп торған йөрәк һүҙе ине. Был шиғырҙы мин оҙаҡ уйланып яҙҙым. Ошо сығыштан һуң минең баҡсама таш атыусы ҡәләмдәштәрем дә табылды. Ел икенсе яҡҡа иҫә башлағас яҙҙыңмы, тиеүселәр ҙә булды.
Ил ағаһы ниҙәр кисергәнен бары үҙе генә белә. Был шиғыр уның кисерештәренең меңдән бер өлөшөн генә асып биргәндер. Шәхестәребеҙҙе үҙҙәре тере саҡта хөрмәт итә беләйек. Ҡыҙғаныс, беҙҙең башҡортта бөйөктәр үлгәс үкһеп илайбыҙ, күккә күтәреп маҡтайбыҙ.
– Был яҙғандарым кемгә кәрәк инде, халыҡ барыбер әҙәбиәттән йыраҡлашты, тип ҡул һелтәгән саҡтарың булғаны бармы?
– Кемделер уйландыра алам икән, кемгәлер шиғырҙарым оҡшай икән, яҙырға кәрәк. Аллаға шөкөр, интернетта үҙемдең төркөмөм бар. “Был тормошто ҡыҫып ҡосаҡла” тип атала ул. Бөгөн унда бөтәһе 2150 яҙылыусы. Уҡыусыларым яйлап арта бара. Бер кемде лә көсләп тотмайым, көсләп саҡырмайым. Ана шул ике мең кеше шиғриәт менән ҡыҙыҡһына икән, улар өсөн булһа ла яҙырға кәрәк.
– Бөгөн һине иң борсоғаны һәм иң ҡыуандырғаны нимә: тормошта, әҙәбиәттә…
– Иң борсоған нәмә – кешелекһеҙлек. Әҙәбиәттә лә, әҙәмиәттә лә. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-беребеҙҙең етешһеҙ яҡтарын күрһәк нығыраҡ ҡыуанабыҙ төҫлө. Тормоштан да ҡайһы саҡта ҡаралыҡ эҙләйбеҙ. Йөрәктәребеҙҙе көнсөллөк кимерә. Ябайыраҡ булһаҡ барыбыҙға ла йәшәүе еңелерәк булыр ине был донъяла.
Туған телебеҙ яҙмышы ла ныҡ борсоуға һала. Үҫеп килгән балаларҙың йөрәгенә туған телгә, әҙәбиәткә һөйөүҙе ваҡытында һала алһаҡ ине.
Иң ҡыуандырғаны: тормош алға бара, әҙәбиәтебеҙ бар. Беҙҙән йәшерәк ҡыҙҙар-егеттәрҙең күренеүе һөйөндөрә. Интернетта үҙ уҡыусыларыбыҙ бар, ташҡа баҫылған китаптарыбыҙҙы һатып алһалар, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
– Беҙҙе, башҡорттарҙы, сәнғәт-әҙәбиәтебеҙҙе Рәсәйҙә, ситтә белһендәр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Башҡалар менән сағыштырғанда ни кимәлдә йәшәп, ижад итеп ятабыҙ икән?
– 2018 йылда Түбәнге Новгородҡа әҙәби фестивалгә барып ҡайтыу бәхете эләкте. Төрлө милләттәр менән аралаштыҡ. Рәсәйҙә һаны 1000 генә булған милләттәр ҙә бар. Улар бөгөн үҙ әҙәбиәтен, телен һаҡларға тырышып ята. Донъяла ике миллионлаған башҡорт халҡының әҙәбиәте ныҡ бай, беҙҙең хәлдәр уларҙыҡы кеүек бик мөшкөл түгел. Ижадты күрһәтергә баҫма һәм интернет майҙандарыбыҙ бар. Әммә уны ла һаҡлау, яҡлау, үҫтереү беҙҙең бурысыбыҙ.
Ошо фестивалдә үҙемдең шиғырҙарҙың тәржемәләрен дә уҡып ишеттерҙем. Ныҡ йылы ҡабул иттеләр. Әле лә интернет селтәре аша абаз, әзербайжан, ҡумыҡ, хант, нанай дуҫтар менән аралашып торам.
Шул уҡ тәржемәләр менән беҙ Рәсәй киңлектәренә лә сыға алыр инек. Уҙған йыл Рәсәйҙең «Литературная газета»һында бер төркөм Башҡортостан яҙыусылары менән минең шиғырҙарым баҫылып сығыуы ҙур ҡыуаныс булды.
Тәржемә башҡорттарҙы, әҙәбиәтебеҙҙе донъяға танытыу өсөн иң уңай сара. Республика Хөкүмәте ошо йүнәлештә киләсәктә гранттар булдырһа ныҡ шәп булыр ине. Сөнки бөгөн күп яҙыусы, шағирҙарыбыҙ үҙ кеҫәһенән тәржемә өсөн аҡса сығарып һала алмай.
Халҡыбыҙҙың әҙәбиәткә битараф булмауы шатландыра. Ижадыбыҙҙы уҡыусыбыҙға еткерергә мөмкинлек биргән Башҡортостан «Китап» нәшриәте бар. Уҙған йылда минең өсөн һөйөнөслө ҙур ваҡиға булды. «Торналарҙы офоҡ саҡыра» тигән икенсе китабым донъя күрҙе. Уҡыусыларыбыҙ ижадыбыҙҙы ҡеүәтләп торған саҡта беҙгә ижад итергә лә итергә кәрәк.