Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
23 Ғинуар 2020, 13:30

«Баҡһаң, ғүмерем буйы ирекмән булғанмын...»

Яуап үтә ябай: елкәнән ялҡаулыҡты ҡыуып төшөрөп, кисекмәҫтән ергә эйелергә, үҙ эшеңде асырға (ауыл ерендә мал-тыуар аҫрап та байып була!) һәм эскелектән ваз кисергә генә кәрәк. Беҙҙә бит әҙәмсә йәшәйем тигән кешегә бөтә шарттар ҙа бар: иң мөһиме – дәүләттән нимәлер өмөтләнеп ятма, иман юлына баҫып, алама ғәҙәттәрҙән арын!#Шоңҡаржурналы #Беҙҙеңәңгәмә

Ул күп ҡырлы аҫылташ кеүек. Үҙе менән күберәк аралашҡан һайын был һүҙҙәрҙең хаҡлығына нығыраҡ инанаһың. Башҡорт халҡының үткән ҡанлы-шанлы тарихына ла, илен, телен данлаған сәсәндәренә лә, көнүҙәк проблемаларға ла үҙ фекере булған, милләттең хәстәре менән янған Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ж. Кейекбаев, М. Ғафури исемендәге премиялар лауреаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов хаҡында һүҙем.
Туғыҙынсы синыфта – бригадир ярҙамсыһы
Һәр кемде рухландырыусы, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәп тороусы инештең башы – тыуған яғылыр...
– Үлән үҫкән ерендә үҫә, тигән әйтем бар. Мин шундай мөхиттә үҫтем: атай-әсәйем ябай колхозсы булһалар ҙа, аң-белем кимәле буйынса уҡытыусыларҙан һис тә кәм булманы. Беҙҙең өйгә ай һайын 10-15-ләп гәзит-журнал килә ине, атайым эштән арып, йонсоп ҡайтһа ла, кисен ваҡытлы матбуғатты диҡҡәт менән уҡый торғайны. Ябай тимерсе, асылда зыялы, алдынғы ҡарашлы атайым, колхозда сөгөлдөрсө, ашнаҡсы булып эшләгән инәйем беҙҙе, өс улдарын, үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне.
Тимәк, һеҙҙең шәхес булараҡ үҫешеүҙә атай-әсәйегеҙҙең, ағайҙарығыҙҙың роле ҙур булған?
Әлбиттә. Ғүмерем буйы атай-инәйемә, ағайымдарға, уҡытыусыларыма рәхмәт уҡып йәшәйем – уларҙың тәрбиәһе, ҡөҙрәтле һүҙе, аҡыллы кәңәше мине һәр саҡ ҡанатландырып торҙо. Ғаилә тәрбиәһе төплө белем алыуға ынтылыш та биргәндер. Өлкән ағайым (Кәрим Булат. – Р.З.) – шиғриәткә мөкиббән киткән кеше, шағир, бер нисә китап авторы, уртансы ағайым Рәхим төҙөлөш тармағында уңышлы эшләне. Бер шиғырымда яҙғанымса, “аһ” итерлек ағайҙарым бар!” тип ауыҙ тултырып әйтә алам.
Мәктәбебеҙҙә айырым китапхана юҡ ине. Беҙ иҫке мәсет бинаһында уҡыныҡ, класыбыҙҙың бер мөйөшөндә китапхана булды. Ошондағы әҙәби китаптарҙы өйҙә лә, хатта дәрес ваҡытында (әлбиттә, йәшереп кенә) уҡый торғайным. Дәрес темаһын да үҙләштерәм, яңы әҫәр менән дә танышам. Был “алама ғәҙәт” Яугилде һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағансы дауам итте. Күршеләге Бурлы урта мәктәбенә барғас, уҡыу татар телендә булды. Был осорҙа төплө белем алыу, киске уйындарға сығыу, концерттар менән күрше ауылдарҙа йөрөү, фотоға төшөрөү менән мауығыу, спорт менән шөғөлләнеү – быларҙың барыһы ла үҫмер, йәшлек йылдарының матур хәтирәләре булып иҫтә һаҡлана. Ғөмүмән, теләге булған кеше уҡыуҙа ла һынатмай, күңел асырға ла ваҡыт таба.
Туғыҙынсы синыфты тамамлаған йәйҙә, колхоз бригадиры Илгиз ағай Сәйетғәлиев мине үҙенең ярҙамсыһы итеп алыу ниәте менән беҙгә килде. Атайым аптырап: “Ул бит әле быуыны ла ҡатмаған үҫмер, һинең менән эшләрлек ауылда йәштәр бөткәнме ни?”– ти. Бригадир: “Бары Ниязбайҙың ғына ҡулынан килә торған эш был”, – тип мине ул ваҡытта райондың иң алдынғы хужалыҡтарының береһе иҫәпләнгән “Ленинизм” колхозының бригадир ярҙамсыһы итеп эшкә йәлеп итте.
Был 1975 йылдың йәйе – ҡоролоғо менән үҙәккә үткән йыл булараҡ ныҡ хәтерҙә ҡалған. Бар үлән үҫеп тә етмәйенсә көйөп бөткәс, халыҡты, мәктәп уҡыусыларын япраҡ бәйләргә урманға сығарырға кәрәк булды. Ошо һәм башҡа эштәр минең иңгә төштө. Етмәһә, бер мәл бригадир ауырып китте, уның урынына колхозсыларға эшкә әйтеп сығыу, эш барышын тикшереү, наряд тултырыу – барыһын да һөйләп бөтөү мөмкин түгел... Әле килеп өс ауыл халҡы менән нисек эшләнем икән тип аптырайым.
Кинйә малай булғас, ауылда ҡалырмын тип, Марат исемле дуҫым менән Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға барырға уйлағайным. Әммә унынсыны тамамларға йөрөгәндә, Бурлы мәктәбе директоры Марат Шәйәхмәт улы Абдрахманов Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инергә күндерҙе. Уҡытыусыларымдың фатихаһы менән уҡытыусы-филолог һөнәрен һайланым.
Моғайын, студент йылдарында ла лидер булғанһығыҙҙыр?
– 1 сентябрҙә үк мине төркөм старостаһы итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Дәрестәр бөткәс, еңел атлетика буйынса секцияла шөғөлләндем, институт командаһында байтаҡ ҡына ярыштарҙа ҡатнашырға тура килде. Фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт булды. Курс эшем факультетта иң яҡшыһы тип табылғас, 1979 йылда мине Татарстанда үткән студенттарҙың вуз-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашырға институттан вәкил итеп ебәрҙеләр. Бөгөнгө атаҡлы тюрколог, академик, ул саҡтағы Ҡазан дәүләт педагогия институты ректоры Мирфатих Зәкиев ғилми йыйында уңышлы сығыш яһағаным өсөн Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Студент йылдарында бай тарихлы “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеү ҙә әҙәбиәт донъяһына тәүге аҙымдар яһарға ярҙам итте. Ғөмүмән, студент йылдарын да уҡ төрлө йүнәлештә үҙ көсөмдө һәм һәләтемде һынап ҡарау, ваҡытты бушҡа уҙғармау, лидер-шәхес булараҡ үҫешеү, күрәһең, артабанғы тормошома ыңғай йоғонто яһағандыр.
Яндырылған ауылдар, геноцид
йәки Яугилде тип юҡҡа исем ҡушмайҙар
– Һеҙҙе йәштән үк тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған кеше итеп беләбеҙ. Башҡорт халҡы тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре тураһында яҙмаларығыҙҙы күптәр ҡыҙыҡһынып уҡый. Ә бына халҡыбыҙ яҙмышына төшкән геноцид хаҡында һеҙ ни әйтер инегеҙ икән?
– Яугилде мәктәбендә тарихтан беҙҙе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, аяуһыҙ һуғыштың тере шаһиты Сабирйән Мөхәмәтйән улы Хәлимов уҡытты. Уның һабаҡтары күңелемдә кесе йәштән тамырланған булғандыр. Диплом алғас, башта Ғафури районының Йөҙимән мәктәбендә уҡыттым, ике йылдан һуң тыуған ауылым Яугилдегә мәктәп директоры итеп ҡайтарҙылар, тарих фәненән белем бирҙем. Ошо ваҡытта халҡымдың үткәне тураһында ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйеп китте.
Ауылымдың исеме үҙе үк тарих һөйләй бит: Яугилде – яу килде тигәнде аңлата. Борон беҙҙең ауыл Ағиҙел йылғаһы буйында, әлеге Ҡормантау ауылы тирәһендәрәк булған. Ғөмүмән, башҡорт ауылдары әүәлдән йылға-күл буйҙарында урынлашҡан. Әбей батша фарманы буйынса 1734 йылда хәҙерге Ырымбур ҡалаһына (дөрөҫөрәге, ҡәлғәһенә) нигеҙ һалырға һәм Яйыҡ йылғаһы буйлап сик һыҙатын билдәләргә йүнәлгән И. К. Кириллов экспедицияһы Ағиҙел буйындағы башҡорт ауылдарын үртәп-яндырып барған. Сәбәбеме? Хикмәт шунда: аҫаба башҡорттар оятһыҙ рәүештә үҙ ерҙәрен баҫып килгән батша ярандарының илбаҫарлыҡ сәйәсәтен ҡабул итмәй – һәр ҡайҙа кирилловсыларға ҡарата ҡаршылыҡ күрһәтә.
Ошо мәлдә донъяға килгән дә инде Яугилде исемле малай – тәрән аҡылға эйә булған ата-бабаларыбыҙ: шул ҡәһәрле геноцид осорон килер быуындар мәңге хәтерҙә тотһон тигән ниәт менән яңы тыуған сабыйға кинәйәле исем ҡушалар. Самыш ҡарт, үҙ нәҫел-затын үлемдән һаҡлап ҡалыу маҡсатында, барса кешене көнсығышҡа – урман шырлығына, Сөсө һәм Татыр йылғалары буйына – күсереп алып киткән.
Әммә ил-йорт, ғәзиз ер өсөн йәнтәслим көрәш беҙҙең халыҡ файҙаһына тамамланмай. 1730–1750 йылдарҙағы баш күтәреүҙәр осоронда ғына ярты меңдән ашыу ауыл юҡҡа сыға: ир-аттың йәнен ҡыйғандар, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаның бер өлөшөн әсирлеккә алғандар, илгә килгән афәттән ҡотолоп ҡалғандар йыраҡтараҡ яңы ауылдарға нигеҙ һалған...
Боронғо Башҡортостан ерендә күпме ауыл, күпме кеше яуыз карателдәр ҡулынан һәләк булған – был хаҡта теүәл генә һан юҡ. Ләкин архивтарҙа ҡайһы бер документтар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, 1736 йылдың 24 ғинуарында Балыҡсы ырыуының Һөйәнтүҙ ауылында булған фажиғә хаҡында кемдәр генә белмәй хәҙер. Батшабикә яраны полковник Тевкелев ойошторған ҡанлы ваҡиғаның шаһиты булған П.И. Рычков шулай тип яҙған: «Близ 1 000 человек с женами и детьми их во оной деревне перестреляно и от драгун штыками переколото. Сверх того 105 человек забраны были в один амбар и тут огнем сожжены (...) ».
Хәҙерге Ырымбур өлкәһе биләмәһендә лә бөтә ауылдар ҙа тиерлек ер менән тигеҙләнә. Шул төбәктә майор Г. Останков 1735–1736 йылдарҙа ғына, ихтилалдарҙы баҫтырып бөткәс, «ходил по Яику, где воровских разорил выше 113 деревень» тип рапорт бирә. Һөҙөмтәлә ил-йорттан ҡолаҡ ҡаҡҡан, әммә халыҡтың иҫән ҡалған өлөшө хәүефһеҙерәк ерҙәргә – урман-таулы төбәккә күсенергә мәжбүр була.
Бөгөнгө көндә Ҡырым татарҙары, әрмәндәр ҡасандыр үҙ халыҡтарына ҡарата ҡылынған геноцид айҡанлы саң ҡаға. Беҙ иһә, бөгөнгө быуын, быуаттар буйы халҡыбыҙға ҡарата алып барылған золом-йәберләүҙәргә күҙ йомабыҙ, ата-баба күргән михнәтте онотабыҙ. Ә бит башҡорттар кеүек башҡа бер милләт тә быуаттар буйы Рәсәй мәнфәғәте өсөн ҡан түкмәгән... “Ит изгелек – көт яуызлыҡ” тигәндәре хаҡ икән.
Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа борон-борондан геноцид хәүефе янап ҡына торған. 25 йыллыҡ әрме хеҙмәте, кантон системаһын индереү, француз яуында, башҡа бихисап һуғыштарҙа ҡатнашыу, батшалар тарафынан туҡтауһыҙ ғәмәлгә индерелеп торған үҙгәреш-ҡанундар башҡорт милләтен юҡҡа сығарыу өсөн генә эшләнгән кеүек. 1919 йылдың 21 февралендә үткән I Бөтөн башҡорт хәрби съезында Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре Гәрәй Ҡарамышев әсенеп: “Башҡорт халҡының үҙбилдәләнешкә ынтылышында был – иҫәп буйынса һикһән һигеҙенсе тапҡыр баш күтәреүе”, – тип юҡҡа ғына әйтмәй бит. Был ҙур һан да әйтелгәндәргә ҡеүәт. Уйлап ҡарағыҙ: һәр ихтилалда күпме кеше ҡорбан булған...
Ә бына 1917–1926 йылдарҙа ғына (Февраль һәм Октябрь революциялары ваҡытында, автономия өсөн көрәш һәм Граждандар һуғышы йылдарында, айырыуса төбәктә аслыҡ һәм ваба сире хөкөм һөргән осорҙа) бер миллиондан ашыу башҡорт вафат була. Күренекле урыҫ яҙыусыһы Александр Солженицын ошо осор хаҡында бына нимә тип яҙған: «Трагедия башкирского народа в революции большевиков – один из самых больших (и самых неизвестных) геноцидов в мировой истории».
Сәйәси золом осоронда күпме башҡорт шәхесенең башына етәләр – уйлаһаң, уйылып китерһең... Йөрәк әрнеткес ошо милләт фажиғәләре, халҡыбыҙ тарихындағы «аҡ биттәр» хаҡында беҙгә ауыҙ тултырып һүҙ әйтергә ваҡыт. Тәғәйен бер көндө билдәләп, геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу сараларын ойошторғанда, ата-бабаларыбыҙ рухы шатланыр ине. Был йәһәттән рухлы йәштәребеҙ үҙ һүҙен әйтер, тип ышанғы килә.
1812 йылғы Ватан һуғышы ла – халҡыбыҙ тарихында ҡан менән яҙылған бер бит. Әммә был хаҡта беҙ артыҡ күп белмәйбеҙ...
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Наполеон яуы, унда ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик әҙ беләбеҙ: иң мөһиме – ул һуғышҡа киткән кешеләрҙең исем-шәрифен тулыһынса асыҡлау талап ителә бөгөн. Күпме яугир ҡайҙа һәләк булған, кемдәр улар? Арҙаҡлы тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәровтың (йәне йәннәттә булһын!) эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә генә әҙме-күпме мәғлүмәткә эйәбеҙ – яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙың исемлеге уның китабында урын алған. Бөгөнгө тарихсыларға өҫтәмә документтарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалалар һәм Көнбайыш Европа илдәре архивтарынан эҙләргә кәрәк. Әлбиттә, был эш бер ғалимдың ғына ҡулынан килмәй. Бының өсөн Башҡортостан хөкүмәте махсус ҡарар ҡабул итергә йәки грант бүлергә тейеш, тип иҫәпләйем. Бары тик шул саҡта ғына француз яуында ҡатнашҡан яугирҙарҙың тулы исемлеген халыҡ хәтеренә ҡайтара аласаҡбыҙ.
Тарих – үткәнебеҙ генә түгел...
Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн башҡорт милләтенә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаймы?
– Үткәнен белмәгән илдең, милләттең киләсәге юҡ. “Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш”, – тигән Карамзин. Ә беҙҙең тарихты ғүмер баҡый башҡа милләт вәкилдәре яҙҙы. Үҙебеҙҙең тарихсылар тар ғына темалар өҫтөндә эшләй. Шуға ла уҡымышлы йәштәрҙең көс-ғәйрәтен тейешле йүнәлештә ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу мөһим. Был тәңгәлдә беҙгә бүрәт, яҡут, ҡаҙаҡ халыҡтарынан үрнәк алырға кәрәк. Улар күптән үҙҙәренең милли кадрҙарын әҙерләү менән мәшғүл. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә бит башҡорт халҡына хушлашыу хатында: “Ерҙе, телде һаҡлағыҙ һәм милли кадрҙарҙы тәрбиәләгеҙ”, – тигән. Мәскәүҙә, сит илдәрҙә белем алған милли кадрҙар күберәк булһа, республикабыҙҙың власть органдарында милләттәштәребеҙ ишәйер ине. Милләтте, тимәк, тарихыбыҙҙы ҡурсалаясаҡ был көс, һис шикһеҙ, үҙ халҡына терәк-таяныс булыр ине.
Ысынлап та, бөгөн милләтебеҙгә хәүеф янай: 1,5 миллион самаһы тәшкил иткән башҡорттар Рәсәйҙә халыҡ һаны буйынса (урыҫ, татар, украиндарҙан ҡала) дүртенсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле лә хәүеф сигендә торған телдәр иҫәбенә керә. Тимәк, беҙҙең алда милләтте ишәйтеү, туған телде һаҡлау һәм артабан үҫтереү бурыстары тора. Был йәһәттән беҙ бөгөнгө рухлы йәштәребеҙгә ҙур өмөт менән бағабыҙ. Ошо маҡсатта «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһы былтыр һәм быйыл Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарында Табын ырыуҙары йәштәренең фестивалдәрен үткәрҙе. Киләһе йыл Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу районында һәм Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән Табын ырыуҙары йәштәре Тәтешле районында осрашасаҡ. Бындай йыйындар милләтте, туған телде, милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға, йәштәребеҙҙе берләштереүгә, уларҙың йөрәгендә рух усағын дөрләтеүгә йүнәлтелгән. Һәр кем ошо йәһәттән ең һыҙғанып эшләһә, милләтебеҙ Ер йөҙөнән юғалмаясаҡ әле. Ә инде төп һорауығыҙға яуап шулайыраҡ яңғырар: бөйөк шағир әйтмешләй, БАШҠОРТ БУЛҒАН, БАР ҺӘМ БУЛАСАҠ!
Улайһа, беҙгә тарихи хәтерҙе яңыртырға кәрәкме? Бөгөнгө шарттарҙа йәштәребеҙ нимә эшләргә тейеш?
– Нимә эшләргә? Был мәңгелек һорау быуат элек урыҫ халҡын да борсоған. Яуап үтә ябай: елкәнән ялҡаулыҡты ҡыуып төшөрөп, кисекмәҫтән ергә эйелергә, үҙ эшеңде асырға (ауыл ерендә мал-тыуар аҫрап та байып була!) һәм эскелектән ваз кисергә генә кәрәк. Беҙҙә бит әҙәмсә йәшәйем тигән кешегә бөтә шарттар ҙа бар: иң мөһиме – дәүләттән нимәлер өмөтләнеп ятма, иман юлына баҫып, алама ғәҙәттәрҙән арын! Революцияға тиклем тиҫтәләгән баш мал-тыуар аҫраған, умарта тотҡан, хәтһеҙ ерҙә ашлыҡ сәскән, уртаса 7-12 бала үҫтергән ата-бабаларыбыҙ ниндәй бай йәшәгән бит – уларҙың мәктәбе етмәй бөгөн беҙгә. Оят бит: ауылдарҙа бер һыйыр ҙа аҫрай алмаған ғаиләләр бар, шул уҡ ваҡытта күпме ерҙәребеҙ буш ята – бына шуныһы йөрәкте әрнетә... Халҡыбыҙ, илебеҙ тарихын белеп еткермәүебеҙ бына ошонда сағыла ла инде. Ә үткәндәр, тарихи хәтер – бөгөнгө заман өсөн бына тигән үрнәк.
Архивта эшләгән кеше булараҡ, халыҡҡа шәжәрәһен белеү нимә бирә, тип һорағы килә.
– Шәжәрә – ул теге йәки был нәҫел-нәсәптең тарихнамәһе. Үҙ тамырҙарыңды яҡшы белеү, атаҡлы ғалим-мәғрифәтсебеҙ М. Өмөтбаев яҙыуынса, һәр башҡортҡа фарыз нәмә. Ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған шәжәрәләр нигеҙендә ғалимдарыбыҙ башҡорттарҙың ошо ерҙәребеҙҙә аҫаба халыҡ булып йәшәүен, меңәр йыллыҡ тарихы барлығын билдәләне. Филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Халиҡова башҡорт шәжәрәләрен өйрәнеп, ә тарих фәндәре докторы, академик Нияз Мәжитов археологик тикшеренеүҙәр алып барып, башҡорттарҙың бай тарихлы, юғары мәҙәниәтле халыҡ икәнлеген иҫбат итте. Мәҫәлән, ҡиммәтле тарихи-әҙәби ҡомартҡылар иҫәбенә ингән Ҡара-Табын ырыуы шәжәрәһе Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылған дәүерҙәге ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Икенсе төрлө әйткәндә, боронғо шәжәрә – бер нәҫел хаҡында ғына түгел, ә тотош ырыу, халыҡ һәм тарихи үҙгәрештәрҙе сағылдырған яҙма ҡомартҡы ул.
Ғөмүмән, бер нисә быуат элек төҙөлгән шәжәрәләр – үткәнебеҙ тураһында һөйләүсе документаль мираҫ, тарихи хәтер дәфтәре. Ошо йылъяҙмаларҙы һәм XVIII-XX быуаттарҙа башҡарылған йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен өйрәнеп, хәҙер күптәр нәҫел тамырҙарын юллай. Әммә боронғо яҙмаларҙың байтаҡ өлөшө ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған, шунлыҡтан мәғлүмәттәрҙе күптәр аңлай алмай. Ябай халыҡҡа ярҙам итеү ниәтендә былтыр Башҡортостан Республикаһының Милли архивында Шәжәрә үҙәге төҙөлдө. Әлбиттә, беҙҙә шәжәрә эшләтеү хеҙмәте түләүле, әммә ул бар ғаиләңә ғүмерлек ҡомартҡы буласаҡ. Үҙ аллы шәжәрәләрен өйрәнергә теләүселәр өсөн Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтында «Шәжәрә» тип аталған бүлек булдырылып, унда нәҫел тамырҙарын юллау методикаһы һәм байтаҡ тарихи мәғлүмәт бирелгән.
Бөгөнгө көндә нисә быуын асыҡланған шәжәрәләр бар?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреү мөмкин түгел, сөнки кемдер нәҫел тамырҙарын боронғо хандарға уҡ бәйләргә тырыша, ләкин быны раҫлаған архив мәғлүмәттәре юҡ. Башҡорт үҙенең ете быуынын белергә тейеш, тигән аманат ҡалған беҙгә. Яһалма шәжәрә эшләү менән мауығырға ярамай, юғиһә тарихи ысынбарлыҡҡа хилафлыҡ киләсәк. Бөгөнгө көндә, мин 100200 быуынымды беләм, тип күкрәк ҡағыусыларға мин көлөмһөрәп ҡарайым. Был йәһәттән уҙышмайыҡ, ағай-эне, тип өндәшке килә – шәжәрә эшләү бәйге түгел бит ул.
Дөрөҫ шәжәрә эшләү өсөн һәр кеше архивтарға мөрәжәғәт итергә тейеш. Өлкән класс уҡыусылары һәм йәштәр нәҫел ебен ныҡлап өйрәнһен өсөн былтыр Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архив конкурс иғлан иткәйне. Ижади ярыш бик сәмле барҙы, 130 самаһы кеше ғилми эшен ебәрҙе. Уларҙы жюри ентекле тикшерҙе, Өфөлә үткән тантанала еңеүселәргә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Быйыл 1 сентябрҙән Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Башҡортостан шәхестәре шәжәрәһе» исемле II асыҡ республика конкурсын иғлан иттек. Уның шарттары барлыҡ район-ҡалаларға ебәрелде, БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ сайтына урынлаштырылды. Был ғилми-тикшеренеү конкурсында Рәсәйҙең төрлө төбәгендә йәшәгән VII–XI синыф уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Заявкаларҙы – 1 декабргә, ә эштәрҙе 2019 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул итәбеҙ (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 7. БР Милли архивы). Башҡортостан шәхестәре биографияһын өйрәнеп, уларҙың шәжәрәһен эшләүҙә йәштәребеҙ һынатмаҫ, тип ышанам.
Шәхестәр иңендә – халҡым яҙмышы
Һеҙҙе тағы ла арҙаҡлы ил улдарының тормош, ижад юлын өйрәнеүсе шәхес тип тә беләбеҙ.
– Халҡы өсөн ҙур эштәр башҡарып та, исемдәре билдәле булмаған кешеләрҙең шәхеснамәһен өйрәнеү – күңел ихтыяжым. “Шәхестәр иңендә – халҡым яҙмышы” тип аталған китабым тап ошо хаҡта. Билдәле шәхестәребеҙгә ҡағылышлы тарих биттәрендә сағылыш тапмаған бер нисә миҫалды килтереп китеү ҙә урынлы булыр. Мәҫәлән, хәҙерге Ғафури районы биләмәһендә урынлашҡан данлыҡлы Үтәк мәҙрәсәһенең имам-хатибы Хәбибназар Һатлыҡов, йәғни Хәбибназар әл-Үтәкиҙең кем булыуы хаҡында бөтөнләй белмәйҙәр ине. Ул – Башҡорт автономияһына нигеҙ һалған бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең бабаһы, остазы. Әммә «ул – Башҡорт милли хәрәкәте лидерының олатаһы» тигән хата фекер йөрөй. Был шәхес Әхмәтзәкиҙең әсәһенең бер туған ҡустыһы була. Ул Көҙәндән ғилем эстәргә килгән буласаҡ ҙур шәхескә ете йыл буйы үҙ мәҙрәсәһендә төплө белем бирә.
Тағы ла легендар комбриг Муса Мортазин тураһында әйтеп үткем килә. Ни өсөн тарихи шәхесебеҙҙең атаһы Лут исемле икән? Башҡорттарҙа борон-борондан ундай ҡыҫҡа исемдәр булмаған бит. Бының да сәбәбе ябай ғына: башҡа милләт вәкилдәре Мусаның атаһының исемен йүнләп әйтә алмағас, ул Лотфулла тигән исемде Лутҡа ҡалдыра. Ошо фактҡа мин Мәскәү архивында һаҡланған бер документта ғына юлыҡтым. Был – бер. Икенсе дәлил уның үлеү датаһына бәйле. Күп осраҡта «М.Л. Мортазинды 1937 йылдың 27 сентябрендә атҡандар» тип яҙалар. Был мәғлүмәт тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Данлы полководецыбыҙҙың 1939 йылда мәрхүм булыуын дәлилләгән сираттағы архив документы дөрөҫлөккә юл асты.
Ғөмүмән, Муса Мортазиндың шәжәрәһен дә төплө өйрәнергә кәрәк әле. “Уның ата-бабалары Учалы районының Көсөк ауылында тыумаған, унда күсеп килгәндәр”, – тип әйтеүселәр ҙә бар. Был бөйөк шәхесебеҙҙең нәҫел тамырҙарын ныҡлап юллап, Учалы районы йәштәре юғарыла телгә алынған республика конкурсында ҡатнаша алыр ине.
Башҡорт әҙәбиәтендә, тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылырға тейешле, әммә уның хаҡында һеҙгә тиклем бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән шәхестәрҙең береһе Вәлиулла сәсән Ҡоломбәтов исемен тергеҙеүсе шәхес тә бит әле һеҙ...
– Ғафуриҙан күптән китһәм дә, 25–30 йыл буйы һаман да шул туған районым тип янам. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, исемдәре тарих битенә алтын хәрефтәр менән яҙылырға тейешле шәхестәребеҙ байтаҡ. Әммә беҙҙә уларҙың яҙмышы менән ни өсөндөр артыҡ ҡыҙыҡһынмайҙар. Эҙләнеүҙәр барышында Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән, Табын өйәҙенең тәүге мәғариф мөдирҙәренең береһе булып эшләгән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ижад емештәренә тап булдым. Уның хаҡында академик Ғайса Хөсәйенов: “Башҡорт фольклорын яңы табыштар менән байытыуҙа Вәлиулла сәсәндең роле ҙур тип иҫәпләйем. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуйғаны өсөн дә беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – тип яҙған. Ул ғына ла түгел, Табын ырыуының зыялы улы Вәлиулла Ҡоломбәтов – тәүгеләрҙән булып милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың портретын төшөрөүсе лә. Был шәхес тураһында күп һөйләргә мөмкин. Уҡыусы уның хаҡында “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” тигән китабым аша ла таныша ала.
Ғөмүмән, Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең тормош юлын өйрәнеү, быға ҡәҙәр билдәле булмаған «аҡ таптар»ҙы асыҡлау һәм дөрөҫлөккә юл асыу – һәммәбеҙҙең бурысы.
Өс балам – өс гәзитем бар
Республикабыҙҙың “Йәшлек”, Ғафури районының “Табын” гәзиттәрен ойошторған кеше булараҡ, был юҫыҡтағы эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине.
– Эйе, күптәр мине ошо ике гәзиткә нигеҙ һалған кеше итеп белә, әммә: “Өс балам, өс гәзитем бар”, – тип шаяртырға яратам. Улар миңә, ысынлап та, балаларым кеүек ҡәҙерле. Ғафури районының «Звезда»-«Йондоҙ» гәзите мөхәррире урынбаҫары булып эшләп йөрөгән ваҡытта, 1989 йылда, “Ленинсы” гәзите редакцияһына баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡырҙылар.
Урыҫ теленең дубляжы булған был гәзиттең тәржемәһе лә ныҡ насар, йәштәргә уны уҡыуы ҡыҙыҡ түгел ине. Гәзитебеҙҙең беренсе битендә “Башҡорт йәштәренә үҙ аллы гәзит кәрәк”, – тип яҙып сыҡтым. Оҙаҡламай район-ҡалаларҙа йәшәгән таныш-тоношҡа шылтыратып, КПСС-тың һәм ВЛКСМ-дың өлкә комитеттарына, башҡортса йәштәр баҫмаһын даулап, хаттар, телеграммалар ебәрегеҙ, тигән үтенес еткерә башланыҡ. Был тәңгәлдә тәржемәселәр Рәсимә Әлмөхәмәтова, Зәйтүнә Ханова, Гөлсимә Ризванова, машинистка Рәмилә Тайчинова төп ярҙамсыларым булды.
Ошо уҡ йылдың ноябрь-декабрь айҙарында бер ҡулым менән “Ленинсы”ның һуңғы һандарын эшләп, икенсе ҡулым менән буласаҡ гәзиттең концепцияһын яҙып ултыра инем. Яңы баҫмаға ниндәй исем тәҡдим итер инегеҙ, тигән һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
1990 йылдың 1 ғинуарында, ниһайәт, «Йәшлек»тең беренсе һаны донъя күрҙе. Фатир мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәгәнлектән, 1 февралгә тиклем яңы баҫманы аяҡҡа баҫтырыштым да, КПСС-тың район комитетының беренсе секретары Ринат Тәминдаровтың саҡырыуы буйынса, тыуған яҡҡа – Ғафурийыма ҡайтып киттем. Йылдан ашыу ғаиләнән ситтә йәшәү, дөйөм ятаҡта йөрөү бик ялҡытҡайны. «Звезда»-«Йондоҙ» гәзите мөхәррире вазифаһында эшемде дауам иттем. 1990 йыл аҙағында инде, Башҡортостанда беренселәрҙән булып, дубляж гәзит нигеҙендә саф башҡорт телендә өр-яңы район гәзите нәшер итеүгә өлгәштек. Әлбиттә, Өфөләге кеүек, районда ла юл башлауы бик еңелдән булманы. Ырыуыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, баҫманы “Табын” тип атаныҡ. Ләкин был исемде депутаттарыбыҙҙың бер өлөшө оҡшатып етмәне, уны мәжлес һүҙе рәүешендәрәк ҡабул иттеләр. Бәғзеләр мине хатта милләтселектә ғәйепләй башланы... Был аяныслы хәл тарихты белмәүҙең касафаты ине. Район етәксеһенә гәзит атамаһының ырыуыбыҙ исеме, хатта мәшһүр ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың әҙәби ҡушаматы икәнлеген тәфсирләп аңлатырға тура килде. Шөкөр, районыбыҙҙың йәмәғәтселек вәкилдәре, баш ҡалала йәшәгән яҡташтар, ҡәләмдәштәрҙең дәррәү күтәрелеп сығыуы, уларҙың төрлө инстанцияларға күпләп хаттар ебәреүе арҡаһында “Табын” гәзите йәшәүгә хоҡуҡ алды.
1993 йылдың мартында Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килеп, башҡорт телендә гәзит сығарыуҙа ярҙам һоранылар. Аҡсаға, гәзит ҡағыҙына ҡытлыҡ осор булһа ла, район типографияһында “Ҡаруанһарай” гәзитенең тәүге дүрт һанын нәшер итеүгә ирештек. Артабан был гәзит Ырымбур ҡалаһында сыға башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2016 йылда «Ҡаруанһарай»ҙы нәшер итеүҙе туҡтаттылар – йәнәһе, аҡса юҡ. Йән әрнеткес хәл бит был! Хатта һуғыш йылдарында ла дәүләт гәзит сығарыу өсөн мөмкинлек тапҡан. Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәр “Ҡаруанһарай” гәзитен кисекмәҫтән тергеҙеү буйынса эш башлаһын ине – бының өсөн уларҙың ҡултамғалар йыйып, Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе хөкүмәттәренә мөрәжәғәт ебәреүе лә етә. 46 мең самаһы башҡорт йәшәгән ул төбәк милли матбуғатһыҙ тороп ҡалырға тейеш түгел. Башҡорт автономияһы «бишеге»ндә, республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, данлы исем йөрөткән гәзиттең икенсе һулыш алырына иманым камил.
Бөгөнгө көндә мин Һамар өлкәһенең “Ырғыҙ” гәзитен шефлыҡҡа алғанмын, мәҡәләләрҙе мөхәррирләү буйынса редакцияға ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торам. Элегерәк айырым республика һәм район гәзиттәре редакциялары күрше төбәктәрҙәге башҡорт баҫмаларына әҙме-күпме ярҙам күрһәтә торғайны. Хәҙер был эш бөтөнләй онотолдо кеүек.
2018 – Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы. Йәмғиәт өсөн, халыҡ хаҡына үҙ теләктәре менән эш башҡарыусылар, ярҙам итеүселәр йылы был. Уйлап ҡараһаң, мин ғүмерем буйы ирекмән булғанмын икән...
Ҡайҙа икән Ғәзим Шафиҡовтар?
Нимә ул гражданлыҡ позицияһы? Белеүемсә, һеҙҙең шиғриәтегеҙҙә был – төп темаларҙың береһе.
– “Шиғырҙы һәр кем әтмәләй ала. Әгәр ҙә шиғырыңда халыҡҡа тәьҫир итерлек гражданлыҡ тауышың ишетелмәй икән, был ижадың файҙаһыҙ”, – тигән Пушкин. Һин кем булыуыңа, ниндәй дәрәжә биләүеңә ҡарамаҫтан, әүҙем гражданлыҡ тойғоң булырға тейеш. Был сифат илһөйәрлек, телһөйәрлек, ватансылыҡта сағыла. Ошо йәһәттән 2017 йылда Яҙыусылар союзы идараһында башҡорт теле яҙмышына арналған йыйылыштағы сығышымда: “Бөгөн Ғәзим Шафиҡовтар етмәй арабыҙҙа”, – тигән инем. Ысынлап та, әҙәбиәт әһелдәре, журналистарыбыҙҙың күбеһе гражданлыҡ тойғоһон бик ярып һалмай. Еребеҙ, телебеҙ яҙмышы саң ҡағырлыҡ түгелме ни?! Ни өсөн һүҙ һәм ҡәләм оҫталары радио-телевидение, матбуғат аша үҙ фекерен халыҡҡа еткермәй? Нимәнән ҡурҡырға?
Был йәһәттән “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты, минеңсә, өлгө булып тора. Билдәле шәхестәрҙең гражданлыҡ позицияһын сағылдырған тапшырыуҙар, рубрикалар булдырһаҡ, халыҡ хәҙер үк күтәреп аласаҡ. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына ошо юҫыҡта үҙ һүҙен әйтергә ваҡыттыр инде.
Дөрөҫ, элекке власть дәүерендә башҡорт теле, уның тарихы тураһында яҙыу, һөйләү тыйылып килде. Шуға ҡарамаҫтан, көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртырға баҙнат иттек. Туған телебеҙгә, еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә хәүеф янағанда, окоптағы ише боҫоп ултырыу егетлек түгел ине. Башҡорт зыялыһы бөгөн ел иҫкән һайын тегендә бәрелеп, бында төртөлөп йөрөгән дала ҡамғағы һымаҡ булырға тейеш түгел. Арабыҙҙа әлеге ваҡытта ла эш урыны, дәрәжәһе өсөн ҡурҡып тормайынса, иманына, халҡына хыянат итмәйенсә, милләт мәнфәғәтен ҡайғыртып, үҙ гражданлыҡ позицияһына тоғро ҡалыусыларҙың байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Илдең киләсәге байҙар ҡулындамы, аҡыллы етәкселәме, әллә халыҡ рухын йәшәткән әҙәбиәт йә сәнғәт әһелендәме?
– Илдең киләсәге байҙар ҡулында түгел, был мөмкин булмаған хәл. Ил башлығы булған кешенең аҡыллы булыуы мөһим. Борон ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер ҡарар ҡабул итә алмаһа, ил-йорт мәсьәләһе буйынса фекер алышырға сәсәндәрҙе, хатта ил-ҡәүем менән идара итеү өсөн ситтән хандарҙы саҡырғандар. Бөгөн иһә ил башлыҡтары федераль кимәлдә округтар төҙөнө, етәкселәребеҙ һәләк күбәйеп китте, әммә ыңғай һөҙөмтәләр бик күренмәй. Был йәһәттән төрлө йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙы етәкләгән Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров, Мортаза Рәхимов кеүек аҡыллы етәкселәр ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр тип иҫәпләйем.
Ғөмүмән, аҡыллы етәксенең булдыҡлылығы халыҡ аҡылына таянып, әҙәбиәт әһелдәре менән кәңәшләшеп эш иткәндә генә күренә, был шулай булырға тейеш тә. Йәғни ил хакимдары халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни фронтында көс һалған сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар менән кәңәшләшеп эш итергә бурыслы. Был күренеш борондан килә. Әйтәйек, Рәсәйҙә революция усағын тоҡандырыу өсөн В.И. Ленин иң башта журналистарҙың көсө менән “Искра” гәзитен булдырған. Зәки Вәлиди ҙә башҡорт халҡын бер көскә туплап, автономия өсөн көрәшкә әйҙәү маҡсатында Ырымбур ҡалаһында «Башҡорт» гәзитен сығара.
Ҡыҫҡыһы, ике көс, йәғни аҡыллы башлыҡтар һәм халыҡ рухын йәшәткән зыялы ҡатлам, берләшеп-кәңәшләшеп эшләгәндә генә тейешле һөҙөмтә булыуы мөмкин. Әгәр ҙә бер мисәүгә егелеп тартмайһың икән, ил йөгөн ҡуҙғатып булмаясаҡ.
– Бөгөн Өфө аэропортына исем биреү тураһында ҡыҙыу бәхәстәр бара. Һеҙ кемдең исемен тәҡдим итер инегеҙ?
– Ғөмүмән, кәрәкме һуң был? Төп мәркәзебеҙҙә ҡайһы саҡ, халыҡтың иғтибарын, аң-зиһенен ҡырҡыу социаль проблемаларҙан ситкә йүнәлтеү, юҡ-бар менән башын ҡатырыу өсөн, теләһә ниндәй туҙға яҙмаған нәмәләр уйлап сығарып ҡына торалар. Бөгөн бит ил түрәләренә беренсе сиратта эшһеҙлектең сәскә атыуы, эш хаҡының түбән булыуы, әйбер хаҡының артыуы хаҡында уйланырға, наркомания, эскелек һаҙлығына батыусыларҙы ҡотҡарыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Ә инде аэропорттарға исем эҙләү – үтә ваҡ мәсьәлә, тиктомалға аҡса сарыф итеү ул.
Әгәр ҙә инде был проект тормошҡа аша ҡалһа, ниндәйҙер кимәлдә тарихсы ла булараҡ, шуны әйтер инем: һәр нәмәлә сама, ғәҙеллек, объективлыҡ кәрәк. Бер үк шәхестәребеҙҙең исемен тегендә-бында ҡушыуҙан халыҡ ғарыҡ булды инде. Аэропортыбыҙ, минеңсә, логика буйынса Илеш районы башҡорто, легендар осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен генә йөрөтөргә тейеш.
– Йәштәргә, журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Хәҙерге йәштәр насар, улар тегеләй-былай, тип яманлаусылар рәтендә түгелмен. Уларҙың ниндәйҙер ҡырын, алама сифаттары бар икән, быныһында үҙебеҙ, өлкәндәр, ғәйепле. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит. Йәшлек һәр саҡта ла йәшлек булып ҡала. Ярһыулығы, дыуамаллығы, саялығы менән алдыра бит ул йәштәр. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, милләт иңенә төшкән ауыр йөктө лә тап улар һөйрәй. 100 йыл элек тә Башҡорт автономияһын төҙөүҙә Ә.-З. Вәлиди, Ш. Бабич кеүек алдынғы ҡарашлы йәштәр көрәшкән икән, бөгөнгө көндә телгә, милләткә хәүеф янағанда ла тап йәш быуын ҙур әүҙемлек, фиҙаҡәрлек күрһәтә. Был шәхсән миндә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Теләктәргә килгәндә, бер ваҡытта ла юғарыға үрләйем, дәрәжәгә эйә булам тип, әҙәм башы аша һикермәһендәр, һәр ваҡыт юғары мәҙәниәтле, иманлы, яҡты зиһенле кеше булып ҡалһындар ине. Эште һин түгел, эш һине эҙләп тапһын, тиер инем. Әммә ниндәй генә эште башҡарһаң да, шәхси мәнфәғәтте түгел, халыҡ хәстәрен һәр саҡ алға ҡуйырға кәрәк. Биләгән вазифаңда булдыҡлылығыңды, ныҡышмаллығыңды, тырышлығыңды күрһәтәһең икән, йүкә телефон шәп эшләй: кемдең ҡулынан нимә килгәнен ҡарайҙар ҙа лайыҡлы урынға саҡырып та аласаҡтар. Һәр хәлдә, минең яҙмышым ошо юлдан барҙы...
Читайте нас: