Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин матур ғүмер байрамын билдәләй – яратҡан йырсыбыҙға 50 йәш тула. “Радио менән ҡыҙыҡһыныуым бәләкәстән, - ти диктор. - Миңә 4 йәштәр самаһында һауынсы булып эшләгән инәйем(әсәйем) район үҙәгенән өр-яңы "Серенада" радиоалғысы алып ҡайтҡайны. Үҙе эштә саҡта өс туған Әхәт ағайым менән радиола барған төшкө концерт мәлендә ҡумта эсендә йырлаған артистарын ҡарайбыҙ тип, шул өр-яңы радионың артын асып, ҡутарып ташлағайныҡ. Ул бүтән эшләмәне, артистары ла табылманы... Телевизор менән дә шул уҡ хәл... Бына хәҙер радио-телевизор эсендә үҙем ултырам: һөйләйем, йырлайым...
Тормошомда радио минең хәҙер ҙур, татыу, берҙәм ғаиләм кеүек. Үҙ-ара аралашыуҙар, эш буйынса бәхәсләшеүҙәр, үпкәләш-ярашыуҙар, эс серҙәре менән бүлешеүҙәр, ялдан һуң һағынышып ҡосаҡлашып күрешеүҙәр, хәл-әхүәл белешеүҙәр, рәхәтләнеп һөйләшеүҙәр, һәр беребеҙҙең уңыштарына, бигерәк тә йәш коллегаларыбыҙҙың ҡаҙаныштарына ихлас ҡыуаныуҙар- хас та үҙ ғаиләңдәге кеүек. Радиотыңлаусыларға яңылыҡтарҙы иртәнге сәғәттәрҙән башлап тәүгеләрҙән булып еткереү ҙә кинәнес бирә. Юлдаш радиоһында яңылыҡтар сығарылыштарын, башҡа бихисап тапшырыуҙар һәм рубрикаларҙы күңел һалып әҙерләгән, яҙмаларҙы монтажлаған, эфирға сығарған, башҡарған йырҙарымды яңғыратып торған, күтәренке кәйефкә көйләгән хеҙмәттәштәремә, барлыҡ мөмкинлектәр булдырған, күңелемде үҫтергән, хәстәрлекле етәкселеккә оло рәхмәтлемен! Юлдаш радиоһы девизынса-Беҙ бергә! Артабан да шулай бер тулҡында булырға яҙһын!
Яратҡан йырсыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. Тамашасыларҙы моңло тауышығыҙ менән оҙаҡ йылдар ҡыуандырырға яҙһын!