Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
23 Сентябрь 2020, 22:15

Илнурҙың йыр-моң иле

– Әлләсе! – Үҫмер аптырап ҡала. Әммә Нәзилә апаһының дәртләндереүе уға ҡанат ҡуя.

Малай ауылы мәҙәниәт йорто ғәҙәттәгесә гөр килеп тора. Уның директоры Нәзилә Вахитова район үҙәге Ҡырмыҫҡалыла үтәсәк конкурсҡа балаларҙы әҙерләй. Был көндө дуҫына эйәреп Илнур исемле үҫмер ҙә килә. Һәр яҡлап ауылдаштарының һәләтен асырға тырышҡан Нәзилә ханым уның менән дә ихлас һөйләшә.
– Туғаным, һинең йырлағаның, бейегәнең бармы?
– Юҡ.
– Ниңә йырламайһың? Әсәйеңдең тауышы моңло ине.
– Әлләсе! – Үҫмер иң башын һелкә. Бығаса һис тә йырлағаны юҡ шул уның. Радионан, телевизорҙан концерттарҙы яратып тыңлай, ҡайһыларын ятлап бөткән.
Директор кәштәнән китап ала ла ул саҡта халыҡ араһында киң таралған “Ишкәксе” йырын күрһәтә.
– Ошоно башҡарып ҡара әле.
Илнур һуҙып ебәрә:

Мәңгелеккә инде был яҡтарҙан,
Пар аҡҡоштар киткән был күлдән.
Мин дә китәм инде шул яҡтарға ҡарап,
Тик үкенмәм микән, үкенмәм?

Нәзилә ханым егеттең моңло һәм көслө тауышын хайран ҡалып тыңлай.
– Ҡайһылай матур йырлайһың, – тип уның арҡаһынан яратып ала. – Оҙаҡламай район үҙәгендә конкурс була. Ҡатнашҡың киләме?
– Әлләсе! – Үҫмер аптырап ҡала. Әммә Нәзилә апаһының дәртләндереүе уға ҡанат ҡуя.
Ана шулай башлана Илнур Ишембаевтың йыр сәнғәтенә илткән һуҡмағы. Улар конкурсҡа әҙерләнә. Бығаса халыҡ араһында ғына түгел, хатта өйҙә моңланып йөрөмәгән үҫмер районда беренсе урынды яулай. Шуға ла беренсе тапҡыр сәхнәгә алып сыҡҡан Нәзилә апайына, унан һуң конкурстарға етәкләп тигәндәй йөрөткән Зилә Ҡурманаеваға рәхмәт уҡып бөтә алмай ул.
Илнурҙың да бала сағы тиҫтерҙәренеке кеүек үтә. Һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар, ҡолас ташлап бесән сабалар. Әсәһе Фәниә апай фермала ла, почтальон булып та эшләй. Ике йәше лә тулмаҫ элек атайһыҙ ҡалған малайҙы Азат ағай үҙ улы кеүек ҡабул итә. Уның киләсәген хәстәрләй, эшкә өйрәтә. Үҙе лә һыҙҙырып гармунда уйнай, сәнғәтте ярата. Егеттең уңыштарына сикһеҙ ҡыуана, алға барырға дәртләндерә. Районда үткән бер конкурста еңеп, үҙен магнитофон менән бүләкләгәс, ифрат шатлана.
– Малаҙис, улым! – тип уға көс-дәрт өҫтәй.
Ошонан һуң Ҡырмыҫҡалы артисы булып таныла Илнур. Һабантуйҙарҙа, концерттарҙа уның исемен йыш иғлан итәләр. Халыҡ йәш талантҡа рәхәтләнеп ҡул саба, артист яҙмышы юрай. Уҡытыусыларының тәҡдиме менән егет IX кластан һуң сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә юллана. Имтиханда халҡыбыҙ гәүһәрҙәре “Абдрахман”ды, “Уйыл”ды яңғы­ратып, студент булып китә.
Конкурстар, фестивалдәр… Улар – яңы сәнғәт юлына аяҡ баҫҡан йәштәргә үҙе бер ижади мәктәп. Хаталарҙан арыныу, артабан ниндәйерәк йүнәлештә эшләү юлдарын күрһәтә. Тап шуға ла йәш йырсы бындай сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
– Юлымда гел яҡшы, изге күңелле кешеләр осрауына ҡыуанып бөтә алмайым, – ти Илнур. – Ике йыл элек көтмәгәндә “Юлдаш йыры” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр, шатланып риза булдым. Баҡһаң, Риф Арыҫланов йырымды ишетеп ҡалған. Был конкурс миңә яңы юлдар асты, үҙемә ышаныс уятты. Унда өсөнсө урынға лайыҡ булдым.
Шөһрәтле йырсыларыбыҙ Мәғәфүр Хисмәтуллин, Радик Гәрәев исемендәге йыр бәйгеләрендә лә Илнур призлы урындарҙы яулай. Быйыл иһә “Башҡорт йыры” конкурсында лайыҡлы рәүештә беренсе премияны ала.
Әле Илнур сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамланы. Уҡыу йорто директоры Владимир Белов диплом тапшырыу тантанаһында:
– Студент йылдарында уҡ үҙеңде һәләтле йырсы итеп күрһәттең, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ булдың. Киләсәктә һиңә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ! – тип уның ҡулын ҡыҫып, уңыштар теләне.
Илнурҙың йыр-моң донъяһындағы һуҡмағы яңы башлана әле. Уның күп юлдар үтәһе бар, моңло тауышы менән меңәрләгән тамашасының күңелен имләр көндәре алда әле.
Читайте нас в