Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлай. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
❗ Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
❗ Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актёр башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
❗ Ғафаров Фидан Сафа улы — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
Фидан ағай менән булған ҡыҙыҡ хәл
Бер нисә йыл элек театр Салауат ҡалаһына гастролгә барғанда шундай ваҡиғалар була. Тәнәфес. Бер төркөм ир-егет, улар араһында Фидан ағай ҙа бар, гәпләшеп тора. Уларҙың эргәһенә алама ғына кейемдә йәш егет килеп баҫа. Фидан ағай был егеткә: “Әйттем бит мин һиңә, алама ғәҙәттәреңде ташла тип! Хәҙер йөрөйһөң инде бына! Ней ҡайта алмайһың, ней йүнле кейем алырға аҡсаң юҡ!” – тип тегене әрләп ташлай.
Шунан Салауат башҡорт драма театры артистарына боролоп: “Егеттәр, милицияла блатығыҙ юҡмы? Һеҙҙекеләр минең шоферымдың праваһын алған, шуға ул бына ошондай меҫкенлеккә төшкән, ҡайта ла алмай йөрөй…” – тип хәбәр һалған. Фидан ағай үҙе үк әйткәс, тегеләр, әлбиттә, тегендә-бында шылтыратып, таныштарын эҙләй башлаған, йәш егеткә праваһын алып бирергә вәғәҙә бирәләр… Антракттан һуң спектакль башлана. Алама кейемдәге теге егет сәхнәгә килеп сыға!.. Шунда ғына Фидан ағай менән бергә гәп һатып тороусылар аңлап ҡала: артист уларҙы шаяртҡан бит! Баҡ тиһәң, был йәш артист спектаклдә бомж ролендә уйнап йөрөй икән!..
2002 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Себер яҡтарына гастролгә сыға. Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округтарында йәшәүсе театр һөйөүселәр һәм Башҡортостандан шул тарафтарға китеп төпләнгән яҡташтарыбыҙ алдында Мәскәү драматургы Надежда Птушкинаның “Алдан түләйем!” исемле комедияһын күрһәтәләр. Ролдәрҙә – Фидан Ғафаров, Эльвира Юнысова, Миңзәлә Хәйруллина, Алһыу Ғәлина. Өс аҙналыҡ сәфәр Лянтор ҡалаһына килеп терәлә. Төркөмдө нефтселәр ҡунаҡханаһына урынлаштыралар. Бында вахта ысулы менән, йәғни, килеп-ҡайтып йөрөүсе эшселәр йәшәй. Киске спектакль башланырҙан алда буш ваҡыттан файҙаланып, гастролгә сығыусылар телевизор ҡарап, әңгәмә ҡороп, ял бүлмәһендә ултыра. Театр хеҙмәткәрҙәренән, артистарҙан тыш, ике-өс нефтсе лә урын алған. Өфөнән икәнлекте, театр менән гастролгә килеүебеҙҙе белгәс, араларынан берәүһе: “…Йәш саҡта театрҙы бик күп ҡаралды инде..” – тип һүҙ башлай. Уға икенсеһе лә ҡушыла: “Хәҙерге театр элеккеһе һымаҡ түгел шул – бөтөнләй ят артистар уйнай... Дөрөҫөн әйткәндә, оҙон аҡса артынан ҡыуып, спектаклдәргә йөрөргә ваҡыт ҡалмай. Ә бар ине бит заманалар – Башҡорт академия драма театрына Фидан менән Нурияны ҡарар өсөн генә бара инек…” – тип үҙ заманының матур хәтирәләре менән бүлешә. Уның һүҙен тәүгеһе бүлдерә: “Әйткәндәй, Фидан ағай миңә туған тейешле бит ул. Бигүк яҡын булмаһа ла, әммә гел генә уның менән аралашып йәшәнек! – тип данлыҡлы артист менән таныш булыуы тураһында ғорурланып әйтеп һала. Шунан, эргәһендә ултырған Фидан ағайға боролоп: - Фидан хәҙер Башҡорт академия драма театрында эшләмәй, уның үҙенең театры бар, тиҙәр. Ул ҡартайғандыр, шуға спектаклдәрҙә уйнамайҙыр… Беҙ йәш саҡта ла бик оло ине бит ул… Шулай ҙа туған театрына Фидан ағай килмәй тормаҫ – күрһәгеҙ, фәләндән сәләм әйтегеҙ, йәме?! – ти. Сәләм юллаусының үҙенә төбәлгән һораулы ҡарашын тойоп, бер аҙ образға инеп алыу теләге менән, Фидан Сафа улы: “Ярай, күрһәк, әйтербеҙ. Тик бына ул сит илдә йәшәй, сереп байыған, имеш, тиҙәр бит әле, ҡустым. Туған тейеш кешеһенең сәләмен шулай ҙа еткерергә тырышырбыҙ,” – тип үҙенең яңы барлыҡҡа килгән “туған”ын тынысландыра.
1980 йылдар. Ғафури районында гастролдә булып, бер төркөм артистар Өфөгә ҡайтырға юлға сыға. “Жигули” машинаһы әкрен генә баш ҡалаға табан елә. Газға баҫып, “һә” тигәнсә ҡайтып етерҙәр ине лә, бензин яғы самалы, яғыулыҡ бына-бына бөтөргә тора. Алда яғыулыҡ станцияһы. Ана, уттары ла күренде, тигән генә мәлдә, бензин бөтөп, машинаның двигателе һүнә. Артистар автомобилде этәп станцияға саҡ барып етә. “Хәҙер бензин ҡоябыҙ ҙа, юлды дауам итәбеҙ!..”– тигән хыялдарын яғыулыҡ станцияһында эшләгән заправкалаусы ҡыҙ һүндерә – “Станция хөкүмәт машиналарын ғына хеҙмәтләндерә, шәхси машиналарға яғыулыҡ һатмайбыҙ!” – Шулай тип ҡағиҙәләрҙе аңлата ла, бәләкәй тәҙрәһен шартлатып ябып та ҡуя. “Беҙгә Өфөгә тиклем барып етерлек кенә бензин кәрәк…” – тип, тәҙрә артында ултырған ҡыҙҙан күпме генә инәлеп-ялбарып һораһалар ҙа, уға донъялағы иң матур һүҙҙәр менән өндәшһәләр ҙә – артистарҙың бөтөн тырышлыҡтары юҡҡа ғына була – “тәҙрә” асылмай, бензин юҡ!..
– Ҡара әле, һылыуым, беҙ бында ҡунып ҡала алмайбыҙ бит инде. Өйҙә көтәләр… Бына Фидан Ғафаров үҙе һинән үтенеп, һорай.
– Эйе, һылыу, зинһар ярҙам итеп ебәр, изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам… – тип, Фидан ағай бәрхәт тауышы менән һылыуға өндәшә.
– Эйе, ышанды, ти, берәү!.. Фидан Ғафаровҡа төн уртаһында Талбазы юлында нимә ҡалған?! – бензоколонка хужабикәһе һаман һүҙен бирмәй.
– Ысынлап та ул – Фидан! – Эргәлә торған артистар, раҫлап, һүҙгә ҡушыла.
– Бына документ, һылыуым!.. – ти артист, кеҫәһенән таныҡлыҡ сығарып.
– Фидан Ғафаров? Документҡа теләһәң нимә яҙырға була… – “бәләкәй тәҙрә” һаман да асылмай. – Йырсы булғас, йырлап күрһәтһен! Бәлки, ышанырмын да…
Тынлыҡ урынлаша. Көнө буйы арыған, юлда талсыҡҡан артистар ауыр һулап, көрһөнөшә. Шунда, ҡараңғы төндө ярып, әкрен генә моңло йыр тауышы ишетелә... Тамаша залында ултырған меңәрләгән тамашасы өсөн түгел, Талбазы яғыулыҡ станцияһында эшләүсе ҡыҙ өсөн башҡарыла “Ғәлиәбаныу” спектакленән Хәлил йыры. “Ул төндә йырлаған йырым мәңгелеккә хәтеремдә ҡалды: тирә-яҡта һиллек, күктә ай йөҙ. Тәбиғәттең ошо иҫ киткес матур мәленә моң булып ҡойолдо ул йыр. Иң мөһиме – Өфөгә ҡайтып етерлек яғыулыҡ та табылды.Бына ниндәй илаһи көскә эйә бит сәнғәт!” – тип, хәтерләй Фидан Ғафаров ул төндәге мажараларҙы.
Фидан Сафа улы Ғафаровты ғүмер байрамы, тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!