"Был "АШҠАҘАР" радиоһында ҡайһылай талантлы шәхестәр - йырсылар, ҡәләм һәм һүҙ оҫталары йыйылған ул?! Бер ваҡыт Фәнүзә Баһауетдинова башҡарыуында "Бер ваҡыт ҡына" йырын тыңлап иҫем киткәйне, Урал Ниғмәтуллинды әйтеп тә тормайым, Фәрзәнә Аҡбулатова бөтә донъяны яулап йөрөп ята, Зилиәнең яҙмалары - үҙе бер юмор өлгөләре. Әле бына, Зөмәйрә ханымды тыңлап,тағы иҫем китеп ултырам... Әллә һеҙгә эшкә алғанда тик шулай ниндәйҙер таланты булғандарҙы ғына йыялармы ул? Ысын, уйнап әйтһәм дә, уйымдағын әйтәм, тигәндәй... Ҡыҫҡаһы, һеҙ - барығыҙ ҙа афариндар!" - тип яҙғайны бер мәл Ғәҙилә Бүләкова "Ашҡаҙар"ҙар хаҡында. Бөгөн шундай аҫыл шәхестәрҙең береһе - өлкән мөхәррир, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөмәйрә Сафина менән яҡындан танышайыҡ.
– Радиоға эшкә килеүем осраҡлы хәл түгелдер, тип уйлайым. Мин бала саҡта, ауылыбыҙға электр уты үтеү менән, радио нөктәһе асылды. Тапшырыуҙарҙы, концерттарҙы байрам көткәндәй һағынып көтөп алабыҙ. Бала аҡылым менән радионы иҫ киткес серле донъя тип ҡабул иттем, шул ҡумтаның эсендә бәләкәй генә кешеләр йәшәй һәм эшләй, тип уйлай инем. Хәҙер уйлаһаң, мөғжизә лә кеүек, әммә шул саҡта уҡ үҙемде радио эсендә һөйләп ултырам икән, тип күҙ алдына килтерә торғайным. Ошо хыял мине ғүмер буйы ташламаны.
Юғары уҡыу йортонан һуң мәктәптә эш башланым. Ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү мәшәҡәттәре менән хыялымды тормошҡа ашырыуға, бәлки, бер аҙ һуңлабыраҡ та тотонғанмындыр, тип уйлайым хәҙер.
1995 йылда “Радио-2” каналы асылды. Көн буйы башҡортса йырҙар бирәләр, тура бәйләнештә тапшырыуҙар алып баралар. Уларҙы тыңлау күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек өҫтәй. Шул саҡта башымда “мин ошо радиола эшләргә тейешмен” тигән уй яралды һәм тәүәккәлләнем. Тормошомда яһалған был ҡырҡа аҙымым өсөн бер ҡасан да үкенмәнем, эшемде ҙур кинәнес менән башҡарҙым һәм әле лә башҡарам.