Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
21 Март 2022, 13:04

"Геройҙарым үҙҙәре миңә килә"

– Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?– Бөтәһе лә кәйеф торошонан тора. Бер көндө үҙеңде нимәгәлер бик бәхетһеҙ тойһаң, иртәгеһенә, бөтәһенә шөкөр итеп, бәхетле булыуыңа төшөнәһең. Бәхет — ул ғаиләңдең, яҡындарыңдын һау-сәләмәт булыуы, балаларҙың яҡшы уҡыуы, һәйбәт һөнәр алыуы. Илдәр имен торһа, шул бәхет. Күптән уйлап йөрөгән хикәйәңә нөктә ҡуйылһа, был да бәхет.

"Геройҙарым үҙҙәре миңә килә"
"Геройҙарым үҙҙәре миңә килә"

“Венер Исхаҡовтың “Өй эйәһе” китабы – хәҙерге башҡорт прозаһына, айырыуса уның сатира-юмор өлкәһенә, үҙенсәлекле идея-художество яңылыҡтары алып килгән әҙәби күренеш. Билдәле булыуынса, әҙәбиәтебеҙҙәге сатирик-юмористик әҫәрҙәрҙә, бигерәк тә һуңғы осорҙа йыш ҡына яҙыусы тарафынан уйлап сығарылған тормош күренештәре һәм яһалма кешеләр образдары урын алһа, автор прозаһында таныш тормош, таныш кешеләр менән осрашҡандай булаһың. Күрәһең, көндәлек журналист хеҙмәте ысын тормош, ысын кешеләр менән йыш осраштырып, хәҙерге ысынбарлыҡтың төрлө яҡтарын һәм кешеләрен уға даими танытып торалыр”. Күренекле ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов Венер Исхаҡовтың ижадына шундай баһа биргәйне.
Үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләгән хеҙмәттәшебеҙ, күренекле яҙыусы-сатирик, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Венер ИСХАҠОВ менән әҙәбиәткә килгән юлы, ҡарашы хаҡында һөйләштек.

– Венер ағай, теге йәки был шәхес хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә уның тыуған яғы менән ҡыҙыҡһыналар. Һеҙ ҡайһы төбәктә тыуып үҫтегеҙ?
– Ғафури районының иң төпөкөлөндә тауҙар ҡосағындағы Ҡаранйылға тигән ауылда донъяға килгәнмен. Төпкөл тим, беҙҙән һуң бер ауыл да юҡ, артабан Урал теҙмәләре башлана. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү, мал үрсетеү, ҡош-ҡорт тотоу өсөн ғәжәп уңайлы урын. Уңғандар беҙҙә иркен йәшәй.
Ғаиләлә алты бала үҫтек. Атайым 1928 йылғы. Олатай һуғышҡа киткәндә ете бала етем ҡалған. Бер класс белем менән сикләнергә тура килгән уға. Әсәйемдәр 10 бала атайһыҙ үҫкән, кейем булмағанлыҡтан, өсөнсө класты бөтә алмаған. Атайым колхозда төрлө эштә йөрөһә, әсәйем сөгөлдөрҙә эшләне. Бөгөнгө аҡылым менән аңлайым: шул тиклем ихлас, йомарт китап тотоп ултырып белем алырға тура килмәһә лә, улар зиһенле, тәрән аҡыллы булғандар. Тау араһына мал ҡыуған уҙғынсылар ҙа, төн уртаһында эскән иренән сығып ҡасҡан ҡатындар ҙа беҙҙең йортобоҙға һыялар ине. Беҙ үҫкәндә йәй көндәрендә һәр йома әбейҙәр зыярат эргәһенә килеп, Ҡөрьән уҡырҙар ине. Кемеһенең ире, кемеһенең улы яу ҡырында ҡалған. Беҙ ауыл осонда йәшәгәс, һуңынан улар мотлаҡ беҙгә инеп, сәй эсерҙәр ине. Үкенескә ҡаршы, әсәйем 65 йәшендә, атайым 74 йәшендә мәрхүм булдылар.
Әсәйемдең атайыбыҙға ихтирам тойғоһо менән ҡарауын бөгөн йыш иҫкә төшөрәм. Ҡайһы ваҡыт нимәгәлер риза булмай, эй, ошо атайымды, тигәнерәк һүҙ ысҡындырһаҡ: “Атайығыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, йәш сағында былай ҙа ҡайғыны аҙ күрмәгән. Яғырға һәр ваҡыт ҡоро утыным, ҡулымда аҡса, булды, кешенән теләнселәп йөрөмәнем”, – тип ауыҙҙы ябып ҡуя торғайны. Ысынлап та, атайым тик тора белмәҫ йән ине. Колхозда эш хаҡы элек тә булманы. Шуға ла утын әҙерләп тә, һалабаш һыҙырып та аҡса табырға тырышты.
Атайым менән әсәйемдең тормошо тураһында фәһемле әҫәр яҙырлыҡ. Атайымдың тәүге ҡатыны үлгәс, һигеҙ айлыҡ малайы ҡалған. Унан һуң тағы бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараған. Әммә төрлө сәбәптәр менән тормошо килеп сыҡмаған. Уларҙы дим­ләп ҡауыштырғандар. Әсәйемдең ауыҙынан: “Мин барһам, йәшәр өсөн барам тип килдем”, – тигәнерәк һүҙҙәр ишетелеп ҡала ине. Күрәһең, атайымдың был никахы ғүмерлеккә булыуында әсәйемдең сабырлығы ҙур роль уйнағандыр. Берәй нәмә эш­ләргә телә­һәк, һәр ваҡыт иң тәүҙә ата­йыбыҙҙан рөхсәт һорарға ҡушыр ине. Тейешле бурысты саҡ ҡына онота баш­лаһаҡ та, атайығыҙ асыуланыр ҙаһа, тип иҫкә төшөрҙө.
– Ә ижадҡа бәләкәй саҡта тартылдығыҙмы?
– Беҙ күпләп гәзит-журнал алдырҙыҡ. “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”), “Пионер” (“Аманат”) журналдары килгән мәлдәр беҙҙең өсөн байрам кеүек ине. Хатта уларҙы беренсе булып эләктереү өсөн почтальонға ҡаршы йүгерәбеҙ. “Башҡортостан пионеры”нда республиканың төрлө райондарындағы тиҫтерҙәремдең мәҡәләләрен, шиғырҙарын күреп, миндә лә улар һымаҡ яҙышыу теләге тыуҙы. Әлбиттә, тәүге ебәргәм хаттарым баҫылманы. Редакциянан: “Кәйефеңдө төшөрмә, яҙышып тор”, тип кәңәш биргән хаттар килә. Ә инде тәүге мәҡәләм донъя күргән көндә мин үҙемде бәхеттең етенсе ҡатында хис иттем.
– Ниндәй бала булдығыҙ?
– Үҙемә бер төрлө генә характеристика бирә алмайым. Урам балалары менән тышта шау-гөр килеп уйнап үҫһәм дә, барыбер баҫалҡыраҡ булғанмын тим. Бер үҙем ҡалып китаптар, журналдар уҡырға яраттым. Яңғыҙлыҡ нығыраҡ яҡын ине. Дүртенсе кластан башлап атай менән колхозға мал аҙығы әҙерләп йәйге каникулдар үтте. Урманда күгәүен, серәкәй шатырлап тора, ат түҙә алмай шырлыҡҡа инеп китә, бесәнде ауҙара. Шуға ла бәләкәйҙән ҡала тормошо тураһында уйланым, серәкәй, күгәүен булмаған урында ғына эшләргә хыялландым.
– Тимәк, филология факультетына уҡырға инергә тап ошо яҙышыу, ауыл эшенән ҡасыу йүнәлеш биргәндер. Ә "эш һөнәре һайла" тип әйтеүселәр, кәңәш биреүселәр, ҡаршы төшөүселәр булманымы?
– Ғөмүмән, атай-әсәйем беҙгә ундай өгөт-нәсихәт бирмәне. Һәр кем үҙ юлын һайланы. Армиянан ҡайтҡас, филология факультетына ла, актерҙар бүлегенә лә, стоматология буйынса барырға ла хыял бар ине. Шулай төрлө яҡҡа өҙгөләнеп, йүнләп әҙерләнмәгән килеш филология факультетына документтарымды биргәйнем, тәүге имтиханда уҡ “икеле” ҡуйҙылар. Әммә быға һис ҡайғырманым, сөнки эшләп, аҡса табыу, кейенеү теләге ҙур ине. Өфө фанера комбинатында эшләгәндә лә ҡыш буйы башлыса теш врачы булырға әҙерләндем. Имтихандар ваҡыты еткәс, тағы аптырап ҡалдым. Филфакка ла барғы килә, сәнғәткә лә инге килә. Сәнғәт тигәндәй, институттың ишеген асып ҡына индем дә, башҡаса атларға ҡыйыулығым етмәне. Берәй таныш күреп ҡалыр ҙа көлөр тип уйланым. Күрәһең, бала саҡтан биш өй аша йәшәгән өләсәйҙең, әбейҙең йыш ҡына, эшкинмәгәндәр, фәләндең балаһы шулай, тип гел кәмләп тороуҙары үҙенең йоғонтоһон яһағандыр.
– Ҡыҙыҡ икән. Әле ни эшләп шул саҡ сәнғәткә инеп ҡараманым, икән тип үкенгәнегеҙ булманымы?
– Ундай уйҙар була, әлбиттә! Театрға йөрөргә яратам, артистарҙың һөйләшенә иғтибар итәм дә, ә мин былайыраҡ әйтер инем, тип уйлайым. Ингән сүрәттә лә үҙемдең асылырыма шикләнеп ҡуям. Ни эшләптер уңайһыҙланыу тойғоһо бар миндә. Был өйҙәге тәрбиәнән дә киләлер. Атай-әсәй һәр ваҡыт баҫалҡы булығыҙ, тип һеңдереп торҙолар...
– Һеҙ әҙәбиәткә журналистика аша килдегеҙ. “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә һеҙҙең көн ҡаҙағындағы мәҡәләләрегеҙҙе яратып уҡығаным хәтерҙә. Мәҫәлән, “Көслөлөкмө, әллә тупаҫлыҡмы?” “Бында артыҡйәндәр йәшәй”, “Миҙалдың икенсе яғы”, “Патронат тәрбиәме, законлы ҡоллоҡмо” тигән яҙмаларығыҙ халыҡ араһында ла шаңдау тыуҙырҙы. Һеҙҙеңсә, йәмғиәттәге кире күренештәрҙе “дауалау”ҙа матбуғаттың әһәмиәте бармы?
– Ни эшләп булмаһын! Элек-электән матбуғат власть менән халыҡ араһын тоташтырып торған ҡорал һаналған. Халыҡ үҙенең борсолоуҙарын, һыҙланыуын матбуғат аша йәмәғәтселеккә, етәкселеккә еткергән. Мин был мәҡәләләрҙә күтәрелгән проблемаларҙы бармаҡтан һурып яҙманым. Командировкаларҙа күп йөрөгәс, халыҡ менән йыш аралашҡас, ысынбарлыҡ хаҡында даими ишеттем, ҡайһыларына хатта үҙем шаһит булдым. “Миҙалдың икенсе яғы” тигән мәҡәләм республикала ҙур шаңдау тыуҙырҙы. Ошонан һуң мине хуплап яҙған мәҡәләләр күп килде, телевидение күтәреп сыҡты. Үҙемде лә ошо темаға һөйләшеүгә арналған тапшырыуға саҡырҙылар. Бер аҙҙан хөкүмәт кимәлендә лә етди саралар күрелде.
– Ә ни өсөн тап сатира, юмористик хикәйәләр яҙыуҙы үҙ итәһегеҙ?
– “Башҡортостан” гәзитендә “Өлгөрбай яҙмалары”н яҙа инем. Кешенең етешһеҙлектәренән, етәкселәрҙең ҡырын эштәренән көлөп яҙылған был рубрикалағы мәҡәләләрҙе оҡшаттылар. Күңелдә хикәйә яҙыу теләге булһа ла, тотона алмай инем. Ваҡыт тығыҙлығы, донъя мәшәҡәттәре лә форсат бирмәгәндер. “Һәнәк” журналына күсеүем минең өсөн уңышлы булды. Сатира һәм юмор журналы булараҡ, баҫманың теле икенсе. Кәмселектәрҙе фашлаған фельетондар үҙе бер әҫәр кеүек яҙылырға тейеш. Икенсенән, юморға, сатираға кеше ниндәйҙер арауыҡ ваҡыттан тормош тәжрибәһе туплағас киләләр тип уйлайым.
Герой­ҙа­рығыҙҙың һәр береһе бөгөнгө тормошобоҙҙан алын­ған. Мәҫәлән, “Делегат”, “Профессор дәресе”, “Үтенес” кеүек хикәйәләрегеҙҙе көлә-көлә уҡыным. Үҙҙәрен танып, үсегеүселәр булдымы?
Ысынлап та, бер хикәйәне лә уйлап сығарманым, һәр береһенең ерлеге, нигеҙе, геройҙары бар. Хатта хикәйәләремә инәсәк “бәхетле” геройҙар үҙҙәре үк образ бүләк иткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Мин ундайҙарҙың хатта телмәрен, нисек һөйләшеүен теркәй һалып ҡуям. Ә үпкәләүгә килгәндә, ысынлап та, бар ундайҙар. Берәүҙәр әҫәрҙәремдә үҙҙәрен таный. Шулай бит әле, тип төбәп кенә әйтмәһә лә, уңайы сыҡҡанда төрттөрөп булһа ла үпкәһен белдерә. Бәғзеләре асыуын башҡалар аша еткерә. Бер заман бер геройым үҙен танып, баш мөхәрриргә шылтыратҡан.
Кемдер танышын, кемдер ауылдашын күрә. Ауылға ҡайтҡанымда бер ағай осраны ла: “Ҡусты, фәлән кеше һин булаһың, шул хикәйәңдә минең ҡустыны яҙғанһың бит”, – тигәс, бер аҙ хафаланып, “эйе” тинем дә хәҙер был асыуланыр инде тип көтөп торам. “Дөрөҫөн яҙғанһың, малаҙис”, – тип әйтмәһенме! Һуңынан ҡустыһы менән килененең тормошона зарланып алды.
– Һеҙ тормошта ниндәй кеше? Ғәҙәттә, кеше көлдөрөүселәр етди була тиҙәр.
– Бындай һорауҙы йыш бирәләр. Тормошта ла шаян кешемен, тип уйлайым. Әммә ҡайһы саҡ үҙемде эстән генә, етдиерәк булырға кәрәк, тип тәнҡитләп алһам да, был ниәтем килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Мәҫәлән, балаларым менән дә йыш ҡына шаярып, көлөп һөйләшәм. Ҡайһы ваҡыт ирештереп тә алам. Атай кешенең балалары менән аралашыуы улай булырға тейеш түгеллеген аңлап, хатамды төҙәтергә тырышам. Тик тәбиғәттән һалынған холоҡтан теләп кенә ҡотолоп булмайҙыр.
— Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ дәреслектәргә ингән. Мөмкинлек булһа, башҡорт әҙәбиәтенең мәктәп программаһында нимәләр үҙгәртер инегеҙ?
— Уҡытыусылар менән йыш осрашырға тура килә. Үҙемдең дә ҡыҙҙарым башҡорт мәктәбендә уҡый. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡайһы бер дәреслектәр тарихҡа ҡағылышлы әҫәрҙәр, ҡатмарлы күнегеүҙәр менән тулған. Әлбиттә, тарих та кәрәк, әммә сама тигән нәмә бар. Хатта ҡайһы бер дәреслектәр юғары уҡыу йорттары студенттары өйрәнерҙәй боронғо авторҙарҙың әҫәрҙәре менәң тыңҡысланған. Шәхсән үҙемә лә күнегеүҙәрҙе эшләргә ярҙам итергә һорап әллә ҡайҙарҙан мөрәжәғәт итәләр. Әлбиттә, таяҡтың ауыр башы уҡытыусыларға төшә. Уларға дәрестәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятырға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт телен фән булараҡ өйрәнгән рус мәктәптәрендә төрлө ҡатмарлы ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү кәрәкме икән?! Тәү сиратта матур итеп уҡырға, яҙышырға өйрәнеү мөһимдер. Әйткәндәй, бер мәл Балтас район үҙәгендә мәктәпкә барғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының: “Бына ошо китап харап шәп сыҡҡан, матур, фәһемле хикәйәләр бирелгән, дәрес алып барыуы күңелле, балаларға ла оҡшай. Күрһәгеҙ, авторҙарына рәхмәт әйтегеҙ”, – тип ҡыуанысын белдерҙе. Был 11-се кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге ине. Китапты В. И. Хажин, Ә. Х. Вилданов, Ф. Ә. Аҡҡужина төҙөгән.
– Һеҙҙең балалар өсөн “Шоколад ниңә асыу­ланды?” тигән китабығыҙ сыҡҡайны. Кемдәргә яҙыу ауыр: балаларғамы, әллә өлкәндәргәме?
– Әлбиттә, балалар өсөн. Балалар күңеленә үтеп инерҙәй әҫәрҙәр ижад итеү өсөн уларҙың мөхитен, аралашыу даирәһен яҡшы белергә кәрәк. Мәҫәлән, балалар өсөн яҙылған хикәйәләремдә ҡыҙҙарымдың кескәй сағындағы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәлдәр һүрәтләнә, ҡайһыларында – үҙемдең бала сағым.
– Ҡыҙҙарығыҙ ошо хикәйәләрҙе уҡынымы? Оҡшаттылармы?
– Эйе. Ҡайһыларын буш ваҡыттарҙа үҙҙәренә әле лә ҡысҡырып уҡып ишеттерәм.
– Яҙыусы-сатирик булараҡ кешеләрҙең насар холоҡтарын, етешһеҙлектәрен йыш фашлап яҙаһығыҙ. Кешеләрҙә иң яратмаған сифат ниндәй?
– Бәләкәйҙән тирә-яҡты, кешеләрҙе күҙәтеүсәнлек хас миңә. Кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә, үҙен тотошона иғтибарлымын. Ҡайһы берәүҙәрҙең, ғүмере аралашмаған кешене етәксе итеп ҡуйһалар, шуны дуҫынан һалдырыуына ғәжәп итәм. Ике йөҙлө, ялағай, алдаҡсыларҙы яратмайым. Ышанып йөрөгән кешем кәрәк кенә ваҡытта өмөттө аҡламай икән, уның менән башҡаса аралаша алмайым. Бәлки, улай ярамайҙыр ҙа. Әммә мин башҡаса булдыра алмайым.
– Хәҙер интернет селтәре һәр кемгә үҙ ижадын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Ни өсөн, һеҙҙеңсә, улар ижады халыҡҡа шул тиклем оҡшай? Был әҙәбиәтебеҙҙе байытамы әллә, киреһенсә, сифатһыҙ әҫәрҙәр менән тулыландырамы?
– Беҙҙең халыҡ элек-электән ғәжәп талантлы булған. Мәҫәлән, халыҡ йырҙары, әкиәттәр, бәйеттәр, ҡыҫҡаһы, барлыҡ халыҡ ижады әлеге лә баяғы ауыҙ-тел аша быуаттарҙан быуаттарға күсә килгән. Мин үҙем дә, бик йыш булмаһа ла, интернеттағы авторҙарҙың яҙмаларын, хикәйәләрен уҡыйым. Эйе, күбеһенең махсус белеме юҡ, әҙәбиәт ҡанундарын белмәйҙәр. Әммә улар халыҡ араһында ҡайнап йәшәгәс, үҙҙәре күргәнде, ишеткәнде яҙалар. Үҙҙәренә күрә хикәйәләрҙең идеяһы, сюжеты, сиселеше, хәл ителеше бар. Мин ундай авторҙарҙың тел байлығына һоҡланам. Хатта был йәһәттән күптәре профессиональ яҙыусы булып, ҙур исем-дәрәжәләр алған әҙиптәргә өлгө булып тора.
Әҙәбиәттең төп арҡаһы тел булыуын да иҫкә төшөрһәк, был авторҙар үҙ сиратында телебеҙҙе пропагандалауҙа ҙур өлөш индерә. Улар яҙғанды хатта Рәсәй, сит илдәргә һибелгән милләттәштәребеҙ ҙә уҡый, үҙенең һыуһынын ҡандыра. Яҙышһындар, бының бер кемгә лә зыяны юҡ, һәр кем үҙенең кисерештәрен, фекерен еткерергә хоҡуҡлы. Уларға дан да, маҡтау ҙа кәрәкмәй, ниндәйҙер аҡса эшләү сығанағы ла итеп ҡарамайҙар. Улар яҙышмай тора алмай. Был бик яҡшы. Һәр кемдең үҙ шөғөлө булырға тейеш.
– Хәҙерге заманда күп нәмә үҙеңде күрһәтеүҙән тора. Һеҙҙеңсә, насар ғына әҫәрҙе рекламалап, әҙәбиәт тарихына индереп буламы?
– Ысынлап та, бөгөнгө заманда “бөйөк” булып танылыу өсөн ғәжәп киң мөмкинлектәр бар, хатта ҡайһы ваҡыт аҡсаң ғына булһын. Хатта был ҡайһы берәүҙәр өсөн кәсепкә әүерелгән. Мәскәүҙәге, имеш, ниндәйҙер ойошмаға фәлән һум аҡса күсерһәң, улар һине әллә ниндәй лауреат итә, йылдың иң шәп яҙыусыһы тип нарыҡлай. Шунан уны гәзиттәргә яҙып сығалар. Әммә был юл менән генә миллионлаған халыҡ һөйөүен яулап буламы икән? Уларҙың тарихта ҡалыуы ла икеле.
– Башҡорттарҙың иң яҡшы һәм иң оҡшамаған сифаттарын атап китә алаһығыҙмы?
– Ҡыҙыҡ һорау, быға бер төрлө генә яуап биреү ҙә ҡыйын. Һәр халыҡтың яҡшы, ҡырын сифаттары барҙыр ул. Ҡайһы саҡ, беҙҙең халыҡ эсә, ялҡау, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Әммә мин бының менән төптө килешмәйем. Эскәндәр һәр халыҡта ла бар. Нимә генә тимәйек, халҡыбыҙ матур йәшәргә ынтыла. Йәштәребеҙҙең ҡалаларҙа ла ишле ғаилә булдырыуҙан ҡурҡмауы һөйөндөрә. Ҡасандыр бушлай фатир биреп тә ғаиләлә бер-ике генә бала үҫһә, бөгөн өс, дүрт сабый тәрбиәләгәндәр бихисап. Мәҫәлән, ҡыҙҙарыбыҙ белем алған 20-се ҡала башҡорт гимназияһында шундай йәштәр күп. Ҡалаға килеп, фатирын да һатып алғандар, эшен дә булдырғандар. Аллаға шөкөр, тырыш, бөтмөр ҡыҙҙарыбыҙ, егеттәребеҙ күп. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ эшһөйәр. Күптән түгел Әбйәлил районында эш сәфәре менән булып, бөтә районды тиерлек урап сыҡтыҡ. Башҡортостанда иң төҙөк ауылдар Әбйәлилдә тип әйтер инем. Өйҙәр бейек, иркен, ихаталар матур, хатта буш торған йорттар ҙа ҡараулы. Бөтә башҡорттар ҙа әбйәлилдәрҙән өлгө алһын ине тип уйланым.
– Ҡатынығыҙ менән нисек таныштығыҙ?
– Университетта бер төркөмдө уҡыныҡ. Шулай ҙа никах сәғәте һуңғараҡ һуҡты. Ҡулға диплом алып дүрт йыл үтеүгә генә өйләнештек.
– Ниңә улай?
Беҙ уҡып бөтөүгә ил тарҡалып, хатта дөйөм ятаҡтан мөйөш табыуы ла бер проблема ине. Шунлыҡтан Өфөлә бер йыл эшләгәс, районға ҡайтып, ер алып, өй һалыу мәшҡәттәре баҫҡандыр. Унан һуң ҡабат Өфөгә киттем. Баш төртөр урын булмағас, өйләнеү ҙә бер аҙ һуҙылып киткәндер.
– Бөгөн һеҙҙең ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Улар ҡайҙа белем ала?
– Оло ҡыҙым Алтынай туғыҙынсынан һуң медицина колледжына уҡырға инде, әле икенсе курста белем ала. Ә кесеһе Таңсулпан Өфөләге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында туғыҙынсы класта уҡый. Ул да медицина юлынан китер тип торабыҙ.
– Буласаҡ кейәүҙәрегеҙҙе ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Әлбиттә, һәр кем балаһының аҡыллы, егәрле кеше менән яҙмышын бәйләүен теләй. Шул уҡ ваҡытта милли мәсьәлә лә бик мөһим. Сөнки һәр беребеҙ халҡыбыҙҙың киләсәгән хәстәрләргә тейеш, уның үҫешенә ниндәйҙәр өлөш индереүен теләй. Шуға ла буласаҡ кейәүҙәремде башҡорт милләтенән күргем килә.
– Үҙегеҙ ошо хаҡта ҡыҙҙарығыҙға әйткәнегеҙ бармы?
– Был турала форсаты сыҡҡан һайын һүҙ ҡуҙғатам. Бергә уҡыған курсташтарҙың, таныштарҙың балалары ғаилә ҡорғанын ишетһәм, иң тәүҙә һүҙ милләтенә барып тоташа. Өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ ошо хаҡта һөйләйем. Төп тәрбиә ғаиләлә һалына бит.
– Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?
– Бөтәһе лә кәйеф торошонан тора. Бер көндө үҙеңде нимәгәлер бик бәхетһеҙ тойһаң, иртәгеһенә, бөтәһенә шөкөр итеп, бәхетле булыуыңа төшөнәһең. Бәхет — ул ғаиләңдең, яҡындарыңдын һау-сәләмәт булыуы, балаларҙың яҡшы уҡыуы, һәйбәт һөнәр алыуы. Илдәр имен торһа, шул бәхет. Күптән уйлап йөрөгән хикәйәңә нөктә ҡуйылһа, был да бәхет.

Заһиҙә МУСИНА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: