Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
9 Июнь 2022, 08:05

Заһир Иҫәнсурин тыуған көнөн билдәләй

" Тәү сиратта, йыр – ул минең һө­нәрем. Рәссам уй-хистәрен – кар­тина, ә шағир нәфис һүҙ аша ет­кер­гән кеүек, мин әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм. Шуның менән бә­хетлемен дә", - ти йырсы. Йырсыны ғүмер байрамы менән тәбрикләп, таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Заһир Иҫәнсурин тыуған көнөн билдәләй
Заһир Иҫәнсурин тыуған көнөн билдәләй

 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин – үҙенсәлекле һәм көслө тауышлы йырсы.

– Тәү сиратта, йыр – ул минең һө­нәрем. Рәссам уй-хистәрен – кар­тина, ә шағир нәфис һүҙ аша ет­кер­гән кеүек, мин әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм. Шуның менән бә­хетлемен дә. Тыңлаусы өсөн иһә йыр – йыуаныс та, күңел дауаһы ла, - ти йырсы. - Мәҫәлән,  “Ағиҙелдән китеп барам” йырына бәйле тулҡынлан­дырғыс хәл булды. Сит илдә йәшәгән оло йәштәге апай ҡаты сирләп дауаханаға эләккәс, уның балалары миңә мөрәжәғәт итте. “Әсәйебеҙ шул йырығыҙҙы тың­ларға теләй, видео ебәрһәгеҙ ине”, – тип яҙғайны улар. Йырҙы гитараға йырлап, яҙҙырып ебәрҙем. Хәҙер хәбәрләшеп торабыҙ. Аллаға шөкөр, хәле арыуланып килә. Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ни эшләптер бала саҡтан халыҡ уйын ҡоралдарының моңон яратам. Атайымдың баянда уйнауы тәьҫир иткәндер, моғайын. Баянды, гармун менән тальян гармунды ла үҙләштереп алдым. Иҫәнғолда интернатта уҡыған ваҡытта ҡура­йы­быҙға ылығып киттем. Был йәһәттән уҡытыусым – Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновҡа рәхмәт. Ул ҡурайға шул тиклем ҙур һөйөү уятты, хатта был уйын ҡора­лын ҡулдан да төшөрмәй торғайным.

Халыҡ уйын ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына торғас, үҙенсәлекле коллекция барлыҡҡа килде. Унда ҡурайҙың, ҡумыҙҙың бер нисә төрө һәм Әрмәнстанда киң танылған дудук тигән уйын ҡоралы һаҡлана. Ни өсөндөр шул дудуктың тауышын яратам. Уны интернет аша яҙҙырып алып, видеодәрестәр ҡарап, уй­нарға өйрәнеп тә алдым. Танылған ҡумыҙсыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнет­диновты күргән һайын унан оҫ­талыҡ дәресе алып ҡалырға тырышам. Ябай ғына күренһә лә, ҡумыҙҙың да серҙәре күп икән.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

 

 

Автор:
Читайте нас: