Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
21 Декабрь 2022, 09:35

“Һынауҙары ла күп булды...”

Әсәй менән атай мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атайҙан яратылыу, уның алдына ултырып иркәләү нимә икәнен белмәйем. Шуғамы икән, уны гел күргем килә торғайны.

“Һынауҙары ла  күп булды...”
“Һынауҙары ла күп булды...”

“Шул тиклем! Бына ҡайһы тиклем тип әйтәйем? Иҫ китмәле, һуштан яҙмалы. Улай ҙа шәп концерт була икән!” — тигәйне бер тамашасы уларҙың сығыштарынан һуң. Башҡорт эстрадаһында халыҡты телһеҙ ҡалдырырлыҡ концерт ҡуйған артистар күпме икән?..
Әсәле-уллы ЗИЛӘ һәм ЯН ЛИРА кем икәндәрен яҙыу ҙа кәрәкмәй. Йырҙары, тауыштары меңдәр араһында айырылып, танылып тора. Улар күптән барыһын эштәре, ижадтары менән дәлилләгән.

“Шоңҡар”ҙар. Хәйерле көн, Зилә апай, Ян! Әңгәмәбеҙҙе студент йылдарынан башлайыҡ. Зилә апай, биографияғыҙҙа иң аптыратҡаны — Мәскәүҙә цирк артисына уҡыуығыҙҙыр. Төпкөл ауыл балаһы нисек унда инеп китте? Ҡайҙан ундай теләк тыуҙы?
Зилә. Бәләкәйерәк саҡта табип булырға хыяллана инем. Әсәйемә “медицина университетын бөтәм дә аҙаҡ Афғанстанға барам”, тигәйнем, мине “ике аяғыңдың береһен дә баҫмайһың” тип әрләп ташланы. Ул ваҡытта атай-әсәй һүҙе ҡанун булды, тыңланым. Уға үсләшеп, хатта малярға уҡырға ҡарар иттем. Әммә яҙмыш бөтөнләй икенсе яҡҡа боролдо.
VIII класты бөткәс, икешәр аҙна хеҙмәт лагеры үттек. Шунда ҙур ҡунаҡтар килә тип, миңә концерт ҡуйырға ҡуштылар. Әйтелгәс, эшләйем инде. Уҡыусылар менән һөйләшеп, матур сара әҙерләнек. Уны ике ағай ҡараны. Тамамланғас, мине, тағы бер уҡыусыны саҡырып алдылар. Беҙҙе аҡ ҡына костюм кейеп алған ағай менән таныштырҙылар. Ул — Ихсанов Фәтих Хәйрулла улы булып сыҡты. “Был Өфөнән килгән ағай. Һеҙҙе Мәскәүгә уҡыу йортона саҡыра. Барып күренеүегеҙҙе теләй”, — тип аңлаттылар. Әсәй ҡаршы төшмәне. Бер айҙан Өфөгә сығырға ваҡыт етте. Бесән мәле булғас, әсәй минең менән бара алманы.
Ҡабул итеү бик ҡаты булды. 15-ләп кешене теҙеп ултыртып ҡуйҙылар, ҡаршыла — жюри. Һәр беребеҙҙән һорай башланылар: йырла, бейе, шиғыр һөйлә... Мин, ауыл балаһы, иң артта ултырам. Эстән уйлайым. “Тәк, быныһын беләм, тегенеһен беләм, ә бына спорт... Инмәй ҡайтһам, ҡалай оят була инде...”
Миңә лә сират етте. Шиғыр һөйлә, тиҙәр. Тоттом да мәктәптә үткән “К Чаадаеву”ны һөйләнем. Үҙем хәҙер көләм, был шиғырҙы ятлап уҡырға ингән башҡа кеше юҡтыр. Шунан йырла, тиҙәр. Тыуған яҡ тураһында бер йырҙы йырланым. Һорайҙар: “Это про любовь?” “Да. Но любовь к Родине”, — тип яуап бирәм. “О-о-о”, — тигән булалар. Бейергә ҡуштылар. Бейеү менән ҡыҙыҡһынғас, быныһы еңел булды. Мандолинала уйнап күрһәттем.
Беренсе тур шулай үтте. Уның һөҙөмтәһе ике көндән генә билдәле булырға тейеш. Ике көн буйы ыҙаланым. Элек уҡырға инә алмай, ауылға ҡайтыу оят һанала торғайны. Исемлек сыҡҡас, ҡарарға ҡурҡып ултырҙым. Әйтерһең, исемем булмаһа, эргәмдәге кешеләр белеп ҡала. Ә унда кемеһе илай, кемеһе ҡыуана. Исемлекте иң аҙаҡ ҡараным. Икенсе булып яҙылған инем. Хәҙер, быныһын үттем дә, киләһе турҙан төшөп ҡалам, тип ҡурҡа башланым.
Икенсе көндө купальник менән инергә кәрәк. Инде оят! Мин тәнемде күрһәтергә яратмайым. Хатта хәҙер ҙә купальникта фото һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңламайым. Етмәһә, купальнигым юҡ. Бер ҡыҙҙан алып торҙом. Оялам килеп тороп! Һиңә унда әллә нисә өлкән ағай ҡарап ултыра, шулар алдында баҫып торорға кәрәк. Тағы ла ун бишләп кеше индерҙеләр. Мин тағы ла иң артҡа барып ултырҙым. Жюри: “Әйҙә, шпагатҡа ултыр, әйҙә, мостикка төш, әйҙә, шулайт-былайт”, — тип әмер бирә. Ә бер ағай метрлыҡ менән бөтә кәүҙәһен үлсәй. Бар яҡтан тап килергә тейешһең. Күҙем шаҡмаҡланып ҡарап торҙом.
Миңә сират етте. Шпагатҡа ултырырға ҡуштылар. Белмәйем тиһәм дә, тырышып ҡара, тинеләр. Ултырҙым да ҡуйҙым! Шунан: “Носки тяни”, — тиҙәр. Мин аңламай, ойоғомдо ла сисә ала инем, аяғымдың осона баҫҡас, төшөндөм. Шпагаттың өс төрөнә лә ултырттылар, мостикка ҡуйҙылар. Шунан уҡытыусы көҙгө алдына баҫтырҙы. Тағы мостикка ҡуйҙы ла: “Смотри, у тебя расстояние между ножками и руками 10 сантиметров. А сможешь их соединить и выглянуть?”— ти. Мин эшләнем. Ауылда ундай нәмәләр менән шөғөлләнмәгәс, быны ҡапыл бөтәһе лә эшләй алмауын да белмәйем. “Девочка, у тебя природная гибкость. Вчера мы тебя выбрали, потому что ты талантливо поешь, танцуешь. А сегодня открыли тебя с новой стороны”, — тинеләр ҙә сығарып ебәрҙеләр.
Коридорҙа аптырап тора инем, экзамен биргән кабинеттан артымса уҡ килеп сыҡҡан бер ағай миңә башҡортса: “Һеңлем, туҡта әле”, — тине. Юнир ағай Ғәзизов икән. “Ҡотлайым, уҡырға индең. Тик әле бер кемгә лә әйтмәй тор”, — тине. Тулҡынланып та, ҡыуанып та киттем. Өсөнсө турҙа инде үҙҙәре иң артҡа ултыртты. Шулай уйламағанда инеп киттем.
“Шоңҡар”ҙар. Ян, һеҙ сәнғәт училищеһында уҡығанһығыҙ. Ниндәйерәк студент булдығыҙ? Артабан юғары уҡыу йортона инергә теләмәнегеҙме?
Ян. Училищела тәүге уҡытыусым — Эльвира Рәхимҡолова булды. Уртаҡ тел тапманыҡмы, әммә уҡырға артыҡ теләгем булманы. Икенсе курста мине Тәнзилә Үҙәнбаева алды. Ул беҙгә әсәй һымаҡ ҡараны. Ашарға бешереп алып килә, арҡанан һөйөп ала. Рәхәт булып китә ине! Параларға ынтылып торҙом. Аҙаҡ Әҙил Шәйхисламовала уҡыуымды дауам иттем.
Институтҡа ингем килмәне. Тағы биш йыл фортепианоны түҙмәҫ инем. Училищеның 4-се курсында ҡалғандар Рахманиновты башҡарһа, мин саҡ музыкаль мәктәптең 1-се кластары өсөн әҫәрҙәрҙе уйнай инем. Ҡуйсы әле! Вокалға 9 йыл биреү ныҡ оҙаҡ һымаҡ тойолдо. Артабан инде концерттар, гастролдәр ҙә башланды, уҡыу ҡайғыһы бөтөнләй китте.
“Шоңҡар”ҙар. Ә һеҙ, Ян, бик бәләкәйҙән йырлайһығыҙҙыр? Сөнки 11 йәштә башҡарған “Уйыл” йыры иҫ киткес яңғырай.
Ян. Бәләкәйҙән. Өс йәшемдә кассетаға яҙылған йырҙар ҙа бар.
Зилә. Мин сит милләт кешеһенә кейәүгә сығып, ситтә йәшәгәс, тыуған яҡтарымды һағыныпмы, бәләкәй Янға әкиәттәр менән башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да һөйләй торғайным. Белгәндәрен йырланым, белмәгәнен магнитофондан тыңлаттым. Ян тарихын ишеткәс, магнитофон эргәһенә ятып тороп, хисләнеп тыңлай торғайны. Ул хәҙер ҙә халыҡ йырҙарын йәһәт кенә отоп, өйрәнеп ала.
“Шоңҡар”ҙар. Зилә апай, ә һеҙ уҫал әсәйме?
Зилә. Юҡ. Бер ваҡытта ла Янға һуҡҡаным булманы. Иркәләтеп үҫтерҙем. Хатта ҡайһы бере: “Улыңды һаман эргәңдә тотаһың”, — тип һөйләнеп тә ҡуялар. Бәй, эргәмдә башҡа кемде тоторға тейешмен? Һеҙҙең фекерҙән ҡурҡып, хәҙер улымды күрмәй йәшәргәме? Беҙ бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ, бер бәхәсләшкәнебеҙ юҡ.
Беҙ, атай-әсәйҙәр, үҙебеҙгә кәрәк булғанда баланы уйынынан айырып яратабыҙ. Шунан бала һинән тартылһа, яратҡанымды яратмай, тип уйлайбыҙ. Шөғөлөнән бүлдергәс, нисек ул үҙен тоторға тейеш? Аҙаҡтан, үҙе килеп һырылһа, иркәләгеһе килһә, “аяҡ араһында буталып йөрөмә” тип ҡыуып ебәрәбеҙ. Бала шунда уҡ мине яратмайҙар тип башына һалып ҡуясаҡ. Шул мәлдәрҙе күрә, аңлай белергә кәрәк.
Бер тапҡыр Янды һөйәм тигәнгә, ул “ҡуйсы әле, әсәй” тип әйткәненән һуң, аңлап ҡалдым. Минең өсөн трагедия булды. Уны ярата алмаһам, кемде яратырға? Һуңынан уйлап ҡуйҙым: ә мин әсәйемдән үҙемде һуңғы тапҡыр ҡасан яраттырҙым? Бер ваҡытта ла! Шуға ла, бер заман, ҡыҙыҡ булһын тип, ипләп кенә барып әсәйемә һырылдым. Уның күҙҙәре йәшләнеп китте, мине яратып-һөйөп алды. Әсәйҙән яратылып өйрәнелмәгәс, шул хәтлем ят тойғо кисерҙем. Был хәлдән һуң мәҙәниәт техникумында уҡып йөрөгән ҡустым, Ян менән һөйләштем. “Өләсәйегеҙ эргәһенән үтеп барышлай иркәләгеҙ, һырылығыҙ”, — тинем. Янға ла миңә уның яратыуы ныҡ кәрәклеген аңлаттым.
Мин шулай бәхетле, иркә әсәй. Кемдер, бәлки, Янды “маменькин сыночек” тиҙер, ә мин киреһенсә әйтәм: мин ул “сыночкина мама”.
Тик бер нәмә өсөн генә улым алдында ғәйеп тоям. Ян бәләкәй саҡта күп конкурстарҙа режиссер була торғайным. Унда, әлбиттә, Ян да ҡатнаша ине. Әммә режиссер балаһы тип, лайыҡ булһа ла, Янға Гран-при бирмәнеләр. Гел икенсе урындан башлайҙар, шул икенсе урынды Ян ала ине. Мин ниңә ризалаштым икән? Шул конкурс­тар, минең өндәшмәүем бер аҙ Яндың дәртен дә һүндерҙе. Унан яҡшыраҡ йырлаған бала бул­маны. Хәҙер ҙә юҡ. Быны әсәй булараҡ әйт­мәйем. Ян теләһә ниндәй йырҙы башҡара ала — халыҡ, эстрада, ария, рок... Диапазоны ныҡ киң.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең һәләт ҡайҙан килә?
Зилә. Минең әсәй — ныҡ музыкаль булды. Шул хәтлем матур йырлай, бейей ине, баян-гармунда уйнаны. Уның йәшендә, 80-де үткәндә, баянда уйнаған башҡорт ҡатын-ҡыҙын күргәнем юҡ. Заманында уны Заһир Исмәғилев, Фәйзи Ғәскәров күреп, уҡырға саҡырған. “Теләһәң — йырсы, теләһәң — баянсы, теләһәң бейеүсе булырһың”, — тип әйткәндәр. Әсәйемдең атаһы ғына ҡаршы була. “Кеше балаларын колхоздан ебәр­мәй тотоп торам, үҙемдең баланы нисек сыға­рып ебәрәйем?”— ти ул. Ҡасып китергә лә уйлай, әммә аяғына кейергә булмағас, ауылда ҡала.
“Шоңҡар”ҙар. Сәхнә кешеһенә белем мотлаҡ кәрәкме ни?
Зилә. Кәрәк. Хәҙер беҙҙең эстрада осраҡлы кешеләр менән тулды. Улар сәхнәгә нисек дөрөҫ сығырға икәнен дә белмәйҙәр. Сәхнәләге кеше иң кәмендә бала саҡта музыкаль мәктәптә уҡыған булырға тейеш. Туйҙа ҡыланып йөрөгән кешегә “үәт, һин әртис” тиеүҙән ул йырсы булып китмәй. Артист булыу — ул ҙур һөнәр.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡорт эстрадаһында аҡса эшләп буламы? Ян, белеүемсә, ғүмерегеҙҙә тик бер йыл ғына рәсми урында эшләгәнһегеҙ...
Ян. Унда ла эшләнем тип үк әйтеп булмай. Минең өсөн әсәй эшләне. Мин гастролдәрҙә йөрөнөм. Башҡорт эстрадаһына килгәндә, мәҫәлән, йырҙар һатырға була. Бында тағы ла һинең холоҡтан тора.
Зилә. Гастролгә йөрөп, башҡорт эстрадаһында аҡса эшләп булмай. Өфөлә генә ултырып, беҙ күпкә күберәк алабыҙ. Гастролгә сығыуыбыҙ — сәхнәне һағыныуҙан, халыҡҡа ниҙер әйтергә теләүҙән.
Башҡорт артисының хаҡы бик осһоҙ. Улар бәләкәй ауылдар буйлап ҡына йөрөй. Ә күрше Татарстандан килгән йондоҙҙар район үҙәгенә, ҡалаға килә. Кеше минең ун концертты ҡапларлыҡ хаҡты түләп, ғаиләһе менән ул концертҡа бара. Шунан әйтәләр. “Әй, башҡорт артистарының концерты күңелһеҙ”. Күңелһеҙ булмай ҡайҙа барһын? Ул юлына, бензинына саҡ аҡса еткерә. Бына әле беҙ бер ҙә аҡса эшләп ҡайтҡан юҡ. Мин үҙем теләгән хаҡты ҡуя алмайым.
“Шоңҡар”ҙар. Ә ниңә башҡорт артистарының концерттары күңелһеҙ?
Зилә. Мин дә Татарстан йырсылары һымаҡ, теләгән хаҡты ҡуйһам, ҡар тураһында йырлағанда сәхнәлә — ҡар, ямғыр тураһында йырлағанда ямғыр яуыр ине. Ә минең уға аҡсам юҡ. Үҙебеҙҙең талантыбыҙ арҡаһында ғына концерттар ҡуйып йөрөйбөҙ.
“Шоңҡар”ҙар. “Осраҡлы кешеләр” тигәндәре кем ул? Һүгенеп йырлаған йәштәрме?
Зилә. Һүгенеп йырлаусылар ҙа был һанға инә. Сәхнәнең ниндәйҙер эстетикаһы булһын ине. Унда йөрөгән кеше үҙен тота белергә тейеш. Мин дә ҡунаҡта булғанда теләһә ниндәй һүҙ менән көлдөрә алам, әммә уның менән сәхнәгә сығып китмәйем бит.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, ижадта ниндәйҙер сиктәр булырға тейеш?
Зилә. Әлбиттә. Әммә быны ижад тип тә әйтеп булмай. Гәзит-журналда һеҙ бит һүгенеп яҙмайһығыҙ, ни өсөн сәхнәлә теләһә нәмә яңғырарға тейеш?
Ян. Тағы ла башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ йырламауҙары ҡолаҡҡа ныҡ салына. “Йән эреп”, “һалыҡ” тип йырлаусылар ҙа бар. Әҙәби тел булғас, шунан ситләшмәҫкә ине.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең концерттарҙан һуң кешеләр “илағансы көлдөм” тип яҙалар. Нимә тип көлдөрәһегеҙ?
Зилә. Беҙҙең концерттарҙа — халыҡсан юмор. Оятһыҙ бер нәмә юҡ. Кендектән түбән һөйләп йөрөгән коллегаларым өсөн хатта ғәфү үтенергә мәжбүрмен. Теләһә нәмә тип шаяртыу еңел ул: берәй көләмәс алаһың да һүгенеү ҡушып һөйләйһең. Тамашасы аптырауҙан “һе-һе” тип ҡуя ул, ҡуйыуға. Әммә үҙеңә һорау биреп торорға кәрәк: тамашасыны ысын көлдөрә­һеңме, әллә кеше көлдөрөп йөрөйһөңмө? Айырма ҙур.
“Шоңҡар”ҙар. Үҙегеҙҙең репертуарҙа ниндәй йырҙы яратып башҡараһығыҙ?
Ян. Мин бөтә йырҙарымдан ялҡып бөткәнмен. Сығарғанда ғына бер ай тирәһе “ҡалай шәп” тип тыңлап йөрөлә ул, ә аҙаҡ ишетке лә килмәй. Күберәк кәйефтән тора. Ҡайһы саҡ бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ, ҡайһы ваҡыт “ҡасан ғына икенселәрҙе йырлай башлайым инде” тип уйлайһың.
Зилә. Минең яратҡан йырым — “Пар ҡанаттар”. “Башҡа йыры юҡмы әллә” тип әйтмәһендәр өсөн, концерттарҙа йырламай торғайным. Әммә кешеләр: “Шуны тыңлағыбыҙ килгәйне”, — тип концерт аҙағында барыбер йырлатып ҡуя ине. Уйланып йөрөнөм дә, ни өсөн уны мин башҡармаҫҡа тейешмен тигән һығымтаға килдем. Мине танытҡан йыр бит. Уға бик рәхмәтлемен. Ә былай яратмаған йыр юҡ. Күңелгә ятмағанды сәхнәлә түгел, ҡунаҡта ла йырлап булмай.
“Шоңҡар”ҙар. “Пар ҡанаттар”ҙы оҡшат­маған кеше юҡтыр...
Зилә. Бәлки. Бер туйҙа хатта 17 тапҡыр йырлаттылар. Был йырҙы беренсегә Ырымбурҙа ишеттем. Һүҙҙәрен, тормош иптәшен юғалтҡас, Сөләймән Муллабаев яҙған. Көйө — Рәмил Мәүлитовтыҡы. Йырҙы яҙҙырам тип йөрөгәндә, Айҙар Ғәлимов өлгөргән тип хәбәр иттеләр. Ярай, ни эшләргә инде, тинем. Шулай ҙа был йыр миңә тип яҙылғандыр. Аҙаҡ Айҙар Ғәли­мовҡа эшкә барҙым. “Пар ҡанаттар”ҙы, эй, йыр­лағым килгәйне”, — тип бер тапҡыр үҙенә әйттем. “Улай булғас, йырла һуң, минең башҡарыуҙа уны халыҡ ҡабул итмәне”, — тине ул.
“Шоңҡар”ҙар. Ян, һеҙ бит хәҙер “Дәрүиш-хан” төркөмө ағзаһы. Оҙаҡ йылдар карьераны яңғыҙ алып барғандан һуң командала эшләп китеүе ауыр булманымы?
Ян. Әҙерәк ҡыҙыҡ ҡына булды. Төркөмдә икәнемде белгәс, бөтәһе лә командала эшләүе рәхәт, күңелле тине. Миңә улай һымаҡ түгел. Бөтә сәпәкәйҙәр хәҙер бер миңә генә түгел бит. Ә былай яйлап өйрәнеп кителде.
“Шоңҡар”ҙар. Янға тағы бер бик шәхси һорау бар. Һеҙ атайығыҙ менән аралашаһығыҙмы?
Ян. Әллә ни яҡын аралашабыҙ тип әйтеп булмай. Ҡайһы саҡта “Бәйләнештә”лә яҙа, йырҙарымды үҙенең сәхифәһенә ҡуя, кешеләргә тыңлата. Шунан ары китмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙҙың хәҙер башҡа ғаиләһе бармы? Бер туғандарығыҙ бармы?
Ян. Эйе. Яна тигән һеңлем бар. Ул кейәүҙә. Уның менән дә яҡшы аралашабыҙ тип әйтеп булмай.
Зилә. Дөрөҫөн әйткәндә, Яндың атаһына үпкәм бар. Әммә үҙем атайһыҙ үҫкәс, Янға ундай бала саҡ теләй алмайым бит инде. Мин уны аңлайым. Шуға бәләкәй сағында һәр саҡ әйтә инем: “Эйе, беҙ айырылыштыҡ. Бер-беребеҙҙе дошман итеп күреүебеҙ ҙә бар, әммә ул һинең атайың, аралашырға кәрәк”. Хатта номе­рын телефонына “Папа” тип тороп яҙҙырып ҡуйҙым.
Ян. Беренсе курста уҡығанда әсәй “Папа” ны “Вовка” тип үҙгәртеп ҡуйғанымды күреп ҡалды. Кире төҙәтһен тип, төрттөрөргә уйлап, минән көлә: “Улым, В хәрефе М — “Мама”нан өҫтәрәк торһон тип яҙҙыңмы?” Мин уны “Уовка”тип төҙәтеп ҡуйҙым. Мөнәсәбәттәребеҙ нисектер шулайыраҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Лира — поляк фамилияһы инде. Ян, үҙегеҙҙе ниндәй милләт кешеһе тип иҫәпләйһегеҙ?
Ян. Үҙемде башҡорт тип иҫәпләйем.
Зилә. Фамилияға килгәндә, күптәр уны ҡушамат тип уйлай. Кемдер хатта бигерәк ҡыҙҙарса тип әйтә. “Башың эшләмәгәнгә шулай һымаҡ, беҙҙеңсә ул бик музыкаль”, — тип ҡаты итеп яуап бирә башланым. Атыу кешегә ярайым тип, ғүмер үтеп бара. Кемдер әллә нимә уйлап сығара, ә беҙҙең паспортыбыҙҙа яҙылған. Мин БДУ-ла уҡығанда хатта “Фамилияң шулай” тип “бишле”гә яуап бирһәм дә “дүртле” ҡуйып сығарған уҡытыусылар ҙа булды. Фамилиянан торамы ни? Ул яҡҡа китһә, атайым яғынан — мин татар ҡыҙы. Ә бит мин поляк исемле башҡорт үҫтергәнмен! Беҙ — башҡорттар.
“Шоңҡар”ҙар. Зилә апай, һеҙ, тимәк, атайһыҙ үҫтегеҙ инде.
Зилә. Эйе. Әсәй менән атай мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атайҙан яратылыу, уның алдына ултырып иркәләү нимә икәнен белмәйем. Шуғамы икән, уны гел күргем килә торғайны. Әсәйҙән йыш мине алып барыуын һорай инем. Ниңә мин бала башым менән атайыма барыу мөмкинлеген эҙләйем, ә ул, өлкән кеше, мине күрәм, тип ынтылмай, тип үсегә лә инем. Атайым тураһында күп һорашҡас, әсәйем ҡурҡҡан. Был атаһында ғына ҡалып ҡуйыр инде, тип уйлаған. Шунан, мине күрһәтәм тип йөрөгәндә, 6-сы класта булғанымда, атайым үлде лә ҡуйҙы. Күрешә алманыҡ. Иланым ғына...
“Шоңҡар”ҙар. Атай яғынан туғандарығыҙ менән аралашаһығыҙмы?
Зилә. Башта атайымдың туғандарын эҙләмәнем. Быға нимәлер кәрәк, тип әйтерҙәр тип ҡурҡтым. Шунан инде үҙем кейәүгә сығып, балам булғас: “Миңә һеҙҙән бер ни кәрәкмәй, ғаиләм бар, донъям тулы. Туғандарымды тапҡым килә”, — тип хат ебәрҙем. Шулай яҙыша башланыҡ. Әммә Советтар Союзы юҡҡа сығып, күсенеп йөрөп, аралар кире өҙөлдө, юғалыштыҡ. 2001 йылда Бөрө ҡалаһына концерт менән барғас, эргәмә ике ҡыҙыҡай килде лә: “Һеҙҙең атайығыҙ Мазһармы?” — тинеләр. Шул һорауҙан барыһын аңлап ҡалдым да илай башланым. “Ә һеҙ кем?” — тием. “Һеҙҙең атайығыҙ менән беҙҙең өләсәй бер туған”, — тинеләр. Баҡтиһәң, мине телевидениенан күптән ҡарап, “беҙҙең ҡыҙ” тип белеп ултырғандар. Шунан аралашып киттек.
“Шоңҡар”ҙар. Атайығыҙҙың ҡәберенә барғанығыҙ булдымы?
Зилә. Өфөлә йәшәгән апайым бар. Шуның менән атайымдың ҡәберен эҙләргә булдыҡ. Ул Өфөлә күмелгән. Архивтар аша урынын, ерен белдек. Әммә ул ҡәберлектә атайымдың түгел, икенсе кеше фамилияһы яҙылған. Аҙаҡтан ғына ҡаралмаған ҡәбер ерҙәрен башҡаларға биргәндәрен белдек. Атайымдың ҡәбере юҡ. Бара торған ерем юҡ...
Апайым шунда иҫләп ҡалды. Биш йыл элек атай уның әсәһенең төшөнә ингән дә. “Кеше ызбасында ятам”, — тип әйткән. Аптыраныҡ. “Килеп хәлемде лә белмәгәс, ҡәберемде тартып алдылар”, — тип әйтергә теләгәнме икән?
Бына әле шуны уйлап ҡуям: эшләгән эштәребеҙ кире әйләнеп ҡайта. Атайыма мин уға барғым килә, ул миңә килмәй, тип үпкәләгән инем. Ул үлгәс тә, әйләнеп ҡайтты. Хәҙер уға барһаң да, ҡәбере юҡ. Кеше ҡәберен кире ҡаҙып йөрөп тә булмай. Нисек хәл итергә белмәйем.
“Шоңҡар”ҙар. Ян, ә һеҙҙең атайығыҙға үпкә бармы?
Ян. Юҡ тип әйтеп булмай. Әсәй аварияға эләккәндән һуң кемдең кем икәне яҡшы күренде.
Зилә. Авария, ысынлап та, кешеләргә ҡарашты үҙгәртте. Тора алмай ятҡанда күпме ыҙаланыҡ. Аяҡҡа баҫҡас та, тормош еңеләйеп китмәне. Оҙаҡ ултыра алмағас, эшләп тә булмай. Бер-ике ай эшләйем дә китергә мәжбүр булам. Бер кем дә һинең хәлеңде аңларға тырышмай. Осон осҡа саҡ ялғайбыҙ. Ә Яндың атаһы улының хәлен дә һорашманы. Нимә ашай? Нимә кейеп йөрөй?.. Бынан һуң минең уға ҡарата хөрмәт тигән нәмәм бөтөнләй бөттө.
“Шоңҡар”ҙар. Авариянан һуң концерттарға нисек транспорттың артҡы урындарында ятып, сәхнәнән сыҡҡас та алдан әҙерләп ҡуйған урынға йығылғанығыҙҙы уҡып, тетрәнгәйнем...
Зилә. Эйе, бик ҙур һынау булды. Авариянан һуң аҡса бөтөнләй юҡ, әсәйҙең пенсияһына ғына ҡарап ҡалғанбыҙ. Баш күтәрә алмай ятам. Ике күҙем түбә мөйөшөндә торған ауҙа. Шуны алып ташларлыҡ та хәл юҡ. Әсәйҙең пенсияһына тиклем ике көн ҡалды. Ә өйҙә бер валсыҡ икмәк тә тапмаҫһың. Ашарға бөтөнләй бер нәмә лә юҡ. Кемдән һорарға? Нисек аҙаҡ ҡайтарырға? Аптырап, уйланып ятҡанымда ишек туҡылдатып дуҫым Венера Ситдыҡова килеп инде. Стәрлегә Өфөнән командировкаға килгән. Ә үҙе менән бер тоҡ картуф һөйрәп алған. Ә бит ул таксиҙа йөрөй. Шуны иҫләһәм, илағым килә...
“Шоңҡар”ҙар. Нисек был ауырлыҡтарҙы күтәреп сыҡтығыҙ?
Зилә. Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора. Бына әле бер хәл иҫкә төштө. Яңы аяҡҡа баҫып йөрөй башлаған инем. Ишеккә туҡылдаталар. Асһам, балаһы менән ир тора. “Беҙ — ҡасаҡтар. Аҡсабыҙ юҡ, ярҙам итегеҙ”, — ти. Тәнемдән ток йүгереп үттеме ни?! “Ир башың менән һоранып йөрөйһөң. Мин шундай хәлдә, бер тин аҡсаһыҙ ултырам. Һин ир башың менән минән һоранып йөрөйһөң. Балаңа нимә өйрәтәһең!” — тип әйткеләп сығарҙым. Хатта балаға бер нәмә лә бирмәнем. Шунан һуң һорансыланған кешеләр­гә бер тин дә тоттормайым. Мыжып, һоранып йөрөмәйем. Өйҙә ултырып та аҡса эшләргә өйрәндем. Рефераттар, курс эштәре, мәҡәләләр яҙа торғайным. Филолог белемем булмаһа ла, бер кешегә кандидатлыҡ та яҙып бирҙем. Шунан һуң 2004 йылда БДУ-ға уҡырға ла индем.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙең эшмәкәрлекте күҙәтеп өлгөрөп булмай: гастролдәр, кейеҙ баҫыу, уҡытыуҙар, фильмдар төшөрөү. Шул арала туйҙарға ла йөрөп өлгөрәһегеҙ...
Зилә. Хәҙер инде ҡасандыр үҙем өйләндергән парҙарҙың балаларына туй үткәрә башланым. Шулай ҙа туйҙарға йыш йөрөмәйем. Ысынын әйткәндә, үҙем эсмәгәс, иҫерек кешеләр алдын­да торғо ла килмәй. Етмәһә, элекке травмалар тойола, көнө буйы йөрөп, аҙаҡ бер нисә көн тора алмай ятыла. Шуға ла ҙур ғына хаҡ ҡуям да, риза булһа булалар, булмаһа — юҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Эш тәү сиратта аҡса килтерергә тейешме әллә ҡәнәғәтлекме?
Зилә. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тигән мәҡәл бар бит әле. Хәҙер бөтә мәҡәлдәр ҙә тиҫкәрегә әйләнде. Ҡайһы саҡ хатта ахрызаманда йәшәйбеҙ һымаҡ булып китә. Һынауҙар ирҙең ир икәнен, ҡатындың ҡатын икәнен иҫләтергә ебәрелгәндер, тип тә уйлап ҡуям. Шуға ла был мәҡәлде мин “бер дуҫым булһын да, йөҙ һум аҡсам булһын” тип әйтер инем. Сөнки бөгөн аҡсаһыҙ бер ни эшләп булмай. Заманы шулай. Ә үҙемә килгәндә, аҡса өсөн генә теләһә ниндәй эш башҡара алмайым. Мотлаҡ күңелемә ятҡаны булырға тейеш.
Ян. Тәү сиратта, әлбиттә, күңел ҡәнәғәт булһын ине. Әммә бөгөнгө көндә тәүге урында – аҡса. Концерт ваҡытында дүрт тапҡыр сәхнәгә сыҡһаң, беренсеһе — ҡәнәғәтлек өсөн, ҡалған өсәүһе — аҡса өсөн.
“Шоңҡар”ҙар. Һеҙҙеңсә, бәхет нимә ул?
Зилә. Бәхет кәйефтән торалыр ул. Аллаһ Тәғәләгә мин шул тиклем рәхмәтле! Талант, баш, аҡыл биргән. Ниндәй һәләтле, матур улым бар. Һынауҙары ла күп булды, әлбиттә. Әммә уларҙы йырып сығырға көс тә бар. Шуға үҙемде бәхетле тип һанайым. Әммә шундай көндәр була, үҙеңде донъялағы иң бәхтеһеҙ кеше итеп тояһың. Бына мин, мәҫәлән, атайһыҙмын. Үҙемде бәхетле тип әйтә аламмы икән? Шул уҡ ваҡытта уйлайһың, ә ни өсөн мин атайымды иҫләп, төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға тейешмен? Бәхетте кеше үҙе яһай. Теләһәң, көн дә бәхетле булырға була.
“Шоңҡар”ҙар. Ян, ә һеҙ бөгөн үк үҙем менән, тормошом менән ҡәнәғәтмен тип әйтә алаһығыҙмы?
Ян. Ҡәнәғәт булһаң, карауатҡа менеп, аяҡ күтәреп тик ятырға була. Һәр саҡ нимәгәлер ынтылырға кәрәк, минеңсә. Бөтә нәмәң булһа, йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ була түгелме? Ул саҡта депрессия ла башланырға әҙер тора.
“Шоңҡар”ҙар. Ниндәй уй-хыялдар менән янаһығыҙ?
Ян. Ижадҡа ҡағылышлы мөһим ваҡиға — яҙғыһын Өфөлә концертымды үткәреү уйы менән янып йөрөйөм.
Зилә. Пландар күп. Алда кешеләрҙе бейеп аптыратҡым килә. Кейеҙен дә баҫырмын, фильмдар ҙа төшөрөрмөн. Тағы бер ҙур хыял — ашыҡ уйынын тергеҙеү. Йырҙарын да йырларға, яңыларын да яҙҙырырға теләк бар. Иң мөһиме — ошо юлдан яҙлыҡмаҫҡа!
“Шоңҡар”ҙар. Һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!


Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: