Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
8 Ғинуар 2023, 18:51

"Талантһыҙ кеше булмай..."

– Һеҙ Нәсимә апай менән һәр ваҡыт бергә – өйҙә лә, эштә лә, сәхнәлә лә. Икегеҙҙең дә сәнғәт кешеһе булыуы донъя көткәндә ҡамасауламаймы? – Киреһенсә, уңайлы. Бергә эшләгәс, артист тормошоноң ауырлығын да, юл мәшәҡәттәрен дә, һуңға ҡалып ҡайтыуҙың сәбәбен дә аңлап ҡабул итәбеҙ.

"Талантһыҙ кеше булмай..."
"Талантһыҙ кеше булмай..."

Ул йырлар өсөн генә тыуған аҫыл зат: иҫ киткес моңло, һирәктәргә генә хас киң диапазонлы, ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы. Һис кем менән бутарлыҡ, сағыштырырлыҡ түгел. Репертуары ла бай һәм мәғәнәле – башҡорт халыҡ йырҙарын ҙур теләк менән башҡара, алтын фондҡа ингән ретро йырҙарға ла өҫтөнлөк бирә. Ә инде бөгөнгө эстрада йырҙарының юғары кимәлгә эйә булыуын беҙ тап уның башҡарыуы аша аңлайбыҙ: “Устарыма һал һин йөрәгеңде”, “Ер ҡыҙы”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Фәрештәм” һәм башҡалар.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Баймаҡ таланты Азамат ТИМЕРОВ – алдына әллә ни ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәмәһә лә, бар моңон, булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған юғары мәҙәниәтле шәхес. Шул уҡ ваҡытта ул ябай, ихлас, хатта бер аҙ шаян да булып ҡала белә.

– Азамат ағай, һеҙҙәге ҡабатланмаҫ таланттың нигеҙе нимәлә, тип уйлайһығыҙ? Бала саҡтан йырланығыҙмы?
– Нәҫелдән килгән һәләттә һәм өйҙәге тәрбиәләлер тим. Әсәйем Әбйәлил районы Таштимер ауылында тыуған. Данлыҡлы Хызыровтар, йәғни йырсылар нәҫеленән. Думбыра сиртеп, гел генә йырлап йөрөр ине. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, уны Семеновск ауылына йүнәлтмә менән эшкә ебәрәләр һәм атайым менән танышып, ғаилә ҡоралар. Ә атайымдың атаһы Сәғәҙей ҡар­тайым бик оҫта ҡурайсы булған, еҙ ҡурайы менән төшкән фотоһы ла бар. Атайым гармунда уйнаны, халыҡ йырҙарын да еңел генә итеп башҡарҙы. Тыны иркен ине. Икеһен дә ауылдың үҙешмәкәр артистары тип әйтергә була.
Бала әсә ҡарынында уҡ барыһын да тыңлап, аңлап ята, тиҙәр бит. Әсәй менән атайҙың йыр-моңға булған һөйөүе миңә шулай күскәндер тим. Үҙемде белә-белгәндән йыр тыңларға яраттым. Концерт булһа, еңмешләнеп, атай-әсәйгә йә ағайҙарға эйәреп барам, урын булмаһа, сәхнә алдында иҙәнгә ятып ҡарай торғайным. Әммә сәнғәткә тальян гармун, баян аша килдем. Балалар баҡсаһында аккордеонға оҡшаш музыка ҡоралы бар ине, шунда үҙ аллы бейеү көйҙәре сығара торғайным. Унда эшләгән әсәйем: “Шаулама, башҡаларға ҡамасау­лайһың бит!” – тигәс, иркенләп уйнар өсөн асҡыс һорап алам да, иртән иртүк барып уйнайым. “Был бала бик талантлы булмаҡсы!” – тигән һүҙҙәрҙе тәүләп шул саҡта ишеттем. Беҙҙең күршелә Йомағужа тигән бик оло олатай йәшәне, ул миндәге ынтылышты күреп, “Казань” тигән тальян гармунын биреп тора башланы. Өйҙә генә уйнап күңел булмай, тышҡа сыҡҡы килә. Яҙ етеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлаһа, ҡыйыҡта ҡар ҡалмай. Ә ерҙә күләүек, бысраҡ. Мин ҡыйыҡ башына менеп, шиферға ултырып, шунда уйнай башланым. Урамдан үтеүселәр туҡтап, тыңлап тора. Ә йәй ҡапҡа төбөнә сығам – урам халҡы, йәштәр йыйылып китә. Ниңәлер Композитор тигән ҡушамат та таҡтылар. Беҙгә ҡунаҡ килһә, мин мотлаҡ уларҙы бейетәм. Күреккә аҡса һалалар – тағы ла дәртләнеп китәм. Ауылда гармунсылар күп кенә була торғайны, минең талантты үҫтерергә була шулай әйҙәләгәндәрҙер тип уйлап ҡуям. Хатта әсәйҙәр менән бергә ҡунаҡҡа саҡыра торғайнылар. Абдулла Рәхмәтуллин тигән дуҫым бар ине, икәүләп бергә уйнар өсөн, гармун күтәреп бер-беребеҙгә йөрөштөк. Минең талант әсәйемә лә ярҙам итте: балалар баҡсаһында үткән байрамдарҙа кескәйҙәрҙе йырлата, бейетә торғайным. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуым 1-се класта уҡығанда булды. Ата-әсәләр йыйылышы алдынан концерт ҡуйырға тейеш инек. Мин таҡмаҡтар уйнарға өйрәндем. Алып барыусы ҡыҙ сыҡты ла: “Азамат Тимеров башҡарыуында халыҡ көйҙәренә теҙмә!” – тип иғлан итте. Сәхнәгә сығып ултырҙым да ниндәй көйҙән башларға белмәй, аптырап ҡалдым. Ҡул сабалар, “башла” тип ҡысҡыралар. Ә мин башымды эйеп тик ултырам. Уҡытыусыбыҙ Нәғимә Ниғәмәт ҡыҙы ахыры: “Ярай, Азамат икенсе концертта уйнар”, – тип етәкләп алып сыҡты. Ҡайтырға сыҡҡас, әсәйем: “Ниңә уйнаманың, улым?” – тип һораны. Ҙур репертуарым булғандай: “Нимә уйнарға икәнен әйтмәнеләр бит”, – тигән булам.
Бәләкәй генә йортта биш бала үҫтек. Йырға һәләт бөтәбеҙҙә лә булды, тик минән башҡалар йырламаны. Әйткәндәй, оло ағайымды гармунда уйнарға мин өйрәттем. Миңә, әйҙә лә әйҙә тип, мунсаға алып бара ла өйрәтергә ҡуша. Шулайтып хитлана торғас, 2 – 3 көй уйнарға өйрәнеп алды. Һаман да шуларҙы уйнай. Еңгәйем йырларға ярата, хәҙер уға ҡушылып йырлап та ебәрә. Бала саҡта ныҡлап шөғөлләнһә, таланты үҫер ине. Ҡолағына айыу баҫҡан тигән сағыштырыу менән килешмәйем. Бөтөнләй талантһыҙ кеше булмай. Көн һайын шөғөлләнә-шөғөлләнә кеше оҫтара, үҫә. Мәктәптә уҡый башлағас, тәүҙә хорҙа солист итеп йырлата торғайнылар. Бер осор мәктәптә инструменталь ансамбль төҙөп ебәрҙек. Мин гармун уйнайым, башҡалар ҡушыла: кемдер салғыла, кемдер бысҡыла көй сығара, ҡалаҡ һуғалар, ҡумыҙ сиртәләр, ҡурай уйнайҙар. Йәйге каникулдарға Таштимергә ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Минең талантымды, киләсәктә сәнғәт юлынан китеремде күҙаллаптыр, бер барғанымда Әминә инәйем баян бүләк итте. Ә ул ҡушылып йырлар өсөн уңайлы – төрлө тональность һайлап була. Шунан һуң йырлай башланым һәм йырға ла талантым барлығы асыҡланды. Өйҙә Ғүмәр Әбделмәнов, Рамаҙан Йәнбәковтарҙың пластинкалары бар ине, шуларҙы тыңлап, хатта уларға оҡшатыңҡырап йырлай инем.
– Өфөгә килеп, махсус музыка мәктәбендә уҡып ҡарарға тигән теләк булманымы?
– Булды. Музыка мәктәбенең баян класында уҡырға хыяллана инем. Атай менән әсәйҙең дә Өфөгә ебәрергә уйы бар ине, тик ауыл кешеһенең мәшәҡәте бөтмәй бит, йыл һайын нисектер кисектерелә килде. Хәҙер генә аңлайым: миңә ныҡышмаллыҡ күрһәтергә кәрәк булған.
Ә аҙаҡ, мәктәпте тамамлаған ваҡытта, сәнғәт юлынан китеүемә атай риза булманы. “Ундай тормош тормош түгел инде ул!” – ти торғайны. Шуға Баймаҡ һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерергә булып киттем. 1987 йылда әрме сафына алындым. Ике йылдан ҡайтҡас, ауылдағы алтын йыуыу фабрикаһына һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым. Үҙем эшләп йөрөйөм, ә күңелгә нимәлер етмәй. Уйландыра, йырлағы килә. Район мәҙәниәт йортонда минең йырлағанды белеп ҡалдылар ҙа концерттарҙа ҡатнашырға саҡыра башланылар. Бер үҙемде алырға “Кубань” автобусы ебәрәләр. Аҙаҡ “Москвич” машинаһы килә башланы. Күңел күтәрелде, рәхәтләнеп йырлайым. Эшкә саҡырҙылар, тик минең махсус белем булмағас, ҡыйынһындым. Шулай ҙа яҙға табан Салауат Юлаев паркына художество етәксе итеп эшкә тәғәйенләндем. “Һинең урының ҙур сәхнәлә, уҡырға, үҫергә кәрәк”, – тип әйтә башланылар. Тағы ла бер ваҡиға күңелгә ҡыйыулыҡ бирҙе. Баймаҡ районы Яковлевка ауылында йырсылар конкурсы үтте. Мәҙәниәт йортонда эшләгән Ғәзизйән ағай Ҡашҡаровтың тәҡдиме менән ҡатнашып ҡарарға булдым. Көтмәгәндә 1-се урын яулап, транзистор менән бүләкләндем. Шунда мине композитор Юлай ағай Моратов күреп, хәтерләп ҡалған. Йәй башында Сибайҙан велосипед менән беҙҙең ауылға килеп, Рәмил Ҡолдәүләтовтың шиғырына ижад иткән “Һыулы үҙәк” йырын тәҡдим итте. Бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул да сәнғәт училищеһына барырға өгөтләне. Һәм мин, документтарҙы тупланым да, Өфөгә сығып киттем. Ул ваҡытҡа инде атайым да минең толҡа тапмай йөрөгәнде аңлағандыр инде, ҡаршы төшмәне. Ҡайтып инһәм: “Композиторыбыҙ ҡайтты!” – тип шаярта ине.
– Уҡырға инеү, уҡыу ауыр булдымы? Ни тиһәң дә, һеҙҙең махсус музыкаль белемегеҙ булмаған бит...
– Ауыр тип әйтмәҫ инем. Эйе, конкурс бик ҙур булды. Мин үҙем баянда уйнап, башҡорт халыҡ йырҙары “Азамат” менән “Ильяс”ты башҡарҙым. Миңә, уҡыу программаһын ҡыуып етеү шарты менән, тура 2-се курста уҡый башларға тәҡдим иттеләр. Ризалаштым. Курсташтарымдың яртыһы ауылдан килгән ябай егет-ҡыҙҙар ине, күбеһенең махсус белеме булманы. Шуғалыр тиҙ генә 1-се курс программаһын үҙләштерҙем. Аңламаған ерҙәрҙә: “Башҡа фәндәр кәрәкмәй миңә, уҡымаһам да була. Ошо йырға ғына уҡып сығайым әле”, – тип шаярта торғайным. Вокал уҡытыусым Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Джон Мусин булды. Дәүләт имтихандарында иһә итальян, рус телдәрендә йырланым, тағы ла башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарҙым. Баныу Вәлиева комиссия рәйесе ине, бик оҡшатты: “Бишле”нән дә юғарыраҡ баһаға лайыҡһың!” – тигәйне.
Студент йылдары бик күңелле үтеп китте. Әйткәндәй, тәүге йылды бер нисә аҙна уҡыу менән студенттарҙы ниндәйҙер колхоздың сөгөлдөрөн йыйырға алып киттеләр. Ә Юлай ағайҙың “Һыулы үҙәк” йырын студияла яҙҙырып, радиоға тапшырған инек. Эфирға сығасаҡ ваҡытын алдан әйткәйнеләр, уны баҫыуҙа, курс­таштарым менән бергә бүләк транзистор аша тыңланыҡ. Ул саҡта йәшләй генә радиоға йыр биреү күренеше юҡ ине, шунда уҡ “йондоҙ”ға әүерелдем. “Һин ниңә уҡырға килдең ул? Былай ҙа йырлайһың бит!” – тип аптырашҡан булдылар.
– Ә ҙур сәхнәлә тәүге сығышығыҙ ҡасан булды?
– 1992 йылда “Яҙғы моңдар” конкурсында ҡатнаштым. Өфө ҡалаһындағы тәүге ҙур сығышым шул ине. Бик көслө йырсылар ҡатнашты унда. “Урал” йырын башҡарып, лауреат булдым. Уға тиклем курсташтар менән концерт программаһы төҙөп, бер нисә районда гастролдәрҙә йөрөгән булды. Тағы ла бала саҡтан йырҙарын тыңлап үҫкән мәшһүр йырсылар менән дә танышыу студент йылдарына тура килде. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәков һәм башҡа йырсылар менән бергә йәштәрҙе лә ҡатнаштырып, филармонияла халыҡ йырҙарынан торған концерт үткәрҙеләр. Мин йырлап сыҡҡас, Сөләймән ағай: “Үҫәргәндәнһеңдер, моғайын”, – тип ҡосаҡлап алды. “Ниндәй үҫәргән булһын ул? Беҙҙең Баймаҡ егете!” – тип Рамаҙан ағай шунда уҡ ҡаршы әйтеп, яҡташлығын белдереп ҡуйҙы.
– Нәсимә апай менән дә студент саҡта танышып, ғаилә ҡорғанһығыҙ. Ул күңелегеҙҙе ниндәй холҡо менән яуланы?
– Эйе, беҙ уның менән бер курста уҡыныҡ. Бер райондан булһаҡ та, бер-беребеҙҙе бөтөнләй белмәй инек. Уҡырға килеү менән миңә Баймаҡтан бер ҡыҙ бар, тип әйткәйнеләр. Танышыу өсөн уны эҙләп, бүлмәһенә барҙым. Өйҙә юҡ ине, көтөп ултырҙым. Ишектән инеп, күреү менән ул мине атаһына оҡшатҡан. Таныштыҡ, бер аҙ һөйләшеп ултырҙыҡ та баянымды килтереп, йырлаша башланыҡ. Ул тәү сиратта минең йырлауыма ғашиҡ булған. “Бәхетенән булып, һине аңлаған, талантыңды үҫтергән ҡатын тура килһә ярар ине”, – тип уйланым тине аҙаҡтан. Тәүҙә яҡташтар кеүек аралаштыҡ, ағай тип йөрөтә торғайны. Сольфеджио, гармония дәрестәрен аңламай инем, һәр ваҡыт ярҙам итте. Шул ярҙамсыллығы, ихласлығы менән күңелемде яулағандыр, яйлап ҡына ғашиҡ булдым. Дуҫлыҡ тәҡдим иткәс, аптырап ҡалды. Юғиһә, үҙенең әхирәттәрен димләй башлағайны бит. Йәйге каникулға ҡайтҡас, бер аҙнала ҡайным-ҡәйнәмдәр менән таныштым. Икенсе аҙнала атай-әсәйемде эйәртеп барып, никах уҡыттыҡ. Ҡайным: “Тәүҙә уҡып бөтөгөҙ әле”, – тип ҡаршы төшөп маташты. Баян уйнап, йырлап күрһәткәйнем, ризалашты. Башҡаса ҡаршы һүҙ әйтмәне. Шулай итеп, февраль айында дуҫлаша башлағайныҡ, йәйге каникулдар аҙағында өйләнешеп, 3-сө курсты ғаилә пары булып уҡый башланыҡ. Ауырлыҡ һиҙелмәне – дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәнек, ауылдан тоҡ-тоҡ аҙыҡ-түлек килеп торҙо, стипендия алдыҡ.
Нәсимә бала саҡта бейеүсе булырға хыялланған. Темәс мәктәбенең бейеү ансамбле менән улар күп кенә конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашҡандар, хатта Киев ҡалаһында ла сығыш яһағандар. Тик ҡайным уның сәнғәт юлынан китеүенә ҡаршы булған. Йылайырҙа бухгалтерҙар курсын тамамлаған. Мәктәп һәм студент йылдарында мәҙәни сараларҙы ойоштороп йөрөгән. Бер йыл эшләп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас ҡына, сәнғәткә килергә батырсылыҡ иткән ул. Бейеүсегә уҡырға һуң тип вокал буйынса имтихан тапшырған. Яҙмыш беҙҙе шулай осраштырҙы. Быйыл ғаилә ҡороуыбыҙға 30 йыл тулды. Аллаға шөкөр, ике ул үҫтерҙек. Урал улымдың йырға, моңға һәләте булһа ла, сәнғәт юлын һайламаны. Хәйер, бейеү менән шөғөлләнә. Ә Арыҫлан Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. Йырлай, саксофонда ла уйнай, көйҙәр ижад итә.
– Һеҙ Сибай дәүләт филармонияһының тәүге артистары, уны оло юлға сығарыусылар. Шул саҡта баш ҡаланан киткәнегеҙгә үкенмәйһегеҙме?
– Сәнғәт училищеһын тамамлағас, юғары белем алырмын, опера йырсыһы булырмын тип уйлай инем. Сөнки тәү осор аңлап етмәһәм дә, тыңлай-тыңлай опера сәнғәте оҡшай башлағайны. Шулай ҙа беҙ фатир бирәбеҙ, тигәстәр, Сибайға юлландыҡ. Өс бүлмәле фатирлы булыу ул саҡта төшкә лә инмәгән, хыял да итмәгән байлыҡ ине. Ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһенән һуң ул беҙгә хан һарайы кеүек тойолдо. Зиннур ағай Йәрмөхәмәтовҡа рәхмәт, урыны ожмах түрҙәрендә булһын! Ул көндәрҙе иҫләһәң, иҫ китерлек инде. Өс бүлмә, йыһаз юҡ, аҡса ла наҡыҫ. Иң тәүҙә бәләкәй генә карауат һатып алдыҡ. “Яҙғы моңдар” конкурсында ҡиммәтле баян менән бүләкләгәйнеләр, шуны һаттым. Аҡсаһына һыуытҡыс, диван, стенка, телевизор алдыҡ. Һәм беҙ йәш артистар араһындағы иң бай кешеләргә әүерелдек тә ҡуйҙыҡ.
Сибайҙы һайлағанға һис кенә лә үкенмәйбеҙ. Ҡолас йәйеп, рәхәтләнеп эшләнек. Яңы асылған филармония гөрләп торҙо: йыл һайын тигәндәй сольный концерт программаһы сығарабыҙ, гастролдәргә йөрөйбөҙ, һәр яҡтан иғтибар үҙәгендә булдыҡ. Режиссер Әлмира Ҡыуатова беҙгә тотош тормош университеты, оҫталыҡ мәктәбе үткәрҙе. Сәхнәлә нимә әйтергә, нисек тороп йырларға, ниндәй кейем һайларға – ғөмүмән, бөгөнгө оҫталыҡ Сибайҙа тупланды. Әллә ниндәй идеялар табып, улар менән беҙҙе лә ҡабындырып, матур-матур концерттар ҡуйҙы. Хатта “Ғәлиәбаныу” спектаклен дә сәхнәләштерергә тура килде. Атай-әсәйҙәргә яҡын булыу ҙа уңайлы ине: гастролдәрҙә саҡта Урал һәр ваҡыт улар менән ҡалды. Сөнки ул йылдарҙа памперс, ҡатнаш аҙыҡ кеүек уңайлылыҡтар юҡ ине бит. Бала менән юлда йөрөү мәшәҡәтле булды. Ныҡлы аяҡҡа баҫҡансы аҙыҡ-түлек менән дә ауылдан ярҙам килеп торҙо.
– Ә 14 йылдан һуң ҡабат Өфөнө яулау күңел талабы инеме, әллә үҫешкә илткән юл инеме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ижад өсөн кәртәләр юҡ. Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, йырларға була. Беҙҙең баш ҡалаға күсеүҙең төп сәбәбе – балалар. Улар үҫә килә белем алыу өсөн барыбер Өфөгә юлланасаҡ. Ә ата-әсә өсөн уларҙы йәшләй генә ситкә ебәреү бик ауыр. Шул турала уйлана башлаған мәл ине, беҙҙе “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә саҡырҙылар. Был беҙгә ҡуҙғалып сығып китергә сәбәп булды. Фатир мәсьәләһе лә еңел генә хәл ителде: Сибайҙағын һатып, социаль торлаҡ программаһы буйынса тәүге иғәнә итеп кереттек.
– Ә мин һеҙҙе тура филармонияға эшкә килгән икән тип уйлағайным...
– Юҡ, Өфөләге тәүге эш урыны “Мираҫ”та булды. Тик беҙ ансамблдә эшләргә өйрәнеп китә алманыҡ. Нәсимә менән үҙебеҙҙең студияны асып, гастролдәргә йөрөргә булдыҡ. Маршрут ҡағыҙы алырға Мәҙәниәт министрлығына барғайныҡ, шунда филармонияға ҡоҙаланылар. Мине яңы асылған эстрада төркөмөнә етәксе итеп тәғәйенләнеләр, ә Нәсимә йырлауҙан тыш администратор вазифаһын да башҡарҙы. 2016 йылдан ул хаҡлы ялға сыҡты, хәҙер Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда “Ауаз” фольклор ансамблен ойоштороп, етәкләй. Ә мин филармонияның әҙәби-музыкаль лекторийына күстем.
– Ижадтағы уңыштар “йондоҙ ауырыуы”на килтермәнеме?
– Аллаға шөкөр, ул миндә бөтөнләй юҡ. Халыҡ араһында йөрөйөм, шаярып-көлөп тә ебәрәм. Хатта ҡайһы бер коллегалар: “Ул тиклем ябай булма, һин бит артист!” – тип әйтә. Ә маһайыу миңә хас түгел. Ошолайтып, иркенләп аралашып, һөйләшеп ултырыу үҙе бер йәм бит ул!
– Репертуар нисек туплайһығыҙ? Заманса йырҙарға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Сибайҙа саҡта проблема булманы – Хисмәт Дәүләтов, Юлай Моратов, Мәхмүт Бикҡолов, Зөһрә Фәйзуллина, Юлай Үҙәнбаев һәм башҡалар – тотош “композиторҙар фабрикаһы” була торғайны. Улар ижад иткән һәр йырын беҙгә тыңлата, беҙ һайлап ала торғайныҡ. Хатта улар беҙҙең тауышҡа, зауыҡҡа тап килгән йырҙарҙы алдан белеп, махсус яҙа торғайнылар. Хәҙер ҙә тәҡдим итәләр ул, тик күңелгә ятҡаны һирәк осрай. Ә күңелгә ятмаһа, уны йырлауы ауыр. Йыр һүҙҙәренең – мәғәнәһе, көйөнөң гармонияһы булырға тейеш. Шуға ла мин һуңғы йылдарҙа башлыса халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең композиторҙарҙың классик әҫәрҙәрен башҡарам. Халыҡ ижады – ул сәнғәт башланғысы, нигеҙе, шуны оноторға ярамай. Ә эстрада мәңгелек түгел, тыуып тора, юғала бара.
Ә йәштәрҙең үҙ алымы. Улар күберәк Европа йүнәлешен тыңлайҙар. Мәҫәлән, үҙемдең малайҙарым тыңлаған йырҙарҙы аңлап бөтмәйем. Әммә тәнҡитләмәйем, бәхәсләшмәйем. Күптән түгел Арыҫлан заманса эшкәртелгән вариантта “Устарыма һал һин йөрәгеңде” йырын дуэт менән башҡарырға тәҡдим итте. “Йырлай алһаң – ризамын!” – тинем.
– Концерттарҙа түгел, ә ябай мәжлестәрҙә һеҙҙән ниндәй йырҙар йырлауығыҙҙы һорайҙар?
– Төрлөсә. Күберәк йә халыҡ йә әле әйткән “Устарыма һал һин йөрәгеңде” йырын һорайҙар. Бер уйлап ҡараһаң, ул бит мәжлес йыры түгел. “Буранбай” кеүек ике октавалыҡ йыр, башҡарыуы ҡатмарлы. Әммә баш тартмайым.
– Һеҙҙе “Башҡорт йыры”, “Ирәндек моңдары” кеүек мәртәбәле, ҙур конкурстарға жюри итеп саҡыралар. Һеҙ йәштәргә ҡарата талапсанмы?
– Талапсан да, ғәҙел дә. Тик фекеремде ҡаты итеп, тураһын бәреп әйтмәйем. Йырсыларҙы тәнҡитләп, күңелен һындырғы килмәй, шуға тәнҡитте теләк кеүек һаҡ ҡына итеп, матурлап еткерергә тырышам. Шул уҡ ваҡытта йырҙың бәҫен дә төшөрөргә ярамай. Ҡыҫҡаһы, жюри булыу өсөн психолог булыу ҙа кәрәк. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә була. Ундайҙарға кәңәшем шул: кеше конкурсҡа килә икән, тәнҡиткә лә, еңелеүгә лә әҙер булырға тейеш.
– Һеҙ Нәсимә апай менән һәр ваҡыт бергә – өйҙә лә, эштә лә, сәхнәлә лә. Икегеҙҙең дә сәнғәт кешеһе булыуы донъя көткәндә ҡамасауламаймы?
– Киреһенсә, уңайлы. Бергә эшләгәс, артист тормошоноң ауырлығын да, юл мәшәҡәттәрен дә, һуңға ҡалып ҡайтыуҙың сәбәбен дә аңлап ҡабул итәбеҙ. Нимәгәлер әрләшеп, бәхәсләшеп киткәндә лә, эшкә барып инһәк, барыһы ла онотола. Йортта эш бүлешеп ултырыу бер ваҡытта ла булманы: юлдан ҡайтып инәбеҙ ҙә икәүләп ашарға бешерә башлайбыҙ. Өлгөрмәһә, ҡатыныма өй эштәрен башҡарырға ла ярҙам итәм. Хәҙер ҙә, “Ауаз” фольклор ансамбленең репетицияларына килеп, уға ярҙам итеп китәм. Ижадта ла, тормошта ла Нәсимә аҡыллы ҡатын, кәңәшсе була белә. Нимәлер эшләргә кәрәкһә, бер мәшәҡәткә лә, ауырлыҡҡа ла ҡарамайынса ул уны аҙағына тиклем алып барып еткерә. Ә миндә ундай ныҡышмаллыҡ юҡ.
Нәсимә холоҡ-фиғеле менән ҡәйнәмә оҡшаған. Ул да юҡ-барҙы һөйләп йөрөмәне. Шул тиклем әҙәпле, ҡунаҡсыл һәм уңған ҡатын ине. Нәсимә бар ғүмерен миңә арнаны, тиһәм, хата булмаҫ. Ижади пар булып танылыу яулаһаҡ та, мине һәр ваҡыт өҫтөн күрҙе, үҫтерҙе. Ял иткәнменме, сәхнәгә әҙерменме, ниндәй йыр йырлайым, ауырымайыммы – үҙенең ижадынан тыш минең турала ла хәстәрлек күрергә өлгөрҙө. Шуға ла барлыҡ уңыштарым менән уға рәхмәтлемен. Студент ваҡытта уҡ “Бәхет төнө” йырын икәүләп йырлай башлағайныҡ, 30 йыл эсендә байтаҡ дуэт сығарҙыҡ һәм ғаилә булараҡ танылыу яуланыҡ. Хәҙер инде ул диндә, сәхнәгә һирәк сыға. Әйткәндәй, уларҙың нәҫелендә элек-электән дин әһелдәре күп булған. Әмин ауылындағы мәсетте уның олатаһы Фәтхулла ишан төҙөткән. Ә хәҙер уның ейәне, минең ҡайнағам шул мәсетте тергеҙеп, имам-хатип вазифаһын башҡара. Улдарым да дин менән ҡыҙыҡһыналар.
– Хаҡлы ялға сығып, йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерәһегеҙме?
– Аллаға шөкөр, хаҡлы ялдамын. Шатланып, ең һыҙғанып эшләп йөрөйөм. Ә инде урын бушатығыҙ, тиһәләр, әрләшеп, тәмһеҙләшеп йөрөмәҫмен, тип уйлайым. Йыйылма концерттарҙа сығыш яһармын. Баян уйнай беләм, элекке һөнәрем дә онотолмаған. Һәр хәлдә, ҡул ҡаушырып ултырмаҫмын. Башыңа төшһә, бөтә эште лә өйрәнергә була. Ә хаҡлы ялдан трагедия яһарға ярамай.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Азамат ағай. Моңло йырҙарығыҙ менән тағы ла оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итергә насип булһын!


Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: