Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
21 Ғинуар 2023, 17:09

“Тәүәккәллек һәм сәм — ике ҡанатыбыҙ...”

– Ни генә тимә, бөгөнгө йәштәр икенсе. Улар йәмғиәттәге рухи ҡиммәттәрҙән алыҫлашып бара. Шуға күрә лә быға юл ҡуймаҫ өсөн дәүләт кимәлендә төрлө мөмкинлектәр асыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Йәштәргә иғтибар кәрәк.

“Тәүәккәллек һәм сәм —   ике ҡанатыбыҙ...”
“Тәүәккәллек һәм сәм — ике ҡанатыбыҙ...”

Рита Өмөтбаева халыҡҡа “Байыҡ”, “Башҡорт йыры”, “7 егет” кеүек сағыу проекттар авторы булараҡ таныш. Инде байтаҡ йылдар тамашасыларҙың юғары зауығын ҡандырған матур эштәр башҡара, рухи хазиналарыбыҙға ҡыҙыҡһыныу, иғтибар, һөйөү уята. Башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлап ҡалыуҙа, үҫтереүҙә уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

– Рита Рәшит ҡыҙы, халыҡ өсөн бөгөн генә түгел, киләсәктә лә кәрәге тейерҙәй, быуындан быуынға тапшырып булырҙай рухлы проекттар уйлап сығараһығыҙ. Шундай идеялар һеҙгә ниндәй шарттарҙа, нисегерәк килә?
– Проект идеяларын беҙ халыҡтан алабыҙ тип әйтергә мөмкин. Уның тын алышын тойоп, көнитмешен өйрәнеп, күҙәтеп килтереп сығарған эш. Бер һүҙ менән әйткәндә, был халыҡтың идеяһы һәм үҙенең дә ҡатнашыуы оло мәртәбә. Күңелгә инеп оялаған уй-ниәтте тормошҡа ашырмаһаҡ, күңелебеҙ булмай, тыныс ҡалыу мөмкин түгел. Әгәр ул халыҡтың йөрәгенә үтеп инә, уларға ниндәйҙер кимәлдә көс-дәрт өҫтәй, йәшәү мәғәнәһе лә бирә икән – беҙ бәхетле.
– Ә “7 егет” проекты ниндәй маҡсаттан сығып тыуғайны?
– Беҙҙә ҡатын-ҡыҙ өсөн тапшырыуҙар, йүнәлештәр бик күп, гүзәл заттың әүҙемлеге юғары кимәлдә. Ә ир-аттың абруйын күтәреү, йәмғиәттә уның культын булдырыу йәһәтенән ныҡ аҡһайбыҙ. Ысын ир-егет ниндәйерәк сифаттарға эйә? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатынан эшләнде лә инде был проект.
– Уны тап һеҙ күҙ алдына килтергәнсә тормошҡа ашырып булдымы?
– Телевидениела бер генә проектты ла йөҙ процентҡа үҙең теләгәнсә килтереп сығарып булмай. Сөнки ул команда эше. Оператор, режиссер, монтажсы, ҡатнашыусы һәм башҡалар үҙ өлөшөн индерә, эш барышында ниндәйҙер үҙгәрештәр ҙә булып китә. Идеяны аҙағына тиклем сайпылтмай ғына алып барып еткереүе ауырыраҡ. Шулай ҙа, күмәкләшеп килешеп, берҙәм көс һәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш шул тиклем ҡәҙерле һәм баһаһы һанап бөткөһөҙ.
— Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй, командағыҙ хаҡында гел йылы итеп телгә алаһығыҙ...
Команда йыйыу ҙур, етди эш. Әлеге ваҡытта бергә эшләгән егет һәм ҡыҙҙарҙан уңдым. Кемебеҙҙер проекттың күңеле булһа, икенсебеҙ аҡылы тип сағыштырыр инем. Йөрәк тибеше кеүек бер ритмда, үҙ-ара аңлашып эшләү мөһим. Режиссер-ҡуйыусы Альбина Ғәликәеваһыҙ һәм ҡораусы, монтажсы егетебеҙ Максим Байковһыҙ эште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Алып барыусыларыбыҙ Лилиә Ишмуллина менән Ильяс Ҡарабулатов – проекттың йөҙө. Йәштәребеҙ Айзилә Ҡотошова, Юлиә Фәсхетдинова, Юлиә Нәбиева, Ғайсар Миндеғолов, Руслан Зыязетдинов, Денис Абрамов, Лариса Ҡужагилдиналарҙың хеҙмәте мәшәҡәттәрҙе күпкә еңелләштерә. Һәр ваҡыт тәжрибә менән уртаҡлашҡан Франгизә Илбаҡова, Рәйсә Ҡазбулатовалар менән алтын урталыҡ табып, кәңәшләшеп проектты алып барып сығарабыҙ. Ошо командаға һәм "7 егет"те төшөрөүҙә ярҙамлашҡан Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ халҡына оло рәхмәттәремде белдерәм!
– Ашаған белмәй, тураған белә. Тамашасы күрмәгән ҡатмарлыҡтары күптер. Уларҙы нисек еңәһегеҙ?
– Барыһы ла эштең нисек ойошторолоуынан тора. Иң беренсе ошоно күҙ уңында тотоу – уңыштың нигеҙе. Команда менән уртаҡ тел табыу, бер-береңде ишетә белеү, аңларға тырышыу, кәрәк саҡта талапсанлыҡ һымаҡ сифаттар күп кенә ҡатмарлы хәлдәрҙе урап үтергә ярҙам итә. Инде нисәмә йыл төрлө кешеләр араһында эшләп, сетерекле ваҡиға­ларҙы йырып сығырға өйрәнеп бөттөк. Иң мөһиме – хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе халыҡты ҡыуандырһын, күңел түренә барып етһен.
– Ошондай ҙур, халыҡсан проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кешегә ниндәй сифаттар кәрәк тип уйлайһығыҙ?
– Уйлағаныңды башынан аҙағына тиклем тойомлай белеү мөһим. Уның тулы картинаһын күҙ алдына килтерергә кәрәк. Нисек башлана ул, кемдәр ҡатнаша, төп йөкмәткеһе ниндәй, маҡсаты нимәлә, проект аша еткерер һүҙем тосмо, бер кемде лә ҡабатламайбыҙмы? Барыһы ла күҙ уңында тотола.
– Гел халыҡ араһында, тормоштоң ҡап уртаһында ҡайнаған журналист һеҙ. Шул уҡ ваҡытта хужабикә, әсәй булып өлгөрөргә лә кәрәк бит әле. Тыныс, ғәмһеҙ генә йәшәргә теләгән мәлдәрегеҙ буламы?
– Була. Минең дә ашарға бешереп тыныс ҡына өйҙә ултырғым, сериал ҡарағым, бассейнға, салондарға ғына йөрөгөм килеп ҡуя. Әммә был беҙҙең эштә мөмкин түгел. Әле беҙ яҙғылыҡҡа әҙерләнәбеҙ. Яңы йыл тапшырыу­ҙарын иһә көҙ үк эшләй башланыҡ. Телевидение тормоштан күпкә алда бара һәм мин уны ысын мәғәнәһендә йәмғиәттең көҙгөһө тип әйтә алам.
– Тормошта төшөнкөлөккә бирелеп алған, ҡулға эш бармаған мәлдәр ҙә булғылай. Шундай осорҙарҙа нимә һеҙгә көс, дәрт биреп тора, алға әйҙәй?
– Кеше көс-дәртте үҙе булдыра. Үҙен үҙе рухи яҡтан көйләй ала. Төшөнкөлөккә бирелгән, тормоштоң кире яҡтарын ғына күргән кешеләр янында үҙемде эстән генә көйләп алам. Көйөп тә китәм, әммә элекке һымаҡ күңелемә яҡын алып ҡыҙмайым. Эш ваҡытында төрлө хәлдәр була, һәр беребеҙ кеше. Ул хаталанырға ла мөмкин, ғәфү ҙә үтенә. Ҡаты бәғерлеһе лә, изге күңеллеһе лә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн кешеләр уҫалыраҡ һәм көнсөллөк өҫтөнлөк итә. Шуға күрә мин көс-дәрт сығанағын үҙемдән һәм ошо проекттарҙан алам тип әйтә алам. ”7 егет”тә шул тиклем аҡыллы, дәрте ташып торған егеттәр ҡатнаша.
– Быйылғы “7 егет” проекты үткән йылдағынан нисек айырыла?
– Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен сағыл­дырған һәм ысын ир-егеттәрҙе асыуға ҡоролған проект һәр йыл айырыла, сөнки ҡатна­шыусылары үҙгәреп тора. Быйылғы егеттәр бик етеҙ, юморға бай, дәртлерәк. Шуға күрә эшебеҙ шәберәк тиҙлек менән, етеҙ барған һымаҡ. Егеттәр сәмлелеге менән алдыра. Әлеге ваҡытта еңеүсе батырыбыҙ ҙа билдәле – Учалы районынан Адик Шәймәрҙәнов. Белеүегеҙсә, егеттәргә бында ҡатнашыуы анһат түгел, ике аҙна эсендә халыҡтың барлыҡ кәсептәренә тотоноп ҡарайҙар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулыһынса тормош мәктәбен үтәләр тип әйтергә мөмкин. Түҙемлектә, ныҡышмалылыҡта, бер хәлдә лә юғалып ҡалмауҙа, аҡыл һәм көстә һыналалар.
– Бүләк мәсьәләһен нисек хәл итәһегеҙ, кемдәр спонсор булып тора?
– Был проектта беҙҙең иң төп приз – башҡорт тоҡомло ат. Быйыл уны Баймаҡ районындағы “Толпар” ат үрсетеү тоҡомсолоҡ предприятиеһы бүләк итте. Уның етәксеһе – Рафаэль Рим улы Сырлыбаев. Шулай уҡ һәр егетебеҙ аҡсалата премия алды. “РИА - Медоптик”, “Буринтех”, эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндар – беҙҙең бағымсылар. Әлбиттә, вәғәҙә итеп тә юҡҡа сығыусылар бар. Ошо һанап үткәндәр — ысынлап ярҙам иткән оло йөрәкле кешеләр, ҙур рәхмәтемде еткерәм!
– Йәштәр менән эшләйһегеҙ. Бөгөн уларҙың ниндәй төп үҙенсәлеген билдәләр инегеҙ?
– Ни генә тимә, бөгөнгө йәштәр икенсе. Улар йәмғиәттәге рухи ҡиммәттәрҙән алыҫлашып бара. Шуға күрә лә быға юл ҡуймаҫ өсөн дәүләт кимәлендә төрлө мөмкинлектәр асыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Йәштәргә иғтибар кәрәк. Уларҙы эшкә урынлаштырыу, аҡсалата ярҙам итеп дәртләндереп ебәреү ҙә мөһим. Минеңсә, йәш белгестәргә бөгөн таяныс була белеү кәрәк.
– “7 егет”кә эләгергә теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Иң мөһиме – тәүәккәллек һәм сәм. Ошо ике ҡанат барҙа ярышта ғына түгел, тормошта ла юғалып ҡалмаясаҡһың. Был реалити-шоу аша, ысынлап та, ауырлыҡтар алдында бирешмәҫтәй, рухлы егеттәр үтәлер тип уйлайым мин.
– Уңыштар һеҙгә!

 

Гөлсинә ЙОСОПОВА.

Автор:
Читайте нас: