Алтын малай ҡушаматы алған Илгиз АБДРАХМАНОВ алтын көҙҙөң тәүге көндәренән үк әүҙем эш башланы. Йырсының тәүге аҙымдарына, бөгөнгө тормошона байҡау яһап, әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Илгиз, һинең өсөн йыл да, әле генә асылған ижад миҙгеле лә бик ҡыҙыу башланды, буғай. Яңы альбом, гастролдәр, концерттар... Ҡыҫҡаһы, һин үҙеңдең 20 йыллыҡ ижад юлыңды билдәләп үттең...
– Эйе, әле генә булған кеүек тойолһа ла, сәхнәгә сығыуыма 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Йыш ҡына концерттарҙа сығыш яһап торһам да, быйыл бәләкәй генә юбилейымды билдәләп, айырым гастролдәр ойошторорға булдым. Баймаҡ, Әбйәлил, Сибай яҡтарында улар матур ғына үтеп китте. Ә Өфөлә ул “Тинькофф-Холл” залында дискотека форматында үтте. Әле гастролдәр йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.
– Ә республиканан ситтә гастролдәр буласаҡмы?
– Әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым. Силәбе, Ырымбур ҡалаларынан, Себер тарафтарынан саҡырып яҙыусылар бар. Бәлки, батырсылыҡ итеп ҡарармын. Шулай уҡ “ТМTV” каналы татарса йырҙар яҙҙырып, Ҡазан ҡалаһын яуларға тәҡдим итә. Тимәк, киләсәккә ҡуйыр маҡсаттар, эшләйһе эштәр бар.
– Ә “Йәш йөрәктәр” проекты нисек барлыҡҡа килде?
– Уйламаҫтан, ҡапыл ғына. Рафаэль Ғәзизов тигән дуҫ егеттең идеяһы ине ул. Гастролдәргә йөрөү өсөн бәләкәй генә бригада кеүегерәк булды. Мин, МС Яҙмыш, Инсан, Зиндан, Лиана Хәбибуллина, Радик Юлъяҡшин һәм башҡалар берләшеп, республиканы урап сыҡтыҡ. Проект дүрт-биш йыл эшләне. Беҙҙе һәр ауылда тиерлек көтөп торалар ине. Ҡайһы бер йәштәр концертты ауылдан-ауылға йөрөп ҡараны. Үҙенә күрә иҫтә ҡалырлыҡ, матур мәл булды ул.
– Ә бала сағың нисек үтте? Артист булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– Мин Баймаҡ районының Ишей ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә дүрт бала, мин – иң кесеһе. Оло ағайым ауылда йәшәй, ағас эше менән булыша, апайым Сибай гимназияһында тәрбиәсе булып эшләй. Улар икеһе лә сәнғәттән алыҫ. Ә Илшат ағайым менән мин бала саҡтан йыр-моң тип иҫ китә ине. Сөнки беҙгә ижади талант та, сәнғәткә һөйөү ҙә ҡандан килә. Әсәйем – гармунда, атайым баянда һыҙыра уйнай, бейергә лә яраталар, моңло йырлайҙар. Биш йәштән йырлай башланым, район кимәлендә үткән конкурста ҡатнашып, призлы урын алып ҡайттым. Аҙаҡ Илшат ағайым гитарала уйнарға өйрәтте. 8-се класҡа Сибайҙағы гимназия-интернатҡа уҡырға барҙым. Ике класҡа алда уҡыған Тимур Вәлитов (аҙаҡ ул “Зиндан” төркөмө ойоштороп, шул псевдоним менән танылыу яуланы) менән танышып киттек. Ул шиғырҙар яҙа, мин көй сығарам да, шуларҙы башҡарабыҙ. Үҙебеҙсә бәләкәй генә булһаҡ та, “йондоҙ”ға әүерелдек. Тик беҙ ул саҡта рус йырҙарын тыңлай инек, үҙебеҙ ҙә русса ижад иттек. Ҡала кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнаша башланым.
Артислыҡҡа килгәндә, үҙемдең киләсәгемде эстрада менән бәйләремде белә инем. Әммә махсус белем алыу тураһында уйламаным да, әҙерләнмәнем дә.
– Бәхетеңде һынап ҡараныңмы һуң?
– Эйе. Дуҫым Тимур, атай-әсәйемдән рөхсәт һорап, Өфө сәнғәт училищеһына имтихандар тапшырырға алып килде. Ә мин халыҡ йырын бөтөнләй йырлай белмәйем. Уҡытыусылар: “Һинең әле тауышың мутация осоро кисерә, ултырып етмәгән, ике-өс йылдан тағы килеп ҡарарһың”, – тип йомшаҡ ҡына итеп кире борҙолар. Артыҡ бошонманым, иң мөһиме – Сибайҙан Өфөгә килдем. Юғиһә, ата-әсәйем юриспруденция буйынса үҙебеҙҙәге институтҡа уҡырға барырға өгөтләй башлағайны. Ә минең күңел баш ҡалаға ынтыла. Әммә тәүге йыл, вайымһыҙлыҡ булғандыр инде, бер ергә лә уҡырға инә алманым. Ата-әсәйгә әйтергә оялып, оҙаҡ ҡына техникумда уҡыйым, тип алдап йөрөнөм. Шулай ҙа йыл буйы тик кенә ятманым: тәүге йырҙарым яҙылды, альбомымды сығарҙым, “Йәш йөрәктәр” проектын уйланым.
– Аҙаҡ уҡырға инә алдыңмы һуң?
– Эйе, икенсе йылына БДУ-ның журналистика факультетына уҡырға индем. Уны тамамлағас, педагогия институтының психология факультетында уҡыным. Һөнәрҙәрем буйынса бер генә көн дә эшләргә тура килмәне. Башлыса, бына диплом, һөнәрем бар, уҡый алам, тип әсәйҙе тынысландырыу өсөн ине белем алыуым.
– Яҡындарың һинең йырсы булараҡ танылыу яулауыңа һөйөнәме?
– Тәүге осор улар минең ижадымды бөтөнләй ҡабул итмәне. “Һин дә булдыңмы йырсы? Ана, сәнғәт училищеһын бөтөп, Марсель Ҡотоев кеүек йырлаһаң, аңлар инем”, – ти торғайнылар. Һәр йырсының үҙ стиле, үҙ йүнәлеше һәм үҙ тамашасыһы булғанын яйлап аңлатырға тура килде. Хәҙер инде минең уңыштарыма, тормошта үҙ урынымды табыуыма шатланалар.
– Һәм Өфөләге тәүге сығышың ҡасан, нисек булды?
– 2003 йылдың 2 октябре ине ул. “Сәләм, студент!” концертынан теүәл бер ай үткәс, шул уҡ майҙанда пятачокты ябыу концерты ине. Шул көндө генә Ғәлинур Юламановтың студияһында тәүге йырым – “Алтын малай”ҙы яҙҙырғайным. Ул миңә концертта сығыш яһарға тәҡдим итте. Ике сәғәт ваҡыт ҡалған, репетиция яһарға ла мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа риза булдым. Тимурҙан сәхнәлә үҙемде нисек тоторға икән, тип кәңәш һорағайным, ул: “Оялып торма, рәхәтләнеп бейей-бейей йырла”, – тине. Әйткәнен тоттом. Сығыш аҙағында ҡурҡып ҡына тирә-яғыма ҡарайым: бөтә майҙандағы йәштәр бейей, ҡушылып йырлайҙар. Сәхнәнән төшөүемә автограф алырға, фото төшөргә 50-ләп ҡыҙ сират көтөп тора ине инде. Шулай итеп, тәүге сығыштан уҡ “йондоҙға” әүерелдем. Башҡа йырҙар ҙа яҙылды, альбом сыҡты, концерттарҙа ҡатнашырға саҡыра башланылар. Икенсе йылына минең йырҙар һәр ауыл клубында магнитофон таҫмаларынан яңғырай башлағайны инде.
– Дингә килеүеңә кем сәбәпсе булды?
– Мәктәп йылдарынан уҡ Айнур Арыҫланов менән дуҫ булдыҡ. Ул аҙаҡ оҙаҡ йылдар Диниә назаратының йәштәр бүлеген етәкләне. Беҙҙең аралашыу Өфөлә лә дауам итте. Дуҫым сабыр ғына дингә әйҙәй башланы. Һәм яйлап-яйлап күңелем асылды. Әгәр ҙә артабан билдәле шәхес булырға, тормошта үҙ урынымды табырға теләһәм, эсеүҙе ташларға кәрәклеген аңланым. Ә эскелектән, тәмәкенән арынғас, яйлап намаҙ уҡырға ла теләк уянды. Дин тәғлимәттәрен ныҡлы өйрәндем. Шулай итеп, яйлап ҡына иманға ҡайттым. Артабан үҙем ағайымдың, атайымдың дингә килеүенә лә сәбәпсе булдым. Аллаға шөкөр, хәҙер атайым Сибай мәсетенең имамы. Аралашҡан дуҫтарым араһында ла дин әһелдәре бик күп. Дөрөҫ юлға баҫыу өсөн тирә-яҡ мөхит мөһим роль уйнай. Яныңда биш миллионер булһа – һин алтынсыһы булаһың, биш эскесе булһа, һин дә эскесегә әйләнәһең, тиҙәр. Ялҡауҙар, тормошҡа зарланыусандар менән аралашыусы яйлап үҙе лә шундай кешегә әүерелә. Шуның өсөн, үҙгәрергә теләһәң, тәү сиратта тирә-яғыңдағы кешеләрҙе алыштырырға кәрәк. Ә элекке дуҫтарҙан үҙең кеүек үҙгәрергә теләүселәрҙе генә ҡалдыраһың. Аллаға шөкөр, дуҫтарым араһынан да минең менән йәшәү рәүештәрен үҙгәртергә, тура юлдан барырға, үҫергә теләүселәр күп булды.
– Һеҙҙең ғаиләнән ике сәнғәт кешеһе сыҡҡан: ағайың Илшат Абдрахманов та – популяр музыкант, күп йырҙар авторы. Үҙ-ара татыуһығыҙмы? Бер-берегеҙҙең ижадын тәнҡитләйһегеҙме?
– Илшат ағай менән тормошта дуҫтарбыҙ, ныҡлы аралашабыҙ. Ә бына ижад буйынса ҡараштар ҡапма-ҡаршылыҡлы. Ул һәйбәт музыкант икәнен беләм, аңлайым. Хатта үҙемдең йырҙарға баян кәрәкһә, уйнаға мотлаҡ уны саҡырам. Әммә ул эшләгән халыҡсанлыҡ стиле минең күңелгә ятып етмәй. Ул да минең күп кенә заманса йырҙарымды тәнҡитләп ала. Шулай ҙа бер-беребеҙҙең уңыштарына ихлас һөйөнәбеҙ. Уның “Наҙлы бала саҡ” хәйриә концертында йыл һайын мотлаҡ рәүештә ҡатнашып торам, ярҙам итәм.
– Ирекле ижадсы булыу ауырмы?
– Еңел яҡтары ла, ауырлыҡтары ла бар. Ауырлығы – аныҡ ҡына эш хаҡы һәм хөкүмәт тарафынан яҡлау юҡ. Еңеллеге иһә – төрлө сиктәрҙән азат булыуҙа. Теләгән стилдә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә ижад итәбеҙ. Аллаға шөкөр, эшләгән эшемдең һөҙөмтәләре бар. Әле мин үҙем генә түгел, 7 – 8 кешенән торған тотош командам бар, уларҙы финанс яҡтан тәьмин итеү ҙә минең яуаплылыҡта. Эшһеҙ ултырғаныбыҙ юҡ. Корпоративтарҙа ҡатнашырға саҡыралар, байрам концерттарында ла сығыш яһайым. Һәм, әлбиттә, үҙемдең концерттар, гастролдәр. Параллель рәүештә ҡайһы бер долларлы миллионерҙарҙың музыкаль продюсеры булып торам. Мәҫәлән, Игорь Рыбаков тигән билдәле кешегә ике альбом яҙҙырҙыҡ. Шул юҫыҡтағы тәҡдимдәр күп, тик мин хаҡты ла ҡуя беләм һәм талаптарым да юғары.
– Бөгөн ниңәлер башҡорт эстрадаһында оҙайлы ваҡытта эшләгән артистар юҡ тиерлек. Берәй проектта, конкурста матур итеп сығыш яһай ҙа артабан үҫмәй, туҡтап ҡала йәки бөтөнләй юғала. Был күренешкә һин ниндәй аңлатма бирер инең?
– Сәнғәттең барлыҡ йүнәлешендә лә, шул иҫәптән эстрадала ла, ауырлыҡтар күп. Системалы эш итергә кәрәк. Минең дә заманында күңел төшкән ваҡыттар булды. Ай буйы гастролдәргә йөрөп ҡайтаһың да, иҫәпләп ҡараһаң, сығымдарҙың табыштан күберәк булғанын аңлайһың. Һөҙөмтә юҡ. “Был миңә нимәгә кәрәк әле ул?” – тигән уйҙарға батаһың. Шул мәлдәрҙе дөрөҫ итеп үткәрә белергә кәрәк. “Ижад итеү күңелле, сәхнә лә оҡшай. Ә ул килем дә килтерһен өсөн нисек итеп эшләргә икән?” – тип яңы юлдар эҙләп ҡарарға, уйланырға. Эргәңдә шул юлды үтеп, уңыш яулаған берәй кеше булһа, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, күпкә еңелерәк буласаҡ. Ә инде хыял, мөмкинлек һәм эмоциональ торош күңелдә баланс таба алмаһа, үҙең дә тәжрибәһеҙ, йомшаҡ кеше булһаң, сәнғәттән бөтөнләй китергә тура килә.
– Ә үҙеңдең командаңа йәш йырсыларҙы алырға теләгең юҡмы?
– Үткән йыл гастролдәргә үҙем менән йәш йырсы – Баймаҡ егете Айгиз Ишмырҙинды алып сыҡҡайным. Ул бергә йөрөп, минең нисек эшләгәнде күрҙе, өйрәнде, тәжрибә тупланы. Бер ни тиклем билдәлелек яуланы, үҫеш өсөн мөмкинлектәре асылды. Артабан ул ошо тәжрибәне дөрөҫ ҡулланып, үҙенә үҙе юл аса алыр, тип ышанам. Ә быйыл “BABY TI” псевдонимы менән сығыш яһаған йәш йырсы Арыҫлан Тимеровты алдым. Башланғысы бар, йәштәр өсөн бик үҙенсәлекле йырҙар ижад итә. Туҡтап ҡалмаҫ, артабан да эшләр, тип өмөт итәм.
– Кәләш һайлағанда ҡыҙҙарға ниндәй талаптар ҡуя инең?
– Тәүҙә, мотлаҡ хиджабта булырға тейеш, тип уйлай инем. Тик биш йыл буйы ундай ҡыҙҙар араһында күңелемә оҡшағаны табылманы. Ә нимәлер килеп сыҡмай икән, тимәк, талаптарҙы бер аҙ йомшартырға кәрәк. Ваҡыт үтеү менән төп өс шарт ҡалды: кәләшем аҡыллы, сибәр башҡорт ҡыҙы буласаҡ. Һәм, әлбиттә, минең күңелдә мөхәббәт уты ҡабындыра алырға тейеш ине. Хыялым, Аллаға шөкөр, тормошҡа ашты, бөгөн мин бәхетле, матур ғаиләнең башлығы. Ҡатыным Фаягөл, Ғафури ҡыҙы. Мөхәббәт тарихы уйламағанда башланды ла тиҙ генә үҫеш алды. Өфө урамдары буйлап машинала китеп бара инем, юл аша бик сибәр ҡыҙ сыҡҡанын күреп ҡалдым. Оҡшаттым да, иғтибар итһен өсөн сигналға баҫа башланым. Тәүҙә аптырап ҡалды. Аҙаҡ үҙе лә йылмайып ҡуйҙы. Танышҡас, уны эшенә алып барып ҡуйҙым һәм кискеһен шылтыратып, осрашыуға саҡырҙым. Кешене белгең килһә, оҙон юлға ал, тип әйтәләр бит. Икенсе көнө эштәр буйынса юлға сығырға кәрәк ине, уны үҙем менән саҡырҙым, ул риза булды. Көнө буйы һөйләшеп, аралашып, холоҡ-фиғелен дә самаланым. Һәм юл ыңғайы уларҙың ауылына барып, буласаҡ ҡәйнәм менән дә танышып ҡайттым. Шул кистә үк уға тәҡдим яһаным һәм танышыуыбыҙҙың дүртенсе көнөнә беҙ никах уҡыттыҡ. Танышҡан саҡта матурлыҡ салонында эшләй ине, аҙаҡ балалар баҡсаһына күсте. Тормош юлдашы итеп уны һайлағаныма үкенмәйем. Иң мөһиме, артист эшенең барлыҡ нескәлектәрен аңлап ҡабул итә. Ҡыҙыбыҙҙы матур ҡарай, тәрбиә бирә. Ә Мәликәнең таланты бар, йырларға ярата. Әммә әлегә кеше алдында сығыш яһарға теләге юҡ.
– Үҙеңде тағы ла 20 йылдан нисек итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Киләсәк Аллаһы Тәғәләнең ҡулында, шулай ҙа кеше сәбәп итергә тейеш. Һәр кем үҙ тормошон үҙе төҙөй. Үҙемде төрлө йүнәлештәге брендымды булдырып, эшҡыуарлыҡта һынап ҡарағым килә. Ә йыр мотлаҡ минең менән йәнәш барасаҡ. Тағы ла ҡатыным менән өс-дүрт балалы атай-әсәй, күп ейән-ейәнсәрҙәргә олатай-өләсәй булып, оло ғаилә булып йәшәргә хыялланам.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.