Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең интервью
21 Июль 2025, 16:05

Физик булырға теләгән артист

– Һине тамашасылар ике төп роль аша яҡшы белә: “Йәш йөрәктәр”ҙә шаталаҡ – шаян Мәфтүхә һәм “Йырланмаған йырым һин” спектаклендәге яһил, уҫал, кешеләр яҙмышын боҙоуҙан ҡурҡмаған Нәжибә... Ә тормоштағы Илүзә ниндәй кеше?

Физик булырға  теләгән артист
Физик булырға теләгән артист

Театр сәнғәтендә ниңәлер лирик образды, төп ролде, ыңғай геройҙарҙы уйнаған артистарға тәү сиратта иғтибар итәләр. Йыш ҡына ҙур оҫталыҡ, талант талап иткән кире образды һынландырыусылар ситтә ҡала. Ә бит спектаклдәге хәл-ваҡиғалар үҫешен, ағышын күрһәтеү өсөн һәр роль мөһим, хатта кире образ конфликт тыуҙырмаһа, тамаша бөтөнләй килеп сыҡмаясаҡ.
М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап, 2021 йылда ғына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлаусы Илүзә ИТЕКӘЕВА-КҮСӘБАЕВАНЫҢ барлыҡ һәләтен, актер оҫталығын тап шундай кире образ асты ла инде. Венер Исхаҡов повесы буйынса ҡуйылған“Йырланмаған йырым һин“ музыкаль мелодрамаһындағы Нәжибәнең йәшлеген дә, олоғайыу осорон да берҙәй оҫта башҡарып, тамашасылар иғтибарын яуланы ул. Әйткәндәй, театр үҙенең 105-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһағанда Илүзәне “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле“ номинацияһында билдәләне.

– Илүзә, быйылғы ижад миҙгелен уңышлы тамамлауың менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Аллаһы бирһә, киләсәктә һинең төрлө характерҙағы, төрлө яҙмышты сағылдырған ролдәрең күп булыр, тип ышанам. Ә бына театр, артист яҙмышы тураһында һүҙҙе бала саҡ хыялдарынан башлағы килә.
– Етенсенән математика-физика йүнәлешен тәрән өйрәнгән махсус класта уҡыным. Үҙемә лә теүәл фәндәр оҡшаны. Факультатив дәрестәр, олимпиадалар, консультациялар... – ҡыҫҡаһы, уҡытыусылар беҙҙе техник уҡыу йорттарына әҙерләне. Асҡарҙағы 1-се мәктәпте тамамлап, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа белем алыусы студенттар беҙҙең менән осрашыуға килә ине. Уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, Мәскәүҙә уҡырға хыяллана башланым. 11-се класты тамамлағас, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса өс вузға, шул иҫәптән Мәскәүҙәге авиация йүнәлешендәге университетҡа инеү мөмкинлеге булды. Әгәр “щепка”ға инмәһәм, шунда барырмын тип ниәтләнем.
Ә театрға килгәндә, ниңәлер 11-се кластың урталарында артист булыу тураһында уйлана башланым. Һуңғы сиктә, уҡытыусымды борсоуға һалып, рус әҙәбиәтенән дәүләт имтиханын һайланым. Ә уға тиклем, ике-өс тапҡыр КВН командаһы менән сығыш яһағанды иҫәпкә алмаһам, сәхнәгә сығып йөрөгән кеше түгел инем. Музыка мәктәбенең фортепьяно класында ете йыл уҡыным ул. Ҡурай класына ла йөрөй башлағайным, ваҡыт еткерә алмағас, уны ташларға тура килде. Музыкаль белемде Ғәлиә өләсәйемдең (атайымдың әсәһе) өгөтләүе буйынса алдым. Ул беҙҙе бар яҡтан талантлы булһын тип тырышты.
Артист һөнәре яҙмышыма яҙылған булғандыр инде, нисектер барыһы ла алдыма килеп кенә торҙо. Бер шулай дәрестә ултырғанда, уҡытыусым инеп, алдыма ҡағыҙ һалды. Унда Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына Башҡортостандан махсус курсҡа студенттар ҡабул ителеүе тураһында яҙылғайны. Ә быға тиклем, математика йүнәлешендәге класс булараҡ, бындай иғландарҙы беҙгә бөтөнләй күрһәтмәйҙәр ине. Хыялым тағы ла нығынды: тимәк, театр артисы өсөн дә Мәскәүҙә белем алырға була бит! Бер нисә аҙна үткәс, Өфө сәнғәт институтына студенттар йыйыр өсөн Азат Йыһаншин мәктәпкә килде. Мин унда ла үҙемде һынап ҡараным. Режиссер сығышымды ҡарап, үҙенең тәҡдимдәрен әйтте һәм мотлаҡ имтихандарға килергә ҡушты. Шунда артист булырға тигән ныҡлы ҡарарға килдем дә инде.
– Тимәк, артист булыу һинең ҡапылдан ғына ҡабул иткән ҡарарың инде?
– Ниндәйҙер теләк әйтһәң, Аллаһы Тәғәләнең: “Амин!” тигән сағына тура килһә, ул тормошҡа аша, тиҙәр. Минең менән дә шулай булғандыр. Асҡар ауылының яңы биҫтәһенә күскәс, мәктәпкә йөрөү алыҫ ине. Шуға ла 4-се класҡа тиклем өләсәйемдәрҙә йәшәнем. Өйҙә һәр ваҡыт телевизор ҡабыҙыулы, радио һөйләй. Ниңәлер башҡортса спектаклдәр төндә күрһәтелә. Бер көн шулай йоҡо аралаш ҡына өҙөк ҡараным. Ниндәй спектакль, кемдәр уйнай, нимә тураһында – бер нимә лә аңламаным. Шулай ҙа ҡыҙыҡһынып китеп, минең дә улар кеүек уйнағым килә, тип әйткәнем иҫтә ҡалған. Аҙаҡ ул онотолдо.
2022 йылда Фидан ағай Ғафаровтың 75 йәшлек юбилейы уңайынан фотокүргәҙмә әҙерләгәйнеләр. Шунда теге бала саҡта ҡараған спектаклдән фотоны күреп ҡалдым һәм улар кеүек уйнағым килә, тигән теләгем иҫемә төштө. Ул Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектакле булған икән.
– Әбйәлил ҡыҙына Мәскәүгә өйрәнеп китеү ауыр булманымы?
– Уҡыу нисектер еңел бирелде. Төшкә тиклем дәрестәр үтә, аҙаҡ кис еткәнсе актерлыҡ оҫталығы буйынса шөғөлләнәбеҙ, спектаклдән өҙөктәр әҙерләйбеҙ. Буш ваҡыттарҙа, ял көндәрендә баш ҡала театрҙарына, музейҙарына, иҫтәлекле урындарға йөрөнөк. Күңелле, мауыҡтырғыс булғас, ваҡыт үткәнен һиҙмәнем. Һабаҡташтарымдың тәүге йылда уҡ һағыныу, юҡһыныу хистәренән күңелһеҙләнеп йөрөгән мәлдәре булды. Ә миндә ул 3-сө курсҡа еткәс башланды. Яҡтыкүлде, тауҙарҙы һағындым, өйгә ҡайтҡы килә ине. Шул саҡта башҡорт йырҙары менән күңелемде дауаланым. Телефонымдың плэй-битләүе йәштәр яратҡан түгел, ә үҙебеҙҙең артистар йырлаған халыҡ, ретро йырҙар менән тулды, йәш йырсыларҙың ижады менән дә шул осор таныштым.
Уҡыу еңел бирелде, тиһәм дә, тәүге осор ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарып торҙоҡ. Актер оҫталығы буйынса уҡыу программаһы бер нисә этаптан тора. Йәнлектәр йәки предмет булып күрһәтергә, тиһәләр, бөтә курс менән аптырап ҡалабыҙ. Ғөмүмән, күңел ҡабул итә алмаған, фантазия етмәгән осраҡтар ине ул. Людмила Новикова тигән уҡытыусыбыҙ алдағы курстарҙың видеояҙмаларын күрһәткәс кенә, уҡыуҙың нисек булыуын күҙ алдына килтереп, артабан дауам иттек.
– Илебеҙҙең баш ҡалаһында белем алғандар Өфөгә ҡайтырға артыҡ ашҡынып тормай. Һинең дә Мәскәүҙә ҡалырға тигән уйың булғандыр, моғайын?
– Өфөгә тәүге тапҡыр өләсәйем менән бала саҡта килгәйнем. Ул көндө ҡойоп ямғыр яуҙы, күшектем, өшөнөм – Өфө һалҡын, шыҡһыҙ ҡала булып күңелдә ҡалды. Документ тапшырырға килгәндә лә бер кешене вокзалда оҙаҡ көтөп ултырҙым. Ул килмәне, беҙҙе алдаған булып сыҡты. Шуғалыр Өфө тип күңелем артыҡ талпынмай ине. Диплом алдынан “Ҡайтырғамы, әллә Мәскәүҙә ҡалырғамы?” тип икеләнә башланым. Һуңғы курста диплом спектаклдәрен күрһәтер өсөн ун көнгә Өфөгә ҡайттыҡ. Беҙҙе Өфөнөң генә түгел, бөтә республиканың театр етәкселәре, режиссерҙары ҡарарға килде. Бик йылы ҡабул иттеләр, маҡтау һүҙҙәре ишеттек. Май айы, ҡояшлы көндәр, тирә-яҡ сәскәгә күмелгән – күңел күтәрелеп китте, Өфө лә үҙ итеп торған кеүек. Өҫтәүенә кире Мәскәүгә юлланыр алдынан ғына беҙҙе Башҡорт дәүләт академия драма театрына “Зөләйхә күҙҙәрен аса” спектаклен ҡарарға саҡырҙылар. Актерҙар уйыны, режиссер эше, тамашаның энергетикаһы шул тиклем күңелде тетрәндерҙе. Иҫем китеп ҡараным, аҙаҡ бер ни тиклем уйланып йөрөнөм әле. Шунда: “Академтеатрға эшкә алһалар, ҡайтам!” – тип ныҡлы ҡарарға килдем. Бәхеткә күрә, биш актерҙы, шул иҫәптән мине лә, тап академтеатрға саҡырҙылар. Бер ниндәй икеләнеүһеҙ Өфөгә ҡайтып эш башланым. Тәүге осор Мәскәү һағындыра ине. Тиҙлек, ваҡиғалар ағышы етмәгәндәй тойолдо. Метрола йөрөп өйрәнгән кешегә Өфө “пробкалары” ла ҙур проблема. Хәҙер инде үҙ кешегә әйләндем.
– Шулай ҙа студент саҡта үҙеңде Мәскәү театрында һынап ҡарарға тигән уй-ниәт булманымы?
– Мәскәү театрҙарына эшкә урынлашыуы ныҡ ауыр. Рус мөхитендә үҫкән, рус телендә генә белем алған, телде таҙа, акцентһыҙ белгән студенттар ҙа, диплом алғас, эшкә урынлаша алмай яфалана. Труппалар тулы, ролһеҙ ултырыусылар күп. Быны белгәнгә, ниндәйҙер театр сәхнәһенә ынтылырға баҙнатсылыҡ итмәнем.
Республика театрҙары өсөн йыйылған махсус милли курс булғанға ғына Мәскәү театр училищеһына уҡырға инә алғанмындыр, тип уйлайым, сөнки конкурс сағыштырмаса ҙур түгел ине. Ә башҡа йылдарҙа унда бер урынға 300 кеше дәғүә итә.
– Диплом спектаклдәрендә ниндәй ролдәр уйнаның?
– Островскийҙың “Женитьба Бальза­минова”ла – димсе Красавинаны, Чеховтың “Предложение”һында Наталья Степанованы уйнаным. Шуныһы ҡыуаныслы: Антон Чеховтың әҫәрен 105-се ижад миҙгелендә академтеатр “Аһ, был мөхәббәт!” исеме менән сәхнәгә сығарҙы. Студент саҡта Айнур Ғәбитов менән уйнағайным, ә хәҙерге партнерым – Урал Әминев.
– Физика-математика юлынан китмәгәнгә үкенмәйһеңме?
– Тормош юлы тигеҙ генә бармай бит. Эш буйынса төрлө ауырлыҡтар, аңлашылмау­санлыҡтар килеп сыҡһа, ниңә физик ҡына булманым икән, тип уйлап ҡуям. Әммә сәхнәгә сығыу менән ул икеләнеүҙәр барыһы ла юҡҡа сыға. Репетициялар барышы ла күңелемә яҡын. Бигерәк тә ҡыҙыҡлы эш алымдары, әҫәргә үҙенсәлекле ҡарашы булған режиссер менән эш процесы оҡшай.
– Театрҙағы ижад юлың ниндәй спектаклдән башланды?
– Зифа Ҡадырованың “Һинһеҙ килгән яҙҙар” драмаһында режиссер Айрат Абушахманов миңә бер юлы өс эпизод роль бирҙе: ашнаҡсы, шәфҡәт туташы һәм төп героиняның ҡыҙы. Бынан тыш, күмәк сәхнәгә лә сығырға тура килә. Гүзәл роленең бер нисә репликаһы бар, репетициялар ваҡытында шуны образға ярашлы итеп әйтә алмай яфаланғаным хәтерҙә уйылып ҡалды.
– Һине тамашасылар ике төп роль аша яҡшы белә: “Йәш йөрәктәр”ҙә шаталаҡ – шаян Мәфтүхә һәм “Йырланмаған йырым һин” спектаклендәге яһил, уҫал, кешеләр яҙмышын боҙоуҙан ҡурҡмаған Нәжибә... Ә тормоштағы Илүзә ниндәй кеше?
– Ул ролдәрҙең ҡапма-ҡаршыһы. Шаярып һөйләшергә мөмкин, әлбиттә, әммә шаталаҡ холҡом юҡ. Кешегә тауыш күтәрергә тырышмайым, ниндәйҙер осраҡтарҙа һөйләшеп-аңла­шыуҙы өҫтөн күрәм. Ҡыҙған кешенең һыуын­ғанын көтәм, аҙаҡ ҡына нимә булыуын, ни өсөн мине ғәйепләүен һорашам. Был йәһәттән тормош иптәшем дә мине тәнҡитләй. Үҙеңдең хаҡлы булыуыңды ҡатыраҡ иҫбатларға кәрәк, ти ул.
– Ә бына шундай үҙ булмышыңа бөтөнләй тап килмәгән, тамашасыларҙа хатта нәфрәт уятҡан ролдәрҙе сығарыу актер өсөн ауырмы?
– Ауыр түгел ул, репетициялар яһай-яһай образға инеп китәһең. Ә бына шул образ өҫтөндә эш, репетициялар мәле – ҡатмарлы процесс. Бигерәк тә Нәжибә ролен сығарыу ауыр бирелде. Режиссерыбыҙ Айрат Абушахмановҡа рәхмәт, үҙемде һындырырға, ролде ҡабул итергә ярҙам итте. Тәүге репетицияларҙа уйнай алмай илап ултырған саҡтарым да булды. Башҡа актерҙар ҙа ярҙам итте. Хәҙер уйлайым да, Нәжибәнән һуң башҡа бер роль дә ҡурҡытмаҫ кеүек.
– Ата-әсәйең был ролеңде, ғөмүмән, артист булырға теләүеңде нисек ҡабул итте?
– Улар театрҙы, ғөмүмән, сәнғәтте яраталар. Шуғалыр минең теләгемә ҡаршы килмәнеләр. Өфөлә булһалар, йәки беҙҙең театр Әбйәлилгә гастролдәргә барһа, мотлаҡ спектаклгә киләләр. Ә инде Филүрә менән Ғәлимә өләсәйемдәр өсөн минең сәхнә кешеһе булыуым – оло ғорурлыҡ.
Әсәйем барлыҡ ролдәремде лә яратып ҡарай, аңлай. Ә бына атайым кире образдарҙы ҡабул итеп етмәй. Нәжибәне оҡшатмаҫын белдем, шуға уларҙы спектаклгә саҡырмағайным. Әсәйем менән беҙҙең театрҙың артисы Ринат Баймырҙин – һабаҡташтар, мин төп ролде уйнағанды әйтеп, саҡырған. Алдан һиҙемләүемсә, атайым шаҡ ҡатҡан. Спектакль барышында бер нисә тапҡыр әсәйемдән: “Ниңә был ролде уға бирҙеләр икән? Ниңә ризалашты икән?” – тип һораған. “Ул бит шундай образ. Илүзә актер булғас, ниндәй роль бирәләр, шуны уйнарға тейеш”, – тигән яуап алған. Спектаклдән һуң оҙаҡ уйланып йөрөнө. Хәҙер тынысланды, шикелле. “Әбйәлилдә ҡуйһаҡ, киләһеңме?” тип һорағайным, эйе, ти.
– Белеүемсә, һин күп балалы татыу ғаиләлә үҫкәнһең. Туғандарыңда талант бармы?
– Эйе, ғаиләлә мин иң олоһо, өс ҡустым бар. Раян ҡустым Ҡазан федераль университетында белем ала, компьютер хәүефһеҙлеген өйрәнә. Өйҙә минең фортепиано бар, ул шунда видеодәрестәр аша уйнарға өйрәнде. “Ниңә мине музыка мәктәбенә йөрөтмәнегеҙ?” – тип үпкә белдереп тә алды. Опера сәнғәтен ярата, тыңлап ҡына ҡалмай, дуҫы менән бәхәсләшә-бәхәсләшә анализ яһайҙар. Ә Илфат ҡустым спорт менән дуҫ, әле Сибай ҡалаһында уҡып йөрөй. Сәнғәткә бөтөнләй битараф. Ә бәләкәсебеҙ Нургиздән бик талантлы скульптор сығыр, моғайын. Пластилиндан һындар эшләй, шуларҙан йәнһүрәт тә төшөрҙө. Әле уға 11 йәш, Асҡар мәктәбендә белем ала. Тыныс, төплө, уйлап эш итә торған егет.
Оло бала, апай булараҡ, миндә бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойғоһо көслө ине. Үҙ ҡустыларымдан тыш, туғандарыбыҙҙың да балаларын ҡараша инем. Бынан тыш, өләсәйҙәрем мине эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. “Иҙәнеңде матур йыу, өйҙө тәртиптә тот”, – тигән өгөт-нәсихәттәрҙе һаман да ишетеп торам. Аш-һыу әҙерләргә лә иртә өйрәндем.
– Башҡорт ҡыҙҙары ҡул эшенә лә оҫта...
– Ҡул эшенә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу әсәйемдән, өләсәйемдәрҙән күскәндер, тим. Бала саҡтан уларҙың бәйләп, сигеп ултырғандарын ҡарарға ярата инем, үҙем дә өйрәндем. Әйткәндәй, Вера Фролованың “Аҡ йомғаҡ” картинаһындағы ҡатын – ул минең ҡарт өләсәйем Сәфинә Солтанова. Рәссам уны үҙ өйөндә, үҙ кейемендә төшөргән. Әйткәндәй, уның еләнен мин “Ете быуын. Йәштәр” спектаклендә кейеп уйнайым.
– Тормош иптәшең ниндәй һөнәр кешеһе? Ҡайҙа таныштығыҙ?
– Ул IT-сфераһында эшләй. Сибайҙа тыуып үҫкән, бик рухлы егет. Ағиҙел йылғаһы буйында үткән “Самауырлы ритайым”да танышҡайныҡ, дуҫлашып киттек. Туй тураһында һүҙ сыҡҡас, өләсәйемдәр уны: “Артист ҡатын менән йәшәү ауыр,” – тип бик ныҡ ҡурҡыттылар. Ә ул: “Барыһын да беләм, аңлайым, ҡабул итәм”, – тип өйләнеүҙән баш тартманы. Мин уйнаған ғына түгел, ә театр репертуарындағы күп спектаклдәр менән таныш, сәнғәткә битараф түгел. Үҙемдең артист ҡына түгел, ир ҡатыны, хужабикә икәнемде лә онотмаҫҡа тырышам: иремде тәмле ризыҡтар менән һыйлайым, өйҙө лә тәртиптә тотам. “Әсәйем кеүек тәмле бешерәһең”, – тип маҡтай.
– Әлеге ваҡытта ниндәй роль өҫтөндә эшләйһең?
– Отпуск башланғансы беҙгә Ҡырғыҙстандан килгән Уланмырҙа Ҡарыпбаев репетициялар үткәрҙе. Ул яңы миҙгелдә Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре буйынса “Быуаттан да оҙайлы көн” тигән спектакль сығарасаҡ. Актерҙар составында мин дә бар. Был оло мәртәбә, сөнки был авторҙың әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ образдары бик аҙ, башлыса ир-егеттәр өҫтөнлөк итә. Режиссер йәйге ялдарҙа Айытматовтың әҫәрҙәрен уҡырға, биографияһын өйрәнергә ҡушты. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ киноларын ҡарайбыҙ. Ғөмүмән, спектакль өҫтөндә эшләү – быға тиклем белмәгән күренештәрҙе, тормошто, әҫәрҙе тәрән өйрәнеү ул.
– Ә хыял иткән ролең ниндәй?
– Артист өсөн ҡатмарлы яҙмышлы, тәрән роль өҫтөндә эшләү ҡыҙыҡ. Ул тик ыңғай йәки кире генә булмаһын. Шул уҡ ваҡытта, режиссер һине ниндәй образда күрә, шуны сығарырға тейешһең. Үҙемде мюзикл жанрында һынап ҡарағым килә. Май айында Астана ҡалаһына гастролдәр менән барғайныҡ, Жастар театры артистарының йырлағанын, бейегәнен ҡараныҡ. Һәр артист иҫ киткес итеп йырлай, бейей, һәр береһе һығылмалылыҡҡа эйә. Уларҙың вокал, хор, бейеү дәрестәре аҙна һайын мотлаҡ рәүештә үтә икән. Шундай спектакль беҙҙең репертуарҙа ла булһын ине, тип хыялланам.
– Хәҙер блогерҙар популяр. Һинең сәхнә арты тормошо, театр тураһында блог алып барырға теләгең юҡмы?
– Билдәле блогер, этностилист Иҙел Хәкимов – беҙҙең нәҫелдән, ағай тейеш кешем була. Өфөгә ҡайтҡан осорҙа эшмәкәрлеген башлап ҡына тора ине, мине лә үҙе менән эшләргә саҡырҙы. Видео төшөрөргә, текст төҙөргә ярҙам итеп йөрөнөм дә ташланым. Сөнки блог алып барыу – ҡатмарлы, ваҡ эш. Хәҙер бит нисек бар, шулай төшөрөп кенә контент эшләп булмай. Халыҡҡа сағыу, үҙенә ылыҡтырып торған, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта артыҡ оҙон булмаған, әммә йөкмәткеле видеолар кәрәк. Был ваҡыт, ижади ҡараш талап итә. Ике-өс минутлыҡ яҙманы сәғәттәр буйы монтажлап, яҙҙырып ултырырға тура килә. Етмәһә, мин илке-һалҡы эшләй белмәйем, һәр нимәне урынына еткереп башҡарырға кәрәк. Уйланым-уйланым да, уға бүлгән ваҡытты ҡыҙыҡлы фильм ҡарап йәки китап уҡып үткәрә алам бит, тигән фекергә килдем. Бәлки, бер аҙҙан, “өлгөрөп еткәс”, блогер булырмын, ә әлегә үҙемде ғаиләмә һәм яратҡан эшемә арнағым килә.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Илүзә! Ышанам, һин ниндәй эшкә генә тотонһаң да, уңыш яулаясаҡһың. Шулай ҙа, беҙ – тамашасылар һинән яңы ролдәр, сағыу образдар көтөп ҡалабыҙ.

 


Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас