Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
6 Сентябрь 2018, 09:52

Бейе, бейе, бейеп ал, Күңелеңә булһын ял!

Тәүҙә ул хәтирәләргә бирелде. Тәүге еңеүе хаҡында һүҙ әйтте. Бихисап уңыштары араһында бөгөн ул иң ҡәҙерлеһелер, бәлки...


“Бүләккә үгеҙ алып та бейеүсе булмаһам...”


Тәүҙә ул хәтирәләргә бирелде. Тәүге еңеүе хаҡында һүҙ әйтте. Бихисап уңыштары араһында бөгөн ул иң ҡәҙерлеһелер, бәлки.

– Туғыҙынсы синыфта уҡығанда педагогым, остазым – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Динислам Исҡужин мине, үҙенең улы Юлай Исҡужинды һәм бер ҡыҙҙы район бейеүселәр бәйгеһенә әҙерләне. Унда мин «Һунарсы» һәм ҡыҙ менән дуэт бейеү башҡарып, үҙ ғүмеремдә тәүге Гран-прийымды яуланым. Ә еңеүсегә бүләк хәтәр ине, эйе, бүләккә… үгеҙ бирҙеләр! Сынаяҡ та бүләк иткәйнеләр, тик ул ярылды, әммә атайым барып алып ҡайтҡан үгеҙҙе мин яратып тәрбиәләнем, көтөүгә йөрөнөм, бесән әҙерләнем. Ике йылдан һуң, йәлләһәм дә, уны һуйҙырып, шуның аҡсаһына Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлегенә уҡырға индем, – Баймаҡ ҡалаһындағы «Саптар» өлгөлө хореография студияһы етәксеһе Радик Бакиров шулай башланы һүҙен.

– Ә бейеүгә һөйөү ҡайҙан килә? Ғаиләгеҙҙәнме? Тәүге осҡондо кем ҡабыҙҙы? – тигән һорауҙар менән әңгәмәне уның тормош юлының башына борҙоҡ.

– Сығышым менән Күгәрсен районы Моҡас ауылынанмын. Атайым ошо ауыл кешеһе. Ул – Шамил Бакиров – ябай водитель, ә әсәйем Йәмилә Бакирова шәфҡәт туташы булды. Әйткәндәй, ул Баймаҡ районы Буранбай ауылынан. Мин 1986 йылдың 29 ноябрендә тыуғанмын. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Һеңлем Юлиә әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәй, кейәү менән бер ул үҫтерәләр. Бығаса ғаиләбеҙҙә бейегән кеше булманы.

Миңә бер йәш тулғанда ғаиләбеҙ менән Баймаҡ ҡалаһына күскәнбеҙ. Тәүге уҡытыусым Гөлсинә Баязитова бик көслө педагог булды, ул балаларҙың йәшерен һәләттәрен аса алды. Мин балалар баҡсаһына йөрөгәндән алып йырлай инем, әммә Гөлсинә Ғаяз ҡыҙы класҡа коллектив бейеү һалғанда мине солист итеп ҡуя йәки дуэт бейеүҙәрҙә бейетә торғайны. “Күҙҙәреңдә осҡон бар, нығыраҡ баҫ”, – тип дәртләндереп ебәрергә лә онотмай.

Был һәләтемде күреп, әсәйем район мәҙәниәт йортонда эшләгән «Ләйсән» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә алып барҙы. Етәксеһе Луиза Яхина мине ҡыуанып ҡабул итте. Бында заманса, эстрада бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирелгәйне. Ә мин башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарған Динислам ағай Исҡужин етәкселегендәге «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә һоҡланып, ҡыҙығып ҡарай торғайным. Сәбәбе ябай уның: үҙемде күберәк башҡорт батыры, һунарсы, йә күктә осҡан ирекле бөркөт кеүек хис итә инем сәхнәгә сыҡҡанда. Бер мәл мине Динислам Исҡужин күреп ҡалып, үҙенең ансамбленә саҡырҙы. Шатланып күстем. Луиза Рәил ҡыҙы аңланы, рухлы бейеүсе булыуыңды теләйем, тине.

Шулай итеп, V кластан XI класҡа тиклем «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә яратып шөғөлләндем. Талапсан булһа ла, Динислам ағайҙан шул тиклем ыңғай энергетика сәселеп тора: мәктәптән ҡайтам да, тиҙ генә дәресте әҙерләп, малды ҡарашам да, түҙмәй ансамблгә йүгерә инем. Беренсе булып килеп, башҡалар килгәнсе үҙ өҫтөмдә эшләйем, техниканы камиллаштырам. Быны күреп, Динислам ағай мине башҡаларға өлгө итеп ҡуя ине. Тирләп, бирелеп бейеүҙән иңдәремдә ҡанат үҫкәндәй тойола, дәрт ала торғайным. Динислам ағай Өфө ҡалаһында үткән әллә күпме конкурс, фестивалдәргә алып йөрөнө. Унда беҙ гел алдынғы урындар яуланыҡ, Хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙа ҡатнаштыҡ. Былар барыһы ла Динислам Исҡужиндың ҡаҙанышы, үҙ эшенә мөкиббән булыуының һөҙөмтәһе ине. Тырыш хеҙмәттең емеше лә татлы булыуын мин шул саҡта уҡ тойҙом.

XI класта уҡып йөрөгәндә Ҡырмыҫҡалы районында республика кимәлендәге форум үтте. Унда Баймаҡ районынан да делегация ҡатнашты. Мин Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Рим Әбделмәнов башҡарған «Һунарсы» бейеүен бейенем. Форумда Рим Әбделмәнов үҙе лә бар ине, ул яныма килеп, уҡыу йортона инеп, ҡулыңа диплом алғас, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә килерһең, тип саҡырҙы. Минең күҙҙәрем янып китте.

Шулай ҙа урта мәктәпте тамамлағанда һайлау алдында ҡалдым – бейеүсе булырғамы, хәрби йүнәлеште һайларғамы? Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инергә теләгем дә бар ине. Күңелем тәүгеһенә нығыраҡ тартылды. Етмәһә, бейеү буйынса Гран-при алғандағы бүләк үгеҙҙе һуйҙырғас, икенсе юлды һайлаһам, хыялыма хыянат булыр кеүек тойолдо (көлә).


Мәжбүр итә тип әйтеү дөрөҫмө?


Шулай итеп, Радик Бакиров Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлегенә уҡырға инә. Атай-әсәй алдындағы бурыс, диплом алғас Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә барыу теләге егетте туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә мәжбүр итә. Хәйер, мәжбүр итә тип әйтеү дөрөҫмө икән? Сөнки «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә алған тәжрибә һәм үҙенең бейеү сәнғәтенә булған сикһеҙ һөйөүе уны рухландыра, ҡанатландыра – дәрестәрҙән һуң да ул балет залынан ҡайтырға ашыҡмай. Төрлө йәштәге балаларға, өлкәндәргә бейеү һалыу серҙәрен, төрлө халыҡтарҙың мили үҙенсәлектәрен тәрәндән өйрәнә, һеңдерә. Тәүге йылда уҡ 50-60 кешенән торған курстарынан Радикты ғына техникум янындағы «Аҡбуҙат» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алыуҙары ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә бит унда юғары курс студенттары ғына бейегән була.

– Ҡайһы бер студент бер генә уҡытыусыға эләгә ине. Ә мин бәхетле – төрлө педагогтарҙан бейеү серҙәрен өйрәндем. Элекке балерина Эдита Айзинберг бейеү сәнғәтенең нигеҙе булған классик бейеүҙәрҙе өйрәтһә, хореография бүлеге мөдире Рәлиф Сафиуллин халыҡ бейеүҙәрен төплө төшөндөрҙө, – ти бөгөн оҫта бейеүсе.

Уҡыған сағында уҡ Бөтә Рәсәй конкурстарында Гран-при яулап йөрөй ул. Тырышлығы, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүе шулай үҙ емешен биреп кенә тора. Техникумдың шундай йолаһы була – һуңғы курста уҡыған 2 студентты уҡытыусы итеп тәғәйенләп ҡуялар. IV курста остаз итеп Радикты һайлайҙар. Ул йыл буйына уҡытып, эш хаҡы алып йөрөй.


Бер-бер артлы еңеүҙәр


Шулай итеп, шаулы студент йылдары артта ҡала. Алда – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеү! Шундай уйҙар менән янған егеттең тормошо көтөлмәгән боролош ала – йүнәлтмә буйынса ул Борай районына 3 йылға эшкә ебәрелә. Борайҙар егетте бик йылы ҡабул итә: хатта диплом алған көндө үк машина ебәртеп уны алдырталар, торор урын да бирелә. “Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәдис Солтанов миңә эшләр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырҙы. Бығаса районда «Дуҫлыҡ» ансамбле эшләп килгән, хатта Фәйзи Ғәскәров килеп бейеү һалып киткән замандар булған, әммә һуңғы йылдарҙа уның эшмәкәрлеге байтаҡ һүлпәнәйгән. Мине ансамблдең етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр”, – ти Радик Шамил улы. Ул ең һыҙғанып эшкә тотона: 5 төркөм аса, бейеүҙәр һала, кейемдәр тектертә.

Күп йылдар Яңауыл районында хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары булып эшләгән, сәнғәткә, бигерәк тә бейеүгә мөкиббән БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Борис Нурисламов Борай районына башлыҡ булып ҡайтҡас, Радик Бакировтың эше тағы ла гөрләп алға китә. Тәрбиәләнеүселәре менән Одесса ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста ҡатнашып Гран-при яулайҙар, Силәбе өлкәһендәге бер конкурста финалға үтеп, Мәскәүҙә Гала-концертта П.Чайковский исемендәге легендар Концерт залында И. Моисеев исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре академияһы, профессиональ кимәлдәге «Березка» ансамбле менән бер сәхнәлә сығыш яһарға насип була. Йыл һайын Туймазыла үткән «Дуҫлыҡ хороводы» республика конкурсында беренсе урын, Гран-при, бәләкәй төркөм менән дә Гран-при яулайҙар.

Дәрт-дарманы ташып торған егет, бер ансамбль менән генә сикләнмәй, «Эдельвейс» халыҡ эстрада бейеү ансамбле лә төҙөп, уны тәүҙә өлгөлө, унан халыҡ бейеүҙәре ансамбле дәрәжәһенә күтәрә. Бында стилләштерелгән бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирелә. Ансамбль «Үҙгәрештәр еле» («Ветер перемен») республика заманса бейеүҙәр фестивалендә – беренсе, Бөрө районында үткән «Керәшен һыуыҡтары» («Крещенские морозы») конкурсында Гран-приға лайыҡ була. Өфөлә хөкүмәт кимәлендә ойошторолған Республика, Ауыл хужалығы көндәре, Яңы йыл, 8 март байрамдарының береһе лә Радик Бакиров етәкләгән ансамблдәр ҡатнашлығынан тыш үтмәй. «Хатта төн уртаһында булһа ла берәй концертҡа барырға ҡушылһа, беҙ тиҙ генә йыйынып, иртәгәһенә баш ҡалаға юллана торғайныҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге менән тығыҙ эшләнек. Күп сәнғәт оҫталары менән танышырға, дуҫлашырға насип булды», – тип иҫләй Радик Шамил улы. Көслө режиссер, республика халыҡ ижады үҙәгенең Нефтекамскиҙағы филиал директоры Владимир Юрин уны режиссер ярҙамсыһы итеп ала, бергә улар Пермдә, Екатеринбургта һабантуйҙар ойоштора. «Владимир Константинович мине үҙ улы кеүек күрҙе, киләсәккә ҙур юлдар асты. Уның тәрбиәһе менән мин бөгөн үҙемдең студиямды булдырып, эш алып барам. Уға бик ныҡ рәхмәтлемен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был яҡты донъяла юҡ инде…», – ти Радик Шамил улы.


Урау юлдар аша – Баймаҡҡа


Борай районында 3 йыл урынына 7 йыл эшләп ташлағас, тыуған яҡтың тартыу көсө Радикты 2013 йылда Баймаҡҡа ҡайтара. Ул Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә художество етәксеһе булып эшкә тотона, артабан директор вазифаһын йөкмәтәләр. Тырыш егет агитбригада менән концерттар ойоштора, шул уҡ ваҡытта «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе була, балалар өсөн әҙерлек төркөмө аса. 2014 йылда өлкәндәр һәм балалар төркөмдәре менән «Байыҡ» конкурстарында ҡатнашып, ике төркөм дә Гран-приға эйә була. Бында ла мәҙәни тормош гөрләй, бейеү үҫешә, әммә…

“Ойоштороу эштәре ижадҡа ваҡыт ҡалдырмай башланы, ә минең көсөмдө күберәк ижадҡа йүнәлткем килде. Балалар өсөн үҙемдең бейеү студияһын асыу хыялы күптән күңелемдә йөрөй ине, хатта исеме лә бар – «Саптар». Сөнки Борай районына эшкә барғанда уҡ «Дуҫлыҡ» ансамбленең исеме тапалған кеүек тойолдо, уны үҙгәрткем килә торғайны, туймазыларҙың «Сәфәр» ансамбленең исеме оҡшай ине. Шул исем башымда йөрөй-йөрөй «Саптар»ға әйләнде. Интернеттан ҡараһам, саптар һүҙенә «игривый конь, рысак» тип аңлатма бирелгән. Лайыҡлы, көслө исем шулай күңелемдә оҙаҡ йөрөнө һәм, ниһайәт, хыялымды тормошҡа ашырырға булдым. Әммә эште нимәнән башларға белмәй инем. Шул саҡ Татарстан Республикаһының Йәлил ҡалаһындағы ижадташ дуҫым – мәҙәниәт һарайы директоры Илнар Шакиров мине үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Мин үҙемде «эҙләп» күрше республикаға йүнәлдем. Илнар Бакир улы миңә ведомстволы фатир биреп, хореограф итеп алды, хатта ижади эшмәкәрлек буйынса үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Уларҙа балалар өсөн бейеү студияһы эше башланып ҡына тора ине. Мин уларҙың үҫешен өйрәндем. Унда иң ҙур эшем – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ҙур сара ойоштороу, мин уның баш режиссеры булдым. Нефтселәр көндәрен үткәрҙем, үҙ-үҙемә ышанысым артты. Ярты йылда яңы йүнәлеш буйынса тәжрибә туплағас, һағынып кире Баймағыма ҡайтып төштөм.


Һәм, ниһайәт, “Саптар”


Шулай итеп, Радик Бакиров Урал аръяғы райондарында тәүге булып Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә «Саптар» исемле хореография студияһын аса. Бейеү студияһын көҙгө, музыка аппаратураһы менән йыһазландыра. Документтар, ойоштороу эштәре, ата-әсәләр менән шөғөлләнеү өсөн администратор-менеджер ала һәм үҙе ең һыҙғанып хыялын бойомға ашырырға тотона – 4 йәштән алып 15 йәшкәсә балаларҙы туплай, уларға бейеү сәнғәтен өйрәтеү донъяһына сума. Студияны рекламалауҙа интернет селтәре һәм Радик Шамил улының бығаса яуланған исеме ярҙамға килә – тиҙ арала 8 төркөм төҙөлә. Атай-әсәйҙәр балаларын уның ҡулына ышанып тапшыра.

– Өс йыл башты күтәрмәй эшләргә тура килде. Тәүге йылда 29 бейеү һалдым. Сөнки репертуарҙы байытырға, концерттарҙы тулыландырырға кәрәк ине, шуға тиҙлек менән эшләнем. Бейеүҙәргә кейем тектереү атай-әсәйҙәрҙең дә кеҫәһенә һуҡҡандыр инде, әммә берәү ҙә балаһын алып китмәне. Бөгөнгө көндә атай-әсәйҙәрҙең дөрөҫ позицияла булыуы, балаһы өсөн бер нәмә лә йәлләмәй, бар инвестицияһын уның киләсәгенә һалыуы ҡыуаныслы. Икенсе йылда техниканы камиллаштырыуға күберәк өҫтөнлөк бирҙем. Студияла стилләштерелгән башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү иң үҙәктә тора, шулай ҙа башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәрен дә өйрәнәбеҙ. Техникумда уҡыған ваҡыттағы тәжрибәне хәҙер рәхәтләнеп тормошҡа ашырам. Аллаға шөкөр, килеп сыға. Үҙебеҙ башҡорт булғас, беҙгә башҡорт бейеүҙәре еңелерәк бирелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: икенсе халыҡ башҡорт бейеүен бейей алмай. Әгәр улар менән ысын башҡорт шөғөлләнһә генә килеп сығыуы ихтимал. Быны мин үҙ тәжрибәмдә астым.

– Студияға балаларҙы нисек йыяһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Йыл һайын августың 15-тәрендә яңы төркөмгә балалар йыя инек, быйыл, балаларҙың әҙерлеге булып, бығаса шөғөлләнгәндәрҙе ҡыуып етә алһындар өсөн июлдә үк төркөмдәр астыҡ. Йәйгеһен сит ҡалаларҙан ялға ҡунаҡҡа килгән балалар ҙа студияға килеп шөғөлләнә ала. Биш йыл шөғөлләнгәндән һуң һәр балаға студияның сертификатын тапшырасаҡбыҙ.

Өс йыл эсендә байтаҡ уңыштарға ирешеү һөҙөмтәһендә төркөмдәр туплау эшендә проблема юҡ, киреһенсә, артып киткәндәрен резервҡа ҡуябыҙ.

– Бейеү өсөн көйҙәрҙе ҡайҙа, нисек яҙҙыраһығыҙ?

– Бейеү көйҙәрен яҙҙырыуы еңел түгел. Мин ҡәтғи рәүештә тере оркестр көйҙәрен һайлайым. Күп фонограммаларҙы Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Риф Моратшин етәкселегендәге оркестрында, шулай уҡ «Мираҫ» фольклор йыр-бейеү ансамбленең оркестрында ла яҙҙырҙым.

– Көй алда тыуамы, әллә бейеүме?

– Тәүҙә билдәле тема алам. Ҡайҙа йөрөһәм дә: машинала китеп барһам да, йоҡларға ятһам да – шул темаға хәрәкәттәр күҙ алдына килә башлай. Тема әҙер булғас, көй һайлайым, унан сәхнәләштерәм. Сәхнәләштергән ваҡытта үҙгәртеп тә ебәрергә тура килә.

– Күмәк бейеү һалыуы ҡыйынмы?

– Еңел түгел, етмәһә, балалар менән. Уҡыусыларҙы үҙең һайлаған темаға ылыҡтыра алһаң, улар барыһын да тиҙ генә һеңдерә. Башҡарғанда ул шул тойғоларын сағылдырып бейей.

–Үҙегеҙ һалған нисә бейеүегеҙ бар?

– Яҡынса 60 – 70 тирәһе.

– Ә һеҙ ул тиклем бейеүҙәрҙең хәрәкәттәрен онотоп бөтмәйһегеҙме ул?

– Юҡ, онотмайым.

– Һәр бейеү яңы кейемдәр талап итә. Кейемдәрҙе үҙегеҙ тектерәһегеҙме?

– Тәүге йылда һәр бейеүгә кейемдәрҙе заказға тектерҙек. Икенсе йылда килеп тыуған ихтыяж кейем цехын асырға этәрҙе. 2017 йылдың мартында физкультура-һауыҡтырыу үҙәге директоры Илшат Хәмитов ярҙамы менән бассейн урынлашҡан бинаның икенсе ҡатында үҙебеҙҙең цехты астыҡ. Унда бер бесеүсе һәм ике тегенсе эшләй. Стилләштерелгән кейемдәрҙең дизайнын бергәләп эшләйбеҙ, интернет ныҡ ярҙам итә. Ваҡыт яғы иркенерәк булһа, цехта заказға икенсе ансамблдәргә лә кейемдәр тегеп бирәбеҙ. Ата-әсәләр ярҙамы менән студияла кейем фонды булдырылған.

– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып китһәгеҙ ине…

– Былтыр ғаилә ҡороп ебәрҙем. Кәләшем Юлиә Иршат ҡыҙы – Сыңғыҙ ауылынан. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәйбеҙ, көҙгә ғаиләбеҙ артырға тора. Кәләшем һөнәре буйынса бейеүсе булмаһа ла, бейеүгә бик яҡын кеше. Ул – минең ҙур таянысым. Эшкә таң менән сығып китәм, киске 9-ҙа һуңғы дәресем тамамланып, документтарҙы ҡараштырғансы, төнгө сәғәт 11-12 булып китә. Сибайға 45 минутлыҡ юл. Арып, ҡыл да өҙә алмаҫлыҡ булып ҡайтып инһәм, Юлиәм йылы һүҙе, өҫтәл тулы тәмлекәстәре менән күңелемде күтәреп ебәрә.

– «Саптар» менән алыҫ юлға сыҡҡанда кәләшегеҙҙе үҙегеҙ менән алаһығыҙмы?

– Мин үҙем өсөн шундай йола булдырҙым – кәләшемде һәр ваҡыт үҙем менән алып йөрөйөм. Юлда мин балалар өсөн яуаплымын, уларҙы ҡарайым, ял итеү өсөн шарттар булдырам, ә кәләшем янда булғанда миңә еңелерәк, ышаныслыраҡ, үҙемдә тау аҡтарырлыҡ көс тоям.


Тәүге никахтан үҫеп килеүсе Салауат исемле 10 йәшлек улы менән ғорурлана Радик. Ул Өфө ҡалаһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Быйыл М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында атаҡлы балет артисы Рудольф Нуриевтың тормошон сағылдырған, сикһеҙ талантлы шәхестең еңел булмаған яҙмышын һәм мәңгелек хыялын һынландырған «Руди – Never off...» спектаклендә (авторы БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов) бәләкәй Руди ролен улы Салауат Бакиров башҡара.

Радиктың кабинеты бихисап Маҡтау грамоталары һәм кубоктары менән тулған. 2011 йылда ул «БР Мәҙәниәт министрлығының иң яҡшы хеҙмәткәре» исеменә һәм билдәһенә лайыҡ булған. Студия быйыл ғына «Өлгөлө хореография студияһы» исемен алды, йыл һайын халыҡ-ара, ил кимәлендәге фестивалдәрҙә ҡатнаша. 2016 йылда Туапсела үткән халыҡ-ара конкурста Гран-при яулай “Саптар”ҙар. Быйыл апрель айында Санкт-Петербург ҡалаһында «Бейеү ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй хореграфия фестиваленән дә Гран-при яулап, көҙгөһөн Сочи ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара ябыҡ грант фестиваленә саҡырыу алыуҙары ла ҙур еңеү, минеңсә. Шулай уҡ июндә генә Сочи ҡалаһында «Саптар»ҙың уртансы төркөмө халыҡ-ара бейеүҙәр фестивалендә беренсе дәрәжәле дипломға эйә булды һәм улар ҙа октябрь айында шунда уҡ үтәсәк киләһе конкурсҡа саҡырыу алды. Унда еңеүсегә бүләккә 1 миллион һум әҙерләнгән. Тимәк, көҙгөһөн «Саптар»ҙың ике төркөмөн Сочи ҡалаһына алып барыу бурысы тора. Атай-әсәйҙәр араһында әҙерлек эштәре ҡайнай, барып, еңеп ҡайтырбыҙ, тип уйлайҙар .

Әлбиттә, 1 миллион һум теге үгеҙ түгел, уны алып ҡайтыуы ҡыйын булмаҫ. Уңыштар теләйбеҙ!


Читайте нас: