Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
26 Сентябрь 2018, 13:13

Тормош юлында абынғың килмәһә… Көн һайын белемеңде арттыр!

Был йәш замандашыбыҙҙың күҙҙәрендә сағылған тәүәккәллек һәм ихтыяр көсөн шунда уҡ тойомланым. Әлеге сифаттарһыҙ ул башҡарғандарға өлгәшеп тә булмайҙыр – бик күп кешеләрҙең яҙмышына туранан-тура йоғонто яһаған юридик ойошманың етәксеһе бит. Бөгөн һүҙебеҙ – “Башҡортостан республикаһының халыҡты хоҡуҡи яҡлау комитеты” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илнур Салауат улы Зарипов хаҡында. Алдынғы ҡарашлы башҡорт егете менән эшҡыуарлыҡ, шәхси үҫеш, юғары маҡсаттар тураһында фекер алыштыҡ, уңышҡа илткән төп ҡағиҙәләрҙе асыҡланыҡ.

Төрлө ғәҙелһеҙлектәр менән йыш

осрашырға тура килде


– Илнур, һеҙҙең ойошма ҡасан барлыҡҡа килде һәм бөгөн ниндәй йүнәлештә эшләй?

– Беҙҙең “Помощь и защита” фирмаһы халыҡҡа һәм ойошмаларға юридик ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығырға ярҙам итәбеҙ – йәғни уларҙы иң тәүҙә хоҡуҡи йәһәттән яҡлау менән мәшғүлбеҙ. Был тармаҡта 2014 йылдан алып эшләйбеҙ. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа ла тап шул саҡта аяҡ баҫтым. 2016 йылда иһә “Башҡортостан Республикаһының халыҡты хоҡуҡи яҡлау комитеты” тип аталған төбәк йәмәғәт ойошмаһын теркәнек. Уның сиктәрендә бушлай юридик консультациялар бирәбеҙ, киләсәктә халыҡтың айырым категорияларына, мәҫәлән, өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға түләүһеҙ хеҙмәттәр күрһәтә башларға теләгебеҙ көслө.

Беҙгә мөрәжәғәт иткән берәү ҙә яуапһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, кемдер тормошта ауыр хәлгә тарыған, әммә беҙҙең түләүле хеҙмәттәребеҙҙән файҙаланырға мөмкинлеге юҡ. Шул ваҡытта ла уға хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Был – фирмабыҙҙың төп принциптарының береһе.

– Ни өсөн шәхси эшҡыуарлыҡты башлағанда тап ошо юридик хеҙмәттәр күрһәтеүгә өҫтөнлөк бирҙең?

– Минең быға тиклемге эшмәкәрлегем дә тап ошо өлкә менән бәйле ине – суд приставы булып туғыҙ йыл тир түгергә тура килде. Шуға ла ундағы нескәлектәрҙе яҡшы белдем. Әлбиттә, кешеләргә ярҙам итеү теләге лә көслө ине – төрлө ғәҙелһеҙлектәр менән бик йыш күҙгә-күҙ осрашырға тура килде бит. Бәлки, шуларҙы саҡ ҡына булһа ла кәметеү теләге лә алға әйҙәгәндер. Бына шундай уйҙар менән тотонғайным был эшкә. Хәҙер инде уны тағы ла үҫтереү һәм киңерәк йәйелдереү кеүек маҡсаттар ҡуйҙыҡ. Ойошмабыҙҙың филиалдары һәр бер районда һәм хатта сит өлкәләрҙә лә булырға тейеш тип фаразлайбыҙ.

Бөгөн бик күп кеше мөрәжәғәт итә – кемдер дәүләттән үҙенә тейешле субсидия ала алмай, кемгәлер пенсия аҙ түләнә – халыҡты борсоған бындай мәсьәләләр бихисап. Күптәр дәүләттән үҙенә ниндәй ярҙам тейеш икәнлеген дә белмәй. Уларҙың ошо һәм башҡа һорауҙарына беҙ тулыһынса яуап бирергә тырышабыҙ.

– Тимәк, халыҡтың ышанысын яулағанһығыҙ инде?

– Эйе, тәүҙәрәк таныштарыбыҙ килде, унан һуң уларҙың таныштары мөрәжәғәт итә башланы. Яҡшы мөнәсәбәт, етди ҡараш, профессиональ хеҙмәтләндереү – былар барыһы ла һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Телевидение һәм радиола юридик мәсьәләләргә ҡағылышлы төрлө тапшырыуҙар алып барабыҙ. Мәҫәлән, “Юлдаш” радиоһында Азат Фазлиәхмәтов менән һәр шәмбе тапшырылған “Закон һәм тәртип” тапшырыуын бик ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар һәм тура эфирҙа бик күп һорауҙар бирәләр.

– Илнур, сер булмаһа, әйт әле: эшҡыуарлыҡ тигән ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла өлкәгә нисек аяҡ баҫтың? Быға ниндәй сәбәптәр этәрҙе.

– Дәүләт ойошмаһында эшләгән осорҙа уҡ шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотоноу тураһында теләк тыуғайны. Бының сәбәбе нимәлә? Сөнки мөмкинлектәрең дә күберәк, табышың да үҙеңдең нисек эшләүеңә генә бәйле. Эшмәкәрлегеңде нисек яйға һалғанһың, белемеңде ниндәй кимәлдә ҡулланаһың – шул ғына. Мәҫәлән, миңә бөгөн юридик белем генә талап ителмәй, ә бизнес серҙәрен дә төшөнөргә кәрәк. Эшмәкәрлегеңде нисек дөрөҫ алып барырға кәрәклеген белергә тейешһең. Шунһыҙ абыныуыңды көт тә тор. Ә быға нисек өлгәшергә була? Бары бер генә юл – тимәк, көн һайын белемеңде арттырырға тырышырға. Мәҫәлән, эшкә алынғандар үҙ бурыстарын тулы кимәлдә башҡара алмаған саҡта, улар менән дөрөҫ етәкселек итә белеү, дәртләндереү сараларын табыу талап ителә бит.

Эйе, иң тәүҙә миндә артабан да үҫешеү теләге бик көслө ине. Ә кемгәлер эшләгәндә быға бик оҙаҡ ваҡыт сарыф итеүең ихтимал. Бизнеста мөмкинлектәр шаҡтай күп. Шуны төшөнгәндә һәм киләсәккә һәр аҙымыңды аңлап яһағанда, мөмкинлектәр ҙә йышыраҡ осраясаҡ, әлбиттә.

Әлеге мәлдә үҙебеҙҙе шулай уҡ төҙөлөш өлкәһендә лә һынайбыҙ. Әммә уңышлы бизнес хужаһының шәхси идараһынан тыш та үҫешергә тейеш. Мин тап ошо маҡсатҡа ынтылам. Мәҫәлән, юридик фирмабыҙ бөгөн был талапҡа тулыһынса яуап бирә тип раҫлай алам. Коллегаларым бөтәһе лә үҙ өлкәһендә төплө белгестәр. Шуға күрә мөмкинлек тыуған һайын ниндәйҙер яңы йүнәлеште үҫтереп ҡарарға тырышам.

Бизнес башлау өсөн аҡса түгел, белем кәрәк

– Бизнесты уңышлы башлау өсөн ҙур аҡса кәрәк, тиҙәр...

– Шунда уҡ ҙур бизнес ойошторорға аҡса юҡ ине, әлбиттә. Миңә тәүҙәрәк ҡышҡы һалҡындарҙа баҙарҙа һатып торорға ла тура килде. Юридик ойошмабыҙҙы теркәгәс, тәүге осорҙа подъездарҙа иғландарҙы үҙебеҙ йәбештереп йөрөнөк. Социаль селтәрҙәрҙә әүҙем реклама алып барҙыҡ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне.

– Һинеңсә, эшҡыуарлыҡҡа тотонған йәштәрҙә ниндәй сифаттар өҫтөнлөк итергә тейеш?

– Иң тәүҙә, ныҡышмалылыҡ һәм тәүәккәллек. Шулай уҡ башлаған эшеңде аҙағына еткереү сифаты ла бик мөһим. Мәҫәлән, бер генә миҫал – беҙ ойошмабыҙҙы дуҫ егет менән бергә асҡайныҡ. Уның юридик белеме юҡ ине, ошоға тиклем төҙөлөштә төрлө эштәрҙә йөрөнө. Әммә теләге көслө булды. Бөгөн иһә юридик юғары белем алды һәм айырым фирма асып бик уңышлы эшләй.

Әлбиттә, ғилем кәрәк – хәҙер бизнесты яйға һалыу буйынса китаптар туп-тулы – уҡы ғына. Был мотлаҡ – сөнки китаптарҙа яҙылғанды үҙ аҡылың менән төшөнгәнгә ҡәҙәр тиҫтәләрсә йылдар үтеүе ихтимал. Башлаған ҡайһы бер идеяларыңдың бойомға ашмау ихтималлығы барлығын да оноторға ярамай. Мәҫәлән, ошо ваҡытта кемдер төҙөлөш менән шөғөлләнә, кемдер бөҙрәхана ойошторған – әммә улар менән генә ҡәнәғәтләнмәҫкә, ә күңелең ятҡан өлкәне тапҡансы, мотлаҡ төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға һәм тырышырға кәрәк.

– Бөгөн эшендә толҡа тапмаған берәүгә: “Эшеңде ташла ла йүнселлек менән шөғөллән!”– тип кәңәш бирә алаһыңмы?

– Был саҡта шундай кәңәш бирер инем – әйҙә, әлегә эш урынын ҡалдырмай торһон, әммә параллель рәүештә күңеле ятҡан шөғөлгә лә тотоноп ҡараһын. Теләгең ҙур булһа һәм ваҡытыңды дөрөҫ бүлгәндә көнөнә бер-ике генә сәғәт табырға була. Ә был шөғөл һуңынан табыш килтерә башлауы ла бик ихтимал.

– Ваҡыт бүлеү, тинең. Ә һин ваҡытыңды нисек дөрөҫ бүләһең?

– Мәҫәлән, бөгөн хеҙмәткәрҙәрем башҡара алырлыҡ эштәргә тотонорға тырышмайым. Тәүҙәрәк ҡыйын булһа ла, үҙемде ошоға өйрәтеп киләм. Сөнки көндәлек ваҡ эштәргә батып, үҙеңдең төп маҡсатыңды онотоп китеүең ихтимал. Бының өсөн даими рәүештә бизнес буйынса китаптар уҡыйым. Ваҡытты дөрөҫ бүлмәү – бөгөн бик күптәргә хас күренеш. Ә был китаптарҙа эшҡыуарлыҡта 40–50 йыл дауамында тупланған тәжрибәләре менә бүлешәләр. Шуға ла һәр ваҡыт үҙемә кәрәкле мәғлүмәтте тап шуларҙан алам.

Маҡсатыңа урау юлдарҙан йә туранан барыу – тик һинең ихтыярыңда

– Буш ваҡытыңда, мәҫәлән, ял көндәрендә, нимәләр менән шөғөлләнәһең?

– Әлбиттә, буш ваҡыт килеп сығыу менән ҡулыма китап алам. Тыуған яғымда – Ҡыйғы районының Алағуз ауылында төрлө мәҙәни һәм спорт саралары ойошторабыҙ. Мәҫәлән, йәштәр көнөн бик күркәм билдәләнек, данлыҡлы ҡурайсы Роберт ағай Юлдашев та килеп ҡайтты. Шулай уҡ көрәш һәм футбол буйынса ярыштарҙы даими үткәрәбеҙ. Быйылғы йәй дауамында ғына ошондай тиҫтәләгән сара үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Эксперттар советы ағзаһымын.

– Ә әлеге мәлдә ниндәй китап уҡыйһың?

– Әлбиттә, күберәк бизнес тураһында китаптар ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, Аллен Карр, Брайан Трейси, Роберт Кийосаки кеүек авторҙарҙы ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Сит ил белгестәре булһалар ҙа, уларҙың китаптарында яҙылған ҡағиҙәләрҙе беҙҙә лә уңышлы ҡулланып була тип иҫәпләйем. Улар эшҡыуарлыҡтың һәр төрөнә ҡулай, сөнки йөҙләгән бизнес төрөнән тупланған дөйөм ҡағиҙәләр. Шуға күрә, мәҫәлән, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт та ошо китаптарҙы уҡып сығып эшмәкәрлеген тағы ла һөҙөмтәлерәк һәм уңышлыраҡ итә ала. Мәҫәлән, Брайан Трейсиҙың китаптары нисек бизнеста уңышлы булырға, бының өсөн ниндәй ҡағиҙәләргә таянырға, ваҡытыңды нисек дөрөҫ һәм һөҙөмтәле ҡулланырға өйрәтә. Мәҫәлән, “Тайм-менеджмент” тигән китабын яңы ғына уҡый башланым, әммә үҙемә бик күп мәғлүмәт алдым. Ысынлап та, тормоштағы маҡсатыңа туп-тура йә урау-урау юлдарҙан, төрлө хаталар һәм һынауҙар аша барырға була. Туп-тура юлға сығыу өсөн ул һәр көн беҙҙең күҙ алдында торорға тейеш. Юғиһә йыш ҡына маҡсаттарыбыҙҙы онотоп китәбеҙ йә бөтөнләй баш тартыуыбыҙ ҙа бар. Ғөмүмән, һәр йәш эшҡыуарҙың тәжрибәле кәңәшсеһе булыуы шарт, әммә ундай кәңәшсе һәм хаталарҙан аралаусы бөтәбеҙгә лә тәтемәй. Шуға күрә ошондай файҙалы китаптар һәм курстар аша үҙеңә белем алырға кәрәк – шул саҡта бик күпте төшөнәсәкһең. Мәҫәлән, Брайан Трейси бик ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта мәғлүмәтле итеп яҙа. Һәр кем төп мәғәнәне аңлаясаҡ.

– Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән боронғолар. Бөгөнгө уңыштарыңды атай һәм әсәй тәрбиәһе һөҙөмтәһе тип раҫлай алаһыңмы?

– Һис шикһеҙ. Мәҫәлән, атайым менән әсәйем беҙҙә бала саҡтан белем алыуға ынтылыш тәрбиәләне. Шуға күрә мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәштем, имтихандарҙы ла һәр саҡ тиерлек беренселәрҙән булып тапшырып сыға торғайным.

Атайым Салауат Әхмәтсафа улы ғүмер баҡый ауылда совхозда тир түкте, әсәйем Нәзирә Сәфиулла ҡыҙы менән беҙҙе – дүрт балаһын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтереү өсөн ҙур көс һалды. Урал һәм Илдар исемле ике ҡустым минең өсөн төп терәк-таяныс – тап улар бөгөн төҙөлөш өлкәһендә тырыша. Тағы ла Гөлнара исемле һеңлем бар.

Ысынлап та, һәр бала иң тәүҙә атай менән әсәйҙән өлгө алғанлығын онотмаҫҡа кәрәк. Улар ышанысты тойоп үҫергә тейеш. “Һин бөтәһен дә булдыраһың”, – тигәнде ишетеп үҫкән баланың үҙ-үҙенә ышанысы көслө була, әлбиттә. Ундайҙар тормош ҡатмарлыҡтары алдында бер ҡасан да баҙап ҡалмаясаҡ.

– Журналыбыҙҙы уҡыусы йәштәргә еткерерлек төп һүҙҙәреңде ишеткебеҙ килә...

– Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Ошоно бер ҡасан да онотмаһаҡ ине. Шул саҡта һәр көнөбөҙ ниндәйҙер мәғәнәгә, хатта мөғжизәгә тулы буласаҡ.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әңгәмәләште.