Йәки төпкөлдән сыҡҡан эшҡыуар
Тау-таш емерергә һәләтле әкиәт геройы Алпамышаны хәтерләтте ул.
...Таянғанда тау емерә, тау емерә”, –
тигән башҡорт халыҡ йырын да иҫкә төшөрттө. Әкиәт геройынан айырмалы, Илнар ҒӘЛИН таш ватыуҙы бизнесҡа әйләндергән. Уның бригадалары әлеге ваҡытта Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә диуарҙар емереү менән шөғөлләнә. Ҡулы аҫтындағы 10–15 егеткә айына 30–40 мең һум түләй, урынбаҫары 70–80 мең һум ала. Ҙур килемгә сығыу, хеҙмәтләндереү баҙарында абруй ҡаҙаныу өсөн йәш эшҡыуарға иң беренсе аңындағы диуарҙарҙы емерергә кәрәк була.
“Система” тигән диуарҙы нисек ватырға?
XX быуаттың 80-90-сы йылғылары – мафия, рэкет, һуғышыуҙар тураһында фильмдар ҡарап, йәғни аҡсаның хәҙерге заманда ҙур көскә эйә булыуын аңға һеңдереп үҫкән быуын. Беренсе класта “ҙурайғас кем булаһың?” тигән һорауға “урман ҡараусы” тип яуап биреүе лә Илнарҙың үҙен байҙар рәтендә күрергә теләүен сағылдыра. “Элегерәк ауылдарҙа иң хәлле йәшәгән, иң ҙур йорт һалдырған һәм ҡиммәтле машинала йөрөгән кешеләр урман ҡараусылар ине”, - тип аңлата быны замандашыбыҙ.
Ошо хыялы уны мәктәпте тамамлағансы оҙатып йөрөй, гел “бишле”гә уҡырға дәрт бирә һәм Өфө урман хужалығы техникумына алып килә. Нисек кенә тырышмаһын, Илнар түләүһеҙ бүлеккә инә алмай.
– Хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн атай-әсәйем мине аҡса түләп уҡытты, – тип яҡындарына рәхмәт уҡый.
Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәгән Абрар Шәкирйән улы ул мәлдә – малсы, ә Рәйлә Зәйнулла ҡыҙы социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Яҡындарына артыҡ көс һалмайым тип, студент уҡыуҙың беренсе аҙнаһында уҡ эшкә сыға. Бер аҙҙан һабаҡташтарынан торған бригада төҙөп, йөк тейәү һәм бушатыу, төҙөлөш буйынса заказдар үтәй башлай.
Әңгәмәсемде тыңлайым да Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Әхтәм Абушахмановтың “Башҡортостан” гәзитенә биргән бер интервьюһында: “Ауырлыҡтар эҙләп йәшәйем, сөнки еңеллеккә кеше сыҙай алмай”, – тигәне иҫкә төшә. Әгәр бюджет нигеҙендә уҡыһа, стипендия алһа, кем белә, бәлки, бөгөн Илнар Ғәлин атлы уңышлы эшҡыуарыбыҙ ҙа булмаҫ ине?
Башҡорт егетенең етәкселек һәләттәрен армияла тиҙ күрәләр – уны утыҙ һалдаттан торған отделение командиры итеп ҡуялар, хужалыҡ буйынса мөдир вазифаһын да ышанып тапшыралар. Төрлө милләт кешеләрен бушҡа эшләтә, тыңлата белеү һәр кемдең хәленән килмәй шул!
– Тормоштағы иң ауыр осор 2009 йыл аҙағында армиянан ҡайтҡас булды. Үҙ урыныңды табырға, эш мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Алда – ниндәйҙер һалҡын билдәһеҙлек. Бер мәл шулай ҡыш ауылдан Өфөгә сығып китеп барам, ә үҙемдең тамаҡҡа төйөр тығылған, аяҡ тартмай, сөнки ҡайҙа барырымды ла белмәйем, – тип әңгәмәсем үҙенең генә түгел, хеҙмәттән ҡайтҡан күп егеттәребеҙҙең дә хәлен һөйләп биргәндәй булды.
Республикала лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урындарының етешмәүе арҡаһында бөгөн аҫыл башҡорт ир-егеттәре генә түгел, ҡатын-ҡыҙ ҙа ил буйлап таралышырға мәжбүр. Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты мәғлүмәттәре буйынса, 150 меңләп яҡташыбыҙ ситтә эшләй. Легаль булмаған юл менән эшләүселәрҙе лә иҫәпкә алһаҡ, был һан бер нисә тапҡырға күбәйәсәк. Башҡортостандың күп районында, шул иҫәптән Илнар тыуып үҫкән Баймаҡта, 10 000 кешегә йөҙҙән ашыу мигрант тура килә. Ғөмүмән, ситкә эшкә китеү буйынса Рәсәйҙә, Мәскәү өлкәһен һанамағанда, беренсе урынға сыҡҡанбыҙ. Ошолар хаҡында һүҙ ҡуйырһа, Илнарҙың ҡаны ҡайнай, ултырған еренән ҡалҡынып-ҡалҡынып китә.
– Был бит егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ икенсе милләт кешеләре менән тормош ҡорасаҡ, маңҡорттар үҫтерәсәк, башҡорттарҙың һаны кәмейәсәк тигән һүҙ, – тине ул һәм, бер аҙ тынысланып, өҫтәп ҡуйҙы: - Дөрөҫ йүнәлеш биреүсе булмаһа, мин дә, таныштарға эйәреп, себер киткән булыр инем, бәлки.
Теге ҡышҡы көндә тыуған йортонан теләр-теләмәҫ сығып киткәс, Илнар Өфөлә йәшәгән өс туған ағаһына бара. Үҙе оҙаҡ йылдар шәхси машинаһында йөк ташыу менән шөғөлләнгән уҙаман ҡустыһына: “Ошоғаса ниндәй эштә оҫтарғанһың, ана шуны дауам ит. Тик был юлы үҙең эшләмә, ә ойоштор”, – ти. Аптыранып йөрөгән егеттең күҙҙәрен асалармы ни! “Нисек быға тиклем үҙем шул турала уйламаным икән?” тип, ҡанатланып эшкә тотона. 2010 йыл башында төрлө хеҙмәткә эшселәр йыйыу менән шөғөлләнгән “Стаханов һәм уның бригадаһы” тигән контора аса.
– Беҙ – ғүмер буйы хөкүмәткә, колхозға эшләгән кешеләрҙең балалары, шуға “система ҡолдары” психологияһын һеңдереп үҫкәнбеҙ, икенсе төрлө юлдарҙы эҙләргә өйрәнмәгәнбеҙ. Уңышлы булыр өсөн иң тәүҙә үҙеңдәге ана шул “система” тигән диуарҙы ватырға кәрәк. Бригадалағы егеттәрҙе лә тормошта сосораҡ булырға өйрәтәм. Ҡайһы берҙә “материал бөттө, эшһеҙ ултырабыҙ” тип шылтыраталар. “Эште алдан планлаштырырға өйрәнегеҙ, алып килгәнде көтөп ултырмағыҙ”, – тип әйткеләп алам, – ти эшҡыуар.
Ҡасандыр матур кәңәш арҡаһында аяҡҡа баҫҡан ҡәрҙәшебеҙ хәҙер үҙе йәштәргә ағайҙарса ярҙам күрһәтергә йыйына. Бының өсөн фекерҙәштәр тупланған, бергәләп ҡуртымға офис юлларға ғына ҡалған.
– Маҡсатыбыҙ – милләттәштәребеҙҙе ситкә ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙә эш урындары табышыу, эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһынғандарға ярҙам итеү, – ти ул.
Кире “программа”ны нисек боҙорға?
“Стахановсылар”ҙың эше көтөлгәндән дә яҡшыраҡ башланып китә. Иғландарын интернетҡа ҡуйып, бушлай таратылған гәзиттәрҙә баҫтырып, бағана һәм подъезд ишектәренә йәбештереп, Илнар көн-төн клиенттар эҙләп табыу менән шөғөлләнә, егеттәр объекттарҙа тир түгә. Барыһы ла ал да гөл. Тик бер урында тороп сыҙамаған эшҡыуарға һаман нимәлер етмәй. Шулай ярты йыл эҙләнгәндән һуң бер бинаның диуарын ватырға саҡыралар. “Бына ҡайҙа күп аҡса йәшеренгән!” – тип һығымта яһай ул һәм, йөҙәр меңлек ҡорамалдар һатып алып, яңы йүнәлешкә күсә.
“Ни өсөн бер иғлан эшләһә, икенсеһе заказ килтермәй?”, “Ниңә йәй өлгөрөп булмай, ә ҡыш заказдар кәмей?” тигәнерәк һорауҙарға яуаптар эҙләп, Илнар Ғәлин билдәле бизнес белгестәренең тренингтарына йөрөй башлай, махсус китаптар уҡый. Шул саҡ эшен тотҡарлап торған тағы әллә күпме “диуарҙарҙың” барлығын асыҡлай ул.
– Баҡтиһәң, заказдарҙың ҡыш кәмеүе йылдың миҙгеленә түгел, ә үҙемә ҡуйған шундай “программа”ға бәйле булған. Тренингтан һуң башымдан ул уйҙы алып ташлағас, эш күләме артҡандан-артты. Тағы ла башҡорттарҙан: “Эй, беҙҙең халыҡ сауҙа итеп өйрәнмәгән инде ул, һатыу эше беҙҙең өсөн түгел”, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ул да мейегә һалынған кире “программа”. Минең бер бажам тажик милләтенән. Ул Башҡортостанға килгәнгә тиклем бер тапҡыр ҙа һатыу итеп ҡарамаған. Рус телен белмәгәнлектән, тәүге осор ҡыҙыҡлы хәлдәргә лә тарып бөткән. Эшләй-эшләй шымарған, хәҙер теләһә ниндәй әйберҙе һатып ебәрә ала, – ти йүнсел хужа.
Бер-ике һөйләмлек иғландың да үҙ нескәлектәре, серҙәре бихисап икән. Текст яҙыуҙы кешене матур итеп кейендереү менән сағыштыра Илнар.
– Реклама өлкәһендә “оффер” тигән төшөнсә бар. “Эләктереп ала торған тәҡдим” тиергә мөмкин. Үҙемдең иғландарҙы, мәҫәлән, “Стенаны тауыш-тынһыҙ һәм саңһыҙ ватыу” тигән һүҙҙәрҙән башлайым. Был – беҙҙең “фишка”. Артабан тәжрибәбеҙҙе сағылдырған бер нисә кәңәш еткерәм. Аҙағында “Хәҙер үк шылтыратығыҙ!” тип яҙып ҡуям, – тип оҫталығы менән ихлас уртаҡлашты геройыбыҙ.
Әйткәндәй, бизнестағы сығымдарының күп өлөшөн реклама биләй. “Әгәр эш бармай башлаһа, аҡсаны йәлләмәйенсә рекламаға бәрәм”, – ти ул.
Ялҡаулыҡты нисек алып ырғытырға?
– 1696 йылда рус армияһы Азов ҡәлғәһен алырға тип барғас, оҙайлы атаканан һуң төрөктәргә ҡәлғәне тыныс юл менән бирергә тәҡдим итәләр. Төрөктәр мәсьәләне ике яҡтан берәр батырҙың алышы менән хәл итергә теләй. Шул саҡ черкес батырына ҡаршы сығарыр өсөн 70 меңлек ғәскәрҙән Алдар Иҫәнгилдинде һайлайҙар. Ҡаты алышта Алдар батыр еңә. Ошондай шәхестең яҡташы, ырыуҙашы булыу рухты нығытмай ҡалмайҙыр, моғайын? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Аяҡта ныҡлы баҫып торор өсөн, әлбиттә, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы белергә кәрәк. Унан тыш, рухты спорт менән дә сыныҡтырыу фарыз. Ҡайһы ғына уңышлы шәхесте алып ҡарама, һәр береһенең яратҡан спорт төрө бар. Көн дә үҙеңде физик күнекмә эшләргә мәжбүр итеү ихтыяр көсөн нығыта. Мин, мәҫәлән, көнөмдө паркта йүгереүҙән башлайым, – ти Илнар.
Хәйер, ҡайһы ғына тренингка йөрөмә, нимәгә генә өйрәнмә, уңыштың нигеҙен тәү сиратта мәңгелек ҡиммәттәр – яныңда һөйгән кешеңдең булыуы, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы тәшкил итә. Был йәһәттән дә Илнар Ғәлин үҙен сикһеҙ бәхетле тоя. Ҡатыны Ғәлиә менән Сания һәм Мәликә исемле илгәҙәк балалар үҫтерәләр.
– Һәүетемсә генә эшләп йөрөгәндә һыу сығарыу бизнесына күсергә булдым. Барлыҡ аҡсаға ҡорамалдар, техника һатып алдым, әммә эш китмәне. Ярты йыл шулай билде тығыҙыраҡ быуып йәшәргә тура килде. Шул саҡ кәләшемдең сабырлығына һоҡландым. Бер тапҡыр булһа ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерһәсе, исмаһам! Ҡыҙҙарын ошолай матур итеп тәрбиәләгәндәре өсөн ҡайным Зөлҡәрнәй Йыһаннур улы менән ҡәйнәм Зәкирә Мөхәммәтғәле ҡыҙына рәхмәт. Уларҙың яғына – Баймаҡ районының Йылым ауылына ҡайтһам, үҙемде хан кеүек хис итәм: ҡәйнәм мулдан табын әҙерләп ҡәҙерләй, һуңынан ҡайнымдың бер туғандары өйҙән-өйгә саҡырып ҡунаҡ итә, аҙаҡ ҡайным менән таңға тиклем аралашып ултырабыҙ. Үҙебеҙ ҙә атай-әсәйҙәргә иғтибар бүлергә, хужалыҡ эштәрендә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти ғаилә башлығы.
Иғтибар итһәгеҙ, заман Алпамышаһының телмәрендә йыш ҡына “программаны боҙам”, “диуарҙы ватам”, “аҡсаны рекламаға бәрәм”, “системаны емерәм” тигәнерәк һүҙбәйләнештәр яңғырай. Ул үҙе быны һиҙмәйҙер ҙә, моғайын. Шулай ҙа ҡолаҡҡа йыш салынған ошо һүҙҙәр Илнар Ғәлиндең холҡон тағы ла нығыраҡ асып биргәндәй. Беренсенән, улар геройыбыҙҙың ҡаршылыҡтарҙан ҡасмауын, ә уларҙы ватып-емереп үтеп китергә күнегеүен сағылдыра. Икенсенән, емереү гел генә барҙы юҡ итеү, эш боҙоу тигәнде аңлатмай. Ҡайһы саҡта нимәнелер емереү яңыһын, яҡшырағын төҙөүгә сәбәп була. Илнар, мәҫәлән, таш диуарҙарҙы ватып, кешеләргә иркенлек бүләк итә, күҙ алдарын яҡтырта, тындарын иркенәйтә, яңы ниәттәренә юл аса. Аңыбыҙҙағы таш “диуарҙар” менән дә шулай уҡ, тик уларҙы ватыу өсөн һәр ҡайһыбыҙ үҙе яуаплы.
Илнар Ғәлин уҡырға кәңәш итә:
“Яңы башҡорт”, Флүр Ғәлимов
“Самый богатый человек в Вавилоне”, Роберт Кийосаки
“Думай и богатей”, Наполеон Хилл
“Думай как миллионер”, Т. Харв Экер
“Никогда не ешьте в одиночку”, Кейт Феррацци, Тал Рэз
“Мой гениальный ребенок”, Саидмурад Давлатов