Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
16 Ғинуар 2019, 18:50

Алһыу Мәүлиханова: “Кисәгенән яҡшыраҡ булырға ынтыл!”

Кешеләргә ғүмер бер генә бирелә. Барыбыҙҙың да ҡарамағында тәүлегенә тик егерме дүрт кенә сәғәт. Әммә Юғары Көс тарафынан бүленгән ошо тиклем ваҡытты нисек үткәрәбеҙ – үҙебеҙҙән генә тора. Хәҙерге ваҡытта тап ошо хәҡиҡәтте тулыһынса аңлаған йәштәр күбәйҙе. Улар быҫҡып, ҡурҡып йәшәмәй, кемдәрҙеңдер фекерҙәренән азат. Булған мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, үҙен һәр йәһәттән үҫтерә, донъя гиҙә, ҙур маҡсаттарына өлгәшә. Уларҙың үрләйһе тауҙары бейек, офоҡтары киң. Журналыбыҙ тышын тап ана шундай йәштәрҙең береһе – Алһыу МӘҮЛИХАНОВА исемле һылыу биҙәй. Әйткәндәй, ул быйыл Новосибирск ҡалаһында үткән “Рәсәй студенткаһы – 2017” Бөтә Рәсәй һомғоллоҡ, спорт һәм талант бәйгеһендә еңеү яуланы!

Кешеләргә ғүмер бер генә бирелә. Барыбыҙҙың да ҡарамағында тәүлегенә тик егерме дүрт кенә сәғәт. Әммә Юғары Көс тарафынан бүленгән ошо тиклем ваҡытты нисек үткәрәбеҙ – үҙебеҙҙән генә тора.

Хәҙерге ваҡытта тап ошо хәҡиҡәтте тулыһынса аңлаған йәштәр күбәйҙе. Улар быҫҡып, ҡурҡып йәшәмәй, кемдәрҙеңдер фекерҙәренән азат. Булған мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, үҙен һәр йәһәттән үҫтерә, донъя гиҙә, ҙур маҡсаттарына өлгәшә. Уларҙың үрләйһе тауҙары бейек, офоҡтары киң.

Журналыбыҙ тышын тап ана шундай йәштәрҙең береһе – Алһыу МӘҮЛИХАНОВА исемле һылыу биҙәй. Әйткәндәй, ул быйыл Новосибирск ҡалаһында үткән “Рәсәй студенткаһы – 2017” Бөтә Рәсәй һомғоллоҡ, спорт һәм талант бәйгеһендә еңеү яуланы!

Алһыуҙың былтыр “Шоңҡар оҫтаханаһы” видеоконкурсында еңеп сыҡҡан сәк-сәк оҫтаһы Гөлназ апай Мәүлиханованың кесе ҡыҙы икәнлеген белгәс ғәжәпләндем дә, һоҡландым да. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Тырыш, дәрте ташып торған кешенең балаһы ла һәр яҡтан килгән булыусан шул.

Алһыу менән әңгәмәләшеү ваҡытында, уны яҡынданыраҡ белгән һайын, ана шуға нығыраҡ төшөндөм.


– Алһыу, һин бәләкәй саҡтан ныҡышмал, алға ынтылыусан бала булғанһың. Еңеүҙәрең дә күп. Шуларҙың иң сағыуын онотмағанһыңдыр әле?

– Етенсе класта “Уҡытыусыға – хат” тип аталған иншалар конкурсында беренсе урын алып, Өфөлә Президент шыршыһында ҡатнашҡайным. Ошо мәлде иң шатлыҡлыһы тип иҫкә алам. Был еңеүем мине артабан да үҙ көсөмә ышанырға, бейеклектәргә артылырға дәрт өҫтәгәндер ҙә.

– Еңеүҙәргә ынтылыш тәрбиәнән дә киләлер. Ҡайҙан һиндә был сифат?

– Атай-әсәйем апайым менән икебеҙҙе бөхтәлеккә һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡҡа өйрәтте. Уларҙы сикһеҙ яратам һәм хөрмәт итәм. Ниндәй ҙә булһа эште башлаһаҡ, намыҫ менән аҙағына еткергәнсе башҡарырға кәрәклеген аңыбыҙға һеңдерҙеләр. Тирә-йүнебеҙҙәге кешеләргә ҡарата иғтибарлы, илтифатлы булыуға ла уларҙан өйрәнгәнбеҙ.

Атай-әсәй илһам өҫтәп, ышаныс күрһәтеп, йүнәлеш биреп торғанға ла, беренсе кластан алып тик яҡшы билдәләргә генә өлгәштем, мәктәптә үткән сараларҙы алып барҙым, гимназиябыҙ тормошон бәйән иткән радиоэфир тапшырыуҙарында ла өлөшөм ҙур. Республика буйынса ла, Рәсәй кимәлендә лә төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулағаным бар.

– Әйткәндәй, Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла белем алғанһың. Был да уңыштарыңда әҙ роль уйнамағандыр?

– Гимназияла уҡыу тормошомда тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ғүмер буйы аралашып йәшәрлек иң тоғро дуҫтарымды бүләк иткән урын ул. Тәрбиәселәрем һәм уҡытыусыларым минең шәхес булараҡ үҫешеүемә тос өлөш индерҙе. Айырыуса, класс етәксем Гөлдәр Әхмәтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Шаһиеваларға оло рәхмәтемде еткергем килә.

– Артабан һөнәр һайлау мәсьәләһе килеп тыуғас, бер ҙә ҡыйын булмағандыр, шулай бит?

– Гимназияны алтын миҙалға тамамлағас, Өфө дәүләт авиация-техник университетына уҡырға индем. Иң яратҡаным – яңы нәмәләр өйрәнеү, уҡыу. Шуға күрә лә студент йылдары күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Был осоромда күбеһенсә фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләндем. “Мәүлит уҡыуҙары” тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр, “Фән аҙнаһы” студенттар конференцияларында тәүге урындарҙы яуланым, фәнни мәҡәләләр яҙҙым.

Икенсе курста университеттың Профбюро алдынғыһы инем инде. Үҙем уҡыған авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетының Мәғлүмәт үҙәге ағзаһы ла булдым. Бөтөн тырышлыҡтарым өсөн Республика Башлығы стипендияһы менән бүләкләнеләр.

– Һәр нәмәгә ижади ҡарашлы ҡыҙҙың техник уҡыу йортон һайлауы ғәжәп.

– Күптәр шундай нескә генә ҡыҙ ни өсөн “тимер” һөнәр һайланы икән, тип ҡыҙыҡһына. Мин беренсе кластан көслө уҡытыусылар ҡулында белем алдым. Гимназияла физика-математика класында ла уҡығас, ҡайҙа барырмын тип оҙаҡ баш ватманым да. Хәҙер мин дипломлы инженер.

– Үҙеңде үҫтереү йәһәтенән башҡа шөғөлдәргә ваҡыт ҡаламы?

– Ихлас башҡарған шөғөлдәрем, ҡыҙыҡһыныуҙарым байтаҡ. Улар минең тормошомдо тулыландыра, күңелемде байыраҡ итә. Нәфис әҙәбиәт өлгөләрен генә түгел, фәнни мәҡәләләр менән дә танышып, күҙәтеп барам. Шәжәрә ағасыбыҙҙы төҙөй башланым, гитарала уйнарға өйрәнәм. Бәләкәйҙән килгән һүрәт төшөрөү оҫталығымды ла ташламайым – портреттар яҙам. Ә спортһыҙ бөтөнләй йәшәй алмайым тиергә мөмкин. Йүгерәм, бассейнда йөҙәм, сноубордта елдерәм. Яңыраҡ ГТО нормаларын тапшырҙым, миҙалға үттең, тинеләр әле.

– Кемдәрҙең портреттарын төшөргәнең бар? Ҡайһы мәлдәрҙә һүрәт эшләүгә тотонаһың? Нимә илһамландыра?

– Минең өләсәйем менән әсәйем һүрәтте матур яһай. Һәләт уларҙан күскәндер инде. Был йәһәттән төплө генә итеп белем алырға теләр инем. Туғандарымдың, дуҫтарымдың портреттарын төшөрәм, тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙға күсерергә яратам. Республикамдың хозур тәбиғәте илһамландыра мине.

– Тормош рәүешебеҙгә, ҡараштарыбыҙға беҙҙе уратып алған кешеләр ҙур йоғонто яһай. Кемдәр менән аралашырға яратаһың?

– Дөрөҫ. Ни тиклем генә уникаль булмайыҡ, эргә-тирәбеҙҙең йоғонтоһо ҙур. Минең янымда ҡыҙыҡлы, бар нәмәгә ижади ҡараған, маҡсатҡа ынтылыусан, эшһөйәр кешеләр тупланған. Уларҙың барыһын да тормошҡа ҡыуанып ҡарау, алдағы көнгә ышаныс берләштерә. Үҙе башҡарған шөғөлдән йәм тапҡан, янып йәшәгән кешеләр оҡшай.

– Кемдәрҙе үҙеңә үрнәк итеп ҡуяһың, фекерҙәренә ҡолаҡ һалаһың?

–Класс етәксем – Гөлдәр Әхмәтова минең өсөн бар йәһәттән өлгө булып тора. БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәктәп уҡытыусылары араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында “Буласаҡ ғалимдарҙың остазы” номинацияһында биш тапҡыр еңеү яулаған кеше ул. Физика һәм математика фәндәре буйынса ла Рәсәй кимәлендә үҙен һынап ҡараған һәм еңгән. Эш һөйөүсән, шат күңелле , энтузиазмы ташып тора. Ул уҡытҡан балаларҙың береһе лә тормошта юғалып ҡалмай.

– Сәйәхәт итергә яратаһыңмы? Ҡайһы тарафтарға юл төшкәне бар? Ер-һыу күреү һиңә нимә бирә?

– Пико Айер әйтмешләй, беҙ сәйәхәттәргә күҙебеҙҙе һәм йөрәгебеҙҙе асыр, ниндәй ҙә булһа яңы нәмә белер өсөн сығабыҙ. Ҡара диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙ, Кавказ һәм Абхазияла булғаным бар. Үткән йылғы Ҡаф тауҙарына сәйәхәт күңелемә уйылып ҡалды. Студент саҡта университет Дельтаклубында парапланеризм менән шөғөлләнгәйнем. Ҡыш буйына Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Торатау парадромдарын иңләй инек. Йәй етеү менән, парапландарыбыҙҙы тейәп, Төньяҡ Ҡаф тауының йөрәге – Чегем тарлауығына йүнәлдек. Тауҙарға тиклем дүрт көн буйы барҙыҡ, төнләтеп кенә йоҡларға туҡтала инек. Тольятти, Жигулевск, Сызрань, Һарытау, Камышин, Волгоградты үтеп киткәс ҡалмыҡ далаларының ынйыһы – Элистаға еттек. Һәм, ниһайәт, алда – тауҙар! “Чегем” парадромы Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында, Грузия менән сиктәш тип әйтерлек ерҙә урынлашҡан. Бында минең кеүек йәш парапланерсылар тәжрибә туплай, ә тәжрибәлеләр оҫталығын арттыра.

Артабан Юца парадромына Рәсәй чемпионатына барҙыҡ, билдәле пилот-спортсылар менән таныштыҡ. Пятигорск ҡалаһын ҡыҙырыу, Лермонтов яратҡан Машук тауына менеү ҙә әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәргә байытты.

“Вертикаль” фильмын ҡарағандан һуң Эльбрус тауҙарына менеү хыялы тынғы бирмәй ине. Тормошҡа ашты бит! Ҡалын ҡар ҡатламы менән ҡапланған Эльбрус Кавказ күгенә тейеп тора. Үҙенең матурлығы һәм бөйөклөгө менән бөтә донъяның альпинистары, саңғысылары, сноубордсыларының күҙен ҡыҙҙыра!

– Нисек уйлайһың, ошондай тауҙарға артылғандай, кеше һәр ваҡыт еңеп, уңыштарға ынтылып йәшәргә тейешме? Әллә һәр нәмәне үҙ ағышына ҡуйыу, шөкөр итеү дөрөҫмө?

– Быныһы инде һәр кемдең үҙ иркендә. Тырышыу йә үҙ яйына һалыу, ағым ыңғайына барыу йә маҡсат ҡуйыу – һайларға ғына ҡала. Ниндәй ҙә булһа хыялың, ынтылышың бар икән, өмөтләнеп көтөп кенә ятыу дөрөҫ түгел. Эшләргә, ынтылырға һәм үҙеңә ышанырға ғына кәрәк. Һәр иртә беҙгә кисәгенән яҡшыраҡ булырға мөмкинлек бирелә.

– “Рәсәй студенткаһы – 2017» конкурсында еңеү тормошоңа ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?

– Новосибирск ҡалаһына еңеүемә ышанып барҙым. Новосибирск, Воронеж, Өфө, Яр Саллы, Төмән, Томск, Омск, Тобол, Дондағы Ростов һәм Красноярск ҡалаларынан 20 ҡыҙ ҡатнашты.

Финалдан алда дүрт кенә көн бирелде, ун этапты үткәс “Топ-10” һайлап алдылар. Конкурс талантлы йәштәрҙе билдәләү, студенттарҙың ижадын киңерәк йәйелдереү, ватансылыҡты үҫтереү һәм башҡа матур маҡсаттар уңайынан ойошторолғайны. Былтыр ҙа Линара Таһированың “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнгән Ләйсән Ғасимова еңеүгә өлгәшкәйне.

Баһалама ағзаларына айырыуса “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тип аталған ролигым оҡшаны. Үҙем ижад иткән шиғырҙар, милли костюм, милли орнамент менән биҙәлгән ҙур сәк-сәк менән башҡаларҙан айырылып торҙом.

Конкурста барыһы ла еңер өсөн ҡатнаша. Әммә һәр кемдең үҙ еңеүе. Кемдер үҙ-үҙенә ышана башлай, алсаҡ, асыҡ күңеллерәк булып китә, яҡшы яҡҡа үҙгәрә, яңы дуҫтар таба, сәхнәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнә, ә кемдер күңелен сағыу хис-тойғолар менән байыта. Конкурс минең өсөн үҙемде яңынан асырға мөмкинлек бирҙе, көсөмдө баһаланым, артабан ҡайһы яҡҡа табан үҫешергә кәрәклеген аңланым.

– Үҙең әле лә “Һылыуҡай” студияһы менән тығыҙ мөнәсәбәттә, шикелле?

– Студияла Линара Таһирова һәм Альбина Усманова етәкселегендә төрлө саралар үтә. Тап улар мине “Рәсәй студенткаһы – 2017” конкурсында ҡатнашырға илһамландырҙы, әҙерләнергә ярҙам итте. Етәкселәремә ҙур рәхмәт! Мин был студияның эштәрендә әле лә ҡуш ҡуллап һәм ҙур теләк менән ҡатнашам. Көҙ ҡыҙҙарҙы студенттар конкурстарына әҙерләүҙә булышлыҡ иттем. Үҙемдең тәжрибәм менән уртаҡлаштым.

– Журналыбыҙҙы уҡыусы йәштәргә ниндәй ете кәңәш бирер инең?

1) Иң мөһиме – ваҡыт. Һәр минуттың ҡәҙерен белегеҙ. Йылдан-йыл ваҡыт тиҙерәк аға. Ул, ысынлап та, бик аҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер ҙур хыялдарығыҙ бар икән, уға хәҙерҙән үк тотоноғоҙ!
2) Атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ һәм ҡәҙерләгеҙ. Улар иҫән саҡта һеҙ бала әле.

3) Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм спорт менән шөғөлләнегеҙ.

4) Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ. Һәр ваҡыт яңы нәмә белергә тырышығыҙ, уны өйрәнегеҙ.

5) Ҙур хыялдар ҡороғоҙ! Ана шул хыялға яҡынлашыу өсөн көн һайын егерме минут ҡына булһа ла ваҡыт бүлегеҙ.

6) Ниҙер килеп сыҡмаһа, уға яңынан тотоноғоҙ, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ.

7) Күберәк йылмайығыҙ һәм һәр ваҡыт матур уйҙар менән йәшәгеҙ
Читайте нас: