Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
5 Февраль 2019, 15:30

“Янып йәшәргә кәрәк!”

Сағыу, һөйкөмлө, торған ерендә ут сығара! Лилиә Дәүләтбаева тап шундайҙарҙан. Йылмайыуы һәм харизмаһы менән донъяны тултырыр – тәү күреүҙән үк ошондай итеп күҙ алдыма баҫты ул.

Сағыу, һөйкөмлө, торған ерендә ут сығара! Лилиә Дәүләтбаева тап шундайҙарҙан. Йылмайыуы һәм харизмаһы менән донъяны тултырыр – тәү күреүҙән үк ошондай итеп күҙ алдыма баҫты ул. Уның егәрлелеге һәм эшкә һәләтлелеге һоҡландыра мине, үҫешкә этәргес бирә. Ундайҙар эргәһендә үҙең дә үҙгәрәһең, бүтәнсә фекер йөрөтә башлайһың, ижади ҡараш уяна. Кем һуң ул – журналыбыҙ тышын биҙәүсе? Әйҙәгеҙ, яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Кеше йөрәген тоҡандырыу өсөн үҙеңә яҡтылыҡ сығанағы булыу кәрәк



– Лилиә, һиңә һоҡланмау мөмкин түгел! Үҙең һәм һинең иҫ киткес донъяң менән уҡыусыларҙы таныштыра алыуыма сикһеҙ шатмын. Ярамһаҡланыу түгел был, ысынлап тойғанымды еткерәм. Һөйлә әле: кем һин, ниҙәр менән шөғөлләнәһең?



– Йылы һүҙҙәрегеҙгә рәхмәт. Миңә 27 йәш, Белорет районында ябай башҡорт ғаиләһендә тыуып-үҫтем. IХ синыфҡа тиклем 10-сы һанлы урта мәктәптә белем алдым, артабан уҡыуымды Яныбай Хамматов исемендәге гимназияла дауам иттем.



2009 йылда З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының актер оҫталығы һәм режиссура факультетына уҡырға индем. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева етәкселегендә һөнәребеҙ нескәлектәренә төшөндөк.



2013 йылда академияны ҡыҙыл дипломға тамамланым, шулай ҙа эшкә театрға барманым. Ижад юлымды “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында башланым. “Юлдаш” радиоһында иртәнге һәм киске эфирҙар алып барҙым, яратҡан “Тамыр” телеканалының “ӘЮЯ ҡаласығы” тапшырыуында Хәрефбикә ролендә төшөүемде дауам иттем.



Әлеге мәлдә ышаныслы терәгем – тормош иптәшем менән 4 йәшлек ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Төп шөғөлөм концерттар, туйҙар, бүтән саралар алып барыу. Ҡыҫҡаса шул.



– Шундай сағыу, мауыҡтырғыс эшмәкәрлеккә нисегерәк килеп юлыҡтың?



– Бәләкәйҙән үк ғаиләбеҙ ойошторған концерттарҙың режиссеры һәм артисы булдым. Миңә һәр ваҡыт артист булыуымды юранылар. Тәүге мәртәбә сәхнәгә 6 йәштә сыҡтым. Балаларҙың вокал конкурсында ҡатнашҡайным, бөгөнгөләй хәтеремдә: бер ҙә тулҡынланманым, ышаныслы баҫып сыҡтым да йырымды башҡарҙым. Ижади һөнәремдең башланғысы тап ошо көндән инеш алғандыр, тип уйлайым хәҙер. Әлбиттә, мәктәптә бер сара ла, концерт, спектакль дә минһеҙ үтмәне, бик әүҙем булдым, түңәрәктәргә йөрөнөм. Ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай инем.



Ә иң тәүге етди сара – курсташымдың туйын үткәреү булды. Беренсе курста уҡыған мәл ине ул, туйҙар алып барыу һөнәремдең бер өлөшө булып китер тип уйламай ҙа инем.



– Һин ижад кешеһе, һәр ваҡыт кеше араһында, кешеләргә шатлыҡ өләшеүсеһең. Бүтәндәрҙең йөрәген тоҡандырыу өсөн үҙеңдә күпме яҡтылыҡ сығанағы булырға тейеш, шулай бит! Кемдән, ҡайҙан һиндә ундай харизма, энергия?



– Алып барыусының харизмаһы булмаһа, ул лидер түгел, ҡыйыу рәүештә һөнәрҙән китермә мөмкин! Һин кешеләрҙең хәтерендә ҡалырға тейешһең. Миңә килгәндә инде – Хоҙайҙан бирелгән һәләт һәм тырыш хеҙмәт! Мине орсоҡ та тиҙәр, сөнки энергетикам кешеләргә көслө йоғонто яһай. Шатланһам, хис-тойғолар шартлауы күҙәтелә, ҡысҡырып көләм, уны кешегә лә йоҡторам. Асыуланһам, миңә яҡын килмәү хәйерле. Миңә йыш ҡына, улай асыҡ һәм яҡшы күңелле булырға ярамай, тиҙәр. Ә кешеләр, уларҙың күңеле менән эш иткән мин, киреһенсә, асыҡ, тик ыңғай энергия таратыусы булыуҙы хуп күрәм.

Дауамын "Шоңҡар" журналының 1-cе һанында уҡығыҙ!

Читайте нас: