Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
26 Апрель 2019, 13:41

“Әлмисаҡтан алып мин шағир”

– Атай-әсәйем шағир булырымды теләгәндер, әммә башҡа хыялдарым да бар ине, был йәһәттән бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Бәләкәй саҡтан телем яман булды. Мәктәптә ҡайһы бер уҡытыусылар быны аңлап, миңә бик ҡаты бәрелмәҫкә тырыша ине (көлә). Ә мин үҙем ни әйткәнемде аңламай ҙа ҡалам. Бер ваҡыт оло ғына инәйем (әсәйҙән оло кешене беҙҙең яҡта шулай тиҙәр): “Балам, ҙурайғас кем булаһың?” – тип һорағанға “Президент!” тип яуап бирҙем. “Улайһа, миңә бер фатир бүләк итерһең инде”, – ти инәй. Ә мин үҙем дә һиҙмәҫтән: “Һин ул ваҡытҡа тиклем үлмәйһеңме ни?” – тип яуап ҡайтарҙым. Аллаға шөкөр, инәй әле лә иҫән, президент булғанымды көтә. Ул оҙағыраҡ йәшәһен тип, президент булмай торам әле

ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте өсөн алтын дәүер һанала, Бабич, Мостай, Рәми... Һанай китһәң, табаҡ бит тә етмәҫ, уларҙың һәр әҫәре алтын фондҡа ингән. Шул дәүерҙә йәш быуын да әҙәбиәткә тулҡын-тулҡын булып килгән. “Заман башҡа – заң башҡа” тигәндәй, ХХI быуатта иһә әҙәбиәт даръяһында елкән киреүселәрҙе һирәк күрәбеҙ. Иң мөһиме, улар бар. Тап шундайҙарҙың береһе ул бөгөнгө геройыбыҙ – журналыбыҙ тышын биҙәгән йәш шағир, радиожурналист Айбулат Сәсәнбаев. Һүҙҙе танышыуҙан башланыҡ.


– Мин – Сибай ҡалаһынан. Шағир буласағым тыумаҫ борон, әлмисаҡтан уҡ хәл ителгәндер тип уйлайым. Мин тыуған 1995 йылда республика халҡы бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейҙы ҡаршылай ине. Атай-әсәйем исемемде даһиға бағышлап Шәйехзада тип ҡушырға йөрөгән, әммә мин тыуғас, бигерәк боронғо исем, тиңдәштәре көлөрҙәр тип, Айбулат тип ҡушҡандар. Шулай Айбулат булып киттем, әммә әсә ҡарынында ятҡанда Шәйехзада инем.

– Бигерәк ҡыҙыҡ ваҡиға! Айбулат, тимәк, һинең кем булырыңды атай-әсәйең алдан билдәләп ҡуйғанмы? Әллә башҡа хыялдарың да бар инеме?

– Атай-әсәйем шағир булырымды теләгәндер, әммә башҡа хыялдарым да бар ине, был йәһәттән бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Бәләкәй саҡтан телем яман булды. Мәктәптә ҡайһы бер уҡытыусылар быны аңлап, миңә бик ҡаты бәрелмәҫкә тырыша ине. Ә мин үҙем ни әйткәнемде аңламай ҙа ҡалам. Бер ваҡыт оло ғына инәйем (әсәйҙән оло кешене беҙҙең яҡта шулай тиҙәр): “Балам, ҙурайғас кем булаһың?” – тип һорағанға “Президент!” тип яуап бирҙем. “Улайһа, миңә бер фатир бүләк итерһең инде”, – ти инәй. Ә мин үҙем дә һиҙмәҫтән: “Һин ул ваҡытҡа тиклем үлмәйһеңме ни?” – тип яуап ҡайтарҙым. Аллаға шөкөр, инәй әле лә иҫән, президент булғанымды көтә. Ул оҙағыраҡ йәшәһен тип, президент булмай торам әле (көлә).
Тағы ла бер хыялым Космонавтика көнөнә бәйле. Үҙем 12 апрель тыуғас, бәләкәйҙән космонавт булырға теләнем. Әммә хыял тормошҡа ашмаҫлыҡ булырға тейештер, тип уйлайым. Минең өсөн космонавт булыу – бойомға ашмаҫлыҡ хыял, сөнки һаулығым да, белемем дә быға мөмкинлек бирмәй (көлә). Әммә уның икенсе ысулы ла бар: аҡсаң булһа, йыһанға осоу түгел, сит планетаны һатып алырға ла мөмкин.
– Улайһа, хыялың тормошҡа ашасаҡ бит.
– Ғөмүмән, хыялдарым бының менән генә бөтмәй. Ҙурайғас поезд машинисы булырмын тип тә уйлай инем. Бөтә ил буйлап сәйәхәт итеп, тәбиғәт менән типә-тиң булып, хисләнеп шиғыр яҙып тик йөрө. Шәпме? Шәп бит! Әммә тормош һуҡмағым журналистикаға илтеп ҡуйҙы.
– Мәктәптә хулиган булдыңмы, әллә тәртипле, өлгөлө малай инеңме?
– Ысынлап та, әсәйем уҡытҡан мәктәптә белем алдым, шуға артыҡ шашып булманы, тәртип – яҡшы, әммә уҡыуым менән маҡтанырлыҡ түгел, көндәлектә икеләр ҙә күренгеләп ҡала ине хатта. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән мотлаҡ бишлегә өлгәштем. Түбән кластарҙан “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса бәйгелә, башҡа төрлө шиғыр ятлау, ҡурай буйынса конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштым.
Дауамын "Шоңҡар" журналының яңы һанында уҡығыҙ:
Читайте нас: