“Өс һүҙ менән әйткәндә, һин ниндәйерәк кеше” тигән һорауға, “ябай ауыл егетемен” тиеү менән генә сикләнде Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының йәш актеры – Фәнил ТОЛОНҒУЖИН. Үҙе хаҡында һүҙ сурытырға яратмаһа ла, тәү күргәндә үк уның үткерлеге, шул уҡ ваҡытта итәғәтлелеге, алсаҡлығы, шаянлығы күҙгә ташлана.
Тулы исем-шәрифе: Толонғужин Фәнил Фәләх улы
Тыуған төйәге: Әбйәлил районының Байым ауылы
Ғаилә хәле: өйләнгән, Лилиә исемле һылыу менән донъя көтәләр
Белеме: З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы
Ролдәре: Клеант (Ж.Б. Мольер, “Тартюф”), Вәсил (Васенька) (А. Вампилов “Өлкән ул”), Ирбулат (М. Бураҡаева, “Үҙем яҙған яҙмыш”), Йәш Шәрәф (М. Фәйзи, “Аҫылйәр”), Тимур (Д. Исабеков “Өлкән апай”), Аладдин (“Аладдин” әкиәте), Толпан (С. Сурина, “Тылсымлы күл сере”), Шөкөр (М. Кәрим, “Ҡыҙ урлау”), Әминбәк (И. Йомағолов “Тылсымлы көй”) һ.б. Шулай уҡ “Алмабика” башҡорт фильмында – Илһам.
– Сәнғәт нимә ул – йәшәү рәүешеме, ҡәнәғәтләнеүме, тәрбиәсеме, әллә…
– Сәнғәт минең өсөн йәшәү рәүеше генә түгел – йәшәү мәғәнәһе лә.
– Актер һөнәре нимәһе менән ылыҡтырҙы һине?
– Бәләкәйҙән бейеү сәнғәтенә ғашиҡмын. Бер туған Айгөл апайым – бейеүсе. Нисек кенә тырышһам да, ул бейеүсе һөнәрен үҙләштереүемә ҡаршы булды... Шулай ҙа бер сәнғәт орлоғо йөрәгеңә сәселһә, ул мотлаҡ тамыр йәйә икән. Мин дә башҡа йүнәлеште үҙ итә алманым – актерлыҡҡа уҡырға юлландым. Атай менән әсәй ҙә – күңелеңә ятҡас, бараһың инде тип, фатихаларын бирҙе. Туғандарыбыҙ араһында бүтән сәнғәт кешеләре юҡ. Бейеүгә булған һөйөүем әле лә үҙен һиҙҙертә, режиссер рөхсәт итһә – ролдәремде бейеү йә булмаһа сәхнә хәрәкәттәре (трюктар) менән биҙәйем... Йәш саҡта осҡон сәсеп уйнап ҡалырға, ә инде олоғая килә тәрән, уйландыра торған ролдәр тыуҙырырға кәрәктер, тигән уйҙамын... Бәлки, хаталанамдыр, ТИЛЕ ЙӘШЛЕК тигәндәре шулдыр, күрәһең!
– Беренсе мәртәбә театр менән ҡасан осраштың?
– Профессиональ театрҙарҙан беҙҙең яҡтарға сибайҙар ғына йыш йөрөй ине, беренсе тапҡыр шулар иҫемдә уйылып ҡалған... Бәләкәй инем, ниндәй спектакль ҡуйғандарын хәтерләмәйем. Бөтә залдың иҫен китерлек итеп мөхәббәт сәхнәһен уйнанылар ҙа, антракт мәлендә тексыңды бутайһың тип ирештеләр ҙә киттеләр! Бына шунда бөтөнләй икенсе, серле донъя барлығын аңланым... Сөнки сәхнәлә, әкиәттәге кеүек, барыһы ла яҡшы ине бит! Бәлки, ана шул йәшерен донъяның серен сисәм тип театрға ылыҡҡанмындыр! Беренсе мәртәбә театр менән дә, уның сәхнә арты тормошо менән дә шунда таныштым.
– Уҡырға килгәнсе актер һөнәре хаҡында нимәләр белә инең?
– Ролеңдең һүҙҙәрен ятлаһаң, аҙаҡтан бутамай ғына һөйләп торһаң – шул етәлер, тип уйлай инем, ҡалғаны үҙенән-үҙе килеп сығалыр һымаҡ тойолдо... Алданғанмын! Уҡырға ингәндә, беренсе турҙа уҡ, профессорыбыҙ Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы был ҡарашымды юҡҡа сығарҙы. Хәҙер инде беләм – бер роль өҫтөндә актер айҙар буйына, йәнен-тәнен һалып эшләй!
– Һөнәреңә ҡағылышлы яратҡан фразаң?
– Мостай ағай Кәримдең (ул курсыбыҙҙың дуҫы ине, был йәһәттән беҙ бәхетле) КИНО – УЛ ИКЕ ҒАШИҠТЫҢ ТЕЛЕФОН АША СЕРЛӘШЕҮЕ... Ә ТЕАТР – ИКЕ ҒАШИҠТЫҢ КҮҘГӘ-КҮҘ ҠАРАП ОСРАШЫУЫ тигәнен күңелемә һалып ҡуйҙым! Ҡайһыһы мөһимерәк – һәр кеше үҙе һайлай!
– Актерлыҡ һәләте тигәнгә нимәләрҙе индерәһең? Актер нимәләр белергә тейеш?
– Актер бер туҡтауһыҙ эҙләнергә, күҙәтергә, сағыштырырға бурыслы! Юғиһә ниндәйҙер амплуала штампҡа әйләнәсәк. Шулай уҡ үҙенең төҫ-ҡиәфәте тураһында ла онотмаҫҡа тейештер, сөнки сәнғәт матурлыҡ, зауыҡ менән йәнәшә тора. Театрға килгән кеше ниндәйҙер кимәлдә тәрбиә, фәһем алып ҡайта бит. Ә актер оҫталығына килгәндә – бер аҡыл эйәһе әйткән бит: СӘНҒӘТ – УЛ ДИҢГЕҘ, УЛ ҠАСАН ДА БУЛҺА СҮП-САРЫН ЯРҒА СЫҒАРЫП ТАШЛАЯСАҠ!
– Байтаҡ әкиәттәрҙә уйнағанһың, әкиәт персонаждарын сағылдырыуы еңелерәкме, әллә ололар өсөн тәғәйен тамашаларҙамы?
– Әлегә айырмаһын күрмәйем... ике категорияға уйнағанда ла сәхнәлә ысынлап йәшәргә кәрәк! Ә юҡ, бер мөһим айырма бар: ололар алдында еңелсәрәк, ялҡауыраҡ итеп уйнап сыҡһаң да, уларҙың тәнҡите йомшағыраҡ була, ә балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, үҙеңә йәлеп итеү ауырыраҡ: уларға йә оҡшай, йә оҡшамай – тураһын сәпәйҙәр.
– Ижадыңдың тәнҡитсеһе кем? Ниндәй тәнҡиткә ышанаһың?
– Иң беренсе тәнҡитсе – режиссер, әлбиттә. Икенсеһе – ҡатыным, ул сәнғәт кешеһе түгел, ләкин бөтә спектаклдәрҙе лә ҡабат-ҡабат ҡарай ҙа, һүлпәнәйгән йә, киреһенсә, оҫтарған сәхнәләрҙе әйтеп бирә... Сәпкә тура ата ла ҡуя.
– Кәрәкле кәйефте нисек булдыраһың?
– Репетициялар шуның өсөн уҙғарыла бит: ниндәйҙер ҡуйылған шарттарҙа йәшәп алып китәһең!
– Ниндәй ролдәрҙе “минең ролем” тип әйтер инең?
– Ҡайһы ролде башҡарам (улар әлегә күп түгел) – барыһы ла минеке, үәт!
– Актер һөнәренән тыш талантыңды бүтән юҫыҡта файҙаланаһыңмы?
– Ҡайһы актер ҡулланмай икән?! Мәҫәлән, юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре туҡтатҡан һайын – мин йә “туйыма һуңлап барам”, йә “бала табыу йортона”... Йәл, бер мәртәбә генә ышандыра алдым – күрәһең, талант тигәне үҙемдә аҙыраҡ!
– Үҙеңде яратаһыңмы? Ул нимәлә сағыла? Үҙеңде яратыу нимәнән ғибәрәт?
– Әлбиттә, яратам... Мәҫәлән, аяҡ бармағымды диван мөйөшөнә төкөһәм – эй, үҙемде йәлләйем.
– Нисек уйлайһың, кеше яҙмышты үҙгәртә аламы?
– Һәр кешенең яҙмышы – үҙенең ҡулында, ихтыяр көсөн туплап, уны теләгәнсә үҙгәртә ала...
– Тормошоңда осраҡлыҡ ниндәй роль уйнай?
– Бар нәмәгә лә аныҡ яуап табырға тырышам, сөнки осраҡлыҡтарға ҙур әһәмиәт бирһәм, былай ҙа хисле актер күңелем тиҙ арала булғанына-булмағанына ышана башлар йә.
– Һәр кем ғүмеренең ҡайһылыр осоронда был донъяға ниңә килгәне хаҡында уйлана башлай. Йәшәү мәғәнәһен нимәлә күрәһең?
– Ғүмеремдең был осоро әлегә килеп етмәгән, ахыры.
– Кешеләрҙә ниндәй сифаттарҙы үҙ итәһең? Кемдәр (ниндәйҙәр) менән аралашырға тырышмайһың?
– Ғәҙеллекте яҡлаған һәм дөрөҫ һүҙен һүҙ итә белгәндәрҙе ихтирам итәм, ысын дуҫтарым шундайҙарҙан! Ә бына аралашырға тырышмағандар араһынан иң күрә алмағаным – ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәргәндәр... Ир булып тыуғас, ир-егет була бел!
– Теш табибынан... Берәйһе төрткөләп индереп ебәрмәһә, сиратым етеү менән ҡасып ҡайтам да китәм.
– Исемеңдең мәғәнәһе “ҙур ғилемгә эйә, белемле” тигәнде аңлата. Исемеңә есемең тура килһен тип тырышаһыңмы?
– Тырышам, әлбиттә. Әле ситтән тороп тағы белем алыу ниәте менән янам! Юғиһә “наҙан иле” арттан ҡыуыр ул.
– Ҡатын-ҡыҙҙы үҙеңә ҡаратыр өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
– Уны яратырға… Ярата белеү ҙууууур бәхеттер ул... Һин бит һөйгәнеңдең яҡшы яҡтарын ғына тугел, кире сифаттарын да һөйөү менән ҡабул итәһең. Үҙеңдә ниндәйҙер яңы һулыш, ҙур көс уянғанын һиҙәһең. Йөрәгеңдә дөрләп янған мөхәббәт уты, күҙҙәреңдән сағылған бәхет – тик уның, һөйгәнеңдең бер ҡарашынан ғына тоҡанғанын аңлатып бирәһең... Бына шунда аңлай ҙа инде – кем УЛ һинең өсөн...
– Халҡыңа әйтер һүҙең дә юҡ түгелдер…
– Халҡыбыҙҙың телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлайыҡ! Тарихыбыҙҙа башҡа милләттәрҙе йәберләткән, баҫып алған тигән таптар юҡ! Шуға күрә, башҡорт булыуыбыҙға ғорурланып, дуҫ булып йәшәйек! Гүзәл илем, ғорур халҡым мең йәшәһен!!!