Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормош йәмле, янда матур күңелле кешеләр булғанда...

“Үәт, ана беҙҙең бәләкәй әртист килгән!” – тип ҡаршыланы кескәй Илнурҙы клубтағы ағайҙар. Әсәһенән бер тотам да ҡалмай йөрөгән шуҡ малай йәнә үҙен әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис итте, ул мәҙәниәт усағындағы ҙур сәхнәне, бейек түбәлә эленеп торған фонарҙарҙы ҡыҙыҡһынып байҡай, әсәһе ҡуйған тамашаларҙы кинәнеп ҡарай. Бында күңелле. Үҙенең дә һөнәрҙәре байтаҡ ҡына – пианинола уйнап ҡараһынмы, гармундың төймәләрен баҫҡылаһынмы – барыһы ла малайҙың күңеленә хуш килә. Тап шулай уяна сәнғәткә һөйөү Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Илнур Флүр улы Лоҡмановта (Лоҡман). #Шоңҡаржурналы #ИлнурЛоҡман #ИльнурЛукман Дауамы:

“Үәт, ана беҙҙең бәләкәй әртист килгән!” – тип ҡаршыланы кескәй Илнурҙы клубтағы ағайҙар. Әсәһенән бер тотам да ҡалмай йөрөгән шуҡ малай йәнә үҙен әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис итте, ул мәҙәниәт усағындағы ҙур сәхнәне, бейек түбәлә эленеп торған фонарҙарҙы ҡыҙыҡһынып байҡай, әсәһе ҡуйған тамашаларҙы кинәнеп ҡарай. Бында күңелле. Үҙенең дә һөнәрҙәре байтаҡ ҡына – пианинола уйнап ҡараһынмы, гармундың төймәләрен баҫҡылаһынмы – барыһы ла малайҙың күңеленә хуш килә.

Тап шулай уяна сәнғәткә һөйөү Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Илнур Флүр улы Лоҡмановта (Лоҡман). Яңы ғына Стәрлетамаҡ мәҙәни–ағартыу училищеһын тамамлап ҡайтҡан әсәһе Гөлшат Талха ҡыҙы мәҙәниәт йортонда, атаһы баҫыуҙа тир түккәндә бәләкәй малайҙың бала сағы тулыһынса тиерлек клубта үтә. Шуға ла бөгөн Илнур Флүр улының инде 20 йылға яҡын театр донъяһына хеҙмәт итеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Хәйер, ҡыйыу егет ҡасандыр хәрби булырға хыялланған бит...

“Атай, мин хәрби булам!”

Илнур Флүр улы 1983 йылдың йәмле май айында донъяға килә, үҙе Учалы районының Комсомол ҡасабаһында тыуһа ла, уның янындағы Абҙаҡты тыуған ауылы тип иҫәпләй, сөнки атаһы ла, әсәһе лә ошо яҡтыҡы. Бала сағынан шаян, шуҡ, телсәр малай була ул. Башланғыс кластарҙан уҡ хәрби булырға ҡарар итә, хәйер, күп ҡыйыу егеттәрҙең хыялы бит ул.

Бәләкәй саҡта йә китапты, йә дәреслекте "тынна-тынна-тыннатауууу", тип гармун итеп уйнатып, өләсәйҙәремде бейеткәнмен. Бейемәһәләр, бейегеҙ, тип илағанмын. "Сикәңдән шыбырлап тир аҡһа ла, тауышың бөтөп китһә лә, туҡтамай инең", — тип өләсәйем ҡайтҡан һайын иҫенә төшөрөп, көлөп ала.
“Таш яуып торһа ла тигәндәй, көн дә йүгерергә сығыуыма әле булһа аптырайым. Спорт менән етди шөғөлләнә торғайным, тренерым булһа, бәлки, берәй спортсы ла булып китер инем. Маҡсатым – үҙемде сыныҡтырып, Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инеү ине. Бында атайымдың тәрбиәһе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бигерәк талапсан, ғәҙел кеше ине ул. Малайҙар менән һуғышып, күҙем күгәреп ҡайтҡанда ла, ул: “Ғәйеплеһең икән, үҙ проблемаңды үҙең хәл ит”, – ти торғайны. Ә мин бигерәк тиҙ ҡыҙыусан инем, малайҙар менән сәкәләшкән саҡтар күп булды. Сыбыҡ та эләкте, буласаҡ егет сынығып үҫһен, тигәндер инде. Советтар союзы кешеһе булараҡ, һәр ваҡыт өйҙө тәртиптә тота ине. Бөгөн малайҙарға шундай ҡаты тәрбиә етеңкерәмәй. Үҙемдең улымды ла ошо юҫыҡта үҫтерергә теләйем, әммә әлегә сәскә кеүек ҡыҙым ғына бар. Улар бигерәк наҙлы була шул, минең бер ҡарашымдан иреп төшөргә әҙер”.

Фәдис Иҙрисов, БДПУ-ның IV курс студенты, “Ҡорос” халыҡ театры актеры: “Илнур ағайҙы 4 йылдан ашыу беләм, яҡын туғандай күрәм. Ул – алдынғы ҡарашлы, масштаблы фекер йөрөтә белеүсе ысын башҡорт улы. Бер ҡасан да ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, һәр ваҡыт энергияһы, көс-дәрте ташып тора. Беҙҙе, “Ҡорос”тарҙы, ул үҙенең икенсе ғаиләһе һымаҡ ҡабул итә, алға әйҙәй, тормош тәрбиәһе менән уртаҡлаша. Шул уҡ ваҡытта талапсан да була белә. Беҙ ҙә уға ярҙам итергә тырышабыҙ, бер команда булып эш итәбеҙ. Илнур ағайға мин барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Уның кеүек кешеләр күберәк булһын ине, тигән теләктәмен.

Дауамын "ШОҢҠАР" журналының июль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: