Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
26 Август 2019, 13:49

Ололарҙы ихтирам иткәндәрҙең юлы уң була

Искәндәр Юлдашев атлы уңған, егәрле егеттәребеҙҙең береһе башҡорт матбуғатында, әҙәбиәтендә билдәле шәхестәр – Хисмәт Юлдашев менән Тамара Искәндәриәнең иң өлкән улы. Студент сағынан һөнәре буйынса эшләй башлай, йәштән үк үҙен йәмәғәт эштәрендә, сәйәсәттә сағыу, ҡыйыу шәхес итеп күрһәтә. #Шоңҡаржурналы #Шәпзамандаш #ИскәндәрЮлдашев

Искәндәр Юлдашев атлы уңған, егәрле егеттәребеҙҙең береһе башҡорт матбуғатында, әҙәбиәтендә билдәле шәхестәр – Хисмәт Юлдашев менән Тамара Искәндәриәнең иң өлкән улы. Студент сағынан һөнәре буйынса эшләй башлай, йәштән үк үҙен йәмәғәт эштәрендә, сәйәсәттә сағыу, ҡыйыу шәхес итеп күрһәтә. Әлеге ваҡытта шәхси юридик фирмаһын асҡан.

Ойотҡо бала саҡта уҡ һалына
Ата-әсәһенең танылған кешеләр булыуы унда бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләй тип әйтергә була. “Тәртипле бул, һиңә ҡарап фекер йөрөтөрҙәр”, – тиҙәр уға уҡытыусылары ла. Шулай ҙа малайҙарса шуҡлыҡтарһыҙ ҙа үтмәй бала сағы, икеле алған саҡтары ла, тиҫтерҙәре менән һуғышып та, дәрестән ҡасып йөрөгән мәлдәре лә булғылай. “Дүрт”ле һәм “биш”ле билдәләренә уҡый, өлкән кластарҙа үҙенә оҡшаған предметтар буйынса айырыуса тырышлыҡ күрһәтә.
Ниндәй ҙә булһа үрҙәр яулаған, халыҡ араһында үҙен таныта алған, уңған йәштәр хаҡында һүҙ сыҡҡанда уларҙың ғаиләлә ниндәй тәрбиә алыуы ҡыҙыҡһындыра.
– Шуҡ булһам да, атайҙы тыңлай инем. Атай минең өсөн авторитет булды. Әсәйҙе лә тыңланым, әммә уның тәрбиәләү алымдары икенсерәк ине. Атай изге күңеллелек күрһәтеү менән бер рәттән, кәрәк урында ҡаты ла була белде. Кескәй саҡтан өлкәндәргә ихтирам менән ҡарарға өйрәттеләр. Был йәһәттән ике яҡтан да ҡартатай, өләсәйҙәремдең роле ҙур. Уларҙың һүҙе гел алда булды. Балаға бәләкәйҙән ололарға ҡарата ихтирам тойғоһо һеңдерһәләр, уның тормошо, йәшәйеше, юлдары уң буласаҡ. Был минең шәхси күҙәтеүҙәремдән сығып яһалған фекер, үҙем өсөн анализ яһағаным бар. Өлкәндәрҙе һанға һуҡмағандарҙың эштәре бик шәптән бармағанын күреп йөрөйөм. Ололарҙы тыңламау һәм йолаларҙы һанға һуҡмау арҡаһында ниндәйҙер ҡырын юлдарға баҫалар.
Искәндәрҙең һәр йәйе ҡартаталарында үтә, атап әйткәндә, Ырымбур өлкәһе Иҫәнгилде һәм Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылдарында. Ун дүрт йәштән алып бесән сабыу, бура һуғыу кеүек эштәрҙе ирҙәр менән бер рәттән башҡара. Бындай көс, таҫыллыҡты, әлбиттә, спорт та тәрбиәләмәй ҡалмағандыр. Мәктәпте тамамлағансы тиерлек таэквондоға йөрөй, ярыштарҙа ҡатнаша, ҡул менән генә таҡталар яра.
Спорт ир баланы физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да ныҡ ҡына үҫтерә. Көн һайын үҙ етешһеҙлектәреңде еңергә өйрәнәһең, сынығаһың. Күнекмәләргә аҙнаһына өс тапҡыр һуңламай йөрөү, кимононы кистән үтекләп ҡуйыу теүәллек, бөхтәлек тәрбиәләй. Әйткәндәй, Искәндәр бәләкәйҙән кейемдәрен үҙе үтекләй. Таэквондо секцияһында староста булыуы бала саҡтан уҡ лидерлыҡ сифаттарына эйә булыуы хаҡында ла һөйләй. Башҡаларҙы тыңлатыу мөһимлеге, кәрәк икән, тренер ҡушҡанса язаға тарттырыу… Былар, әлбиттә, һигеҙенсе класс уҡыусыһына оло яуаплылыҡ өҫтәй.
Шәхес уңышында телмәр үҫеше лә ҙур роль уйнай. Кеше алдында сығыш яһай белмәгәндәр юғары ҡаҙаныштарға ирешә аламы икән? Юҡтыр.
Искәндәрҙең был йәһәттән маһирлығы ла бала саҡтан уҡ һалына. Беренсе класҡа уҡырға килгәс, байрамда ятларға тип шиғыр биргәндәр. “Шул шиғырҙы сығып һөйләгәс, ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Көс өҫтәлеп киткәндәй булды”, – тип хәтерләй ул. Халыҡ алдында сығыш яһау, уның уңышлы килеп сығыуы, ҡул сабыуҙары, иғтибар үҙәгендә булыу тора-бара кешегә оҡшап китеүсән.
Икенсе класта бер нисә иптәше менән “Иләү” тапшырыуында ҡатнаша башлай. Ҡат-ҡат яҙҙырыуҙары ҡыҙыҡ була, үҙҙәрен ҙур эш башҡарғандай тоялар. Шунда уҡ тәүге тапҡыр касса тәҙрәһенә саҡ буйҙары етеп эш хаҡы алыуҙары ла дәртләндереп ебәрә, үҙҙәренә ышанысты арттыра. Артабан иһә “Артылыш” тапшырыуҙарын да алып бара башлай.
Икенсе кластан алып Һупайлы биҫтәһенән Үҙәк баҙарға тиклем егерменсе гимназияға автобуста үҙе генә йөрөүе лә бәләкәй генә малайҙың иртә сынығыуын күрһәтә. Портфель ҙур, халыҡ күп, ҡыҫа башлаһалар ҡысҡырырға тура килә. Ҡыйыу булған барыбер. Күп тапҡыр аҙашып, өйөнә юлды үҙе таба. Өсөнсө кластан һуң эргәләге 136 – сы лицейға күсә.

“Законник” малай
Был тормошта үҙ тәғәйенләнеше менән йәшәгән кешегә күпкә еңел. Искәндәрҙең хоҡуҡ белгесе һөнәрен һайлауы ла бәләкәй сағынан уҡ һиҙелә. Малайҙа иҫ белгәндән алып ғәҙеллек тойғоһо көслө була. Өләсәһе уны яратып “законник” тип йөрөткән. Кемдең нимә эшләргә тейешлеген йәки ниҙелер дөрөҫ эшләмәгәнлеген әйтеп, үҙенсә төҙәтеп тик йөрөгән. Мәҫәлән, әсәй кешеләр китап уҡымайҙар, әсәй кешеләр аш бешерәләр, тип тә көлдөргән. Ауылда сағында ҡапҡа янында торған аттың кемдеке икәнлеген бер ағайҙан һораған. Ул, колхоздыҡы, тип яуап биргән. Ҡартатаһынан да һораһа, ул минеке тигән. Теге ағай ниңә алданы икән, тип оҙаҡ баш ватып йөрөгән малай. Милек хоҡуғы кеүек мәсьәләләргә шул саҡта уҡ битараф ҡала алмаған ул.
Мәктәптә уҡығанында бер фильм фрагменты хәтерендә уйылып ҡала. Бер кеше үҙен адвокат тип таныштыра һәм һәр ерҙә тәртип урынлаштыра. Аҙаҡ оҙаҡ ҡына уйлана Искәндәр. Кем ул, нисек һәр мәсьәләне еңел генә хәл итә ала? Был һөнәр эйәләре хаҡында ниндәйҙер романтик образ тыуҙыра. Тап шул саҡта юрист, адвокат нимә булғанлығы уны ныҡлап ҡыҙыҡһындыра башлай ҙа инде.
Быға атаһы менән ҡунаҡҡа бер адвокат ағайҙың килеп китеүе лә йоғонто яһай. Үҫә килә кеше һәм йәмғиәт, хоҡуҡ дәрестәрен яратып уҡый, мәктәптә үк Конституцияны өйрәнә. Ниңә башҡорттар араһында юристар аҙ тип уйлана, иҡтисад өлкәһендә эшләүселәр булмағанына борсола. Яртыһы залда ултырһа, яртыһы йырлай ҙа бейей түгелме, ысынлап та? Барыбыҙ ҙа тиерлек бюджет өлкәһендә эшләйбеҙ шул.
Искәндәрҙең дә гитара сиртеп, йырлап сәхнәләр шаулатырға теләге булмай түгел. Гитарала уйнарға өйрәнә лә. Әммә һалҡын аҡылы ҡамасаулай: халҡыбыҙ араһында музыка ҡоралдарында һыҙҙырыусылар күп, ә халыҡ-ара закондарға, норматив акттарға таянып халыҡтың хоҡуҡтарын яҡларҙай юристар юҡ.
Тап юрист һөнәренә уҡырға барыуына, атаһы менән олуғ яҙыусыға ҡунаҡҡа инеп сыҡҡан мәлендә, Мостай Кәрим дә фатиха бирә, егеттең ҡарарын хуплап, ҡанатландырып ебәрә.

Ҡанат осҡанда нығына
Искәндәр ябай ғына студент булмай. Тәүге курста уҡ һөнәре буйынса эшләп ҡарағыһы килә башлай. “Башҡортостан” гәзитенә юрист булып урынлашҡанында хатта бушлай хеҙмәт күрһәтергә ризалығын да белдерә. Тап ошо урында башлана ла инде уның тәүге тәжрибәһе. Шул саҡтағы Матбуғат министрлығы юристары менән хеҙмәттәшлек итеү, төрлө документтарҙы рәткә килтереү өсөн Хөкүмәт Аппаратына йөрөү… Нәҡ ошо осорҙа гәзитте судҡа бирәләр һәм ярты йыл бәхәстән һуң баҫманың мәнфәғәттәрен яҡлап сыға. Ун һигеҙ йәшлек егеттең судта тәүге еңеүе була был!
Беренсе курста уҡығанында Октябрь районынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Ун дүрт абруйлы ағай-апайҙар араһында йәштәрҙән Искәндәр генә була. Мәктәптә лә, студент булғас та йәмәғәт эштәрендә үҙен сағыу итеп күрһәткән, ялҡынлы сығыш яһай белгән егетте тиҙ күрәләр.
Диплом яҡлағанда ла башҡаларҙан айырылып торған, үҙенсәлекле студент булараҡ таныла. Уларға диплом эштәренең әҙер исемлеген биреп, һайлап алырға ҡушыла. Әммә Искәндәргә бер тема ла оҡшамай. Үҙенә икенсе тема уйлап табырға рөхсәт һорай. “Правовой статус политических партий в РФ” тигән теманы яратып өйрәнә, ентекләп яҙа ул. Яҡлаған ваҡытта профессорҙар төрлө һорауҙар яуҙырып, үҙе һайлаған темаға уның нисек яуап биргәнен оло ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай.
Өлкән курстарҙа “Аэропорт”та юрист булып эшләүе лә оло тәжрибә өҫтәй уға. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Күп студенттар үҙҙәренең хоҡуҡтарын белмәүе арҡаһында булған мөмкинлекте файҙалана алмай. Индивидуаль график менән уҡыуға ғариза яҙып, бөтә уҡытыусыларҙан да ҡултамға йыйып сыҡһаң, эшләргә була. Кем үҙенең алдағы тормошон уйламай, ваҡытын тик күңел асыуҙарға ғына сарыф итә, мөмкин түгел, килеп сыҡмай тип тик ятыуҙы хуп күрә, тап шундайҙар араһынан сыға ла инде үҙҙәренең уңышһыҙлыҡтарында дәүләтте, системаны ғына ғәйепләүселәр”, – ти журналыбыҙ геройы.
Егетте үҙ һөнәренә ҡарата ихлас ҡыҙыҡһыныуы һәм тәжрибә тупларға теләүе йүгертә лә инде. Әлеге ваҡытта, әлбиттә, ул үҙенең хеҙмәтенә хаҡ ҡуя белә, белеме һәм тәжрибәһе күпме торғанлығын белә. Ошо кимәлгә етеү өсөн бихисап өлкәләге эштәрен һәм ул алып барған судтарҙы бармаҡ менән генә һанап бөтөрлөк түгел.
Етмәһә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында иһә Совет районынан делегат булып һайлана. Шул осорҙа “Ватандаш” журналында “Защита прав коренных народов в РФ” тигән мәҡәләһе донъя күрә.
Тәүҙә “Декларация о правах коренных народов ООН” документының русса тәржемәһе лә булмай. Был документ хаҡында ла бер кем белмәй. Искәндәр интернеттан уны табып алып, ентекле өйрәнеп, шул хаҡта сығыш яһай ҙа инде. Абруйлы академик, профессорҙар тыңлап ултыра. Яйлап ошо темаға яҙа ла башлай. Тора-бара был мәсьәләне икенсе кешеләр ҙә күтәреп сыға. Шулай итеп, тап Искәндәр йәлеп итә лә инде был темаға йәмәғәтселек иғтибарын.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Йәштәр палатаһы рәйес урынбаҫары вазифаһындағы эшмәкәрлеге лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Өс саҡырылышта ҡатнаша, закондар сығарыу эшенә ныҡлап төшөнә. Быны ул үҙенең иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.
Искәндәр институтта уҡыған сағында уҡ РФ Дәүләт Думаһында эшләп ҡарарға хыяллана. Дипломды тап үҙе теләгән, үҙенә ҡыҙыҡлы булған темаға яҙыуы ла юҡҡа түгел. Ниндәйҙер ынтылышың булһа, юлдар барыбер шунда илтә ул. Үҙеңә ҡыҙыҡлы булған юҫыҡта эшләп, ҡулыңдан килгәнде башҡарып, ҡалғанын Юғары Көскә тапшыраһың икән, моратыңа ирешәһең, тип һанай Искәндәр Юлдашев.
Бер осорҙа Өфө киңлектәре тар тойола башлағас, Мәскәүгә барып үҙ көсөн һынамаҡсы итә егет. Бөтөнләй икенсе эштәр, башҡа ниәттәр менән юлға сыҡһа ла яҙмыш уны РФ Дәүләт Думаһына илтә. Ул саҡтағы депутат Рөстәм Ишмөхәмәтовтың ярҙамсыһы булып эшләп ала ул.
Ике йыл элек депутаттың мөҙҙәте үткәс, кире Өфөгә ҡайта. Илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, сабыйы тыуғанға күрә, әлегә Өфөлә йәшәүҙе хуп күрә. Бында электән килгән йәнә бер хыялын тормошҡа ашыра – үҙ эшен асып ебәрә. Юридик компанияны етәкләй ул хәҙер. Шул уҡ ваҡытта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың йәмәғәт эштәре буйынса ярҙамсыһы ла.
Искәндәр ана шулай барлыҡ хыялдарын да тормошҡа ашыра белгән, тәүәккәл ир - азаматы. Рухи яҡтан үҫтерә торған, камиллыҡҡа әйҙәгән төрлө китаптар ҙа уҡый, көн дә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ белергә, үҙен һәр йәһәттән яҡшыраҡ итергә ынтыла. Бер нисә бизнес-тренерҙың яҙмаларын даими уҡып бара. Йәштәргә финанс белемде үҫтереү буйынса Роберт Кийосаки китаптарын уҡып сығырға кәңәш итә. Дейл Карнеги, Дипак Чопра кеүек авторҙарҙың үҫештә ныҡ ҡына ярҙам иткәнлеген телгә алды.
“Күптән инде зарланыу ғәҙәтенән арындым. Кемдер бөгөн ҡойоп яуған ямғыр өсөн көйә. Мин дә ризаһыҙлана алам. Әммә ошо ямғыр өсөн ҡартатай, өләсәйҙәрем, киреһенсә, ҡыуана ине бит әле. Бесән, иген үҫә тип һөйөнә ине”, – ти ул.
Ниндәйҙер дәрәжәләргә ирешкәндәр генә түгел, ә һаман үҫеш өҫтөндә булған, һаман камиллашҡан кешеләр генә һәр мәлгә риза булып, кәрәк икән ҡулынан килгән эштәрҙе башҡарып, маҡсаттарына ирешеп, янып йәшәй белә шул. Шундай йәштәребеҙҙең күбәйеүе ҡыуандыра.
Читайте нас: