Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
1 Сентябрь 2019, 15:50

Хыялдан баш тартмағыҙ!

Тәүге ремикстар 60-сы йылдар аҙағында Ямайкала барлыҡҡа килә һәм киң билдәлелек яулай бара. Яҡшы ремикс – ул иҫке, ләкин сифатлы йырҙың яңыса яңғырай башлауы. Композицияны үҙгәртеүҙә сиктәр юҡ, шулай ҙа йыр танырлыҡ кимәлдә ҡала. Темп үҙгәрә, яңы элементтар өҫтәлә, тауыш эффекттары менән эксперименттар – ижад өсөн мөмкинлектәр киң. Беҙҙең журнал тышында үҙенең тауыш яҙҙырыу “Rnt Production” студияһын булдырыусы, ремикстар, мэшап һ. б. нәмәләр эшләүсе, диджей, 24 йәшлек Өфө егете Ринат НИҒМӘТУЛЛИН. Юрист һөнәренә уҡып сығыуына ҡарамаҫтан, сәнғәт юлын һайлаусы егеткә бер нисә һорау…

Тәүге ремикстар 60-сы йылдар аҙағында Ямайкала барлыҡҡа килә һәм киң билдәлелек яулай бара. Яҡшы ремикс – ул иҫке, ләкин сифатлы йырҙың яңыса яңғырай башлауы. Композицияны үҙгәртеүҙә сиктәр юҡ, шулай ҙа йыр танырлыҡ кимәлдә ҡала. Темп үҙгәрә, яңы элементтар өҫтәлә, тауыш эффекттары менән эксперименттар – ижад өсөн мөмкинлектәр киң.
Беҙҙең журнал тышында күптән түгел үҙенең тауыш яҙҙырыу “Rnt Production” студияһын булдырыусы, ремикстар, мэшап һ. б. нәмәләр эшләүсе, диджей, 24 йәшлек Өфө егете Ринат НИҒМӘТУЛЛИН. Юрист һөнәренә уҡып сығыуына ҡарамаҫтан, сәнғәт юлын һайлаусы егеткә бер нисә һорау…
– Музыка менән шөғөлләнә башлауың нимәгә бәйле?
– Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институтын тамамлағас, юриспруденция буйынса эш башлар ға кәрәк ине. Минең алдымда һайлау торҙо: үҙем теләгән, ысынлап та күңелемә ятҡан йүнәлеш буйынса китергәме әллә оҡшамаған һөнәргә сат йәбешеп, офиста ултырырғамы? Һәр кеше тормошта үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш, минеңсә. Шуның өсөн йыр-моң йүнәлешен һайланым. Әлбиттә, был һөнәрҙең башта миңә бер ниндәй ҙә килем килтермәйәсәген яҡшы белдем, шулай ҙа тәүәккәлләнем. Тәүге ярты йылда матди яҡтан ауырыраҡ булды. Иң тәүҙә үҙеңде күрһәтергә кәрәк бит.
– Музыка менән ҡасандан ҡыҙыҡһына башланың?
– Музыка миңә гел оҡшай ине. 14 йәштән хип-хоп йырҙар яҙам. 17 йәшкә тиклем Өфөнөң клубтарында сығыш яһап йөрөнөм. Махсус белемем юҡ, барыһын да үҙем өйрәнәм. Әле ярты йылдан ашыу музыка йүнәлеше буйынса ғына шөғөлләнәм. Үҙемдең йырҙарымды яҙам. Заказдар үтәйем, мэшаптар (ингл. mash-up – ҡушыу; ике йә бер нисә тректы һис ниндәй үҙгәрешһеҙ берләштереү), ремикстар, хип-хоп йырҙар эшләйем. Пианино, гитара, ҡубыҙҙа уйнайым. Йыр-моң йүнәлешендә нимәләр оҡшай һәм нимәләр атҡарып сыға алам – барыһын да башҡарам. Үҙемдең “Rnt Production” тигән тауыш яҙҙырыу студиям бар.

– Ни өсөн “Rnt”?
– Атамаһы Ринат тигәндән алынды. Был исем миңә мәктәп йылдарынан “йоғоп ҡалды”. Бәләкәй саҡта уҡ үҙемә шундай псевдоним уйлап тапҡайным. “Моңло ҡурай” тигән беренсе тректы Интернет селтәренә һалғанда, оҙаҡ уйлап торманым, күнегелгән исемде яҙҙым.
– Ижад емештәрең тураһында ентекләберәк һөйлә әле.
– “Моңло ҡурай” FloRidа менән Артур Туҡтағоловтың мэшабы. Эш өс ай дауамында барҙы. Сөнки унда яҙыу ғына түгел берләштереү, мастеринг (айырым яҙҙырылған тректарҙан һуңғы яҙма ижад итеү, редакторлау, уларҙы берләштереү) эшләргә кәрәк. Был әйберҙәрҙе мин белмәй инем. Шул ваҡытта Наил Башстайл ярҙам итте. Ошо йырҙы яҙҙыр ған осорҙа байтаҡ әйберҙәргә өйрәндем. Шулай уҡ башлап ебәргәндә Буранбай Туҡтағолов күп нәмәгә өйрәтте. Беҙ уның менән мәктәп йылдарынан таныш. Иң мөһим һабаҡтарҙы Радик Юлъяҡшин бирҙе. Мин уға Мәскәүгә барып, аҙна самаһы студияһында дәрестәр алып йөрөнөм.
Икенсе эшем “Күл Буйында” (Noize MС, Bob Marley, Макс Корж һәм Арғымаҡ). Иң оҡшаған хеҙмәт емешем. Уны бер аҙна эсендә атҡарып сыҡтым. Был эш миңә бик еңел бирелде, сөнки уны 18 йәшемдән үк башымда йөрөттөм, ултырып яҙҙырырға ғына кәрәк ине. Һуңғы осорҙа Сәғиҙулла Байегет менән Радик Юлъяҡшинға ремикстар эшләнем. Тиҙҙән МС Баш менән яңы йыр сығасаҡ. Һәм оҙаҡламай шуға клип та төшөрә башлаясаҡбыҙ. Киләсәктә үҙемдең дә йырҙар буласаҡ.
Дәрүиш-Хандың “Диуана”һына (Дервиш-Хан – Диуана (Сover от Rnt)) видео төшөрөү хыялы мәктәп йылдарынан бирле килде. Дүрт Ринат сыға ла төрлөһө төрлө нәмә башҡара. Уны төшөрөүе ауыр булды, сөнки барыһын да үҙем эшләнем: камераны ҡуям, һуңынан микрофон ҡабыҙам, ултырып уйнайым, һүндерәм, икенсеһен, өсөнсөһөн… метрономды ҡуям, уйнайым. Һуңынанбөтә яҙманы бергә ҡушам.
– Тыңлаусылар хеҙ мәтеңде нисегерәк баһалай?
– Уларға бигерәк тә мэшап тар оҡшай. Бик күп маҡтау һүҙҙәре ишетәм. Күптәр ярҙам һорай, өлгөргән тиклем булышлыҡ итергә тырышам.

– Йырҙан башҡа нимәләр менән шөғөлләнәһең?
– Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған осорҙа “ХХ Централ” КВН командаһында сығыш яһаным. Студент йылдарында ла ҡатнашып йөрөнөм. Әле лә уларға ярыштарға әҙерләнергә ярҙам итәм. Башҡорт асыҡ КВН лигаһына нигеҙ һалыу сылар иҫәбендәмен. Яңыраҡ үткән “Хәйерле StandUp кис” проектында ҡатыным Айгөл Ниғмәтуллина ла сығыш яһаны: уға ла ярҙам иттем. Әйткәндәй, ул да һөнәре буйынса иҡтисадсы булһа ла, күңеленә хуш килгән эшкә өҫтөнлөк бирә. Йәштәргә әйтер һүҙем шул: хыялдарығыҙға ышанығыҙ! Уларҙан баш тартмағыҙ! Төп эшегеҙҙән бушаған ваҡытта булһа ла үҙегеҙгә оҡшаған даирәлә ҡайнағыҙ!

Вәсилә ӘБДРӘХИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: