Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
7 Октябрь 2019, 19:29

“Бар мәғәнә... мөхәббәттә”

Һеҙ журнал тышында күргән һылыу ҡыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән матурлыҡҡа ғашиҡ, булмышы менән ижадҡа тартылған табиб Ғәлиә Төхвәтуллина булыр. Ул быйыл “Ер һүҙе” тип аталған Халыҡ-ара кинофорумда ҡатнашып, тамашасыға “Яңы һулыш” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын тәҡдим итте. Табиб һөнәрен үҙләштереп, ошо йүнәлеш буйынса эшләп йөрөгән Ғәлиәнең үҙен бөтөнләй икенсе өлкәлә һынап ҡарауы, һис шикһеҙ, һоҡландыра. Әйткәндәй, уның фильмы улының үлеменән һуң һағышҡа батып, ауырыуға һабышып, дауаханаға эләккән моңло күңелле башҡорт инәйе һәм туған телдә яҡшы аралашыусы, ауырыуҙың күңеленә юл таба белеүсе йәш табип хаҡында. Төп эше үә ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында Ғәлиә нимәләр һөйләр? Һүҙҙе уның үҙенә бирәйек... #Шоңҡаржурналы

Һеҙ журнал тышында күргән һылыу ҡыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән матурлыҡҡа ғашиҡ, булмышы менән ижадҡа тартылған табиб Ғәлиә Төхвәтуллина булыр. Ул быйыл “Ер һүҙе” тип аталған Халыҡ-ара кинофорумда ҡатнашып, тамашасыға “Яңы һулыш” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын тәҡдим итте. Табиб һөнәрен үҙләштереп, ошо йүнәлеш буйынса эшләп йөрөгән Ғәлиәнең үҙен бөтөнләй икенсе өлкәлә һынап ҡарауы, һис шикһеҙ, һоҡландыра. Әйткәндәй, уның фильмы улының үлеменән һуң һағышҡа батып, ауырыуға һабышып, дауаханаға эләккән моңло күңелле башҡорт инәйе һәм туған телдә яҡшы аралашыусы, ауырыуҙың күңеленә юл таба белеүсе йәш табип хаҡында. Төп эше үә ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында Ғәлиә нимәләр һөйләр? Һүҙҙе уның үҙенә бирәйек...
– Ғәлиә, кино төшөрөп ҡарау теләге күңелеңдә, моғайын, бала саҡтан уҡ йәшәгән булғандыр?..
– Мотлаҡ кино төшөрөү хаҡында хыялланыуымды иҫләмәйем. Шулай ҙа театр донъяһын яраттым. Журналистика менән дә ҡыҙыҡһындым. Тик әсәйем дә табип булғанғалыр, күрәһең, медицина йүнәлеше буйынса киткәнмендер. Әйткәндәй, мин дә әсәйем һымаҡ уҡ дерматовенеролог һөнәрен үҙләштерҙем. Ә атайым мәрхүмдең мине офтальмолог итеп күргеһе килде. Ул үҙе һөнәре буйынса бухгалтер ине. Ҡыҙыҡ... Бала саҡта атайым һымаҡ эре кәүҙәле булһам – бухгалтер, әсәйем һымаҡ йәтәш кенә, нәҙек кенә булһам, табип һөнәрен һайлайым, тип шаяртыуым хәтерҙә...
– Шулай ҙа кинофорумда ҡатнашыуға нимә этәргес бирҙе?
– Ҡулға диплом алып, йыл ярым үҙ һөнәрем буйынса эшләгәндән һуң, ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Әйткәндәй, тормош иптәшем дә табип. Патологоанатом. Уның менән медицина университетында уҡығанда танышып, өйләнештек. Декрет отпускыһында ултырғанда күңелем нимәлер талап итте. Көндәр буйы бала ҡарағанда, ғәҙәттә, шулай була бит: ҡулың һис тә буш түгел, ә мейең ял итә. Ҡайһы берҙә хатта күңелһеҙ уйҙарға ла бирелеп китәһең. Шуға ла ниндәй ҙә булһа яңы һөнәр үҙләштергем, күнегелгән мөхиттән ситкәрәк сыҡҡым, мөкинлектәремде киңәйткем килде. Һәм Катрина Душанбаеваның актерлыҡ оҫталығы буйынса курстарына яҙылдым. Бик оҡшаны унда. Һуңынан режиссураға ҡыҙыҡһыныу уянды. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң “Ер һүҙе” кинофорумы хаҡында ишетеп ҡалдым да был сарала ҡатнашыу өсөн заявка биреп ҡарарға будым. Анкетала үҙең хаҡында мәғлүмәт биреп, төшөрәсәк фильмыңды тасуирлау талап ителә ине. Шөкөр, ике турҙы ла үтеп, финалға сыҡтым. Беҙгә, 15 кешегә, фильм төшөрөү мөмкинлеге бирелде. Артабан өс ай дауамында Булат Йосоповтан режиссура буйынса дәрестәр алдыҡ. Кино төшөрөү иһә өс көн дауам итте. Булат Тимербай улы һәм уның командаһы менән танышыуыма, уларҙан дәрестәр алып, фильм төшөрөүемә ифрат шат булдым. Төп ролде башҡарыу өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамоваға мөрәжәғәт иттем. Табип ҡыҙҙы иһә “Нур” Өфө татар дәүләт театры актрисаһы Илгизә Муллабаева уйнаны. Шундай матур күңелле кешеләр менән танышыуымдан ҙур илһам алдым. Дөйөм алғанда, фильмдан ҡәнәғәтмен. Эйе, етешһеҙлектәр бар. Әммә эшләмәгән кеше генә яңылышмай...
– Фильмыңдың төп маҡсаты нимәлә?
– Кинофорум туған телдәрҙе яҡлауға арналғайны. Комиссияға мин әҙер сценарий түгел, туған телдәрҙең онотолоуы, йәштәр араһында ҡиммәте кәмеүе һәм бының кеше тормошона нисек йоғонто яһауы хаҡында эссе тәҡдим иттем. Һуңынан уны бер аҙ үҙгәртеңкерәп, ошо фильмдың сценарийын яҙҙым. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр бит. Фильм кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, бер-береңә күңел йылыһын бирә алыу хаҡында. Һәм шулай уҡ яҡындарыбыҙ иҫән саҡта уларҙың ҡәҙерен белергә кәрәк тигән фекер ҙә һалынды унда. Фильмда табип ҡыҙ ауылдан килгән инәйҙе үҙенең өләсәһенә оҡшата. Был иһә ундағы яҡын кешеһен юҡһыныу, һағыныу хисен көсәйтә. Табиптың ихлас мөнәсәбәте иһә инәйҙең күңелен йылыта...
– Фильмы төшөргәндән һуң ниндәй һығымталар яһаның?
– Сценарийҙар яҙыу күңелемә яҡыныраҡтыр тигән уйға килдем. Ә режиссура холҡома тап килеп бөтмәй, шикелле. Сөнки кино төшөрөү процесын ойштороу өсөн ҡатыраҡ булыу талап ителә. Энергияңдың ташып тороуы мөһим. Булмышым менән йомшаҡ күңелле кешемен. Миңә илһамланып, үҙемде борсоған темаларға нәмә лә булһа яҙыу күберәк оҡшай. Шуға ла кино төшөрөү майҙанында әмер биреп, барыһын да үҙ артымдан әйҙәп йөрөүе бер аҙ ауырыраҡ булды. Әммә ижади командабыҙ берҙәм ине. Бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Һис кем дә һинән булмай, тип әйтмәне. Ижад кешеләренең асыҡ күңеллелеге һоҡландырҙы. Баҡтиһәң, актерҙар медиктарға ҡарағанда ла ябайыраҡ икән...
Дауамын журналдың сентябрь һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: