Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
24 Октябрь 2019, 12:52

Хыялдарын ысынбарлыҡ иткән егет

Виртуаль уйындарында ул 3D моделләү менән төрлө һуғыш ҡоралдары эшләй һәм уны интернет селтәрендә аҡсаға әйләндерә. 16 йәшендә уның бер көнлөк килеме ата-әсәһенең уртаҡ көнлөк килеменән күпкә артыҡ була. #АйҙарМиһранов #Шоңҡаржурналы #Беҙҙеңжурналтышында #башҡортйәштәре

“Интернет селтәре яман, йәштәр шул телефонынан айырыла алмай йонсой, әллә күпме ваҡытын мәғәнәһеҙ сарыф итә” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә был донъяла бөтә нәмә лә ике яҡлы булған кеүек, интернет селтәренең, виртуаль уйындарҙың да башҡа яғы бар икәнен оноторға ярамай. Ҡапма-ҡаршылыҡтар диалектик бер бөтөнлөктө тәшкил итә бит. Ошо хаҡиҡәтте аңлаған кеше уңышҡа дәғүә итә ала.
Бөгөнгө журнал тышындағы егетебеҙ ҙә заман менән йәнәшә атлай – виртуаль донъяның, бөгөнгө яңы технологияларының бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып йәшәй. Ул республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып бик үҙенсәлекле шөғөл менән мауыға башлай һәм тиҙ арала үҙен донъя кимәленә таныта. Ошо шәп егеттең үҙенсәлекле эшмәкәрлеге менән һеҙ ҙә танышығыҙ һәм исемен хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ – Айҙар Миһранов.

Бәләкәй аҙымдар менән ҙур хыялға
Һөйләнәсәк тарих 2015 йылда үҙ башланғысын ала. Уның башланып китеүенә сәбәпсе булған ваҡиғалар иһә күпкә алданыраҡ төйөнләнә булһа кәрәк. Уҙған быуат башында “Marvel” комикстар нәшриәтенең, ошонан сығып, беҙҙең быуатта “Marvel” комикстарының үҙ киноғаләме (киновселенная) булдырылыуы сәбәпсе булдымы икән әллә беҙҙең геройыбыҙҙың тыумыштан үтә ҡыҙыҡһыныусан, ныҡыш булыуымы? Үҙегеҙ хәл итерһегеҙ. Хәйер, мин һөйләгәндәрҙең тамсыһы ла уйланып сығарылмаған.
Айҙар ябай ауыл егете. Белорет районында тыуып үҫә ул. Бөтә ауыл егеттәре кеүек йорт эштәре менән шөғөлләнә, бесән саба, мал ҡарай һәм... компьютер уйындары менән мауыға. Тик бер һыҙаты уны башҡаларҙан айырып тора: һәр эшен төптән уйлап, ентекләп, урынына еткереп эшләй. Шул һыҙаты компьютер уйындары менән мауығыуынан заман технологияларын һәм уның мөмкинлектәрен тулы итеп файҙаланыуға алып килә лә инде. Виртуаль уйындарында ул 3D моделләү менән төрлө һуғыш ҡоралдары эшләй һәм уны интернет селтәрендә аҡсаға әйләндерә. 16 йәшендә уның бер көнлөк килеме ата-әсәһенең уртаҡ көнлөк килеменән күпкә артыҡ була. Әммә быныһы түгел, уның ошо юҫыҡта алған тәжрибәһе мөһимерәк, сөнки тап ана шулар уның киләсәген билдәләй ҙә инде. Ә ныҡышып аҡса эшләүенең сәбәбен һеҙгә һөйләмәй ҡалдырһам, яҙыҡ булыр.
Ютубта төрлө видеолар ҡарарға яратҡан Айҙар бер мәл Maddi Jane исемле йырсы ҡыҙыҡайҙың каналына тап була. Иҫе китеп ғашиҡ була 15 йәшлек егет. Тәүҙә ҡыҙҙың моңло тауышына, һуңынан үҙенә. Тик ни эшләргә? Ҡыҙ бит Америкала! Ә ул бында, ауылда. Инглиз телен дә белмәй, аҡсаһы ла юҡ… “Нисек тә булһа мин, аҡса йыйып, Америкаға осорға һәм был ҡыҙ менән танышырға тейеш! Ул минең кәләшем булырға тейеш!” – тигән уй уны интернет киңлектәренә алып сыға. Ни тиһәң дә хәҙерге йәштәрҙең иң яҡын дуҫы – ул интернет. Айҙар, ысынлап та, уның ярҙамында инглиз телен үҙ аллы бер аҙ үҙләштерә, аҡса ла эшләй. Тик ҡыҙ артынан бер ҡайҙа ла осмай. 5 йыл үткәс, скайп аша һөйләшеүен һөйләшә улар. Был хәл осраҡлы ғына килеп сыға: йырсы ҡыҙ иң күп “лайк” йыйған фанаты менән скайп аша аралашыу бүләк итәм тип иғлан иткән конкурста Айҙар еңеп сыға. Бәләкәй генә бер хыялын ошо рәүешле тормошҡа ашыра егет. Алда яҙып үткәнемсә, ошо хыялына табан ынтылғанда алған белемдәре уның күңелен тотошлайы менән биләгән икенсеһенә ирешеүенә ярҙам итәсәк. Был тормошта бер нәмә лә юҡҡа түгел бит…
Шулай итеп, урамда 2015 йыл. “Marvel” кинокомпанияһының сыҡҡан фильмдары бөгөнгө көндәге кеүек әле киң билдәлелек яулап өлгөрмәгән, үҙеңде комикстар өлкәһендә шәп белгес итеп күрһәтергә тырышыу модаға инмәгән заманда, комикстарҙың һәм уларға бәйле фильмдарҙың ысын фанаты булараҡ, Айҙар Миһранов тәүгеләрҙән булып яңы ғына сыҡҡан “Кеше-үрмәксе”не ҡарарға бара. Сеанстан һуң ул үҙенә “Кеше-үрмәксе”нең маскаһын алыу теләге менән янып ҡайта. Интернетта битлек эшләүселәрҙең сәхифәһен табып, уның хаҡын күргәс, бер битлек өсөн башҡа һыймаҫлыҡ күләмдә аҡса түгеп ултырмайһың бит инде, тип туҡтап ҡала.

Өмөт кешене йәшәтә, теләк кешене эшләтә
Үҙенә битлек алыу теләге егеткә тынғы бирмәй. “Ә битлектәрҙең шул тиклем хаҡҡа һатылыуы нимә менән аҡлана икән? Үҙем дә эшләп ҡарайым әле”, – тип егет ютубтан битлек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай, һуңынан үҙе лә етештерә башлай. Уға Фидаиль ағаһы ла ҡушыла. Улай анһат түгел икән дә эшләүе!
Егеттәр илһамланып яңынан-яңы проекттарға тотона. Битлектәрҙең каркасын ҡағыҙҙан эшләгәс, уның эске яғын бинттар ярҙамында ҡатырып, тышын автокосметика ярҙамында тигеҙләп, матурлап ҡуйырға кәрәк. Үҙҙәренең эштәре менән социаль селтәрҙәрҙә, махсус һатыу сайттарында бүлешә башлай. Һәм бына, ниһайәт, уларҙың битлеген һатып алырға теләүселәр табыла! Тәүгеһе Францияға оса!


Дауамы "Шоңҡар"ҙың октябрь һанында...

Читайте нас: