Башҡорт ҡыҙы — һинең йөрәгеңдә
Заман моңо, заман ялҡыны.
Милләтемдең борондарҙан килгән
Яҡты рухлы зирәк аҡылы.
Г. Юнысова.
Борон-борондан башҡорт ҡыҙҙары саялығы, сибәрлеге, тыйнаҡлығы менән дан тотҡан. Улар ҡурҡыу белмәгән, кәрәк саҡта Ватанын, халҡын ҡурсып яуға сапҡан. Был хаҡта легендалар ҙа байтаҡ һәм ул башҡа милләттәргә ят булған күренеш. Заман башҡа – заң башҡа. Бөгөнгө заман шарттары ла икенсе, көнбайыш мәҙәниәтенең тәьҫире лә көслө, шулай ҙа милләтебеҙ ҡыҙҙары башҡорт рухына тап төшөрмәй, ҡандағы изге үҙенсәлектәргә тоғро ҡала. Бөгөнгө геройым да рухлы, шәп башҡорт ҡыҙҙарының береһе... Һүҙ – иҫ киткес моңло тауышлы опера йырсыһы, оҙон көй оҫтаһы, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Башҡорт йыры – 2017” еңеүсеһе Гөлнара ВӘЛИЕВА исемле Бөрйән һылыуына.
– Мин тыуғандан, йәғни иҫ белгәндән алып йырлайым. Бала сағым Әбйәлил районы Хәмит ауылында әсәйемдең әсәһе, өләсәйем янында үтте, йәйен унан ҡайтышмай инем. Өләсәйем менән емеш-еләккә йөрөгәнем хәтеремдә ныҡ уйлып ҡалған. Улар әбейҙәр менән йыш ҡына күмәкләшеп сығып китә торғайнылар. Мине лә үҙҙәре менән алалар, әммә бәләкәй булғас, иркәләнеп, еләк йыймай арттарынан ғына эйәреп йөрөйөм. Өләсәйем юғалып ҡуймаһын тип, йырларға ҡуша торғайны, ул ваҡытта миңә 3–4 йәш самаһы булғандыр. Шулай улар һауыттарын тултырғансы, түңгәктән- түңгәккә һикереп белгән генә бөтә репертуарымды йырлап ҡайта торғайным. Үҙенә күрә ысулын да уйлап тапҡан бит өләсәйем. Ғөмүмән, ул беҙгә әкиәт-хикәйәттәр һөйләп, наҙлап, иркәләп кенә үҫтерҙе.
Йырға маһирлығымды әсәйем дә ваҡытында һиҙеп ҡалған. Мин бәләкәй саҡта малайҙар кеүек шуҡ инем, күршеләге балаларҙы уйнатып, артымдан эйәртеп йөрөтә торғайным. Бер мәлде телевизорҙан “Саҡ-суҡ” бәйетен ишетеп ҡалып, шунан күрше әхирәттәрем менән уйнағаныбыҙ хәтеремдә. Әсәйем бынан һуң миңә йыш ҡына йырҙар өйрәтер булды. Әйткәндәй, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә тәүгә әлеге “Саҡ-суҡ” бәйете менән сығыш яһаным.
– Мәктәптә иң әүҙем сығыш яһаусы һин булғанһыңдыр?
– Эйе, район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә күп ҡатнаша инем, еңеүҙәрем дә булды. Әммә бер ҡасан да ошолай ҙур сәхнәләрҙә баҫып торормон тигән уй башыма һис кенә лә инеп сыҡҡаны юҡ ине.
– Ә ниңә? Йырсы булырға хыял итмәнеңме ни?
– Бөтә ҡыҙҙар кеүек мин дә көҙгө алдында тараҡты микрофон итеп йырлап ҡылана торғайным, әммә йырсы булыу тураһында уйламай инем. 12-13 йәшлек сағымда уҡ район мәҙәниәт йорто менән Бөрйән ауылдары буйлап бер аҙналыҡ гастролгә сыҡтым. Шул тиклем ялҡып, арып ҡайттым да әсәйгә, бер ҡасан да әртист булмайым, тинем. Мин спорт менән етди шөғөлләндем, хатта ике йәшкә өлкән ағайым менән кадет корпусына бергә уҡырға барырға ла хыяллана инек (көлә), әсәйем генә ризалыҡ бирмәне.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ноябрь һанында...