Ул Башҡортостанда иң көслө кроссфит ярышсыһы һанала. Сочила, Өфөлә уҙған кроссфит буйынса Бөтә Рәсәй турнирҙарында башҡорт егетенә тиңдәр табылмай, әле ул Грецияла уҙасаҡ донъя чемпионатына әҙерләнә. “Мускулдарҙы һәр кем үҫтерер ул, иң мөһиме – аҡыл көсө”, – ти Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы егете, Liga gym фитнес үҙәгенең спорт залы директоры, Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш (ММА) федерацияһы вице-президенты Заһир ТҮЛӘБАЕВ. Журнал уҡыусыларын республикабыҙҙың иң көслө егете, рухлы замандашым менән яҡындан таныштырмаҡсымын.
– Заһир, иң тәүҙә бала саҡ хыялдарың менән уртаҡлаш әле.
– Күпселек ябай малайҙар кеүек, минең дә летчик булырға теләгәнем иҫемдә. Яңыраҡ башланғыс кластарҙа яҙған бер хатымды табып алдым, шунда: “Ҙурайғас, Америка президенты булғым килә”, — тип теркәп ҡуйғанмын. Уҡытыусыларым менән шуны уҡып, бәләкәй сағымды хәтерләп, көлөп алдыҡ.
– Нисә йәштә спорт менән шөғөлләнә башланың?
– Башланғыс кластарҙан алып спорт менән дуҫмын, тип әйтә алам. Мәктәптән ҡайтып, тиҙ генә сәй эсеп ала ла, тышҡа атлыға инем: ҡышын саңғыла йөрөйөм, йәйен йүгерәм, турникта ҡалҡынам, гер күтәрәм. Кистәрен дуҫ малайҙар менән волейбол йә баскетбол уйнай инек. Ун ете йәшемдә спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым, панкратион тигән спорт төрөн һайланым.
– Белеүемсә, һин хатта Рәсәй чемпионатында призлы урын да яулағанһың…
– Эйе, панкратион буйынса еңеүҙәрем байтаҡ ҡына: өс тапҡыр Волга буйы федераль округы чемпионы булдым, халыҡ-ара бәйгелә ҡаҙаҡ көрәшсеһе менән бер баһалы алышта еңеү яуланым.
– Заһир, үҙеңде яңы өлкәлә һынайһың икән… Һине ниндәй тренер тип әйтергә мөмкин?
– Һәр кем үҙ белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тейеш, тип уйлайым. Шуға мин дә йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында был эште башлам ебәрҙем. Талапсан, ғәҙел тренермындыр… Спортта уңышҡа өлгәшергә теләүселәргә ҡатыраҡ булырға тырышам. Был өлкәгә тотоноуыма күп ваҡыт үтмәһә лә, тәүге ҡыуаныслы һөҙөмтәләрем – Рәсәй кимәлендә еңеүгә өлгәшкән спортсыларым бар. Яңыраҡ Ейәнсура районынан Нур Юланов исемле тәрбиәләнеүсем панкратион буйынса Рәсәй кубогынан көмөш миҙал алып ҡайтты, Учалы районынан Айнур Ибраһимов республика ярыштарында бер нисә йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Мин уларға ҙур өмөттәр бағлайым.
– Атай-әсәйҙәргә балаһын иң тәүҙә ниндәй спорт түңәрәгенә бирергә кәңәш итер инең?
– Малайҙар мотлаҡ көрәш шөғөлләнергә тейеш, тип уйлайым. Беренсенән, бала тәртипкә өйрәнә, икенсенән, көрәш уға быуындарын нығытыу, көс йыйыу өсөн иң ҡулай спорт төрө буласаҡ. Егеттәрҙең төп бурысы – үҙен, яҡындарын яҡлау һәм ҡурсалау. Баланы бәләкәй сағынан спортҡа ылыҡтырыу уның физик көсөн генә үҫтереп ҡалмай, ә сыҙамлыҡҡа өйрәтә. Малайҙар тәбиғәте менән – көрәшсе, булмышы менән еңеүсе булырға тейеш.
Кроссфит – йүгереү, гер күтәреү, пауэрлифтинг, гимнастика, ауыр атлетика, йөҙөү һәм башҡа. спорт төрҙәненә нигеҙләнгән күнегеүҙәр комплексы.
– Кроссфитҡа килгәндә, һин 130–150 килограмлыҡ штангаларҙы күтәрәһең… Бындай ауыр спорт күнекмәләре һаулыҡҡа зыянлы түгелме?
– Бер әҙерлекһеҙ, ҡапыл күтәрһәң, әлбиттә, йәрәхәттәр алыу ҡурҡынысы бар. Шуға эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр ярҙамында яйлап, аҡыл менән шөғөлләнеү мөһим. Мәҫәлән, мин үҙем көнөнә ике тапҡыр күнекмә яһайым, үҙ алдыма уларҙы йышыраҡ үткәреү маҡсатын ҡуйғанмын. Сөнки кроссфит, йүгереү кеүек үк, йөрәкте сыныҡтыра, уны икенсе төрлө кардиокүнекмә тип тә атарға мөмкин. Халыҡ, сәләмәт булам тиһәң, спорт менән шөғөллән, тип белмәй әйтмәгәндер бит.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ғинуар һанында...