Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
20 Февраль 2020, 16:58

Яңғыҙ юлаусы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров беҙгә ҡунаҡҡа кереп сыҡты.Ҡыуаныслы хәбәре лә бар: йәш актёр 31 ғинуарҙа ижадын һөйөүселәргә үҙенең «Яңғыҙ юлаусы» тип аталған акустик концертын тәҡдим иткәйне, бөгөн ул концерты тулыһынса ютубҡа сыҡҡан! Беҙҙең сайтҡа инеп ҡарай һалығыҙ!

«Яңғыҙ юлаусы» тип аталған акустик концертында уның юлдаштары — Айгөл Мөслимова (скрипка), Марина Яковлева (флейта), Рәмис Хәкимов (синтезатор), Рәсим Лоғаманов (һуҡма инструменттар) һәм Илшат Дәүләтбирҙин (соло-гитара).
Артур Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған, театрҙа эшләгән 12 йыл эсендә 28 ролдә уйнаған, улар араһында — Рәми Ғарипов («Февраль.Буран…» ), Закир («Ҡара йөҙҙәр»), Тимерхан («Нәркәс»), Ильяс («Хыялға ҡаршы») һәм башҡа популяр геройҙар бар. Эстрадала ла Артур Кәбировтың исеме күптәргә таныш, гитараны юлдаш иткән йырсы үҙ тауышы, үҙ моңо менән күптәрҙең күңеленә үтеп инде, бигерәк тә Р. Ғарипов һүҙҙәренә композитор И. Яхин яҙған «Минең йондоҙом» йыры моңһөйәрҙәр араһында хитҡа әйләнде. Артур үҙе лә шиғырҙар һәм йырҙар яҙа, төрлө ижади проекттарҙа ҡатнаша.
Артур Кәбиров үҙен киноактер булараҡ та һынап ҡараны – «Ҡырағай» (режиссеры Фәрзәнә Үтәрбаева), «Урғала» (режиссеры Айнур Асҡаров), "Беренсе Республика" (Булат Йосопов) фильмдарында уйнаны.
Тәҡдим ителгән концерты беренсеһе түгел. 2017 йылдың февралендә ул "Ут биреп торған сағым" тип аталған акустик концерты менән сығыш яһағайны.
Читайте нас: