Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
28 Апрель 2020, 22:55

“Шәүрә”не йырлап илатҡан...

Был шәп йырсы ҡайҙа тыуған?

Дубайҙа була был ғәжәп хәл. Әлиә фортепьянола уйнап, мәшһүр “Шәүрә” не йырлап ебәрә. Ете ят телдә яңғыраған аһәңле йыр донъяның төрлө мөйөшөнән килгән күп һанлы милләт кешеләренең күңелен яулап ала. Барыһы ла моң һирпелгән урынға йыйыла, әҫәрләнеп йырҙы тыңлай.
“Башымды күтәреп ҡараһам, ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йәшләнгәнен күреп, күңелем тулышты, – ти был хаҡта Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы Әлиә Исҡужина. – Бына ниндәй ғәжәп ҡөҙрәткә эйә башҡорттоң мөғжизәле боронғо йырҙары! Музыка, юғары сәнғәт – тәржемәһеҙ ҙә халыҡ күңелен әсир иткән халыҡ-ара тел. Уның аша теләгән илдә, һәр милләтең күңеленә үтеп инергә булыуын аңланым”.
Был шәп йырсы ниндәй төбәктә тыуып үҫкән тиегеҙме? Йәш йырсының ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙары бар, нисек йырсы булып киткән? Бәлки, ошо юлды һайлағанға үкенәлер... Былар хаҡында “Шоңҡар” йәштәр журналының яңы ғына табанан төшкән апрель һанында уҡый алаһығыҙ.
Был һан да йөкмәткеле һәм уҡымлы яҙмаларға бай. Миллер тотҡоно – яҡташыбыҙ Мөхәмәтулла Ғиззәтуллиндың "Әсир көндәлеген” тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың шөһрәтле улы Харис Йосоповтың ғәжәп яҙмышы, Көньяҡ Африкала үҙ яртыһын тапҡан башҡорт ҡыҙы Зәлифә Барлыбаева хаҡында ла уҡып, журнал уҡыусылар үҙҙәренә күп мәғлүмәт алыр. Бынан тыш, Гөлшат Әхмәтҡужинаның, Венер Исхаҡовтың һутлы, бай тел менән яҙылған тормошсан хикәйәләре... Юҡ, башҡаса һанап тормайбыҙ. Бының өсөн үҙегеҙгә баҫманың яңы һанын ҡулығыҙға алыу кәрәк. Шул уҡ ваҡытта киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хәстәрен дә күрергә онотмаһағыҙ ине.
Читайте нас: