Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Атай-әсәйем бигүк риза булманы”

Кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләргә тура килде.

Талантлы йәш йырсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина бәләкәйҙән сәхнәлә йырлап йөрөһә лә, сәнғәт юлынан китеүе ҡапыл килеп сыға. Был хатҡа үҙе: “Эстән генә хыялландым, бәлки, ысын йырсы булыр өсөн бөтөнләй яраҡһыҙмындыр, тип шикләнә инем. Бөтәһе лә ҡапыл хәл ителде, - тип һөйләй. - Туғыҙынсы кластан һуң йәйге каникулда Сибайҙа йәшәгән туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым. Урам буйлап китеп барһам, “Сәнғәт колледжы” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым да ике лә уйлап тормай кереп ҡарарға булдым. Инһәм, колледж тулы йәштәр, һәр береһе матур концерт кейемдәрендә, ә мин ябай ғына йәйге күлдәктә. Баҡтиһәң, колледжда ҡабул итеү имтихандары бара икән, әле икенсе тур. Үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, ҡабул итеү комиссияһына ниәтемде белдерҙем. Уларға йырлап, шиғыр һөйләп ишеттерҙем. Икенсе көнгә тағы килергә ҡуштылар. Ҡайтҡас, апайым менән кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләп табып, өсөнсө турға килдем (көлә). Уҡырга инергә теләүселәр күп, ә бюджет урынына биш кенә кешене алалар ине. Улар араһына мин дә эләктем.
Джон Әхмәт улы: “Һине уҡырға ҡабул итәбеҙ. Документтарыңды алып килеү өсөн бер көн бирәбеҙ”, - тине. Шулай ҙа атай-әсәйем минең уҡырға инеүемә бигүк риза булманылар. “Балам, бәлки, кире уйларһың, унынсыға барырһың”, - тип сентябрь башланғансы ниәтемдән һүрергә тырыштылар. Күрәһең, улар сәнғәт өлкәһе, артист һөнәренең ауыр булыуын аңлап, минең башҡа юлдан китеүемде теләгәндәрҙер. Атайым йәшерәк сағында Темәс мәҙәниәт йортон төҙөүҙе ойоштороп, ете йыл буйы директор вазифаһын башҡарған. Шуға ла сәнғәттең бөтә нескәлектәре, халыҡҡа күренмәгән яғы уға яҡшы таныш булғандыр”.
Читайте нас: