Бөгөнгө йәштәребеҙ ниндәй? Әлбиттә, шәп! Ҡыйыуҙар, белемлеләр, уңғандар... Бөгөн Мәскәүҙә “Юғары иҡтисад мәктәбе”нең Милли тикшеренеүҙәр университетында белем алған Айзилә Мөлөкова тап шундай аҫыл йәштәребеҙҙең береһе. Журналдың тәүге битен биҙәгән ошо ҡыҙҙың ҡайһы төбәктә үҫеүе, ниндәй уңыштарға өлгәшеүе, киләсәккә уй-хыялдары менән “Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа” тигән мәҡәләлә таныша алаһығыҙ.
Әйткәндәй, журналдың был һаны ла файҙалы мәғлүмәттәргә, фәһемле кәңәштәргә, уҡымлы әҫәрҙәргә бай. Мәҫәлән, “Ислам дине йыр-моңдо тыямы? тигән яҙмаһында имам-хәҙрәт Нәзир Сабитов ошо хаҡта аңлата.