Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
21 Апрель 2021, 19:05

"Шоңҡар"ҙың апрель һаны донъя күрҙе

Бөгөн иһә ул Өфөлә үҙ эшен уңышлы алып бара.

Кем генә үҙ аллы эшләргә теләмәй икән?! Берәүҙәр был турала ғүмер буйы хыялланһа ла, тормошон үҙгәртеүҙән ҡурҡа. Ә икенселәр... Ундайҙар бер нисә һөнәр алыштырырға ла, кәрәк икән, икенсе ергә күсеп китергә лә аптырап тормай. Бөгөн Өфөлә йәшәгән Гөлсинә Баймөхәмәтова (Кинйәбаева) тап шундай тәүәккәл ханымдарҙың береһе. Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән өс бала әсәһе бер ваҡыт Мысырға сығып киттә, үҙенсәлекле массаж эшләү нескәлектәрен өйрәнә. Бөгөн иһә ул Өфөлә үҙ эшен уңышлы алып бара. Гөлсинә Мөхәмәт ҡыҙының был уңышҡа нисек өлгәшеү серҙәре хаҡында һеҙ журналдың апрель һанында уҡый алаһығыҙ.
Был һанда ла фәһем бирерҙәй мәҡәләләр, мауығып уҡырҙай хикәйәләр бирелгән.Әйткәндәй, киләһе ярты йыллыҡта ла яратҡан журналығыҙҙың ай һайын йортоғоҙға килеп тороуын теләһәгеҙ, әле ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылыу башланыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Читайте нас: