Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ижад – серҙәшем дә, дуҫым да”

– Ситтә йәшәү ижадҡа кәрта була алмайҙыр. Ҡатын-ҡыҙға ғаилә, балалар тәүге урында булғанға күрә, ваҡыт юҡлығы ҡамасаулай, – ти Зимфира. – “Нисек шиғыр яҙаһың?” тип һорай ҡайһы берәүҙәр. Шиғри юлдар үҙенән-үҙе тыуып баш осонда әйләнә башлай. Мин ҡағыҙға теркәп кенә ҡуям.

“Ижад – серҙәшем дә, дуҫым да”
“Ижад – серҙәшем дә, дуҫым да”

Зимфира Абушаһманова… Был исем “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә эшләгән осорҙан таныш. Бер мәл редакцияға Әбйәлил районы Буранғол ауылынан хат килеп төштө. Зимфира исемле ҡыҙ ауыл мәктәбендә “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге эшләй башлауы, уны уҡытыусы, шағирә Мәҙинә Йәғәфәрова алып барыуы хаҡында ҡыуанып яҙғайны. “Ҡыҙыҡһынып шул түңәрәккә йөрөй башланым. Тәү көндәрҙән үк оҡшаны миңә унда. Мәҙинә апайыбыҙ беҙгә ижад серҙәре менән уртаҡлаша, әҙәбиәт нескәлектәрен өйрәтә. Шунан бөтәбеҙгә эш бирә, аҙаҡтан етешһеҙлектәрен күрһәтә. Бер көндө класта барыбыҙға мин яҙған мәҡәләне уҡыны ла, бик матур булған, быны гәзиткә ебәрергә кәрәк тигәс, үҙемде бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом. Хәҙер ижад — минең серҙәшем дә, дуҫым да. Ошондай илаһи донъяның нескәлектәрен асҡан өсөн Мәҙинә апайыбыҙға ҙур рәхмәтемде белдерәм”, — тигән юлдар бар ине унда.

Артабан Зимфираның редакция менән хеҙмәттәшлеге нығынғандан-нығыны. Мәктәп тормошо, тиҫтерҙәре хаҡында фәһемле мәҡәләләре, шиғырҙары гәзиттә йыш баҫылды. Был яҙмаларҙа ҡыҙҙың ҡәләме шымара барыуын тойомларға була ине. Х класта уҡығанда Зимфира “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе исеменә лайыҡ булды. Тап ошо иҫтәлекле ваҡиға ҡыҙҙың һөнәр һайлауын хәл итә – мәктәптән һуң ул бер ниндәй икеләнеүһеҙ БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Студент йылда­рында ла республика матбуғатында шиғырҙары донъя күреп торҙо. 2009 йылда “Йәшлек” гәзите үткәргән Рәйес Түләк исемендәге шиғырҙар конкурсында лауреат булыуы үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға ине. 2014 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә шағирәнең “Гәүһәр ташым” исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.
— Бәләкәй саҡтан аҙ һүҙле, сәйерерәк холоҡло булдым, – тип хәтирәләргә бирелә Зимфира. – Донъяға, кешеләргә икенсе күҙлектән сығып баға торғайным. Һәр нәмәне йөрәгемә яҡын ҡабул итеүсәнмен. Әле лә шулай. Ғөмүмән, үҙ донъяма бикләнеп, ниндәйҙер икенсе киңлектә, хыялдар илендә йөҙөү хас минең күңелемә. Тап шуға ла әҙәбиәт, ижад – иң яҡын дуҫтарым булғандыр. Күҙҙәрем насар күргәс, әсәйем күп уҡырға рөхсәт итмәһә лә, ҡасып, йәшенеп, барыбер уҡый торғайным.
Татыу ғаиләлә дүрт бала – өс ҡыҙ, бер малай үҫә улар. Әсәйҙәре – уҡытыусы, атайҙары урмансы булғас, өйгә ҡайтып инмәйҙәр тиерлек.
— Илфат ҡустым, берҙән-бер малай булараҡ, мәктәптән ҡайтып ашап ала ла ихатаға сыға. Ҡыш көнө сана менән һыу ташыу, ҡар көрәү, малдарҙы ҡарау уның елкәһендә булды, – тип һүҙен дауам итә шағирә. – Беҙ ике ҡыҙ өйҙәге эштәрҙе бүлешеп башҡарҙыҡ. Өйҙө тәртиптә тотоу, йыйыштырыу, һауыт-һаба, кер йыуыу өсөн беҙ яуаплы булдыҡ. Ашарға ла бешерә торғайныҡ. Йәй көндәрендә йылғанан һыу ташып, баҡса үҫтерҙек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиздәре бөгөн яҡты донъяла юҡ инде. Әсәйҙәре Зифа Әүәл ҡыҙы яман шеш ауырыуынан 53 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Ете йылдан атайҙары Әсмән Әхәт улы балаларын ташлап китә. Бөгөн бөтәһе башлы-күҙле булып, төрлө яҡтарҙа ғүмер кисерһә лә, тыуып үҫкән нигеҙҙе ташламайҙар. Йыл һайын йәйге ялдарҙы тыуған йортта уҙғарырға тырышалар.
— Минең балаларым да йәйҙе көтөп алалар, Буранғолға ҡайтырға атлығып торалар. Сит яҡтарҙа ял иткәнгә ҡарағанда, ауылымдың һауаһы, урман-ҡырҙары күңелемә нығыраҡ хуш килә. Йәй буйына Ҡыҙыл йылғаһында һыу инәбеҙ, көн һайын тиерлек урманға емеш-еләк, үләндәр йыйырға йөрөйбөҙ. Ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә көтөү ҡайтҡанын, ҡояш байығанын күҙәтеп ултырыуға ни етә! Ҡараңғы төшкәс, малайҙар ихатала ергә ятып күк йөҙөн, йондоҙ атылғанын күҙәтәләр. Дүртебеҙҙең дә балалары бергә йыйылһа, ете малайҙан торған бер команда барлыҡҡа килә. Йыл буйына етемһерәп торған йорт уларҙың тауышынан гөрләп тора. Тыуған нигеҙ – бала саҡтың яҡты хәтирәһе. Үҙе бер музей кеүек бит ул. “Өйөгөҙ буш тора, һатмайһығыҙмы?” – тип һорайҙар күп кешеләр. Ни йөрәгең менән күңелеңдең бер өлөшө бәйләнгән изге урынды һатып ебәрәһең инде!
Әлеге ваҡытта Зимфира Сорғот районы Белый Яр ҡасабаһында йәшәй. Тормош иптәше менән ике ул үҫтерә. Өлкән улы Айнур алтынсы класта белем ала, музыка мәктәбендә аккордеонға өйрәнә. Урындағы концерттарҙа гел сығыш яһай. Улар уйнаған ансамбль Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙған конкурстарҙа призлы урындар яулап тора. Буш ваҡыттарында инглиз һәм башҡорт телен өйрәнеү менән мауыға. Кескәйҙәре Артур балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғәҙәттә, яҙыусылар Өфөлә төпләнергә, әҙәби мөхиттә ҡайнап йәшәргә ынтыла. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бөгөн алыҫ Себер тарафтарында йәшәүенә үкенмәй шағирә. Бер ҡараһаң, интернет заманында тыуған телгә, тыуған моңдарға һыуһап йәшәү — ят күренештер, моғайын.
– Ситтә йәшәү ижадҡа кәрта була алмайҙыр. Ҡатын-ҡыҙға ғаилә, балалар тәүге урында булғанға күрә, ваҡыт юҡлығы ҡамасаулай, – ти Зимфира. – “Нисек шиғыр яҙаһың?” тип һорай ҡайһы берәүҙәр. Шиғри юлдар үҙенән-үҙе тыуып баш осонда әйләнә башлай. Мин ҡағыҙға теркәп кенә ҡуям.
Килә­сәктә шиғырҙарын рус телендә лә нәшер итергә ниәтләй шағирә. Әле уның иллегә яҡын шиғырын Булат Усманов рус теленә тәржемә­ләгән. Һуңғы йылдарҙа Зимфира проза өлкәһендә үҙен һынап ҡарай, шаҡтай ғына хикәйәләре йыйылған.
Әҙәбиәт, ижад... Бәләкәй сағынан айырылмаҫ дуҫына, серҙәшенә әүерелгән был төшөнсәләр уның юлын яҡтыртып торған бер серле маяҡ кеүек. Көтмәгәндә генә күңелендә бөрөләнгән шиғырҙы аҡ ҡағыҙға төшөрһә, күптән яҙырға ниәтләп йөрөгән хикәйәнең һуңғы нөктәһен ҡуйһа, үҙен бәхеттең етенсе күгендә тоя ул. Матур ғаиләһе, уңыштары менән ҡыуандырып торған уландары... Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел.

Венер ИСХАҠОВ.

 


Башҡортостан     


Тәрән йырып туған тупрағымда

Тамыр йәйеп үҫкән күңелем.

Тыуған ерҙең изге шифаһынан

Йән һуғарам көнгә үрелеп.


Өҙөлмәҫлек булып тамырҙарым

Тупрағыңа һеңеп ереккән.

Сит ерҙәрҙә сарсап һулымаҫмын

Күңелемдә һине йөрөтһәм.


Тыуған яғым — мөғжизәләр иле,

Тылсымыңдың сикһеҙ ҡөҙрәте.

Көс өҫтәйһең хыял ҡанатына

Өмөттәрҙең ҡуҙын көйрәтеп.


Моңға сорнап күңел бәүелтәһең,

Тыуған яғым — изге бишегем.

Донъям теүәлләнә ҡайтып асһам,

Төйәгемдең яҡты ишеген.


Мин яҡтырам, яҡтылығын һүреп,

Тыуған яҡтың тойоп йылыһын.

Ситтә ғүмер итеп, өшөмәҫмен,

Башҡортостан, һиңә һыйынып.


Бәхет сығанағы – моң шишмәһе,

Башҡортостан – тыуған илгенәм.

Күңел ҡанатланып бейеп китә,

Моң сығарып башҡорт көйөнән.

 

Яҙыр өсөн...

 

Сәйерҙәр бар кеше араһында,

Әҙәм ыңғайына баҫмаған.

Донъя йүнәлешен борор өсөн,

Ҡаршы төшөп яңғыҙ атлаған.


Үҙгәртәм, тип, ағым боролошон,

Ағым ыңғайына аҡмаған.

Донъя ҡарашына сит фекерҙәр,

Кеше күҙе менән баҡмаған.


Арабыҙҙа затлы ҡаҙылмалай

Һирәк осрай торған кешеләр.

Ер менән күк араларын бәйләп,

Тоташтырып торған илселәр.


Әҙәм ыңғайына йөрөмәгән,

Кешеләрҙең күңел халәтен,

Ергә төшөргәндә Хоҙай аяп,

Ҡушып биргән яҙыу һәләтен.


Ауыр йөктән күңел сейләндереп,

Изге бурыстарын һөйрәтеп,

Донъя китектәрен күҙгә элеп,

Йәшәй улар күңел көйрәтеп.


Үҙен үртәй, донъя яҡтыртам, тип,

Йәндәш итеп күңел ғазабын.

Янып бөткәс, ҡуҙлы күмер менән

Яҙыр өсөн күңел талабын.

 

 

Юлдаш


Күңелдәрҙең һәр хәлендә,

Һәр мәлендә булдың ҡалҡан.

Беҙҙең көстәр берҙәмлектә,

Бергә булһаҡ, еңел ҡалҡам.


Тайғанымда таянырлыҡ,

Күсәреңдә ҡорос арҡан.

Йән күкрәткән йәшендәрҙә

Ышыҡ ҡуя йылы арҡаң.


Ҡорос арҡанға тотонһам,

Соҡорҙарға төшөп батмам.

Өшөмәҫмен ҡарашыңдың

Йылылығын йәнгә япһаң.


Балы-майы ташып торған

Һинең донъяң – төпһөҙ батман.

Яраларҙың эҙе ҡалмаҫ,

Йөрәгемә шифа яҡһаң.


Ҡулдарыңдың ҡөҙрәтенән

Тормошомдоң ҡото ҡайтҡан.

Ырыҫлы, ҡотло донъяңда

Күңел тыныслығын тапҡан.


Йылы ябып, бал-май яғып,

Бәхеткә төрөп яратһаң.

Лайыҡ булырһың йәнемә,

Ҡабат күкрәп сәскә атһам.

 

Юғарылыҡ


Хаяһыҙлыҡ үҙе сыныҡтыра,

Ҡалынайта тире ҡатламын.

Ауыр һүҙҙәр кире ҡаҡлыҡһын,

Яра һалып йәнгә батмаһын.


Яҡшылыҡтан күңел күтәрелә,

Яҡтылыҡҡа йәндәр ынтылһын.

Изгелектән рух аҙығы һүреп,

Күңел көмбәҙенә нур тулһын.


Тормош ваҡлығынан өҫтөн булып,

Ҡояш ҡалҡһын күңел күгендә.

Күптәр аңламаған бәхет сере

Гел балҡыған ҡояш йөҙөндә.

 

Шуны аңлағандар һәр саҡ ябай,

Ҡояш кеүек балҡый юғары.

Тирә-йүнгә йылылығын һибеп,

Йәшәй улар күңел һуғарып.

 

Зимфира Абушаһманова

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: