

Журналдың был һаны ла фәһемле, ҡыҙыҡлы яҙмаларға, хикәйәләргә бай. Тышлыҡты Башҡортостандың археология ҡомартҡыларын һаҡлау, данлау өсөн башҡорттарҙан да күберәк эш башҡарған Николай Николаевич ГРИГОРЬЕВ биҙәй. Әйткәндәй, ул рус егете булһа ла, башҡортса яҡшы белә.
Яратҡан йырсыбыҙ Әлфиә Юлсурина “Һайлаған юлыма бер ҡасан да үкенмәйем” тигән әңгәмәһендә бала сағы, тормош юлдары, яҡындары менән мөнәсәбәте хаҡында ихлас һөйләй. "Аҙаҡтан ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ул йылдар өсөн үкенмәйем. Оло мөхәббәт хистәрен сайпылдырмай ғына яратҡан кешемә кейәүгә сыҡтым һәм тәүге йылдарҙа үтә лә бәхетле йәшәнем. Аҙаҡ инде, ауырлыҡтары башланғас, киләсәк тормошҡа һабаҡ алдым. Ул ауырлыҡтар булмаһа, бөгөнгө Әлфиә булмаҫ ине. Уның менән көслө ҡатынға әүерелдем. Әхирәттәрем тәүге мөхәббәте менән ҡауыша алмай, ғүмер буйы бер күрергә интизар булып йәшәй. Әгәр уға сыҡмаһам, мин дә ғүмер буйы һағынып, яратып, үкенеп йәшәр инем. Сөнки беҙ бер класта уҡыныҡ, мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡорҙоҡ. Мөхәббәттең сөсөһөн дә, әсеһен дә татаным. Бөгөнгө күҙлектән ҡарайым да, ул мине яратмағандыр тип уйлап ҡуям. Сөнки яратҡандарҙы йәберләмәйҙәр, кәмһетмәйҙәр, ауыр һүҙ әйтмәйҙәр. Балалар менән аралашыуға кәртә ҡуймаҫ ине", - ти халыҡ йырсыһы.
Яҙыусы Мирас Иҙелбаевтың “Ҡайтыу”, Мәүлит Кәримдең “Заһиҙәкәй” тигән повесы бай, һутлы тел менән яҙылған. Йәш шағирә Айзилә Мортаеваның да шиғри шәлкеме уҡыусылар күңеленә хуш килер, моғайын.
Арҙаҡлы шағир Рәйес Түләк халҡыбыҙға бай рухи мираҫ ҡалдырҙы. Әлбиттә, уның байтаҡ ижад емештәре уҡыусыға барып етмәгән. Был һанда шағирҙың яҡын туғаны Ғәлиә Раева әҙерләп биргән иҫтәлектәре донъя күргән.