Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Тот та эшлә!”

Был һөйләшеүҙән һуң, уны ҡайһы яҡтан нығыраҡ күрһәтеп, асып яҙырға, тип, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым: бизнеследи, ҡатын, йәки әсә? Әллә үҙ эшенең оҫтаһы – яҡшы табип икәненә баҫым яһарғамы? Әллә ул бейеүсе һәм спортсымы? Һәр хәлдә, ябай ҡатын-ҡыҙҙарҙан түгел. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тап шулай булырға тейештер ҙә инде замана ҡатын-ҡыҙы, үҙенсәлекле шәхес. Өфө ҡалаһында йәшәүсе өс бала әсәһе, “Аrt Оптика” идарасыһы, баш табибы Әлфинә Әсләм ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Тот та эшлә!”
“Тот та эшлә!”

Был һөйләшеүҙән һуң, уны ҡайһы яҡтан нығыраҡ күрһәтеп, асып яҙырға, тип, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым: бизнеследи, ҡатын, йәки әсә? Әллә үҙ эшенең оҫтаһы – яҡшы табип икәненә баҫым яһарғамы? Әллә ул бейеүсе һәм спортсымы? Һәр хәлдә, ябай ҡатын-ҡыҙҙарҙан түгел. Ә бит, уйлап ҡараһаң, тап шулай булырға тейештер ҙә инде замана ҡатын-ҡыҙы, үҙенсәлекле шәхес. Өфө ҡалаһында йәшәүсе өс бала әсәһе, “Аrt Оптика” идарасыһы, баш табибы Әлфинә Әсләм ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Хәйерле көн, Әлфинә Әсләм ҡыҙы! Иң тәүҙә һеҙҙең бала саҡ тураһында һөйләшеп алайыҡ. Сығышығыҙ менән ҡайһы яҡтан? Ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?
— Хәйерле көн! Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан булам. Биш баланың иң өлкәнемен. Дүрт ҡустым бар.
— Ғәҙәттә, иң өлкән бала күпкә яуаплыраҡ, уҫалыраҡ була. Ни тиһәң дә, ҡусты-һеңлеләре уның ҡарамағында ҡалған бит. Һеҙ ниндәйерәк апай булдығыҙ? Ҡустыларығыҙ тыңлаша инеме?
— Бик хәстәрле, ғәҙел апай булдым. Ҡустыларым, әлбиттә, бала саҡта уйнағанда ла, эшләгәндә лә минән ҡалманы. Шуға ла һәр ваҡыт тыңлап ҡына йөрөһөндәр, берәй ерҙә эш боҙоп тормаһындар өсөн уларҙы ҡаты ғына итеп тәрбиәләнем. Бәхеткә күрә, беҙҙең ғаиләлә өлкәндәргә ихтирам тигән әйбер ҙә, иерархия тигән нәмә лә һәр саҡ булды. Атайым да, ә ул ғаиләһендә иң бәләкәйе, гел: “Апайығыҙ һәр ваҡыт хаҡлы”, — тип туғандарымды иҫкәртеп тора ине. Ҡустыларым үҙҙәре лә бик тырыштар, аҡыллылар. Әлбиттә, бала-саға араһында төрлө хәлдәр булып китә торғайны. Илашып-һуғышып та алғылағанбыҙҙыр. Барыбер дуҫ, берҙәм булдыҡ.
— Бала сағығыҙҙың һағынып иҫләгән, күңелегеҙгә уйылып ҡалған мәле бармы?
— Йыл һайын йәйге каникулдарҙа Әбйәлил районы Тәпән ауылында йәшәгән өләсәйемә бара инек. Шул тауҙар араһында ғына урынлашҡан ауылдың Ҡыҙыл йылғаһында һыу инеп, ауыл балалары менән тауҙың ҡаяларында өй төҙөп, бер-беребеҙгә, йәнәһе, ҡунаҡҡа йөрөшә торғайныҡ. Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәгән ваҡыт! Был таш өҫтәлгә, был таш диванға оҡшаған тип күҙ алдына килтерәһең дә, рәхәтләнеп уйнайһың. Фантазиябыҙ ҡалай шәп булған. Уйнайбыҙ-уйнайбыҙ ҙа, кис етһә, баҡса тирәһендә булышабыҙ, көтөү ҡаршылайбыҙ. Ә йоҡо алдынан иң тәмлеһе – әкиәттәр! Урындыҡҡа теҙелешеп, өләсәйҙең ике яғынан ятып алабыҙ ҙа, ауыҙҙы асып тыңлайбыҙ. Өләсәй инде бөтә белгән әкиәттәрен һөйләп бөтөп, үҙе уйлап сығара башлай. Ә беҙгә һаман етмәй...
— Бик бәхетле бала булғанһығыҙ!
— Эйе. Шул тиклем бәхетле булдым! Әле уйлап ултырам да, бала сағым ни тиклем тулы, болотһоҙ, вайымһыҙ булғанын аңлап та етмәгәнмен! Атай-әсәйебеҙ беҙҙе гел Башҡортостан буйлап сәйәхәттәргә алып йөрөттө. Әбйәлилдең күлдәре, Шүлгәнташ, Арҡайым... Ҡайҙа ғына булманыҡ! Ә әсәй менән еләк-емеш, бәшмәк йыйыу, уның менән тәбиғәтте өйрәнеү, бөтә туғандарыбыҙ йыйылған шәжәрә байрамдары...
Минең бәхетем икеләтәлер, тием. Сөнки атай-әсәйеңдән дә өлкәнерәк быуын тәрбиәһен алыу ғына үҙе ни тора. Ә яңыраҡ ҡына өләсәйемдең 75 йәше тулды. Ул өлкәнәйә барған һайын, әйтерһең, ҡәҙере арта. Ниндәй яҡын кешем икәненә йылдан-йыл нығыраҡ төшөнә генә барам. Юбилейына бөтә ғаилә, туған-тыумаса йыйылды. Шундай мәлдәр, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй йыйылышып тороуҙарыбыҙ, минең өсөн бик мөһим.
— Өләсәйегеҙ иҫән-һау, ғүмерле булһын! Бәләкәйҙән бик әүҙем тормош алып бараһығыҙ икән. Спортҡа урын булдымы?
— Атайым, Әсләм Әбүбәкер улы — көрәшсе. Уның өйҙә спорт менән шөғөлләнгәнен күреп үҫтем. Атайым — минең дә тәүге һәм төп тренерым. Бәләкәстән мостикка торорға, шпагатҡа ултырырға өйрәтте. Ә йүгереүгә бөтөнләй ҙур һөйөү тәрбиәләне. Еңел атлетика буйынса район, зона ярыштарын ҡалдырманым, беренсе өлкәндәр разряды ла бар.
— Хәҙер спорт тормошоғоҙҙа ниндәйерәк сағылыш таба?
— Инде әсәй булғас, спортҡа ваҡыт әҙерәк ҡала. Даими шөғөлләнеп булмаһа ла, мотлаҡ ваҡыт табып, йүгерәм, фитнесҡа күберәк йөрөйөм. Ҡазан ҡалаһында бер тапҡыр марафонда ҡатнаштым. Бик оҡшатып, дәртләнеп ҡайттым. Киләсәктә лә бындай уҙыштарҙа ҡатнашасаҡмын. Ғөмүмән, минең менән өс нәмә һәр саҡ бергә: йүгереү, бейеү һәм уҡыу. Быларһыҙ мин мин түгел.
— Тимәк, һеҙ бейеүсе лә?
— Бейеү менән мәктәптән шөғөлләнәм. Шулай уҡ студент саҡта университет ансамблендә бейенем. Хәҙер ул хобби һымаҡ. Декретта булғанда хатта балаларҙы ярты йыл тирәһе хореография буйынса уҡытып та ҡараным. Бик ҡыҙыҡлы тәжрибә. Оҡшаны. Теләгем дә, талантым да бар икән. Әһә, бейеүгә лә уҡыта алам икән, тигән һығымтаға килдем. Алла бирһә, ҡыҙҙарымды ла, теләктәре булһа, бейеү мөхитендә тәрбиәләйәсәкмен.
— Уҡыуға килгәндә, ни өсөн тап медицина университетына инергә булдығыҙ? Һөнәр һайлар алдынан ныҡ уйландығыҙмы?
— Мәктәптә иң яратҡан фән — биология булды. Уның буйынса мин район олимпиадаларында гел беренсе урын алдым. Республика кимәлендә урын ала алмаһам да, иң яҡшы ун ҡатнашыусы исемлегенә индем. Биологияға ҡарата һөйөүҙе миндә әсәйем, Лира Сөләймән ҡыҙы, тыуҙырҙы. Ул үҙе, география уҡытыусыһы булараҡ, тәбиғәткә сыҡҡанда үҫемлектәр, ҡоштар, бөжәктәр тураһында һөйләй ине. Ә биология бит шулай уҡ тәбиғәт, тереклек тураһында. Үҫемлектәр нимәнән тора, нисек үҫә, нисек туҡлана... Артабан көслө уҡытыусы Татьяна Даянова ныҡлы нигеҙ һалды. Ул миңә уҡыу йортона инерлек белем бирҙе. Туғыҙынсы кластан биологияны тәрәнерәк итеп аңлата башланы, кәрәкле китаптарҙы эҙләп табып торҙо. Татьяна Дмитриевна бар мәғлүмәтте башымда ҡалырлыҡ, онотмаҫлыҡ итеп дөрөҫ бирә алды. Ә бит биология — шул тиклем ҙур фән! Күпме өйрәнһәң дә, осона сығып бөтөп булмай! Хәтеремдә, уҡыу йортонда уны мин тағы ла тәрәнерәк өйрәнә алам, тип ҡыуанып йөрөгәнем. Биология тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙермен! Ҡыҫҡаһы, медицина университетын һайлауҙа оҙаҡ уйланманым.
— Инеүе ауыр булдымы?
— Беҙ унда БДИ-ны ла, шулай уҡ университеттың үҙендә лә имтихан тапшырҙыҡ. Хәтеремдә, физиканан тауыш темаһы эләкте. Физиканы яҡшы уҡ белмәһәм дә, биология еңел бирелде. Шуға тоттом да ишетеү ағзаһын, биологиялағы кеүек үк бөтә өлөштәре менән, ҙур итеп төшөрҙөм, һәм тауыш ҡолаҡта ниндәй юл үткәнен, нисек “эшкәртелгәнен” күрһәттем. Унда бит тере кешеләр ултыра. Барыбер, күрәләр бит физиканан формуланы белмәһәң дә, ағзаны хәтерҙән төшөрә алырлыҡ итеп өйрәнгәс, уҡырға теләгең ҙур икәнен. Мин шулай тип уйлайым. Биологияны яратыуым ярҙам иткәндер.
— Башҡа бер уҡыу йортон да уйламанығыҙ инде?
— Юҡ, уйланым. Туғыҙынсы класта атай-әсәй менән хореография буйынса ҡайҙа инергә булғанын да ҡарап сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә әсәй бик мөһим һәм хәл иткес кәңәш бирҙе: “Бейеү һинең менән ғүмер буйы бергә. Ә бына табип һөнәренә уҡырға кәрәк. Талант юҡҡа сыҡмай. Уҡыу ҙа, эшләү ҙә бер нисек тә бейеүгә ҡамасауламаясаҡ”, — тине.
— Медицина университетында уҡыу еңелдән түгел. Шул уҡ ваҡытта һеҙ бейеү ансамбленә лә йөрөгәнһегеҙ. Нисек өлгөрә инегеҙ?
— Шуныһы ҡыҙыҡлы: минең өсөн бейеү, киреһенсә, дәрт өҫтәп кенә торҙо. Бейеүгә йөрөһәм, уҡыуым да рәхәтерәк, еңелерәк бара ине. Бейеп алһам, күңелемдә илһам, көс, ҡеүәт артып китә. Был бәләкәйҙән килә. Икенсе класта бейеү менән шөғөлләнә башлағас, уҡыуым да шәбәйҙе. Бала саҡта атай-әсәйем шундай талап ҡуйҙы: уҡыуың насар барһа, бейеүгә лә йөрөмәйһең. Ә был минең өсөн иң ҡаты яза ине.
— Белеүемсә, һеҙ дауалау эше факультетына инеп, аҙаҡ офтальмологияны һайлаған­һығыҙ. Ни өсөн тап күҙ табибы булыуҙы үҙ иттегеҙ?
— Башта хирург булам тигән уй ҙа бар ине. Сөнки шул тиклем анатомияны яратам. Анатомка, беҙ студенттар шулай атап йөрөтә инек, иң ауыр фәндәрҙең береһе һанала. Дәрестәрҙән һуң беҙ мотлаҡ анатомия корпусына барып, мәйеттәрҙе практикала өйрәнә торғайныҡ. Бер эш ул китаптағы һүрәттәрҙе ҡарарға, бөтөнләй икенсе әйбер — ысын кешене ҡарау. Киске унға тиклем, корпус ябылғансы, шуларҙы өйрәнә торғайным. Кеше төҙөлөшө менән ныҡ ҡыҙыҡһына инем. Әммә бара-тора, беҙҙең ҡараштар ҙа үҙгәрә, мин офтальмологияға киттем. Бында һөҙөмтә шунда уҡ беленгәне оҡшай. Яҡшы итеп эшләйһең һәм пациент шунда уҡ күрә. Тура мәғәнәлә күрә! Пациенттарҙың бәхеттән илап ебәргәндәрен дә күрергә тура килде. Кеше ғүмер буйы күрмәйем йә насар күрәм тип уйлай. Ә, ысынында иһә, уны бер кем дә һәйбәт, тейешле итеп ҡарамаған, тикшермәгән йә мөмкинлеге булмаған. Оптикала яңы эшләй башлағанымда бер бабай килеп инде. Беҙ бушлай күҙен тикшерҙек, күҙлек һайланыҡ. Эй, ҡыуанды! “Мин ғүмер буйы шулай йәшәнем. Баҡтиһәң, күрәм икән!” — тип илап ебәрҙе. Үҙемдең хатта күҙ йәштәре килеп сыҡты. Шул тиклем рәхәт икән кешегә ярҙам итә алыуың! Шул тиклем рәхәт икән ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүе!
— Уҡыуҙы тамамлағас та, дауаханаға эшкә урынлаштығыҙмы?
— Алтынсы курста кейәүгә сыҡтым, интернатура ваҡытында бәпес көтә инем. Миндә “отличник синдромы”, шуға ла срогым ҙур булыуға ҡарамаҫтан, йөрөнөм. Бәпес тыуғанға тиклем, беркетелгән табипҡа ярҙам итеп, ҡағыҙҙар тултырып ултырҙым. Интернатура ваҡытында дауаханала булдым.
— Оптикаға нисек барып эләктегеҙ?
— Аҙаҡ, улым тыуғас, декретта саҡта, курсташтарымдан медицина ни хәлдә икән тип белешеп торҙом. Бөтәһе лә ауыр, тиҙәр. Шулай ҙа ныҡ эшләгем килә ине. Улыма йәш ярымдай булғас, декреттан сыҡтым. Резюмемды төрлө ерҙә ҡалдырғас, иң беренсе оптиканан шылтыраттылар. Ҡыҙыҡ өсөн генә эшләп ҡарарға булдым. Оҡшаттым. Тәүҙә мин Александр Викторович Ивановтың оптика селтәрендә эшләнем. Тәүге етәксемдән күп нәмә өйрәндем. Бер айҙан миңә Ләйлә Хаммат ҡыҙы Мулдашева шылтыратты. Уға ла бик рәхмәтлемен. Оптиканы бөтөнләй икенсе яҡтан асты. Ул бик көслө остаз.
— Үҙҙегеҙҙең оптиканы асыуға нисек килдегеҙ?
— Эшкә урынлашҡас та, шунда уҡ үҙемдең оптикам буласаҡ тигән хыял тыуҙы. Унда үҙемдең атмосферамды булдырам, үҙем нисек күрәм, шулай буласаҡ тигән уйҙарҙы алты йыл үҙемдең эсемдә, бала көткән һымаҡ, алып йөрөнөм. Һәм бына, ниһайәт, үҙебеҙҙең оптика бар.
— Исеме бик ҡыҙыҡлы — “ARt Оптика”. Кем уйланы? Берәй нәмә аңлатамы?
— Тәүҙә мин “Альфа Оптика” тип атарға уйлағайным. Альфа беренсе тигәнде лә аңлата, минең исемемә лә оҡшаш. Тик ундай исемле оптика бар. Шул ваҡыттараҡ ирем, Рафаэль Фәнис улы, “аrt” – “сәнғәт” һүҙенә иғтибар итте. “Әлфинә, бөтә нәмә сәнғәт бит. Оптика ла шул иҫәптән: дөрөҫ итеп насар күреүҙе төҙәтеү сәнғәте, кешеләргә килешкән күҙлек тирәсе һайлау сәнғәте. Шул уҡ ваҡытта А – һинең исем, R – Рафаэль, һәм бәләкәй t — ижад (творчество). Был оптика — беҙҙең ижад”. Шулай ошо исемдә туҡтарға булдыҡ.
— Үҙ эшеңде асыу еңелдән түгел. Һеҙҙең юлда ауырлыҡтар булдымы?
— Ирем менән минән торған команда бик яҡшы эшләй. Ул документтар менән бәйле эштәрҙе оҫта алып бара, етәксе булараҡ, тәжрибәһе лә ҙур. Минең фекерләү башҡа төрлөрәк. Рафаэль, хыялымды белеп ҡалғас, бизнес план яҙ ҙа яҙ, ти. Ә минең башта хыялдар, идеялар, картиналар. Башымда бер ниндәй ҙә система юҡ. Нисек тотонорға ла белмәйем. Шул мәлдә Рафаэлдең студент сағынан дуҫы ярҙамға килде. Мәләүез егете Айнур һәм уның ҡатыны Эльмира ҠОТЛОБАЕВТАРҙың оптикалары бар. Улар инде был өлкәлә ике йыл, шуға ла уларға мөрәжәғәт иттек. Ярҙамсыл, тырыш кешеләр. Ап-асыҡ итеп оптика асыуҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы һөйләп бирҙеләр, ҡытыршылыҡтары менән таныштыр­ҙылар, кәңәштәрен йәлләмәнеләр. Шул тиклем илһамландырҙылар. Мин уларға тик уңыштар теләйем.
Аллаға шөкөр, ауырлыҡтар артыҡ булманы. Әгәр был һинең эш икән, һинең юл икән, барлыҡ ишектәр асыла, кәрәкле кешеләр осрап ҡына тора. Аллаһы Тәғәләнең “Амин” тигән мәленә тап килгәндер.
Туғандарым да һәр саҡ ярҙам итеп, хуплап тора. Атай-әсәйгә асыр мәл етеп килгәс кенә тиерлек әйттек. Уларҙың бер теләге генә булды: “Тотонғасһығыҙ, тик алға”. Яҡындарым да балаларымды ҡарашып торалар, башҡа эштәр менән дә ярҙам итәләр. Ҡустымдың ҡатыны, киленем, мәҫәлән, әлегә алты айлыҡ бәпесемде ҡараша. Оптикала һеңлем эшләшә. Ҡустыларым да ҡул ярҙамы кәрәкһә, шунда уҡ килеп етәләр. Аллаға шөкөр! Был йәһәттән һәр саҡ яныбыҙҙа булған яҡындарыбыҙға, тәү сиратта, атай-әсәйҙәребеҙгә, ҙур рәхмәтлемен!
— “ARt Оптика” ҡалғандарҙан нимәһә менән айырыла? Уның үҙенсәлеге ниҙә?
— Минең төп теләк — сервис яғынан көслө булыу. Кешелекле сервис булдырыу. Бында килеп ингән һәр кем ҡот тойһон ине. Ябай бер магазинға кергән һымаҡ түгел, ә бөтөнләй башҡа төрлө йылы атмосфера бында ҡаршы алып тора. Беҙ кешеләргә ихлас, асыҡ күңелле булырға тырышабыҙ. Күҙлек алһа ла, алмаһа ла, иң мөһиме, ул бында үҙенә етмәгән хис-тойғо алып сыҡһын ине. Яратыу, ихтирам, иғтибар, йылы һүҙ. Бында ингән һәр кеше яҡшыраҡ кәйеф менән, йылмайыу менән сыҡһа ине. Әйткәндәре лә бар: “Ҡыҙҙар, һеҙҙең менән хатта һөйләшеп кенә тороуы ла рәхәт”, — тип. Ундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, дөрөҫ юлдан китеп барыуыбыҙҙы аңлайбыҙ.
Быларҙан тыш, беҙ балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә тикшерәбеҙ, күҙлектәрҙең бөтә төрҙәрен дә әҙерләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, һәр кемгә лә ярҙамға килергә әҙербеҙ!
— Оптика хужаһы менән аралашырға булғас, ҡарап китеп барам: һәр бер урамда тиерлек оптика бар, конкуренциянан ҡурҡмайһығыҙмы?
— Мин конкуренцияны бөтөнләй тоймайым. Киреһенсә, туғандарым һымаҡ ҡабул итәм. Кешеләрҙең, тимәк, һайлау мөмкинлеге була. Ул, бер нисәүгә керһә лә, күңеленә ятышлыһында һатып аласаҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер изге эш эшләйбеҙ. Быны мин Айнур, Эльмира менән һөйләшкәндә аңланым. Бына шулай асыҡ күңелле булырға ынтылам. Әгәр был өлкәгә килергә теләгән кешеләр ярҙам һорай икән, тәжрибәң менән бүлешергә кәрәк.
— Һеҙгә ҡарап ултырһаң, бик тыныс, ипле күренәһегеҙ. Бер нисек тә һеҙҙе хеҙмәткәрҙәрегеҙгә шелтә бирә, йә ҡаты итеп эш ҡушыуын күҙ алдына килтерә алмайым. Етәксе булараҡ һеҙ ниндәй ул?
— Миңә, ысынлап та, хеҙмәткәрҙәремә ҡаты, ҡәтғи итеп ниҙер әйтеүе ҡыйын. Шуғамы икән, мин командамда аңлы, үҫешкән шәхестәр булыуын теләйем. Ундай кешеләр менән ихтирамлы тонда һөйләшеп, уртаҡ фекергә килергә була. Аралашҡанда бойороҡтар биреү, үтә талапсанлыҡ булмаһын ине. Минең үҙемдең ике етәксем булды. Уларҙың да тәжрибәһен үҙемә алдым. Икеһе ике төрлө. Береһе — уҫал һәм талапсан, икенсеһе — йомшағыраҡ. Был ҡапма-ҡаршы етәкләү юлының икеһе лә эшләй. Эйе, беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө, кемдер, бәлки, ныҡ итеп әйтмәйенсә аңлап етмәйҙер. Әле был нескәлектәргә өйрәнәм. Шуға Рафаэль менән эште бүлешеп алдыҡ. Мин, мәҫәлән, яңы эшкә килгән кешеләрҙе уҡыта, оптикала атмосфера тыуҙара алам, матур тирәстәр һайлауҙа көслөмөн. Рәсми һөйләшеүҙәр, бурыстарҙы бүлешеүҙәр, талапсанлыҡ Рафаэлдең яҡшыраҡ килеп сыға. Әлбиттә, миндә лә уҫаллыҡ бар. Ҡайһы саҡ ҡапыл ҡыҙып китеп, ҡаты итеп әйтеп ташлауым ихтимал. Әммә мин тиҙ һыуынам һәм хатамды аңлап, кеше менән тыныс итеп һөйләшәм.
— Тормош иптәшегеҙҙе телгә алып киттегеҙ. Рафаэль Фәнис улы менән нисек таныштығыҙ?
— Беҙ студент саҡта таныштыҡ. Яҡташтарҙың бер сараһында Рафаэль миңә иғтибар иттем, ти. Ә инде ныҡлап һеңлемдең тыуған көнөндә аралаша башланыҡ. Ул тыуған көнгә, уҡыу менән баш ҡатып йөрөгән мәлдә, барғым да килмәй ине, шулай ҙа ризалаштым. Аҙаҡ Рафаэлде лә көсләп алып килгәндәре асыҡланды. Дуҫтар әле лә көлә, шунда көсләмәһәк, танышмаҫ инегеҙ ҙә тип. Бик матур дуҫлаштыҡ. Ике йылдан, мин алтынсы курста уҡып йөрөгәндә, тәҡдим яһаны. Миңә диплом алырға кәрәк, шулай ҙа яратҡас, риза булыуҙан башҡа юл юҡ. Атай менән әсәй, диплом ал тәүҙә, шунан сығырһың, тип әйтеп ҡаранылар, тыңлау ҡайҙа? Инде туғыҙ йыл өйләнешкәнебеҙгә.
— Ә нисек ул тап һеҙҙең кеше икәнен, уның менән ғүмерегеҙҙе үткәрергә әҙерлегегеҙҙе аңланығыҙ? Булдымы ундай мәл?
— Рафаэль атаһының машинаһын алып, үҙенең тыуған яҡтарын, Ишембай районын күрһәтергә булды. Экскурсиянан һуң ул мине ятаҡта ҡалдырҙы ла, машина кәрәккәс, кире юлға сыҡты. Юлда аварияға осраны. Үҙе менән бер нәмә лә булманы, Аллаға шөкөр, ә бына машинаны кире тергеҙеп булманы. Ошо хәбәрҙе алғас, уйҙарым ҡапыл үҙгәрҙе. Йөрөй генә башлағанда мин үҙемде эрерәк тота инем, йәнәһе, әллә һинең менән булам, әллә юҡ, тигән һымағыраҡ. Ә шунан, ул кешене юғалта яҙғас, унһыҙ ғүмеремде күҙ алдына килтерә алмағанымды аңланым. Кеше яныңда саҡта уның ҡәҙерен белеп тә, яратыуыңдың көсөн дә аңлап етмәйһең икән. Эргәңдә һәм эргәңдә. Ә юғалтыуы ҡурҡыныс һәм ауыр икән. Аллаһы Тәғәләгә ул һау-сәләмәт ҡалыуына, беҙ бергә булғанға, барыһы яҡшы булғанға шул тиклем рәхмәтлемен.
— Һеҙ өс бала тәрбиәләйһегеҙ. Уларға нисә йәш? Нимә менән ҡыҙыҡһыналар?
— Ғайсар улыма ете йәш, ул беренсе класта уҡый. Самбоға йөрөй. Көрәшсе икәне күренеп тора: көслө, мыҡты кәүҙәле. Хатта яңы атлай башлағанында килештереп, “бүрәнә” күтәрә лә йөрөй ине. Мин аптырайым: башҡа балалар ҡом менән уйнай, ә был ситкә бара ла, берәй “бүрәнә” алып, шуны һөйрәй. Тотоп ҡарайым, еңел генә түгел улары. Ғайсар хәҙер ҙә шулай, ауыр нәмәләрҙе рәхәт кенә итеп күтәреп ала.
Самира ҡыҙыма өс йәш. Ул әүҙем, теремек, спортсы булырҙай ҡыҙ. Шул уҡ ваҡытта күлдәктәр, биҙәүестәр ярата, бигерәк иркә. Балалар баҡсаһында ла, тәрбиәселәр әйтеүенсә, Самира лидер сифаттарын күрһәтә, аралашыусан, дуҫтары ла күп.
Сәлимә ҡыҙым әле сабый ғына, уға ете ай. Ул әлегә өйҙә.
— Әсә булыу һеҙҙең ҡараштарҙы үҙгәрттеме?
— Малайҙар араһында үҫеп, холҡомда, ҡылыҡтарымда барыбер малайҙарса нәмәләр булған икән. Ә инде әсәй булғас, миндә хислелек, ниндәйҙер тыныслыҡ, һиҙгерлек күберәк була башланы. Атай-әсәйемде нығыраҡ аңлайым хәҙер. Айырыуса әсәйем менән мөнәсәбәттәр тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Уның хистәрен, беҙҙең менән нимәләр үтеүен, төн йоҡоларынан яҙыуын хәҙер үҙем дә йәшәп, кисереп беләм.
Әсәләкте мин хатта үҙеңә ҡарата яратыу итеп тә ҡабул итәм. Сөнки, тәү сиратта, тәнеңде ҡабул итергә өйрәнәһең. Сөнки ауырлы саҡта тән ныҡ үҙгәрә, эс барлыҡҡа килә. Ә быға тиклем һин нимәңдәндер оялаһың, ә хәҙер һиңә шул эсеңде лә яратырға өйрәнергә тура килә. Үҙеңә ҡараш башҡа төрлө була башлай. Әсә булыу күңелде лә, йөрәкте лә, мейене лә үҙгәртә. Шунда уҡ аң менән өлкәнәйәһең. Хәҙер һин яуаплылыҡ алмаған, үҙен генә яҡлай алған ҡыҙ түгел. Хәҙер һиңә үҙең өсөн дә, ғүмерең өсөн дә, балаларың өсөн дә яуаплылыҡ алырға кәрәк.
— Ә әсәлекте лә, бизнесты ла нисек бергә алып бараһығыҙ?
— Әсәлек миңә көс кенә бирә. Уҡыуыма бейеүҙәр ҡамасауламаған кеүек үк, бизнес та әсәлеккә, йәки киреһенсә, бер нисек та ҡамасауламай. Бер нисә эште алып барыу мине ҡыуандыра һәм дәртләндерә генә. Етмәһә, ул эштәрҙе мин яратам.
— Балаларығыҙға ниндәй тәрбиә бирергә тырышаһығыҙ? Ниндәйҙер ҡағиҙәләр бармы был яҡтан?
— Беҙҙең ғаиләлә ҡанундар бар. Иң мөһиме, медициналағы кеүек үк — зыян килтермә. Минең өсөн балалар, Аллаһы Тәғәлә бүләге. Улар был донъяға үҙ һәләттәре, үҙ юлы менән килә. Ҡыҫылмаҫҡа кәрәк. Мин балаһы алдынан йүгереп таштарҙы йыйып йөрөгән әсәләрҙән түгел. Минеңсә, бала был тәжрибәне үтергә тейеш: юлда ятҡан ташҡа эләгеп ҡолай икән, тимәк, икенсе ваҡыт урап үтәсәк. Улыма ла, ҡыҙҙарыма хатта шул ваҡ-төйәк көндәлек мәлдәрҙе, ғүмерҙәрен үҙҙәренә йәшәргә ирек бирәм. Үҙемдең хыялдарымды уларға йөкмәтмәйем. Әлбиттә, уларға йүнәлеш бирәсәкмен. Әммә ул юл уныҡы түгел икән, көсләшеп тормаясаҡмын. Ғайсар менән шундай хәл булды. Рафаэль уны футболға биререгә ныҡ теләне. Мин ҡаршы килмәнем, әммә әсә йөрәге һиҙҙеме икән, футбол уныҡы түгел икәнен тоя инем. Йөрөттөк, тик Ғайсарҙың барғыһы килмәй ятҡан саҡтары булды. Шунан беҙ уны дзюдоға алып барҙыҡ. Унда Ғайсар шунда уҡ асылып китте. Күнекмәгә беҙҙән алда йүгерә. Уныҡы икән, тота ла эшләй. Ә эшләгәндә күҙҙәре яна. Алла бирһә, һәр балам үҙ юлын үҙе табыр тип ышанам. Ә беҙ бары йүнәлеш биреп тороусы буласаҡбыҙ. Әлбиттә, ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа алып ҡалабыҙ, ә ҡурҡыныс булмаһа, әйҙә үҙе ул тәжрибәне башынан үткәрһен. Хаталанһа, яңылышһа, эләгеп йығылһа, үҙе тороп китер, һабаҡ алыр. Ә беҙ һәр саҡ янында булырбыҙ.
— Хәҙер йәштәр, өстө түгел, бер бала ла табырға ҡурҡа. “Әлегә эшебеҙ насар, фатир юҡ, аҡса етмәй, көрсөк, ипотека түләйбеҙ...” тип борсолалар...
— Мин һәр саҡ ҙур ғаилә тураһында хыяллана инем. Үҙем күп балалы ғаиләнән булараҡ, бер туғандарың булғанда күңелеңдә, эсеңдә ниндәйҙер терәк-таяныс барлыҡҡа килгәнен яҡшы аңлайым. Һинең үҙеңдең дә көсөң бар, ә туғандарың был көстө тағы ла арттыра. Минең ҡустыларым, мәҫәлән, берәй эш башлап ебәрһәм, һәр кеме үҙенсә ярҙам итә. Элек-электән кешеләр бушҡа ғына бер төркөм булып йәшәмәгәндәр. Улай улар көслөрәк булған.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Һәр бала — ул Аллаһы Тәғәлә бүләге. Әгәр күңел түрендә әсә булыу теләге бар икән, уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Был йәһәттән иремә ҙур рәхмәтлемен. Ул минең кеүек үк балалар ярата. Осрашҡанда уҡ уға гел әйтә инем, өс балам булһа ине, тип. Әгәр Аллаһы Тәғәлә күберәк бирә икән, ҡыуанырға ғына ҡала.
— Һеҙҙең тормош девизы бармы?
— Бар. “Тот та эшлә!” (“Просто делай!”) тигән лозунг беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Ауырлыҡтар килеп сыҡһа ла, башыбыҙҙы эймәйбеҙ, ҡасмайбыҙ, ә тотабыҙ ҙа эшләйбеҙ.
Тағы ла миңә “Өскә булһа ла эшлә” тигән аффирмация ярҙам итә. Минең алдан әйткәнемсә, “отличник синдромы” бар. Әгәр берәй эште “бишле”гә булдыра алмаһам, бөтөнләй тотонмай торғайным. Әммә бер психолог кәңәш бирҙе: үҙ-үҙең менән “өслө”гә булһа ла эшләйек тип һөйләшергә кәрәк. “Өслө”гә генә эшләүе рәхәт бит! Тотам да эшләйем. Һөҙөмтәлә, барыбер уйлағанымса, яҡшы килеп сыға.
— Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар бар?
— Элек мин бер генә оптика асырбыҙ ҙа, шунда яйлап, үҙемсә ҡайнап эшләрмен тип уйлай инем. Хәҙер бына кешеләр менән эшләй башлағас, уларҙан ыңғай бәйленеш алғас, беҙҙең “ARt Оптика” күберәк һәм төрлө ерҙә булыуын теләйем.
Шулай уҡ ҙур хыялым — өйөм булһын. Өләсәйҙә беҙ нисек йыйылабыҙ, балаларым менән шулай уҡ йыйылырға ине. Сәйәхәт итеү тигән дә теләк бар. Сөнки һәр бер сәйәхәт даирәне киңәйтә, аңды яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
Әлбиттә, иң изге уй-теләктәрем балаларым менән бәйле. Алла бирһә, уларға яҡшы белем биреп, үҙ юлдарын, үҙ урындарын табырға ярҙам итербеҙ.
– Шулай булһын! Әлфинә Әсләм ҡыҙы, матур әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
“ARt Оптика” адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 60.
Бәйләнеш өсөн: +7 960 392 01 33.

Айгөл СӘЛӘХОВА әңгәмәләште.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: