Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
1 Декабрь 2022, 09:38

Мәләүездең шәп егете ул

Ситек­ табандарынан ­ос­­­­­­­­ҡон­­­дар сәсрәтеп бейегән был егеттең талантына тәү тап­ҡыр Мөхә­­мәт­ша ­Бу­­­ран­­ғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһындағы әҙә­­би сарала һоҡландым.

Мәләүездең  шәп егете ул
Мәләүездең шәп егете ул

Ситек­ табандарынан ­ос­­­­­­­­ҡон­­­дар сәсрәтеп бейегән был егеттең талантына тәү тап­ҡыр Мөхә­­мәт­ша ­Бу­­­ран­­ғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһындағы әҙә­­би сарала һоҡландым. ­“Ҡай­­­­­­һылай оҫта баҫа!” – тие­үе­мә, ки­тап­х­анасы Рә­зилә Ҡот­ло­гилдина:
– Мәләүездең иң шәп егет­тә­ренең береһе Сыңғыҙ Әми­ров була ул. Районда, ҡа­ла­ла уны бел­мәгән кеше юҡтыр. Барлыҡ са­ра­ларҙа ихлас ҡат­наша. Күп­тән түгел Сыктывкар ҡала­һының С. Маршак исемен­дә­ге милли ба­­лалар китапханаһы үт­кәргән Бөтә донъя шиғриәт кө­нөнә ба­рып ҡайтты, – тип таныш­тырҙы уның менән. Ул саҡта Сыңғыҙ 8-се класта уҡый ине.

“Мин башҡорттарҙы
күрһәтергә тейеш”

Әмировтар Мәләүез районының Тамъян ауылында йәшәй. Татыу ғаиләлә Сыңғыҙ, Искәндәр исемле уландар, Жәннәт исемле ҡыҙ үҫә. Сыңғыҙ ҡаланың 1-се гимназияһында –11-се, ә Жәннәт 8-се класта уҡый.
Йыш ҡына әсәйҙәренән: “Башҡорт гәзитендә эшләп, ни эшләп балаларыңды К. Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияға бирмәйһең?” – тип һорайҙар. “Рус мөхитендә лә башҡорттарҙың кем икәнен, ниндәй булыуын күрһәтерҙәй кешеләр булырға тейеш”, – тип яуап бирә был һорауға әсә кеше.
Ысынлап та, русса уҡыһалар ҙа, башҡортса ла, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен дә, тарихын да яҡшы белә Әмировтарҙың балалары. Күрәһең, әсә телен үҙләштереү өсөн башҡорт мәктәбендә уҡыу ғына мөһим түгелдер. Юғиһә сабыйының үҙ телен белмәүен балалар баҡсаһына, белем усағына һылтап ҡуйғандар аҙмы ни арабыҙҙа?!
Сыңғыҙҙың башҡорт теле буйынса уҙғарылған шиғыр конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, беренсе урын алған саҡтары бар. Мәктәп сәхнәһендә башҡорт бейеүен ҡуйыуы ла – ҡыуаныслы хәл. Уҡытыусыларҙан, класс етәксеһенән, улығыҙ – бик әҙәпле, тыйнаҡ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, әүҙем егет, тигән маҡтау һүҙҙәрен ишетеүе – әсә кешегә оло бәхеттер.
Сыңғыҙҙың үҙ иткән шөғөлдәре бихисап. Тарихты ярата, спорт менән дуҫ. Киләсәктә архив документтарын табып, нәҫел-нәсәбен өйрәнергә лә теләй. Оҫта итеп һүрәттәр төшөрә.
Бәләкәйҙән зирәк аҡыллы, йомшаҡ күңелле, кешелекле, әҙәпле, ярҙамсыл, тәрән фекер йөрөтөүсе, юморға бай үҫмер менән төрлө темаға һөйләшергә мөмкин. Кешенең фиғелен, эске донъяһын бер күргәндә белә. Тормоштағы хәлдәрҙе нисек бар, шулай ҡабул итә. Дуҫтары күп. Ярҙамға мохтаждарҙы иғтибарһыҙ ҡал­дыр­май. Нескә күңелле, ижади, донъяға фәлсәфәүи ҡарашлы шәхес ул. Операны, балетты ярата.

Атанан күргән уҡ юнған...

Халыҡ мәҡәлдәренең ни тиклем хаҡ әйтелгәнен Әмировтар миҫалында тағы бер ҡат инанаһың. Ғаилә башлығы Зөлфәт Сәйфулла улы үҙ эше менән мәшғүл. Йәш сағынан ағасты һыр­лап, төрлө әйберҙәр, биҙәктәр эш­ләргә ярата. Буш ваҡыттарында ағастан ишек, ултырғыс кеүек төрлө әйберҙәр яһай. Ул электрик та, иретеп йәбештереүсе лә, сәс ҡырҡыусы ла, төҙөүсе лә, балта оҫтаһы ла... Әлиә Рамазан ҡыҙы 2002 йылдан "Көнгәк" гәзитендә эшләй. Бына бер йыл тирәһе баш мөхәррир вазифаһын башҡара. Ошондай мөхиттә үҫкән үҫмерҙең башҡаса булыуы мөмкин түгел.
– Кеше күп һөнәргә эйә булырға тейеш, – ти шәп егет. – Быныһы ҡатын-ҡыҙ эше, тегеһе ир-егеттәрҙеке, тип айырып ҡарағандарҙы аңла­майым. Тормошта барыһын да белергә кәрәк.
– Нимәгә тотонмаһын, ҡойоп ҡуйғандай эшләп ҡуя, – тип һүҙгә ҡушыла әсәһе Әлиә ханым. – Быйыл үҙенең бүлмәһендә үҙе ремонт яһаны. Хужалыҡта оло ярҙамсы. Һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Мал ҡараша, һөт айыртырға ла аптырамай, баҡса эшендә булыша, быйыл ҡайнатма әҙерләне, компот яптыҡ икәүләп. Аш-һыуға ла оҫта. Йәһәт кенә бәлеш, ҡоймаҡ ҡойоп, салаттар эшләп, беҙҙе һыйлай. Бығаса күрмәгән, белмәгән ризыҡ әҙерләп тә шаҡ ҡатыра.
Өлгөр егет аниматор булып эшләргә лә ваҡыт таба. Алсаҡ, ихлас булғанға ла кескәйҙәр үҙ итә уны. Өҫтөнә һикерергә көтөп кенә торалар. Уйната ла, йыуата ла, көлдөрә лә белә. Балалар байрамдары ла унһыҙ үтмәй, йыш заказ бирәләр. Юбилей, туйҙарға барып та бейей.
– Киләсәктә кем булырға теләйһең? – тип Сыңғыҙҙың уй-хыялдары менән ҡыҙыҡһынам.
– Эшҡыуар! – Был һүҙҙе ышаныслы итеп әйтте егет.
Әле үк үҙен тапҡан, аҡса эшләгән үҫмерҙең уңышлы эшҡыуар буласағына шик юҡ.

Сәхнә – уның донъяһы

Ижад кешеләренә теге йәки был һәләт кемдән бирелеүе менән ҡыҙыҡһыныу ғәҙәтебеҙгә ингән. Ҡасандыр артист булырға хыялланған Әлиә Рамазан ҡыҙы – башкөллө сәнғәткә ғашиҡ кеше. Тап шуға ла улы Сыңғыҙҙың 4-се кластан ҡала мәҙәниәт һарайындағы "Йәйғор" өлгөлө бейеүҙәр ансамблендә шөғөлләнә башлауы ғәжәп түгел.
Ниндәй генә талантлы булһаң да, тырышмайынса уңышҡа өлгәшеп булмауын аңлаған егет бер күнекмәне лә ҡалдырмай. Бөгөн уның төрлө конкурстарҙағы уңыштары – ошо хеҙмәттең емеше. Коллектив менән башҡорт, татар, рус, украин, сыуаш, кавказ, коряк халыҡ бейеүҙәрен башҡаралар. Вальс, спорт, театрлаштырылған бейеүҙәре менән дә тамашасылар күңелен әсир итә. Был йылдарҙа башҡорт бейеүҙәре менән кемдәрҙе генә һоҡландырмай улар. Баку ҡалаһында үткән “Кавказ уттары” II Халыҡ-ара, Кипрҙа "Children festival" Халыҡ-ара балалар фольклор ансамблдәре фестивалендә лә улар донъяның төрлө мөйөштәренән килгән халыҡты үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре, сағыу кейемдәре менән әсир итә. Төрлө конкурста алған еңеүҙәре, уңыштары хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә булыр ине.
Сәхнә – уның донъяһы. Бейегән саҡта ҡарашы, ым-ишара аша ла тамашасылар менән аралаша.
– Улымдың һәр сығышы – тамашасы өсөн генә түгел, үҙе өсөн дә байрам, ҡабатланмаҫ мәл, тормош асылы, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша әсәһе Әлиә ханым. – Белгән, белмәгән тамашасыларҙан "бигерәк оҫта бейей, башҡаларҙан ныҡ айырыла, ул бөтөнләй икенсе. Шул егеткә генә ҡарап ултырабыҙ” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Үҙен юлда, урамда туҡтатып маҡтап китәләр.
Төрлө конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә жюри ағзалары, профессиональ бейеүселәр Сыңғыҙҙың сығышын юғары баһалай. “Сәхнә өсөн генә яратылған егет. Бейегәндә унан ниндәйҙер көс-дәрт урғыла, нур бөркөлә. Үҙең дә ултырған ереңдән бейергә төшөп китерҙәй булып ҡанатланаһың”, – ти улар.


“Улым булһа, Сыңғыҙ тип
исем ҡушасаҡмын”

Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ ул-ҡыҙҙарына баш­ҡортҡа ғына хас матур исемдәр ҡуша. Сыңғыҙға исем һайлау тарихын былай тип һөйләне Әлиә Рамазан ҡыҙы:
– 5-cе класта уҡып йөрөгән ваҡыт. Тарих дәресе. Ни эшләптер шул мәл киләсәктә иң беренсе балам – улым тыуасаҡ, уға Сыңғыҙ тип исем ҡушасаҡмын, тигән уй йүгереп үтте баштан. Тормошҡа сыҡҡас, бәпәй көтәбеҙ. Күңелем менән малай икәнен һиҙәм. Иптәшем менән исем хаҡында һүҙ башланыҡ. Ул малайға исемде үҙе һайлаясағын әйтте. Бала тыуғас, тыуыу тураһында таныҡлыҡ тотоп килде. Тәҙрә аша һөйләшәбеҙ. “Сыңғыҙ тип исем бирҙем”, – ти. Мин аптырап киттем. “Нисек улай ҡушырға булдың?”– тим. “Мин 5-се класта тарих дәресендә улыма Сыңғыҙ тип ҡушырмын тип уйлап ултырҙым”, – ти. Бына шулай хикмәт менән тыуған, ниндәйҙер Юғары көс тарафынан Ергә килгән бала ул.
Сыңғыҙ ил яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара. Интернетта сурытылған кеше фекерен ҡабатламай, үҙе анализ үткәрә. Элек беҙгә тиклемге дәүерҙә булған ошондай уҡ хәл-ваҡиға менән сағыштыра. Уның бөтә нәмәгә үҙ ҡарашы бар. Әйтәйек, әҙәбиәттән уҡыған әҫәр буйынса анализ үткәргәндә күптән ҡалыплашҡан фекерҙе ҡабатламай. Персонаждың, ситуацияның икенсе яғын аса, күрә, дәлилләй. Һәм, ысынлап та, уйға ҡалаһың. Ә тормошта бер кемде лә хөкөм итмәй. Тимәк, ул кеше шул осорҙа фәҡәт шулай эшләргә тейеш булған.

***
...Cәхнәлә үксәләренән ут сәсрәтеп бер егет бейей. Кәүҙәһенән, үткер ҡарашынан, аяҡтарын ныҡ итеп баҫыуынан башҡорт халҡының холоҡ-фиғелен асыҡ күрәбеҙ. Халҡыбыҙҙың яугир, сая, ҡыйыу, оҫта һыбайлы, сос һунарсы булыуын да асыҡ тоябыҙ. Халыҡ йәшәһен, уның мәҙәниәте быуаттар араһында онотолоп ҡалмаһын өсөн, ул тыуҙырған бейеүҙәрҙең юғалмауы шарт. Бейеүҙә халыҡтың йәшәү рәүеше, рухи ҡиммәттәре, холоҡ-фиғеле – барыһы ла сағылыш таба. Мәләүездең шәп егете Сыңғыҙ Әмиров кеүек таһыллы егеттәр барында башҡорт халҡы, уның сәнғәте лә, бейеүе лә йәшәй әле.

 

"Йәйғор" өлгөлө бейеүҙәр ансамбле составындағы ҡаҙаныштары:
“Байыҡ” республика телевизион конкурсы, Гран-при, 2015 йыл;
“Байыҡ” республика телевизион конкурсы, I дәрәжә лауреаты, 2016 йыл;
“Балалыҡ иле” балалар үҙешмәкәр ижады, лауреат, Гран-при, 2017, 2019 йылдар;
“Казачий спас" III Халыҡ-ара казак мәҙәниәте фестивале, I дәрәжә лауреаты,
“Яңғырауыҡлы үксә” балалар халыҡ бейеүҙәре коллективтарының VII асыҡ республика фестиваль-конкурсы, II дәрәжә лауреаты.

 

Венер ИСХАҠОВ,
Мәләүез районы.

 

 

Автор:
Читайте нас: