Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
8 Декабрь 2022, 11:07

Тормош йәмле, янда матур күңелле кешеләр булғанда...

Бында атайымдың тәрбиәһе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бигерәк талапсан, ғәҙел кеше ине ул. Малайҙар менән һуғышып, күҙем күгәреп ҡайтҡанда ла, ул:

Тормош йәмле,  янда  матур  күңелле   кешеләр булғанда...
Тормош йәмле, янда матур күңелле кешеләр булғанда...

“Атай, мин хәрби булам!”

Илнур Флүр улы 1983 йылдың йәмле май айында донъяға килә, үҙе Учалы районының Комсомол ҡасабаһында тыуһа ла, уның янындағы Абҙаҡты тыуған ауылы тип иҫәпләй, сөнки атаһы ла, әсәһе лә ошо яҡтыҡы. Бала сағынан шаян, шуҡ, телсәр малай була ул. Башланғыс кластарҙан уҡ хәрби булырға ҡарар итә, хәйер, күп ҡыйыу егеттәрҙең хыялы бит ул. “Таш яуып торһа ла тигәндәй, көн дә йүгерергә сығыуыма әле булһа аптырайым. Спорт менән етди шөғөлләнә торғайным, тренерым булһа, бәлки, берәй спортсы ла булып китер инем. Маҡсатым – үҙемде сыныҡтырып, Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инеү ине. Бында атайымдың тәрбиәһе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бигерәк талапсан, ғәҙел кеше ине ул. Малайҙар менән һуғышып, күҙем күгәреп ҡайтҡанда ла, ул: “Ғәйеплеһең икән, үҙ проблемаңды үҙең хәл ит”, – ти торғайны. Ә мин бигерәк тиҙ ҡыҙыусан инем, малайҙар менән сәкәләшкән саҡтар күп булды. Сыбыҡ та эләкте, буласаҡ егет сынығып үҫһен, тигәндер инде. Советтар союзы кешеһе булараҡ, һәр ваҡыт өйҙө тәртиптә тота ине. Бөгөн малайҙарға шундай ҡаты тәрбиә етеңкерәмәй. Үҙемдең улымды ла ошо юҫыҡта үҫтерергә теләйем, әммә әлегә сәскә кеүек ҡыҙым ғына бар. Улар бигерәк наҙлы була шул, минең бер ҡарашымдан иреп төшөргә әҙер”.

Яңылышыуҙар сәм уята

Малайының шуҡлығы арҡаһында ата-әсәһен мәктәпкә йыш саҡырталар. Буласаҡ егет шуҡ булмай тиме ни? Илнур ағайҙың бала саҡ тарихын тыңлағанда бер хикмәт иҫемә төштө.
Бер уҡытыусы әсәй кешегә ҡулхат алып килеп ҡалдыра, унда малайының насар белем алыуы һәм ошо сәбәпле мәктәптә башҡа уҡый алмаясағы тураһында яҙылған була. Әсәһе малайына хәбәрҙе былайыраҡ еткерә: “Улым, һин бар фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшәһең икән, мәктәпкә башҡаса йөрөмәһәң дә була”, – ти. Шул малай киләсәктә билдәле ғалим булып киткән.
Эйе, яныңда ҡанат ҡуйыусы яҡындарың булыуы – оло бәхет. Илнур ағайҙың да ата-әсәһе, өләсәһе тап шундай, уларға рәхмәте сикһеҙ. “Бала саҡта төрлө тәжрибәләр үткәрергә ярата торғайным, йәғни үҙемә һынауҙар эҙләп табам. “Ә ни эшләп был минең ҡулдан килмәҫкә тейеш әле?” – тип үҙемдең шик-шөбһәләремде, ҡурҡыуҙа­рым­ды еңә инем. Шуға мәктәптә лә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыным”.
Яңылышыуҙар... Һәр кемдең тормошонда булған хаталар кешене яңы уңыштарға илтә, яңы үрҙәргә этәрә. Илнур ағайҙы ла улар эҙәрләп, ғүмерлек маҡсатын иҫенә төшөрөп кенә тора. “Берәй эш ҡушһалар, йә берәйһе ярҙам һораһа, мин уға тулыһынса биреләм, шул кеше өсөн янып-көйәм, хатта төн йоҡомдан яҙам. Һуңғараҡ бындай ярҙамды хатта ғаиләмә күрһәтмәүемде аңлай башланым. Әммә ни хәл итәһең, булмышым шундайҙыр, күрәһең...”
Бөгөнгө көндә Илнур Флүр улының уҡыусыһы булараҡ, уны үҙем өсөн төрлө яҡлап асҡанмын. Шуға күрә, Илнур ағайҙың кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл, саф күңелле, ифрат тырыш булыуын күптән беләм. Уның менән сәхнәгә ҡуйырға яңы пьеса һайлауыбыҙ була, ул бер төн эсендә уҡып сығып, иртәгәһенә спектаклде ҡороп та ҡуя торғайны, әле лә шулай. Илнур Флүр улы инде тиҫтә йылға яҡын етәкләгән М. Аҡмулла исемендәге “Ҡорос” халыҡ театры 2016 йылда Ҡаҙағстанда халыҡ-ара театр фести­валендә, былтыр Бал­таста Фәрдүнә Ҡасимова призына уҙған “Тамаша” халыҡ театрҙары фестивалендә Гран-при яуланы. Быйыл Ижевск ҡалаһында “Театр һәм балалар” фестивалендә I урынға лайыҡ булды, ҡатнашыусы әртистәре барлыҡ номинацияларҙа ла еңеп сыҡты.

“Тиле йәшлек” танытҡайны,
“Ҡорос” сыныҡтырҙы

Театр – ул сихри донъя, үҙенә генә хас ҡанундары, ҡағиҙәләре бар. Үҙ һөнәренә мөкиббән ғашиҡ булғандар ғына эшләй алалыр унда. Илнур Флүр улы был серле донъяға көтмәгәндә килеп инә. Эске эштәр министрлығы мәктәбенә барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ғүмеренең иң ҙур хыялын тормошҡа ашыра. Тик һуңғы мәлдә кире уйлай – актер булырға ҡарар итә. Бала саҡтан килгән булмышы үҙенекен иткәндер, күрәһең. Ҡыйыу егет “һә” тигәнсе Өфө сәнғәт академияһына уҡырға инә. Студент йылдары шаулап-гөрләп үтеп китә. Ә бына диплом яҡлау өсөн әҙерләгән Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклен күптәр әле лә онотмай. Илнур ағай унда төп ролде – Зөлҡәрнәйҙе уйнай һәм ҙур танылыу яулап, республикабыҙҙың төп театрҙарының береһе – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Унда ла “Тиле йәшлек” спектаклен уйнау бәхете тейә. Бер миҙгел эшләгәндән һуң Илнур ағай М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына күсә. Сәхнәлә Ҡотлоәхмәт (М. Кәрим, “Ҡыҙ урлау”), Шүркә (Т. Миңнуллин, “Йәнкиҫәккәйем минең”), Ханнан (М. Буран­­ғолов, “Баш­ҡорт туйы”), Джафар (М. Казакова, “Алла­дин”), “Акоп” (А. Ца­гаре­ли “Ханума”) ролдәрен башҡарыусы егет ысын актер булып етешә. Бөгөн театр уның булмышына әйләнгән, йәшәйешенең нигеҙе булып тора. “Әгәр мин тамашасыны уйландырырға, ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкинлек бирәм икән, тимәк, мин театрҙа бушҡа ыштан туҙҙырып йөрөмәйем. Әлбиттә, иң тәүҙә театр тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булырға, кешене таҙартырға, дөрөҫ юлға йүнәлтергә тейеш. Образ тыуҙырыу минең өсөн ҡырҡылған ҡағыҙҙы энә һәм еп менән кире йыйып алыу, мин яңы ролгә мең эҙләнеүҙәр, үҙ-үҙемдә ҡаҙыныуҙар аша киләм. Һүҙ ятлап ҡына сәхнәгә сығыу тамашасыны алдау, актерлыҡ булмышыңа хыянат итеүгә тиң бит. Хәйер, үҙ-үҙемдә соҡоноп, сәхнәгә уйланып сыҡ­һам, образ һыҙығынан атлай алмаған саҡтарым була, алтын урталыҡты ла тота белергә кәрәк”.
Илнур Флүр улы үҙен режиссер булараҡ та һынап ҡарай. Бөгөн ул республикала билдәле өс үҙешмәкәр театр (БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ театры, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының “Ялҡын” өлгөлө ансамбле, Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатының үҙешмәкәр театр түңәрәге) етәксеһе. Был коллективтарҙың уңыштарын, уҡыусыларының һәм ата-әсәләренең рәхмәт һүҙҙәрен һанай башлаһаң, бер табаҡ бит кенә етмәҫ.

Беҙҙең заманға яңыса һулыш кәрәк

Илнур Флүр улы әйтеүенсә, бөгөн уның тормошо яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Үҙе етәкләгән театр түңәрәктәрен үҫтерергә, студенттар өсөн халҡыбыҙҙың фольклор-поэтик мираҫын һаҡлау, уларҙы пропагандалау маҡсатында сәхнә өлгөһө ижад итергә йыйына. Актерлыҡ карьераһына яңы һулыш өрөрҙәй ҙур роль сығарырға ниәтләй. Үҙенең ҙур ижад кисәһен, театраль-поэтик тамаша ла эшләмәксе.
“Бойомға ашыраһы хыялдарым күп әле, әммә бөгөнгө тормошом менән дә ҡәнәғәтмен, Аллаға шөкөр. Тик мәсьәлә икенселә... Бөгөн мин киләһе быуынға нәмәлер ҡалдырырға тырышам, бер нисә урында эшләүем дә юҡҡа түгел. Ауылдан килгән ябай, ихлас, яғымлы балаларҙа рух тойғоһон уятырға теләйем. Ғөмүмән, хәҙерге балалар башкөллө компьютер, интернет донъя­­һына сумған, уйын тигәндең “у” тигән хәрефен дә белмәй.
Бала тәрбиәләү үҙе бер сәнғәт. Беҙ өр-яңы шәхес әүәләйбеҙ. Уны тәрбиәләгәндә теҙгенде бер аҙ бушатыу ҙа, шул уҡ ваҡытта абай булырға ла кәрәк. “Теймә, барма, былай итмә, тегеләй итмә” тигән сикләүҙәр менән үҫтерелгән баланың төңөлөп ҡалыуы бар.
Ҡайһы бер уҡытыусылар минең балалар менән эшләү ысулыма шелтә яһай. Әммә бөгөн барыһы ла заманға ярашлы булырға тейеш, тип уйлайым. Йәштәр ҙә хәҙер алға киткән, ҡайһы саҡта хатта мине лә өйрәтеп ҡуялар.  Беҙҙең киләсәк быуын беҙҙән яҡшыраҡ булырға тейеш. Салауат Юлаев, Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек батырҙар даны өсөн күкрәк һуғыуҙан тыш, беҙҙең замандың яңы геройҙары булырға тейеш, яңыса һулыш кәрәк”.

Замандаштарға әйтер һүҙем

“Беҙгә Аллаһы Тәғәләнән “Ҡөрьән” бирелгән икән, тимәк, беҙ уға таянырға тейешбеҙ, баҫылған әйберҙәр бер ваҡытта юғалып ҡалмаясаҡ, тигән фекерҙәмен. Шуға ла халыҡтың матбуғаттан да алыҫлашмауын теләр инем. Бөгөнгө көндә тормошобоҙға ныҡлап үтеп ингән интернет селтәрҙәре беҙҙең күңелебеҙҙе бысрата. Ә гәзит-журналдар тере йән кеүек. Уларҙы уҡыған һайын күңел күтәрелә, зиһен асыла. Әлеге интернет вирус булып торһа, баҫма әҙәбиәт – антивирус ул. Минең 82 йәшлек өләсәйем әле булһа ла гәзит-журналдан айырылмай, үҙенә күҙлек тә кәрәкмәй. Ошо бәхет түгелме ни? Йәштәргә лә ваҡытлы матбуғат менән дуҫ булыуҙарын теләп ҡалам, уҡығыҙ, рухланығыҙ, ҡояшлы яҡта йәшәгеҙ!”

Яңы ғына китапты гармун итеп уйнаған кескәй Илнурҙың киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе шаулатырына шик юҡ. Иманым камил, Илнур Флүр улы уныһына ла ирешер. Ә бөгөн ул үҙ халҡының лайыҡлы улы, дуҫтарына һәм яҡындарына иң кәрәкле кеше. Тормош йәмле, яныбыҙҙа Илнур Флүр улындай матур күңелле кешеләр булғанда.

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.

2019 йыл.

Автор:
Читайте нас: