Был донъяға яңы ғына тыуған сабыйҙың маңлайында һырҙар була. Һыр түгел, яҙмыш яҙыуылыр ул...
Игеҙәк ҡыҙҙары донъяға килгәс, Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова шул яҙыуҙарға иғтибар иткәндерме, әллә бөтөнләй күрмәгәндерме, әммә шуныһы хаҡ: әсә кеше Әлиә һәм Аида ҡыҙҙарының киләсәктә сәнғәт юлынан китерен яҡшы белгән.
Баҫҡан ерҙәрендә бейеп торған, бәләкәйҙән матурлыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылған ҡыҙҙар бөгөн республикабыҙ сәнғәт донъяһында үҙ исемдәрен үҙ хеҙмәте менән лайыҡлы итеп яҙа белеүселәр. Улар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева һәм уның игеҙәге Әлиә, «Тамыр» балалар каналында режиссер. Уларға ла “артист балаһы” булараҡ, бала саҡтарында сәхнә арты үҫер өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелә.
Ышанырлыҡ түгел, әммә ул донъяның үҙ йәме бар. Ул йәм изгелеккә, яҡтылыҡҡа сорнай, күңелгә өмөт осҡондары һала, дәрт-дарман да өҫтәй.
Ғәҙәттә, игеҙәктәр холҡо менән ике төрлө була: береһе шуҡ, икенсеһе тынысыраҡ, тиҙәр. Бәләкәйҙән Аидаға тынысыраҡ булыу хоҡуғы тәтегән. Хатта балалар баҡсаһында ла Әлиәнең үҙен генә бейетеп, Аиданы “запаснойҙар” эскәмйәһендә ултыртып ҡалдырған осраҡтар булған. Шул мәлдәрҙә ҡыҙҙарҙың атаһы Марат Әхмәтов Аида өсөн үҙе бейеүҙәр һала, кәрәккәнендә йырҙар ҙа өйрәтә. “Кешене белгең килһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара”, – тиҙәр. Әсәйҙәренә ҡарап, ҡыҙҙар кескәй генә саҡтарынан ҡул эшенә ылыға. Күңел ептәренә бәләкәй генә мәрйендәр теҙһенме, йә ырғаҡ, энә менән бәйләһенме – барыһы ла һин күрергә теләгән гүзәллек ул.
– Әсәйемдең ҡул эштәренә ҡарап туймай, өйрәндек тә, әлегәсә туҡталмайбыҙ. Әлиә – тегә, ә мин бәйләгән саҡта үҙемде үҙем яратам, уйҙарымды рәткә һалам, кәйефемде көйләйем. Роль сығарғанда ошо шөғөлөм ныҡ ярҙам итә. Ҡулдарым бәйләм күҙҙәре йыя, үҙем роль ятлайым. Хәҙер ҡыҙым миңә ҡарап өйрәнә, – ти Аида Марат ҡыҙы.
Өйрәнгән-белгәнеңде артабанғы быуынға тапшырыу сылбыры бар. 1989 йылда Сибай башҡорт драма театрында БАССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиев М. Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” драмаһын ҡуйғайны. Күмәк сәхнәлә театр актерҙарының балалары ла уйнаны. Бәләкәй Аиданың ҙур сәхнәгә тәү сығыуы ошо спектакль менән бәйле ине. Уның әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова заманында Ҡарасәс ролен башҡарҙы. Бөгөн, өс тиҫтә йыл ваҡыт үткәс, ошо роль менән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһенә Аида Күлбаева сыҡты. Ә Аида менән Мөсәлим Күлбаевтарҙың ҡыҙы Ләйлә бөгөнгө көндә үҙ аллы ролдәр өҫтөндә уңышлы эшләүсе йәш актрисаларҙың береһе тиһәк тә, яңылыш булмаҫ.
Күптән түгел интернет киңлектәрендә 1989 йылғы ҡыҙыҡ фотоға осраным. Баҡһаң, мәктәптә 10-сы класс уҡыусыһы, Аида тәүҙә Сибай ҡалаһында, артабан республика буйынса “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашҡан. Фото аҫтында анкетаһы ла бар:
Аида Әхмәтова
Тыуған урыны, йылы: Сибай ҡалаһы, 1980 йыл
Йондоҙлоғо: Ҡыҙ
Белеме: 10-сы класс уҡыусыһы
Хыялы: һәр саҡ һылыу һәм бәхетле булыу.
Алтын хәрефтәр менән нағышлап яҙыр хыялдың шул тиклем ябайлығы һәм тәрән мәғәнәле булыуы һоҡландырҙы. Тап ошо хыял мәктәпте тамамлағас, йә уҡытыусы, йә ветеринар, йә диктор булам, тип икеләнә торғас, игеҙәге Әлиә менән бергә уларҙы Өфө сәнғәт академияһына алып килгәндер. Алдан уйланылғандары ла ҡулдан килерлек – кем генә булып китһәләр ҙә, ҡыҙҙар үҙҙәренең үтә ижади шәхес икәнлеген иҫбат итер әмәлен табыр ине. Академияла Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрдүнә Ҡасимова курсында белем алалар. Һоҡландырғаны шул – ҡыҙҙар бөгөн дә уҡыу йортонда белем биргән һәр остаздарына оло ихтирам йәшәтеп, уларға рәхмәтле булыуҙарын йәшермәйҙәр.
Аида Күлбаева. Был актриса тураһында ижади портретты ошо ике һүҙ менән генә яҙып хушһынырға, әммә ул исем эсендә бик күпте әйтергә мөмкин булыр ине. Тәүгеһе – донъяға башҡорт ҡатын-ҡыҙы булып бағып, уның тәбиғәтен, булмышын, сабырлығын, нәзәкәтлеген һәм күҙ яуын алыр сибәрлеген күрһәтеп йәшәй белеүе. Сәхнәлә генә түгел, ә көндәлек тормошта ла шундай ул. Күҙ алдына таныш йөҙ, хәтеребеҙгә мәңгелеккә һеңеп ултырған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романындағы мөхәббәтле һынды, Сәлимәне килтерәйек әле. Эйе, эйе, Хасбулла ҡустыһынан һалдырып алған Хаммат Сәлимәһен. Автор уны шоморт ҡара күҙле, һылыу йөҙлө, йәш болан кеүек шаян, уяу холоҡло, зифа буйлы итеп тасуирлай.
...Сәлимәкәй һыуға барған саҡта,
Ел бәхетле – һыйпай башынан.
Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда,
Ай бәхетле – үбә ҡашынан, –
тип йырҙар сығара, уның һылыулығына һоҡланып, егеттәр. Тәү ҡарашҡа әҫәр геройы менән актриса ысынлап бер-береһенә оҡшаған һымаҡ, хатта, актриса үҙ-үҙенән ситкә тайпылмай, был образды сәхнәләштергәндә ошо оҡшашлыҡҡа баҫым яһап, кинәнеп уйнай, образ эсендә рәхәтләнеп йәшәй ҙә. Икенсе яҡтан, образ менән актриса мөнәсәбәте иҫ киткес: улар бер-береһен ситкә ҡаҡмай, ҡайһындай ҙа бер бөтөнгә етә алған һуң! Спектаклдең аҙағынаса Аида образын тәьҫирле итеп үҫтерә, тота, тамашасыны ғына түгел, хатта сәхнәләге партнерҙарын да битараф ҡалдырмай:
“– Килен! Килен, тим! Мин бит һине яратам. Билләһи-валлаһи, яратам. Үлеп яратам!.. Күптән бирле яратам!..
Сәлимә бер үк ваҡытта иҫ киткес һөйөү, һөйөлөүҙе лә, ҡото алынып ҡурҡыуҙы ла аңлатҡан ҡараш менән уға күтәрелеп ҡараны ла, аяҡ быуындары йомшарып, кәбәнгә һөйәлде. Уның ҡапыл төҫө ҡасып киткән ирендәре, ирекһеҙҙән:
– Мин дә... Йә Хоҙай, мин дә, – тип ҡабатлай ине...”
Был сәхнәләрҙе күңел аша үткәргәндә, ваҡыт кәртәләрен йырып сығып, әҫәрҙең ҡайһы осорҙа ижад ителеүенә, ниндәй ваҡиғалар солғанышында һүрәтләнеүенә ҡарамай, инсценировка өҫтөндә эшләгән авторҙан (Михаил Жеребцов), режиссерҙан (Мөсәлим Күлбаев) ысынлап көнләшеп ҡуям: улар бит геройҙары менән бөгөн күрешкән, хәҙер генә улар тойған хистәрҙе лә тоя алған! Ә актерҙар? Улар спектакль ҡуйылған һайын йөрәктәре ҡабынып, яңынан әҫәрләнмәйме?! Шунһыҙ булмай – сәнғәт ялғанлыҡты ғәфү итмәй. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә.
Аида Марат ҡыҙының сәхнә геройҙарына тыйнаҡлыҡ һәм һалҡынлыҡ, йылылыҡ һәм йүгәнһеҙлек хас. Был сифаттар берләшеп, йәлеп итеү ритмы барлыҡҡа килтерә. Актриса образдарын тәрәнәйтеп уйландыра, хайран ҡалдыра. Ғәжәп тышҡы матурлыҡ менән бер рәттән, күңел төпкөлөнә лә үтеп инеүсән ундай ролдәр. Үҙен дә, персонажын да күрһәтә белә ул. Бында ишаралауҙар ҙа, ипле күҙ ҡараштары, хатта һинең нисек хәрәкәтләнеүең дә мөһим.
Хәрәкәт, тигәндән... Аиданың багажында ҡырғыҙ авторы Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” спектаклендә Әсә роле бар. Бик көслө хис-тойғолар солғанышындағы әҫәрҙә йыш ҡына яңғыраған мөхәббәт һүрәтләнмәй. Бында Әсәнең улына булған көслө мәхәббәте, көслө ирҙең ғаиләһенә ҡарата ышанысы тураһында. Әсәне кәүҙәләндереүсе актриса ҡатын-ҡыҙҙа ғына булған нәзәкәтлекте һоҡландырғыс итеп күрһәтеүе менән йәлеп итә. Ул тәьҫирле генә түгел, һығылмалы, хатта эмоциональ аҙымдары менән оҫта уйнай. Уның кәүҙәһе музыка ритмында тейешле генә хәрәкәттәрҙе яһай, әммә оҙайлы бейеүгә әүерелеп китмәй. Ҡулдары менән тәьҫирле итеп болғана, ә бармаҡтары, уйҙағы музыкаль инструментта күңел ҡылдары аккордын баҫҡан кеүек берсә сәйер, берсә асыҡ хәрәкәттәрҙә туҡтала. Бында, әлбиттә, режиссер (Мөсәлим Күлбаев), хореограф (Ирина Филиппова) оҫтаханаларын телгә алып китеү урынлы. Әсәнең күңелендәге асыштарын актрисаның күҙ ҡараштары аша уҡый алыу – тамашасы өсөн оло еңеү ул. Аида Күлбаева ошо оҫталығын киләсәктә, ижад юлының һәр баҫҡысында тағы ҡулланасаҡ әле.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында хеҙмәт итеүен актриса яҙмышының оло бүләге ти. Тәүге көндәрҙән үк етди ролдәр менән йәшәй ул. Н. Ғәйетбайҙың “Студенттар” комедияһында – Сания, комендант, Ф. Бүләковтың «Дала ҡиссаһы»нда – Саҡ, Т. Даянованың «Артыҡбикә»һендә – Артыҡбикә, Э. Ростандың «Романтиктар»ында – Сильветта, С. Латыпов, Х. Латыповаларҙың «Амазонкалар»ында – Амазонка, Р. Ураҡсинаның «Сыңҡылдаҡ Себен»ендә – Себен, Ҡырҡаяҡ, Т. Джюдженоглуҙың «Ҡорон»онда – йәш ҡатын, С. Суринаның «Алтын балта»һында – Русалочка, Л. Вәлиевтең «Париж егете Әлфәнис»ендә – Рәүилә, М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында – Туҡтабикә һәм башҡа төрлө жанрҙарҙа алтмышҡа яҡын роль сығарҙы.
2005 йылда театр Мостай Кәримдең “Өс таған” һәм “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрҙәре буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡуйҙы (инсценировка авторы һәм ҡуйыусы режиссер – Мөсәлим Күлбаев). Мостафа Сафа улы фатихаһы менән сыҡҡан был спектакль инде егерме йылға яҡын зал тултырып тамашасы йыя. Бер нисә республика һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат булды, ҙур уңыштарға өлгәште. Ҡуйыусы режиссер Мөсәлим Күлбаев республикабыҙҙың Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды. 2006 йылда төрки телле театрҙарының IV «Туғанлыҡ» фестивалендә ҡатнашып, режиссер М. Күлбаев «Төрксой» Халыҡ-ара берләшмәһенең «Халыҡ традицияларын һаҡлаған өсөн» махсус номинацияһына, ә Гөлнур ролен оҫта башҡарғаны өсөн Аида Күлбаева «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды.
Бер мәл, бәләкәй балаһын өйҙә ҡалдырып, “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен йүгереп кенә уйнап ҡайтырға йыйынған Аида Марат ҡыҙы, сәхнәгә үҙ ваҡытынан алда сыға:
– Һин ҡабаланғанда, донъя ашыҡмай торған мәл булғандыр (көлә). Алдан сыҡҡанымды аңламайым әле. Өләсәйҙе уйнап йөрөгән Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева, Йәмилдең әсәһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова, Йәмил – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов Оксананы – Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсинаны ҡаршы алалар. Минең яҡҡа бер кем ҡарамай. Йәнем көйә:
– Һаумыһығыҙ! – тием.
Ишетмәйҙәр. Иң ҡыҙығы, һаман да алдан сыҡҡанлығымды аңламайым. Бер аҙ үпкәләп алдым. Ҡысҡырыбыраҡ һаулыҡ һорашам, йәнәһе лә, ситуацияны ҡотҡарырға сыҡҡанмын, ә былар... Шул саҡ Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы, итәғәтле, аҡыллы өләсәй булараҡ:
– Һаубыҙ, һаубыҙ, балаҡай. Бына ошонда ултырып тор әлегә, йәме! – тине лә, мине ултыртып ҡуйҙы. Шунда ғына иртәрәк сығыуымды аңлап ҡалдым да, быға тиклем һис тынмаған, тиктормаҫ Гөлнурҙы бер сәхнә буйы өндәшмәй генә сыҙап ултыртырға тура килде...
Гөлнур роле менән Аида Күлбаева балалыҡҡа дан йырлай. Ул сәхнәлә булмағанда ла уның барлығы тойола. Уның Гөлнуры бер генә түгел, төрлө-төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышында ла холҡон үҙгәртмәй, иң тәүҙә ниндәй булған – шундай булып ҡала алған ҡыҙыҡай.
Һуңғы йылдарҙа А. Цагарелиҙың «Ханума»һында — Текле, М. Кәримдең «Тылсымлы тирмән»ендә — Төлкө, У. Хубтың «Нух кәмәһе»ндә – икенсе пингвин, М. Ладоның «Йәшәгән ти...» драмаһында — һыйыр, М. Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман!» комедияһында — Ишбикә ҡарсыҡ, З. Хәкимдең «Килә яуа, кил яуа...» музыкаль комедияһында – Сажиҙә, М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала сағ»ында – Кесе инәй, Н. Ғәйетбайҙың «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһында – Наилә ролдәре менән тамашасыһы алдына сыға Аида Күлбаева. Һәр сығыш уның өсөн сәхнә аша донъяға бағыу түгел, ә үҙенең яратҡан һөнәре менән өмөттәре һүнеп барғандар күңелендә өмөт усағы дөрләтеү, матурлыҡҡа, гүзәллеккә илһам уятыуға тиң.
Ә бит актриса бала саҡ иленән. Шул тылсымлы илгә мәңге тоғро ҡаласаҡ. Ҡасандыр һылыу һәм бәхетле булыуҙы хыял итеп, бөгөн дә ошо хыялына хыянатһыҙ йәшәй белеүсе ижадсы, әсә, бала һәм ир ҡатыны ул.
Рәзилә Ырыҫҡужина.