Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
10 Ғинуар 2023, 20:20

Яҡты офоҡтар артынан

Өфө дәүләт медицина университетында шундай бер ҡыҙ бар!.. Туҡта, баштан башлайыҡ. Бер-бер артлы Рәсәй гранттары яулаған, уҡыуҙа һәр ваҡыт юғары стипендияға өлгәшкән, фәнни эштәр яҙған, төрлө йәштәр проекттарында спикер булараҡ сығыш­тар яһаған, өлгөр, белемле, әүҙем йәш замандашыбыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Яҡты офоҡтар артынан
Яҡты офоҡтар артынан

Өфө дәүләт медицина университетында шундай бер ҡыҙ бар!.. Туҡта, баштан башлайыҡ. Бер-бер артлы Рәсәй гранттары яулаған, уҡыуҙа һәр ваҡыт юғары стипендияға өлгәшкән, фәнни эштәр яҙған, төрлө йәштәр проекттарында спикер булараҡ сығыш­тар яһаған, өлгөр, белемле, әүҙем йәш замандашыбыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Өфө ҡыҙы — ӘЛИӘ ХАБИЛОВА. Табип булыр­ға әҙерләнә, ә үҙе әллә ни төрлө ҡыҙыҡһыныу­ҙар, йүнә­леш­тәр менән янып йәшәй. Ни өсөн һәм нимәгәме? Былар­ҙы, әйҙә, Әлиәнең үҙ ауыҙынан ишетәйек.

— Әлиә, тәртип буйынса, һөйләшеүҙе бала сағыңдан башлайыҡ. Геройҙың сығышын һәм бала саҡ хәтирәләрен белмәй тороп, уның әлеге торошон аңлауы ауыр була. Ниндәй ғаиләлә үҫтең, һине ниндәй принциптарҙа тәрбиәләнеләр? Бала сағың һинең бөгөнгө үҫешеңә йоғонто яһаймы? Балалыҡтың иң бәхетле йәки бәхетһеҙ мәлдәре ниндәй булды?
— Мин Сибай ҡалаһында тыуҙым. 8-се класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килдем һәм шул килеүҙән Өфө ҡыҙына әйләндем, сөнки артымдан әсәйем дә күсте.
Атай-әсәйле тулы ғаиләлә үҫтем. Ғәҙәти милли ҡанундарға таянып йәшәгән башҡорт ғаиләһендә. Атай-әсәй талапсан булдылар, әммә яратып үҫтерҙеләр. Бигерәк тә атайымдың һөйөүе ҡыҙ бала булараҡ үҙбаһамды барлыҡҡа килтерҙе һәм миңә ғүмерлек иммунитет бирҙе. Бының өсөн уға рәхмәтлемен. Бөгөн атай менән әсәй бергә булмағанда ла, улар балаға тап икеһе бергә бирә торған бөтөн ыңғай тәрбиәүи төшөнсәләрҙе лә миңә һалып өлгөргәндәр, тип иҫәпләйем.
Бала сағымды тотошлайы менән бәхетле һәм ҡурсаулы бер ил итеп иҫләйем. Ҡайҙан булһа ла өйгә ҡайтҡы ғына килеп тора торғайны. Хатта мәктәптән дә йүгереп ҡайта инем. Өйҙә йылы, таҙа, ниндәйҙер тәмле ризыҡ бар. Атай күтәреп ала, ҙур булһаң да, иркәләп һөйләштерә. Әсәйҙең, әрләп торғанда ла, ҡарашы яғымлы һымаҡ. Апай менән талашып китһәң дә, бөтөн нәмәләреңдә ярҙам итә. Урамдағы эт тә, өйҙәге бесәй ҙә һине күреүгә ифрат шат. (Әйткәндәй, бәхетһеҙ сағымды ла бер эттең һәм ике бесәйҙең үлгән мәле итеп иҫләйем.) Нимә һораһаң да, һине ишетәләр, нимә теләһәң дә, мөмкин тиклем күңелеңде күрергә тырышалар, ауырыһаң — дауалайҙар, илаһаң — йыуаталар, уңыштарыңа ҡыуаналар һәм маҡтайҙар. Атай менән әсәй бына шундай дөрөҫ йүнәлештәге мөнәсәбәт күрһәтте беҙгә. Бигерәк тә әсәй, бөтөн эштәрен ҡуйып тороп, балаларының рухи һәм сәләмәт үҫешенә булышлыҡ итте. Балерина булам тиһәм — балет класына, бейейем тиһәм — хореографияға, унан йөҙөүгә, каратэға, саңғыға, фортепианоға, вокалға һәм тағы ла әллә нисә төрлө түңәрәккә йөрөттө, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне. Мине лә, апайымды ла төрлө яҡтан асырға, үҙ шөғөлөбөҙҙө табырға ярҙамлашырға теләне. Саңғысы ла, музыкант та булып китмәнем, әммә шул мәктәп шәхесемде формалаштырыуҙа ярҙам итте. Балаларҙың бәләкәй сағына һалынған дөрөҫ капитал — уларҙың ҙурайғандағы уңыштары ул.
— Сибай ҡалаһының былай ҙа көслө гимназияһында уҡығанһың, шунда ла ни өсөндөр Өфөгә ынтылғанһың. Үҙеңдең теләк булдымы, әллә ололар хәл иттеме? Унан — медицина өлкәһе. Белеүемсә, бөтә ерҙә лә һин – лидер.
— 1-сенән башҡорт класында уҡыным да, 5–7-сене рус класында үттем. Башҡорт балалары араһында бик тыныс булғайны, ә бына рус класындағы төрлө милләт балалары араһында көрәшергә тура килде. Хәтерләйем, башта мине башҡорт класынан килгән тип ҡыйырһытып маташтылар. Башҡортса һөйләшәм бит инде. Ҡайтам да өйҙәгеләргә илап ошаҡлашам, “мине кире башҡорт класына күсерегеҙ” тием. Әсәйем “ҡурҡма, оялма, бирешмә” тип өйрәтте, “башҡорттар араһында ғына алдынғы булып, тик маҡталып өйрәнгәнһең, үҙеңдән үткенерәктәр менән дә тиңләш” тине. Ул саҡта ауыр булды, ысынлап, бер айырым бәләкәй йәмғиәттәге генә алдынғы бала инем бит инде. Ныҡлап уҡыуға тотондом. Русса китаптар уҡыттылар өйҙә. Көсләп тә уҡыттылар, әрләп тә. Китап менән ҡуша бүлмәгә лә бикләп ҡуйҙылар ҡайһы саҡ. Класта бер-ике тапҡыр дөмбәҫләшергә лә тура килде. Йыйылышта әсәйгә: “Башҡорт класынан килгән ҡыҙыҡай һуғыша”, — тигәндәр. Нисек кенә булмаһын, ярты йылдан мин шул рус класында староста инем инде. Класташтарым үҙҙәре һайланы, дуҫтарым күбәйҙе. Өс йыл уҡығас, әсәй тағы ла планканы күтәрҙе: Рәми Ғариповҡа имтихан тапшырып ҡарайыҡ, тине.
Гимназия директоры Ирина Ивановна Варламова ебәрергә теләмәй оҙаҡ ҡырталашты, шулай ҙа беҙ ныҡышып Өфөгә күстек. Беренсе йыл тағы ла шул “һабаҡ” үтелде — адаптация. Бында иһә төрлө яҡтан йыйылған көслө, белемле балалар, һәр береһе үҙе лидер, һәр береһе маҡсатлы, тигәндәй. Йәшермәйем, бында ла, уҡыуҙан тыш, шәхес лидерлығына көрәш ине. Бында ла рухи көс һынашыуҙан үтеп китеп, сәс тартышыуға барып еткән мәлдәр булды. Бигерәк тә уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә ялған ошаҡ йөрөтөүселәр, һине баҫырға, ҡурҡытырға теләгәндәр... Мәктәптәрҙең бер хатаһы бар бит, уларға баланың проблемалы булмауы ғына ҡулай. Артыҡ тауышы сыҡмаһын, айырылмаһын, индивидуаллек күрһәтмәһен. Тик ундай түгел инем шул. Мине икенсе төрлөрәк итеп формалаштырғандар ине. Бәхеткә ҡаршы, фекерҙәш уҡытыусыларҙы ла таптым һәм улар аша ҡала кимәлендәге йәштәрҙе үҫтерә торған программаларҙа ҡатнаша башланым. Бигерәк тә тәрбиәсем Ләлә Ғилфан ҡыҙы Йәнекәйеваға һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Әхкәм ҡыҙы Ғәлинаға рәхмәтем ҙур. Улар ысын мәғәнәһендәге ҙур йөрәкле педагогтар һәм алдынғы ҡарашлы белгестәр булды.
Юғары кластарға еткәс, һөнәр һайлау буйынса ла өйҙәгеләр менән кәңәшләштек. Мин сәйәсмән булырға теләнем. Әсәйем: “Сәйәсмән — ул һөнәр түгел. Һәр һөнәр эйәһе лә сәйәсмән була ала. Башта төплө профессия ал”, — тине һәм беҙ медицинаны һайланыҡ.
10—11-се кластарҙа тик берҙәм имтихандарға кәрәкле фәндәрҙән генә шөғөлләндем. Ситтән репетиторҙар ялланыҡ. Һуңғы йылы әсәйем тик минең менән генә шөғөлләнде тигәндә лә була. Һәм хатта, тыштан тыныс булһа ла, эстән шул тиклем борсолоп йөрөгәндер инде, бюджетҡа үткәнемде белгәс, аяҡтары ауыртып, ике ай сатанлап йөрөнө. Нервыларҙың ҡапыл көсөргәнештән ысҡыныуы булды был. Әсәйемдең минең үҫешемә һалған был көсөн бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын.
Медицина университетына беренсе көн уҡырға килгәс тә, тиҫтәләгән милләт йәштәре араһында, курс исеменән кем сығыш яһай ала тигәстәре, “мин” тип сыҡтым да, бөгөнгө иҫтәлекле һәм бәхетле көнөбөҙ тураһында телмәр тоттом. Шул линейканан һуң уҡ деканатҡа саҡырттылар һәм курстың старостаһы итеп ҡуйҙылар. Бына хәҙер инде бишенсе йыл әлеге вазифаламын. Курсташтарымдың өлгәшеүен, уҡытыусы-студент бәйләнештәрен, деканатҡа бәйле эштәрен хәл итеп көндәрем уҙа.
— Медицина университетында белем алыу бик ауыр тиҙәр? Ә һин әллә ниндәй проекттар, гранттар менән булышып өлгөрәһең. Нисек улай?
— Медицина өлкәһе еңел түгел, әммә уны аңларға була. Уҡығаныңа бер төшөнөп алһаң, йәғни нигеҙен белһәң, артабан логикаға, интуицияға һәм интеллектҡа таянып эш итәһең. Ятлап уҡығандар ҙа бар, әлбиттә. Уларға ныҡ ҡыйынға тура килә, сөнки был уҡыу йортонда уҡытыусылар бик талапсан.
Беренсе курста башкөллө уҡыуға бирелгәйнем, торараҡ иһә тик уҡыу ғына минең өсөн күңелһеҙ икәнлеген төшөндөм. Йәштәр сәйәсәтендә ҡатнаша башланым. Сәйәсәткә һәм башҡа өлкәләргә ҡараған аңлы уйындарҙы медицина университетында ла рөхсәт итеүҙәрен һорап, ректорға индем һәм ыңғай яуап алып сыҡтым. Үҙебеҙҙең университет исеменән Чебоксар, Ҡазан, Һамар, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында төрлө форумдарҙа ҡатнаштым. Уға тиклем “Чертоги разума” исеме аҫтындағы Рәсәй грантын да яулағайным һәм эштәрен башҡарып тапшырғайным инде. Бөтөн был хеҙмәттәр өсөн Республикабыҙҙың “Йәштәр сәйәсәте лигаһы”на рәхмәтемде белдергем килә. Улар минең менән 9-сы кластан алып шөғөлләнделәр һәм шундай ҙур мөмкинлектәр бирҙеләр.
— Ошо арала ғына тамамлаған проектың тураһында һөйләп кит әле. Һин бит буласаҡ табип, ә проектың башҡорт әҙәбиәтенә бағышлана.
— Миңә башҡорт әҙәбиәте бик яҡын. Яҡын ғына ла түгел, мин уның эсендә үҫтем. Ошо урында, журнал уҡыусыларға аңлайышлыраҡ булһын өсөн, бер фактты әйтеп китергә кәрәктер. Минең әсәйем — яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова. Был үҙе үк минең башҡорт әҙәбиәтенә булған мөнәсәбәтемде асыҡлайҙыр.
Бөгөн башҡорт китаптарын уҡыусылар юғала, йәш яҙыусылар әҙәбиәткә килмәй, тигән хәүефле сигналдар бар. Бына ошо проблемаларҙы хәл итеүҙең ниндәйҙер алымдары итеп, мин башҡорт йәштәрен, йәғни яҙышырға теләгән һәләтле йәштәрҙе, яҙышыуҙың беренсе баҫҡыстарынан башлап өйрәтеүҙең курстарын тәҡдим иттем. Был проектты мин бөтә Рәсәй кимәлендә Санкт-Петербург ҡалаһында эксперттар алдында яҡланым һәм еңеп сыҡтым.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа, әлбиттә, беренсе ярҙамсым әсәйем булды. Мин йәштәрҙе йәлеп иттем, эштәрен йыйып алдым, ә Миләүшә Ҡаһарманова уларҙы тикшерҙе, төрлө яҙыусы һәм шағирҙарға тапшырып уҡытты. Йәштәр хаталар өҫтөндә эштәр башҡарҙы. Ҡулъяҙмаларын ҡабат-ҡабат мөхәррирләп һалдылар. Шул уҡ ваҡытта билдәле әҙиптәр менән онлайн дәрестәр алып барҙыҡ. Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Марат Әминев, Салауат Әбүзәр, Венер Исхаҡов, Гөлнара Хәлфетдинова, Салауат Галин, Сәлмән Ярмуллин, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Илгиз Ишбулатов, Илшат Зарипов кеүек ҡәләм оҫталары проза, поэзия, юмор жанрында тәжрибә уртаҡлашты.
Һәм бына ошо ноябрь айында, баш ҡалабыҙҙың “Президент отел”ендә беҙ финалға сыҡҡан егерме йәш ҡәләм тирбәтеүсене саҡырып, финал сараны – форум үткәрҙек. Унда йәштәр ике көн отелдә йәшәп, билдәле яҙыусылар менән осрашып, төрлө темаларҙағы түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашып, яҙышыу алымдарын миҫалдарҙа өйрәнеп, республика матбуғат мөхәррирҙәре менән әҫәрҙәрен баҫтырыу мәсьәләләрен хәл итеп ҡайтты. Был проект яҙышырға теләгән йәштәргә әҙәбиәткә килеү системаһын аҙымлап күрһәтте, өйрәтте, тип уйлайым.
— Һин үҙеңде уңышлы йәш кеше тип иҫәпләйһеңме? Әгәр шулай булһа, ошо уңышлы булыуға ниндәй сәбәптәр алып килде? Ниндәй алымдары һәм методикаһы бар ул уңыштың?
— Бына мин тиҫтерҙәрем араһынан алып ҡараһам да, нимәгәлер өлгәшкәндәр — улар тырыш кешеләр. Үҙенә ниндәйҙер талаптар, маҡсаттар ҡуйған, тормошҡа етди ҡарағандар. Бала саҡты тик уйнап үткәреп, үҫмерлекте башбаштаҡланып, йәшлекте мөхәббәт осоро ғына икән тип уйлағанда, тормошоң да йүгән кейҙертмәйҙер, хаос менән китә лә баралыр, тип уйлайым. Беҙҙең иң үҫешә торған осор — әлеге ваҡыт ул.
Уңыш — ул хеҙмәт. Уңыш — ул маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ниндәйҙер рәхәтлектәрҙән, еңеллектәрҙән баш тартыу. Ваҡ уңышһыҙлыҡтарҙы үткәрә белеү, ҡолаған ерҙән ҡабат-ҡабат ҡалҡынып тороу. Илаған, ҡурҡҡан, кире сигенгән мәлдәрҙе онота алыу. Уның айырым методикаһы юҡ, ә үҙдисциплина тигән ҡәтғи ҡануны бар. Хатта бик һәләтле булғандарға ла эске тәртип кәрәк.
— Алла бирһә, медицина университетын тамамлағас, пландарың ниндәй?
— Алла бирһә... ординатура, аспирантура, практик белем туплау, фәнни хеҙмәттәр һәм университет уҡытыусыһы булыу. Унан мин сәйәсәтте лә үҙ итәм. Был өлкә мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Медицина өлкәһенән депутатлыҡҡа ла йөрьәт итәсәкмен тигән амбицияларым бар.
— Әлеге көн һин уҡып та, эшләп тә йөрөйһөң, шулаймы? Бөгөн студент кем булып эшләй ала?
— Мин 8-се кластан алып эшләйем. Шул ваҡыттан алып ғаилә бер әсәйҙең иңенә ятҡас, беҙ апай менән уңайлыраҡ хеҙмәт урындары эҙләнек. Йәйге каникулдарҙа, уҡыуҙан һуң, кафела официант, сәскә магазиндарында флорист, һатыусы булып тора торғайныҡ. Өсөнсө курстан дауаханала санитарка ролен үтәнем, дүртенсе курстан медсестра таныҡлығын алып, шәфҡәт туташымын. Шулай уҡ бер депутат апайға ярҙамсы булып, уның интернет биттәрен алып барышам. Эш хаҡыма түңәрәк кенә стипендиямды ла ҡушһам, үҙемдең сығымдарымдан арттырып, әсәйгә лә ярҙам итә алам әле.
— Һинең өсөн матур булыу мөһимерәкме әллә аҡыллы булыумы?
— Егет булһам, “аҡыллы булыу” тиер инем. Ҡыҙ кеше булараҡ, матурлыҡты ла, аҡылды ла берҙәй баһалайым. Аҡылһыҙ ҡоро матурлыҡ ҡыҙҙарҙы йыш ҡына мораль яҡтан да, тура мәғәнәһендә лә һәләк итә. Матурлыҡһыҙ аҡыл... ҡатын-ҡыҙ донъяһына хас түгел һымаҡ. Матурлыҡ булмаған ерҙә ҡыҙҙарға нимә бар?
— Мөхәббәт менән карьера араһында һайлау торһа, ҡайһы яғына ыңғайлар инең?
— Мөхәббәт, моғайын, мин генә түгел, мине яратҡан кеше лә бит инде. Шунлыҡтан, ундай кеше парының үҫешеүенә ҡаршы булмайҙыр, тип уйлайым. Мин, мәҫәлән, йәрем булараҡ ир-егеттең эшлекле, амбициялы булғанын теләр инем. Уның уңыштары өсөн хәлемдән килгәнсә булышлыҡ итер инем. Һәр хәлдә дәртләндереп, илһамландырып торор инем.
— Ғаилә һинең өсөн нимә ул?
— Мин үҙемдең ғаиләмдән сығып әйтәм. Беҙҙең ғаиләлә беҙ өс ҡыҙ: әсәй, апай һәм мин. Апайымдың үҙ ғаиләһе бар, әммә ул беҙҙең “прайт”тан айырылмаған. Ғаилә — ул минең өсөн ныҡ яҡын булған кешеләр. Бер-береһенең хәлен күҙенә ҡарап та, телефондан һөйләшкәндән дә тоя алғандар. Бер-береһенә ныҡ ышана алғандар, һис шикһеҙ, ярҙам итеүселәр. Кәрәк булғанда, мөһим нәмәләрҙе лә икенсе планға күсереп, янына ашығыусылар. Ниндәй хәлеңде лә аңлаусылар һәм һинең яғыңды алыусылар. Һәр ваҡыт артыңда тыл булып тороусылар. Һине ысын күңелдән яратыусылар. Асыуланышҡанда ла һатмаусылар, һөйләш­мәгәндә лә тәмлекәс бүлеп ҡалдырыусылар һәм үсеккәндә лә телефоныңа аҡса һалыусылар. Беҙҙә шулай.
— Көнкүрештә һин ниндәй хужабикә?
— Артыҡ шәп түгел. Әлегә мин әсәйем ҡарамағында һәм уның ҡулынан һыйланыу бәхетенә эйәмен. Киләсәктә лә мин үҙемде аш-һыу бүлмәһенең батшабикәһе итеп күрмәйем. Бына ҡайҙа минең булдыҡһыҙлығым күренә – ошонда. Йәшермәйем дә, тартынмайым да. Бешеренергә теләгем дә, ваҡытым да юҡ. Был өлкәне оҫтараҡ кешеләрҙең хеҙмәте менән дә тулыландырырға була, тип иҫәпләйем һәм ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, тәмле аҙыҡ һатып алырлыҡ аҡсаға эйә булырмын, моғайын. Әйткәндәй, әсәйем дә, апайым да шәп бешеренәләр, бөхтә хужабикәләр, әммә миңә был һәләт күсмәгән. Була бит ғаиләлә шундайҙар...
— Яратҡан ерлегең бармы? Ҡайһы төбәккә һағынып бараһың, ҡайтаһың?
— Бөрйәнгә! Бала саҡта Иҫке Собханғолға инәйем менән бабайымдарға барып, унда ҡалыуҙы көтөп ала торғайным. Ағиҙелдә һыу инеп, тауҙарға үрмәләп, еләк ашап, тиҫтер туғандарым менән уйнап... Шул һөйөү миндә ҡалды. Дымлы урман еҫен, томанлы йылға буйын, һалҡын иртәләрен һағынам. Хәҙер улай ирекле йөрөү сикләнгән, әммә мөмкинлек табып барып ҡайтырға тырышам.
— Бөгөн күптәр алдына илһөйәрлек тойғоһо бер һынау булып килеп баҫты. Һинең фекерең нисек?
— Мин – медик. Алтынсы курстан беҙгә хәрби бурыс ятасаҡ. Ошо илдә йәшәйем, уҡыйым һәм эшләйәсәкмен. Илһөйәрлек миңә һалынған. Тыныс тормошта ла, ниндәйҙер илдең һынылышлы осорҙарында ла, һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарымдан тайпылмаясаҡмын. Илеңдә йәшә-йәшә лә, уға бәлә янағанда ҡасып кит, имеш. Ул бит кемделер “яратам” тип йөрө-йөрө лә, проблемалары сыҡһа, йөҙ бороу һымаҡ уҡ. Шунан һуң ундайҙарға нисек ышанырға? Илһөйәрлек — потребителлек кенә түгел, ә кәрәк саҡта илең өсөн үҙеңде ҡорбан итә алыу ҙа ул, минеңсә.
— Ниндәй тойғолар һине алға этәрә? Нимә артынан эйәрәһең?
— Күберәк белергә, эшләп ҡалырға теләү. Ниндәйҙер юғары үҙаңға өлгәшке килеүҙер, бәлки... Ә эйәрәм мин, моғайын, бары хыялым артынан. Яҡты офоҡтар артынан, тиергә лә була китапса итеп. Быныһын үҙем уйлап сығарманым, бер шиғыр юлы иҫемә төштө.

Айгөл СӘЛӘХОВА яҙып алды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: