Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
31 Ғинуар 2023, 19:32

Гөлназ ЙОСОПОВА: ”Бәхет өсөн үҙебеҙ яуаплы

– Ул ваҡытта, йәш саҡта, тик тойғоларыма ғына таяна инем: яратам һәм ул кеше менән бергә булғым килә. Сит илдә берәүең дә юҡ, ҡыйын булыр, тигәйнеләр.

Гөлназ ЙОСОПОВА:  ”Бәхет өсөн  үҙебеҙ яуаплы
Гөлназ ЙОСОПОВА: ”Бәхет өсөн үҙебеҙ яуаплы

Ваҡыт бер урында тормай – бөтәһенә билдәле факт был. Күп нәмә үҙгәрә, шул иҫәптән йәмғиәттәге ҡағи­ҙә­ләр, принциптар, идеялар ҙа. Кешеләр иһә һәр үҙгә­реш­те ҡабул итеп, уға яраҡ­лашыуға һәләтле. Бөгөнгө геройым – Көйөргәҙе ҡыҙы Гөлназ ЙОСОПОВА – ҡы­ҙыҡлы, мауыҡтырғыс тор­мош менән йәшәүсе уңышлы баш­ҡорт ҡыҙы вәкиле. Уның фекерҙәре, йәшәү принцибы бөгөн бик актуаль. Тамыр­ҙа­рыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәт­тә­ре­беҙҙе онотмай, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атларға тейеш бит беҙ, тигән ҡарашта ул.

Йәшәү мәғәнәһе – үҙеңде үҫтереүҙә!

– Гөлназ, һинең менән ҡасандыр тормош, сит илдә үҫешеү тураһында, ундағы йәшәйеш менән беҙҙекен сағыштырып һөйләшеп ултырғайныҡ... Бөгөн иһә үҙеңдең тормошоң, донъяға ҡарашың тураһында ла белге килә. Сит илгә барып юлығыуың нисек булды һәм унда күсеүеңә нисә йыл?
– Германияла йәшәүемә 11 йыл булып китте. Беренсе мәртәбә был илгә студент программаһы буйынса III курста уҡы­ғанда ярты йылға прак­тикаға барғайным. Аграр университетының V курсын тамамлағас, унда уҡыуымды дауам итергә ҡарар иттем. Weihenstephan университетында МВА (Master of Business Administration) әҙерлек программаһын үттем. Тәүҙә бер йылға эшкә ҡалдым, аҙаҡ контрактты оҙайттым. Башта бында йәшәргә ҡалырмын тип һис тә уйламағайным.
– Рәсәйҙән һуң өйрәнеүе ҡыйын булманымы? Ни тиһәң дә, беҙҙә бүтән менталитет, йәшәйеш ҡағиҙәләре лә башҡаса.
– Ауыр булды тип әйтә алмайым, асыҡ кешемен, оҙаҡ уйлай торғандарҙан түгелмен. Миңә барыһы ла ҡыҙыҡ ине. Урындағы йәшәү рәүешен өй­рән­дем, ни өсөн беҙҙә шулай ҙа, немецтарҙа икенсе төрлө икәнен, мен­та­ли­тетҡа тарихи тәүшарттар нисек йоғонто яһағанын аңларға тырыштым.
– Белеүемсә, һин унда тор­мошҡа сыҡҡанһың.
– Эйе, ике бала тәр­биәләйбеҙ.
– Әле ниҙәр менән шө­ғөлләнәһең? Ғаиләгеҙҙең ”тын алышы” тура­һын­да ла бәйән итһәңсе.
– Төшкә тиклем офиста эшләйем, төш­тән һуң ваҡы­тымды ғаиләмә бүләм: бала­лар­ҙы музыкаға, бе­йеү­гә, спорт түңә­рәк­тәренә йөрөтәм. Беҙгә әле балаларҙы үҫте­реү, ғаилә ҡиммәт­тәрен һеңдереү, лайыҡ­лы белем биреү мөһим. Өй төҙөйбөҙ, Аллаһы бойорһа, ғаиләбеҙҙе ишәйтергә уйлайбыҙ.
– Гөлназ, һинең сәйәхәт итергә яратҡаның да мәғлүм. Миңә ҡалһа, ярты ғүмерең сәйәхәттә үтә кеүек. Әллә яңылышаммы?
– Ярты ғүмеремде үк түгел индеJ. Ни өсөн улай тойолғанын аңлайым. Сөнки социаль селтәрҙәргә шәхси фотоларҙы түгел, тап сәйәхәттәрҙә төшкән фотоларҙы һалам. Әммә төрлө илдәргә йөрөргә яратабыҙ. Европала йә­шәй­беҙ бит, бын­да төрлө илдәрҙең баш ҡалалары 600 саҡ­рым радиусында урынлашҡан. Барып күрмәү гонаһ булыр ине. Йыш сәйәхәт итәбеҙ, әммә улар оҙайлы түгел, 2-3 көнлөк кенә. Балаларҙы оҙаҡҡа ҡалдырмайбыҙ. Берәй аҙнаға йә оҙаҡҡараҡ сыҡһаҡ, уларҙы үҙебеҙ менән алабыҙ, әлбиттә.
– Бындай йыш йөрөүгә нимә сәбәпсе?
– Эштән арып китәбеҙ һәм бер-ике көнгә тәнәфес эшләп алғы килә. Сәйәхәттәр энергия, көс бирә, дәрт өҫтәй. Бында йыйыштырыусыларҙан алып табиптарға тиклем ”ат шикелле” эшләйҙәр. Офиста ҡатындар көнөнә 10-шар мәртәбә сәй эсеп ултырмай. Унан балаларҙы алып барып-алып ҡайтаһың, өй эштәрен дә ҡушһаң... Бындай режимда яныуың да ихтимал. Хәҙер бөтә ерҙә лә шулайҙыр инде, тормош тиҙлеге шәбәйә, кешеләр уның артынан күп осраҡта өлгөрмәй.
– Фотолар аша төрлө илдәрҙе ирең менән генә түгел, әхирәттәрең менән дә барып күреүеңә шаһитмын. Сәйәхәт иткәндә компания мөһимме һинең өсөн?
– Әлбиттә, мөһим. Ҡыҙҙар менән күңелле, күп көләбеҙ, фотоға төшәбеҙ, магазиндарға йөрөйбөҙ. Көнө буйы музейҙар, матур урындар, бигерәк тә кибеттәр буйлап йөрөргә, өҫтәүенә йәйәү йә метрола, һирәк ир-ат сыҙайҙыр ул. Такси хеҙмәтен ялларға ла мөмкинлек бар, әммә миңә яңы ҡала, илдәрҙең метроһын үҙләштереү ҡыҙыҡ. Ирем дә дуҫтары менән йыйылышып ала, ирҙәр энергияһы алып ҡайта.
– Ниндәй илдәрҙә булып өлгөрҙөң һәм ҡайһыһы күңелеңә нығыраҡ ятты?
– 20-ләгән илде һанай алам. Иң иҫтә ҡалғандары АҠШ, Маль­дива ярымутрауҙары. Отпус­кыла ял итеү өсөн әлегә Испания: Барселона һәм Майорка өҫтөнлөклө булып ҡала.
– Рәсәй һәм сит ил. Сағыштырыу өсөн нигеҙең етерлек. Ҡайҙа яҡшыраҡ? Йәшәү кимәле тураһында бер һөйләшкәндә, беҙҙәге күпселек халыҡ көн күрә, ә сит илдәрҙә тормош менән ләззәтләнә, тигәнең хәтерҙә. Был йәһәттән фекерең үҙгәрмәнеме?
– Ысынлап та шулай. Бигерәк тә хаҡлы ялдағыларҙы йәлләйем, уларҙың пенсиялары тамаҡ ялғауға ғына етеп ҡала бит. Ә немец әбей-бабайҙары рәхәтләнеп сәйәхәт итә. Шулай уҡ эш хаҡтары тинләп кенә баһаланған уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар йәл. Шул уҡ ваҡытта Германияла ошондай уҡ белгестәр байтаҡҡа күберәк хеҙмәт хаҡы алып эшләй. Бында илдең һәр мөйөшөндә цивилизация. Ә Рәсәй ауылдарында, ғәфү итегеҙ, XIX быуаттағы кеүек, бәҙрәфкә һаман тышҡа йөрөйҙәр. Ауылдарҙың байтағына әлегәсә газ үтмәгән, өйҙәргә һыу инмәгән, эш урындары юҡ. Ҡайҙа һуң беҙҙең милли байлығыбыҙ – нефть һәм газ? Сәйәсәткә бирелгем килмәй, юғиһә мине туҡтатып булмаясаҡJ.
Көнөн көнгә ялғап йәшәгән кешегә ниндәй музей ҡайғыһы булһын да, мода, дизайнерҙар ни быса­ғыма кәрәкһен! Иң тәүҙә тәбиғи их­­тыяждарҙы (хәүеф­һеҙ­лек, туҡланыу һ.б.) ҡәнә­ғәт­ләндереү кәрәк. Һуңы­нан ғына кеше ниндәйҙер юға­ры­раҡ ҡиммәттәргә ынтыла башлай. Ҡалала, әл­бит­тә, хәл яҡшыраҡ, әммә был күпселеккә ҡа­ғылмай барыбер. Барлыҡ граж­дан­дар тураһында ла хәстәрлек күрергә кәрәк бит.
– Бәлки, беҙгә ”көн күреүҙән” арынып, бүтән кимәлгә күтәрелергә кәрәктер?
– Бар кешелек шуға ынтыла ла. Беҙҙекеләр ҙә цивилизацияға барып етер. Бер 70 йылға артта ҡалғанбыҙ шул. Беҙ туҡтап торған арала бүтән илдәр үҫешкән. Улар ҙа бит төрлө стадияны үткән: расизмды ла, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡлауҙы ла, урамдағы бәҙрәфтәрҙе лә...
– Ысынлап та, беҙ күпкә артта ҡалғанбыҙ. Кимәл бүтәнсә. Әммә беҙҙә иҫ китмәле тәбиғәт, асыҡ һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Бөтә ерҙә лә ыңғай һәм кире яҡтары бар. Бәлки, беҙгә булғанына рәхмәтле булып ҡына йәшәргә һәм үҙебеҙгә үҫешергә кәрәктер? Ул саҡта республикабыҙ сәскә атыр ине.
– Һин хаҡлыһың, әлбиттә, Гүзәлиә! Рәхмәтле булырға, күп эшләргә, Ватаныңды үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең илдең мөм­кин­леге ҙур. Шулай ҙа икенсе яғы ла бар: быларҙың барыһы өсөн шарттар булдырыу фарыз. Насар йәшәүҙә үҙҙәре ғәйепле тип тик ябай халыҡты ғына ғәйепләү дөрөҫ түгел. Беҙгә үҫешкән инфра­структура, яҡшы юлдар, лайыҡлы хеҙмәт хаҡтары кәрәк. Влас­тарҙан күп нәмә тора. Ә власты беҙ һайлайбыҙ. Һайлаһаҡ әле... Ике яҡлы был мәсьәлә.
– Башҡортостанға йә Рәсәйгә кире ҡайтыр инеңме?
– Ғаиләбеҙ өсөн етерлек кимәлдәге белем, социаль яҡлау һәм меди­цина кимәлен тәьмин итер­лек аҡса эшләү мөм­кинлеге булһа – ни өсөн юҡ?

Ҡалыптар менән көрәшмәйем

– Беҙҙең бәхет хаҡында һөйләшке килә. Ғәҙәттә, үҙемде һоҡландырған, ил­һам­ландырған кешеләр тураһында яҙам, Гөлназ. Һинең иһә тыныс ҡатын-ҡыҙ бәхетең һоҡландыра. Шундай нескә зат нисек бөтөн ергә лә өлгөрә, тормошо ҡайнап тора, ә үҙе шул тиклем тыныс? Бының сере ниҙә икән? Бәхетеңдең сере нимәлә?
– Ғаиләлә күп нәмә: балалар, ир, туғандар, көнкүреш, йорт – гүзәл зат иңенә һалына. Ҡайһы ваҡыт үҙеңде йөк аты кеүек хис итеп ҡуяһың. Шуға ла беҙгә (ҡатын-ҡыҙға) ошо бәхетебеҙ өсөн яуап­лылыҡты үҙ ҡулыбыҙға алырға кәрәк, бар ғүмереңде ирең һәм балаларың өсөн ҡорбан итергә ярамай. Бөтөн эште үҙ өҫтөңә генә алыу дөрөҫ түгел, тип һанайым. Ял итергә өйрәнеү, илһам сығанағын эҙләү, үҙеңде физик һәм рухи йәһәттән үҫтереү мөһим. Ә ҡатын-ҡыҙға һәйбәт икән – барыһына ла яҡшы.
– Заман йәшәйешкә лә үҙ ҡағиҙәләрен индерә һәм, элекке кеүек, ҡатын-ҡыҙ өйҙә бала тәрбиәләп кенә ултырмай. Нимәгәлер ынтыла. Был дөрөҫмө икән, нисек уйлайһың? Һәм һин нимәгә ынтылаһың?
– Дөрөҫ, әлбиттә! Ҡатындар өйҙә ултырһа, деградацияға бирелә. Эшләмәҫкә мөмкинлек булһа ла, нимә менәндер шөғөлләнеү кәрәк. Әгәр ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡыҙыҡ түгел икән, уның бүтәндәргә лә ҡыҙығы юҡ. Йәшәү мәғәнәһе – үҙеңде үҫтереүҙә. Ошо потенциал балаларыңа ла күсә. Өҫтәүенә, йышайып киткән айырылышыу осраҡтары ла бор­сой. Икенсе яртыңа тулы­һын­са ышаныу – иң кәмендә иҫәрлек.
– Ҡатын-ҡыҙ бәхете, нигеҙҙә, иреңдең һөйөүенән, иғтибары һәм ҡурсауынан тора...
– Эйе, әммә 100 процентҡа тип әйтеп булмай. Бала­ла­рың­дың һау булыуы, танылыу ҙа мөһим.
– Миңә ҡалһа, тормош иптәшен бик дөрөҫ һайла­ған­һың, уның тап ”ул” икәнен нисек тойҙоң?
– Ул ваҡытта, йәш саҡта, тик тойғоларыма ғына таяна инем: яратам һәм ул кеше менән бергә булғым килә. Сит илдә берәүең дә юҡ, ҡыйын булыр, тигәйнеләр. Ә мин, был минең ҡарарым һәм уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам, тинем. Дөйөм алғанда, ҡыҙҙарға кәңәшем шул: кейәүгә сығыр алдынан егеттең ата-әсәһенә иғтибар итеү зарур. Атаһы әсәһенә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә, балалар атай-әсәйгә ниндәй мөғәмәлә күрһәтә – ҡороласаҡ ғаиләлә лә шулай буласаҡ. Әгәр оҡшай икән, алға. Егеттәргә лә был кәңәш ҡамасауламаҫ.
– Бәләкәй саҡтан һалынған ”Тик башҡортҡа ғына кейәүгә сығам!” тигән теләгең бул­ма­ны­мы? Булһа, беҙҙең йәм­ғиәттең ҡа­лып­тары менән нисек көрәштең?
– Булды, әлбиттә. Ирем­де­ке кеүек үк. Яҙмыш шулай ҡуш­ҡандыр инде. Беҙ бер-беребеҙҙән уңдыҡ, Аллаға шөкөр. Ҡалыптарға килгәндә, мин улар менән көрәшмәйем. Һәр кем үҙенә нисек уңайлы, шулай йәшәһен.
– Ирең шулай ҙа нимә­һе менән ”ҡаптыр­ҙы” һине?
– Ул ваҡытта бик яуаплы, аҡыллы, йомарт һәм яҡшы күңелле булып тойолдо. Һәм йор һүҙле булыуы йәлеп итте, әлбиттә. Юмор менән күп сетерекле мәсьәләләрҙе еңеп була.
– Менталитет төрлө­лө­гө нисек йоғонто яһай йәки тормошоғоҙҙо матурлай?
– Байыта, тиер инем. Беҙҙең менюҙа аш-һыу күп төрлө, ғаиләбеҙҙә – байрамдар. Бала­ла­ры­быҙ өс телде белеп үҫә.
– Үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт сере менән дә бүлешеп китһәң ине.
– Мөнәсәбәттәргә килгәндә, күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Ул тыл өсөн яуаплы, уны төҙөргә һәм балаларға яҡшы үрнәк күрһәтергә тейеш. Ғаилә – шулай уҡ эш. Уны үҙ ағышына ебәреү ҙә, яҡшыраҡ итеү ҙә беҙҙең ҡулда. Ир һәм ҡатын һәр ваҡыт бер-береһен үҫешкә этәрә. Ошо сигналдарҙы тота белергә кәрәк. Һәр парҙың, бер милләттән булһынмы ул, төрлө милләттәнме, проб­лема­ла­ры була. Әйткәндәй, бер төрлө мәсьәләләр. ”Тупик”ка килеп те­рәл­дең икән, тимәк, ниндәйҙер ҡарарға килеп, яңы кимәлгә күтәрелергә ваҡыт. Ә унда инде яңы офоҡтар күренә. Хөрмәт һәм мөхәббәт – яҡшы мөнәсәбәттең төп нигеҙе. Һәм тағы ла бер-береңде һаҡлау кәрәк!

Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар...

– Күркәм яҡтарың бихисап, шуларға өҫтәп, һин бик һөйкөмлөһөң һәм зауығың бар. Әсәйең­дән­ме?
– Рәхмәт! Зауыҡлы уҡ тип әйтә алмайым. Бәлки, үҙе­мә килешле стиль тап­ҡан­­мындыр. Шулай ҙа яңы­­лыҡтарҙы, нимә мо­да­ла икәнен күҙәтеп барам.
– ”Һылыуҡай” матур­лыҡ конкурсында ла ҡатнашҡайның бит әле. Бер аҙ шул турала телгә алып үтмәҫһеңме?
– Ундай конкурстарға ҡыҙыҡһыныуым юҡ ине, унда ҡатнашырға тигән уй башыма инеп-сыҡҡаны ла булманы. Инәйем, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сы­һы Зәйнуллина Рәйлә Ноғман ҡыҙы этәрҙе быға. Гитарамды алып, кастингка киттем һәм финалға үттем. Ауылдан килгән ҡыҙ өсөн 2-се урын алыу нимә икәнен аңлай­һы­ғыҙ­мы? Үҙ-үҙемә ышанысым артты, әхи­рәт­тәрем, дуҫтарым кү­бәйҙе. Сит илгә китерҙән алда күпмелер ваҡыт мо­дель агент­лығында ла эш­ләп алдым. Тор­мо­шом­да ошондай милли кон­курс­тың булыуы ҡыуан­ды­ра.
– Косметолог, матурлыҡ салон­да­рына күп ваҡыт бүләһеңме, әллә халыҡ сараларына өҫтөнлөк бирә­һең­ме?
– 9 йыл инде бер генә кос­ме­то­лог­ка йөрөйөм. Ул миңә кремдар һайлай, нимә ҡулланырға кәңәш бирә һ.б. Спорт менән даими шөғөлләнәм, иртән йүгерәм, ирем менән велоси­пед­та йөрөйбөҙ. Ваҡыт бул­ған­да сау­на­ға барам. Ҡыҫҡаһы, фигурамды, бит һәм сәстәремде ҡарайым. Дөрөҫ туҡланыу тураһында ла онотмайым, йәшелсә һәм балыҡ күп ашайым, еңел угле­водтарҙан баш тартам, бигерәк тә тәмле-татлынан.
– Ҡатын-ҡыҙға үҙ көсөн тойоу мөһимме, нисек уйлайһың?
– Мотлаҡ! Ҡайһы ваҡыт ҡатын-ҡыҙ үҙенең ниндәй көскә эйә булғанын аңламай ҙа. Беҙ совет заманында, үтә баҫалҡы, йомоҡ булып үҫтек. Ҡыҙыма иһә һин иң матуры тип йыш ҡабатлайым. Юғиһә үҫмер саҡтарында төрлө ялтырауыҡлы журналдар, инстаг­рамм, рекламалар беҙҙең бала­лар­ҙы матур, һомғол түгеллеккә ышандыра башлаясаҡ.
– Хыялдарыңды һәм ҡуйған маҡсаттарыңды тормошҡа ашы­ры­уыңа инанам. Уңышлы шәхес булыу мөһимме һинең өсөн? Һәм уңыш тигәндә нимәне күҙ уңында тотаһың?
– Мөһим, әлбиттә! Мөмкин булған ҡәҙәр үҙемде карьера йәһәтенән дә, шәхси өлкәлә лә үҫтерергә тырышам. Нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырғанмын тип, ҡартайған көндә үкенерлек булмаһын өсөн, бөгөн эшләп ҡалырға кәрәк.
– Үҙеңде ҡарау йәһәтенән ҡыҙҙарға кәңәштәреңде еткерһәңсе.
– Халыҡ мәҡәле әйтмешләй, кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, шуға ла тышҡы ҡиә­фәткә әһәмиәт биреү фа­рыз. Һом­ғол­лоҡ­ҡа ла иғти­бар итһендәр, физик әүҙемлек һәм дөрөҫ туҡ­ла­ныу бик мөһим. Сәс­тәр һәм тырнаҡтар һәр ва­ҡыт тәртиптә булһын. Бөтә нә­мәлә лә сама бе­леү кәрәк. Ки­тап уҡыһындар, телдәр өй­рән­һендәр, үҙҙәрен үҫтерһендәр.
– Үҙең нимәләр хаҡында хыялланаң? Киләсәктә эшләргә теләгән 5 әйбереңде әйтә алаһыңмы?
– Бухгалтер фирмамды асыу; Китап яҙыу (фантасика һәм хәҙерге проза); Үҙемде рес­то­ран бизнесында һынап ҡарау; Япо­нияға осоп ҡайтыу; Шпа­гат­ҡа ултырыу.
– Хыялдарыңа аҙымдарҙы план­лаштыраһыңмы?
– Әллә... Ҡағыҙға яҙып – юҡ. Башта, билдәле, программа яҙыла. Берәй 5–10 йылдан әйләнеп ҡараһаң, кәрәкле йүнәлештә икәнеңде аңлайһың.
– Ғаиләң тураһында ла һорашмай булдыра алмайым.
– Башҡортостанда ата­йым яғынан да, әсәйем яғы­нан да ту­ғандарым күп. Ике туған ағай-апай-һеңле-ҡус­ты­ла­рым менән бик дуҫ үҫтек. Ата­йым 2009 йылда мәрхүм булып ҡалды. Беҙ уны бик юҡһынабыҙ. Әсәйем Рима Ноғ­ман ҡыҙы һәм Ти­мур исемле ҡустым бар. Әсәйем менән әхирәттәр кеүекбеҙ, ә ҡустым менән бик йылы мөнәсә­бәттәбеҙ. Бер-бе­ре­беҙ­ҙе ярты һүҙҙән аңла­уы­быҙ­ға күптәр көн­лә­шеп ҡа­рай. Уларҙы бик һа­ғы­нам! Шулай ҙа донъя глобалләшә. Әсәйем хәҙер хаҡлы ялда, йылына ике мәртәбә 2–3 айға килеп ҡайта, ейәндәрен ҡарашы­р­ға ярҙамлаша. Һәр ваҡыт бергә булырбыҙ тип ышанам.
– Журнал уҡыусыларға теләктәрең...
– Үҙегеҙҙе һәр яҡтан – физик, рухи, хис-тойғолар, аҡыл йәһәтенән – яҡшы­ртырға тырышығыҙ. Шул ваҡытта ғына тормош та, донъя ла яҡшырыр.

Гүзәлиә БАЙ әңгәмәләште.

Архив, 2017 йыл.

 

Автор:
Читайте нас: