Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең журнал тышында
11 Февраль 2023, 15:53

Йөрәгеңдә "бетең" булһа...

Бар­лыҡ мәшәҡәттәр Си­бай­ҙан Өфөгә күскән генә мәленә тура килә, шуға күрә эшкә урын­лашырға һәм үҙен яҡшы хеҙмәткәр итеп күр­һәтергә лә кәрәк була.

Йөрәгеңдә "бетең" булһа...
Йөрәгеңдә "бетең" булһа...

Риза Сабирйән улы сәңгелдәктә ятҡан өс-дүрт айлыҡ ҡына ҡыҙын, яңылыш имгәтеп ҡуймайым тип, һаҡ ҡына ҡулына ала. Уныһы, шуны ғына көткәндәй, күҙҙәрен ҡыҫып, иркә генә йылмайып ебәрә. “Ҡыҙым” тип йән атҡан атайға күп кәрәкме инде! Шатлығынан сабыйын өҫкәрәк күтәреп, һикертеп ала.
“Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,
Нур һирпеп тора йөҙө.
Матур күлдәк кейер ул,
Өйрөлөп йөрөп бейер ул”, –
тип һәпесләтеүе була, Ғәлиәһе көй ыңғайына талпынып-талпынып китә. Көньяҡ Урал төбәктәрендә бындай балалар тураһында “йөрәгендә бете бар” тиҙәр. Был үҙенә күрә баһа һымаҡ та, киләсәкте юрау һымаҡ та яңғырай: йәнәһе, йыр-бейеүгә маһир күренә, дәртле булып үҫәсәк.
Ана шул “бете” кескәй Ғәлиәгә атлай башлағас та һис тынғы бирмәй: берәй көй ишетелдеме, бейергә алып төшә лә китә. Ҡыҙҙарына биш йәш тулғас, Клара Йәмил ҡыҙы менән Риза Сабирйән улы, юҡ ваҡыттарын бар итеп, уны музыка мәктәбенең хореография класына йөрөтә. Шунан алып һылыуҡай сәхнәнән төшмәй. Ҡыҙының сәнғәт юлынан китергә хыялланғанын күрә-белә йөрөгән атаһы ипләп кенә уға икенсе йүнәлеш бирергә тырыша. Борсолоуҙары нигеҙһеҙ булмай – оҙаҡ ваҡыт Сибай ҡалаһындағы “Сулпан” балалар театры автобусын йөрөткәс, артист ғүмеренең юлда үткәнен, был һөнәрҙең ни ҡәҙәр көс талап иткәнен яҡшы аңлай.
Ғәлиә, атаһын тыңлап, сәхнәнән баш тарта ла ул, тик бына йөрәккәйендәге теге “бет” йыбырлай ҙа тора. Башҡорт дәүләт университетының Сибай инсти­тутында иҡтисадсыға уҡыған осор­ҙа студенттар бейеү ансам­бленең иң оҫта башҡарыусыларының бере­һенә әүерелә, күп ҡалаларҙа сығыш яһарға өлгөрә. Уҡып бөткәс, тыумыштан һалынған дәрте йәнә “ҡоторта” башлай. “Әйҙә, әйҙә, “Байыҡ”ҡа бар!” – тип ҡыҙыҡтыра.
Сибай һылыуы беренсе турҙа “Беләҙегем-йө­ҙөгөм” бейеүен баш­ҡара. Абруйлы баһа­лама ағзалары “5”-лене йәлләмәһен өсөн ҡыҙ ҙур тырышлыҡ һала: Баймаҡ ҡалаһына ба­рып, Башҡор­тостандың атҡа­ҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Динислам Исҡу­жиндан, Өфөлә Баш­­ҡортостандың ат­ҡа­ҙан­­ған артисы Йәмилә Бикбае­в­а­нан оҫталыҡ дә­рес­тәре ала.
– Икенсе турға үткәс, Ғәлиә шаян бейеү өйрәтеүемде һораны, – ти Йәмилә Бик­баева. – Күптән күңелемдә йө­рөткән яусы темаһын тәҡ­­дим иттем. Шул тиклем ҙур изгелек ҡыл­ған бит улар за­манында – яңғыҙҙарҙы парлы иткән, халҡыбыҙҙың дауамын хәстәрләгән. Яусылар кеше күңеленә асҡыс таба белгән, сәсәндәр кеүек матур һөй­ләгән. Ошондай бай образды һынландырыр өсөн тормош тәжрибәһе туплаған, күпте күргән кеше булырға кәрәк. Тәүге осорҙа Ғәлиәнең бейеүе килеп сыҡманы. Аңлап торам – оло тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан ҡыҙға образ ауыр бирелә. “Быны бейемә лә ҡуй”, – тип өгөтләп тә ҡа­ра­ным, ә ул тағы нығыраҡ сәм­ләнде. Жюри алдында сығыш яһағайны, оҫталығына таң ҡалдым. Репетицияларҙа шым ғына йөрөһә лә, барыһын да күңеленә һалып барған икән.
“Байыҡ – 2017” башҡорт бейеүен баш­ҡа­­рыусыларҙың рес­пуб­­лика телевизион кон­курсында Ғәлиә Сир­­­ғәлина, шулай итеп, “Яу­сы” тигән өр-яңы шаян бейеүҙе беренсе булып сәхнәгә алып сыҡты һәм башҡорт милли сәнғәтенә үҙен­сәлекле биҙәк өҫтәне. Яу­сыһының ҡыйыу­лы­ғын, йор һүҙ­лелеген, ихласлығын ул урынлы ҡыланыштар, ки­ле­шле хәрәкәттәр менән асып бирҙе һәм үҙен оҫта бейеүсе итеп күрһәтте.
Бейеүҙәге яусыһы ке­үек, ҡыҙ үҙе лә ал­дына алғанды ҡуймай. Иҡти­са­д­сыға уҡығандан һуң юридик факуль­тетҡа ба­ра. Былтыр конкурста ҡатнашыу менән бергә сығарылыш эшен яҙырға, дәүләт имтихан­дарына әҙер­ләнергә өлгөрә. Бар­лыҡ мәшәҡәттәр Си­бай­ҙан Өфөгә күскән генә мәленә тура килә, шуға күрә эшкә урын­лашырға һәм үҙен яҡшы хеҙмәткәр итеп күр­һәтергә лә кәрәк була. Ҡыҫ­ҡаһы, Ғәлиәнең тор­мо­шондағы ошо мажаралы йыл тураһында “Дья­вол носит Prada” һымағыраҡ фильм төшө­рөргә мөмкин. Ул фильмдың аҙағы бик шәп килеп сығыр ине: һылыуҡай уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлай, яңы эшендә ябай хеҙмәткәрҙән биш йондоҙло отелдең спа-салоны мөдире вазифаһына тиклем үрләй һәм “Байыҡ” конкурсының беренсе дәрәжә дипломына эйә була!
Бар эштә алдынғылыҡҡа ынтылыу сифаты Ғәлиәгә атай һәм әсәй тәрбиәһенән килә. Улар дүрт ҡыҙ үҫкән. Клара Йәмил ҡыҙы менән Риза Сабирйән улы һәр береһенең юғары белемле булыуын теләгән. Өмөттәре аҡланған – балалары ике­шәр диплом алған. Ғәлиәнең апаһы Сәкинә Муллахмәтова – Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашен­инниковтың ярҙамсыһы, әле бала ҡарау буйынса ялда. Һеңлеһе Зәлиә Мәскәүҙәге бер төҙөлөш компанияһында директор урынбаҫары вази­фа­һына тиклем үрләгән. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, иң өлкән апайҙары ете йыл элек, юл фажиғәһенә тарып, йәшләй генә вафат булған.
Шағир Рәйес Түләк “Башҡортлоҡ” тигән шиғ­ырында милли рух тө­шөн­сәһенең тышҡы ялты­рауыҡҡа, сәхнәлә һәм трибуна артында кейә торған битлеккә әйләнеп барыуына әсенеп:
“Эй, башҡортлоҡ! –
Сәхнәләрҙән төшкәс,
Сисеп ыр­ғытылған еләнеңдәй,
Һүтеп ырғытылған толомдай”, –
тип яҙғайны. Был һүҙҙәр Ғәлиәгә бөтөнләй ҡағылмай. Әсәһенән милли ризыҡтар бешерергә өйрәнеүе, Башҡортостандың Ирәндек, Ирәмәл, Мораҙым тауҙарына, шихандарға сәйәхәт ҡылырға яратыуы, көндәлек кейемдәрен милли биҙәктәр менән байытыуы – барыһы ла башҡорт булыуы менән ихлас ғорурланыуы хаҡында һөйләй. Йөрөгән ере һайын тауҙарҙан – рухи ныҡлыҡ, шишмәләрҙән – етеҙлек, аллы-гөллө сәскәләрҙән мөләйемлелек йыйып, уларҙы бейеүҙәренә күсерә. Сығыштарының сағыулығының сере шундалыр, моғайын.
Замандаштарыбыҙ күңел һиллеге һәм тән дауаһы артынан йога, пилатес практикалары, көнсығыш һәм мандала бейеүҙәре кеүек ситтән ингән күп төрлө йүнәлешкә мөрәжәғәт иткән мәлдә лә Ғәлиә башҡорт бейеүҙәренең файҙаһына инанып йәшәй. “Кәйефем ҡырылһа йә шатлығым эсемә һыймаһа, арыһам йә көс-дәрткә тулышһам – һәр саҡ бейейем. “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Беләҙегем-йөҙөгөм”, “Заһиҙә”, “Оҙонсәс”, “Сыңрау торна”, “Бишбармаҡ”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Тарпандар” кеүек көйҙәргә өйрөлөп йөрөп бейеп алһам, күңелем ипкә килә, уйҙарым теүәлләнә, хәл инеп ҡала. Беҙҙең хәрәкәттәрҙең тәрән мәғәнәле, нәфис булыуына һоҡланам. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән генә бик күп мәғлүмәт еткерә ала: бейек тауҙарҙы, сылтыр шиш­мәләрҙе, сәс­кә­ле туғайҙарҙы, зифа талдарҙы һүрәтләй, аш-һыу әҙерләү, йөн иләү, һыуға барыу кеүек ҡәҙимге эш­тәрҙе нәзәкәтле итеп тасуирлай. Рәссам ҡылҡәләм менән кар­тина яҙа тиерһең!” – ти Ғәлиә.
Сит халыҡтар мә­ҙә­ниәтенә эйәргәнсе, бәлки, үҙебеҙҙекен күрә һәм яңы йү­нә­лештәрҙә лә үҫте­рергә кәрәктер, тип уй­ларға мәжбүр итә ҡыҙ­ҙың һүҙҙәре. Ысын­лап та, тәнгә лә, йәнгә лә файҙалы милли бейеүҙәребеҙ. Быға инаныр өсөн ғүмер буйы башҡорт бейеүенән айырылмаған Рәшиҙә Туйсина, Зөлфиә Ҡудашева кеүек сәхнә оҫталарына күҙ һалыу ҙа етә: йәш сырайлы, шатлыҡ һирпеп торған ҡарашлы, һомғол буйлы, һығылмалы хәрәкәтле ханымдар алдында ҡартлыҡ үҙе баҙап ҡалған да баһа!
Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла гел иркә генә йылмайып йәшәгән Сибай һылыуының киләсәктә лә уңыштары, шатлыҡтары күп булыр, сөнки ул, үҙе әйтмешләй, әсәһенән из­гелеккә, яҡшылыҡҡа ыша­нып йәшәргә, төшөн­көлөккә бирелмәҫкә өй­рәнгән.
– “Байыҡ”та ҡатнашыу хыялы бойомға ашҡас, яңыһы барлыҡҡа килде – тормошомда атайым кеүек киң күңелле, оло йөрәкле кешене осратырға теләйем. Әсәйемдең тәүге ире мәрхүм булғас, ул ике бала менән йәшләй генә тол ҡала. “Артабан нисек йәшәргә?” тип аптыранып йөрөгәнендә атайым тәҡдим яһай. “Балаларыңды аяҡҡа баҫтырышырмын”, – ти. Ҡәҙерлебеҙ һүҙендә тора, әсәйем менән утыҙ йылға яҡын бергә тормош көтәләр, – ти Ғәлиә.
Ғәлиә менән яҡын­дан аралашҡан ке­шеләр, моғайын, уның донъяға фәл­сәфәүи ҡарашын, баш­­ҡаларҙың күңе­лен уйлап ҡына һөйләшеүен һиҙмәй ҡалмайҙыр. Әлеге мәлдә башҡарған төп эше тураһындағы һорауға ла көтөл­мә­гән яҡтан тотоп яуап ҡайтарҙы. “Элек ма­тур­лыҡты һомғол кәү­­ҙә, сибәр йөҙ, һәй­бәт маникюр тип ҡабул итә инем. Спа-са­лон­да, йәғни кеше­ләр ял итә, үҙҙәренең тыш­ҡы ҡиәфәтен ҡарай торған ерҙә эшләй торғас, был төшөн­сәне бөтөнләй икен­се төрлө аңлай башланым, – ти Сибай һылыуы. – Матурлыҡ – ул кешегә ихтирамлы булыу, яғымлы һөйләшеү, тик яҡты ыңғай уйҙар уйлау, эшеңде намыҫлы башҡарыу, донъяға һөйөп ҡарау. Тағы ла матурлыҡ – ул минең әсәйем. Ҡәҙерлебеҙ өйөнә килгән олоһон-кесеһен туйғансы ашатып, матур һүҙҙәре менән ҡанатландырып, ихлас ҡунаҡ итә белә. Әлегә төп эшем – ошо барлыҡ сифаттарҙы үҙемдә үҫтерергә ынтылыу”.

Нурзиә ЙЫЛҠЫБАЕВА.

Архив, 2018 йыл.

Автор:
Читайте нас: