Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бейеү ул - ирек, ынтылыш!

Бына бер нисә йыл инде шәп бер ҡыҙ менән танышмын. Иҫ киткес һомғоллоҡ һәм талант эйәһе ул.

Бейеү ул - ирек, ынтылыш!
Бейеү ул - ирек, ынтылыш!

Бына бер нисә йыл инде шәп бер ҡыҙ менән танышмын. Иҫ киткес һомғоллоҡ һәм талант эйәһе ул. Бер яҡтан, нәзәкәтлелек, наҙлылыҡ өлгөһө булһа, икенсе яҡтан, ихтыяр көсөнөң ныҡлылығы, егәрлелеге менән таң ҡалдыра. Уның үҙен сәхнәлә тотошо ла, йәшәйеше лә берҙәй һоҡландыра мине. Борондан беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары шундай булған да: тыштан наҙлыҡай, һөйкөмлө, ә рух көстәре... Бөгөнгө геройым – Гүзәл КАМАЛТДИНОВА – Өфөнө яулаған Сибай ҡыҙы. Танышайыҡ.

 

– Гүзәл, тәүҙә эшмәкәрлегең хаҡында һөйләп үт әле.
– Эшмәкәрлегем бейеү сәнғәте менән бәйле. “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең балет артисымын. Эстетик гимнастика һәм фигуралы шыуыу буйынса хореограф.
– Ни өсөн тап бейеү? Ошо йүнәлеште һайлауыңа кем йоғонто яһаны?
– Бейеү – ул тормоштоң үҙе, энергия, ирек, ынтылыш. Сәнғәткә, бейеүгә һөйөү бәләкәйҙән һалынғандыр. Ижади ғаиләлә үҫтем бит. Әсәйем һөнәре буйынса хореограф, Сибай ҡалаһының “Осҡон” өлгөлө хореография ансамбленә нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре – Сания Салауат ҡыҙы Хәйбуллина. Зауыҡлы, зыялы шәхес, кәңәшсе, иң һәйбәт дуҫ һәм яҡшы әсәй ул!
– Әсәйең бейеүсе булғас, һин дә бейеүсе булырға тейешһең тип ҡабул итә инеңме? Әллә үҙең теләп шөғөлләндеңме? Ялҡып киткән саҡтар ҙа булғандыр, моғайын?
– Балаларҙың теләгенә ҡаршы төшмәй, уны ишетеп, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреү кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Бейеүгә һәләтем, әлбиттә, әсәйемдән күскән. Шулай ҙа хореография училищеһына осраҡлы барып эләктем . Әсәйем үҙенең уҡыусыһын училищеға имтихан тапшырырға тип алып килде. Өфөнө күрһәтер өсөн мине лә эйәртте. Ниңәлер директор миңә иғтибар иткән һәм һәләтемде тикшереп ҡарарға булған. Алабыҙ, тинеләр. Шунан башланды ла инде: 10 йәштән Рудольф Нуриев исе­мен­дә­ге хореография учили­щеһы (кол­лед­жы) уҡыусыһы булып, бейеү донъяһына сумдым.
– Һинең кеүек профессионал булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк, Гүзәл? Бөгөнгө һөҙөмтәләргә еткергән серҙәрең, уңыштарың хаҡында ла бәйән итһәңсе.
– Иң мөһиме – эшһөйәрлек. Кешелә ятҡан бәләкәй генә һәләтте лә үҫтерергә була. Тырышлыҡ, хеҙмәт һәм ныҡышмаллыҡ менән күпкә өлгәшергә мөмкин икәненә әллә нисә ҡат инандым инде.
– Татарстанда ла эшләүең хәтерҙә. Ул осор ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы? Фотоларығыҙ аша донъя буйлап сәйәхәт итеүегеҙҙе йыш күрә инек.
– Эйе, училищены тамамлағас, 2008 йылда Ҡазанға эшкә саҡырҙылар һәм бер нисә ижад йылым шунда үтте. Татарстан дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле менән, ысынлап та, Рәсәй һәм донъя буйлап йыш гастролдәргә йөрөнөк, байтаҡ илдәрҙә булдыҡ. Коллектив бик татыу ине, йөрәгемдә йылы хәтирәләр һаҡлайым. Әммә тыуған төйәгемдең тартыу көсө барыһынан көслөрәк ине, шуға Башҡортостаныма ҡайттым.
– Ниндәй ил күңелеңдә нығыраҡ уйылып ҡалды? Нимәһе менән ылыҡтырҙы улар һине?
– Донъя буйлап сыҡҡан һәр гастроль – үҙе бер тарих. Кувейт – ғәрәп донъяһы менән танышыу өсөн иҫ киткес урын. Беҙҙе унда бик йылы ҡабул иттеләр. Көнсығышты бик яратам. Ҡытайға барыу шәп тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шэньчжэнь ҡалаһында Универсиада ябылыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Ҡаланың үҙендә иһә тормош ҡайнай. 30 йыл эсендә тиерлек ябай ауылдан заманса ҙур ҡалаға әүерелгән ул. Көндөҙ репетициялар, кистәрен һәм ял көндәрендә – актив ял итеү, һыу инеү, ҡала буйлап велосипедта йөрөү... Ҡыҫҡаһы, күңелле булды! Нью-Йорк һәм Вашингтон – һоҡланғыс ҡалалар. Ысын мегаполис атмосфераһы, мин ярат­ҡан­са ярһыу ритм оҡшаны. Энергия тупларға мөмкин унда. Бейек йорттар, кеше­ләр­ҙең ирекле булыуы хайран ҡалдырҙы.
– Төп эшеңдән тыш тағы ла ниндәй шөғөлдәрең бар?
– Төп ваҡытымды ғаиләмә бүләм, ҡыҙымды тәрбиәләү менән шөғөлләнәм.
– Балалар өсөн түңәрәк тә алып бараһың. Шул хаҡта ла һөйләп үт әле.
– Эйе, 3 йылдан ашыу эстетик гимнастика буйынса хореограф булып эшләйем. Хореография, художестволы гимнастика һәм акробатиканы бергә туплаған синтетик спорт төрө ул. Бында матурлыҡ, һомғоллоҡ, музыкаллек, дисциплина үҫешә, командала эшләргә өйрәнәләр. Балалар менән эшләгәндә иң мөһиме – уларҙы яратыу. Спортсыларҙың көсөн самалап, күнекмәләр теҙмәһен, көн тәртибен, туҡланыуын күҙ уңында тотоп эш итеү фарыз. Бәләкәстәрҙең дә, атай-әсәйҙәрҙең дә дисциплина һаҡлауы мотлаҡ. Был йәһәттән бик грамоталы, эшһөйәр, төплө белемле тренер Наталья Марат ҡыҙы Абдуллина менән бергә эшләүемә сикһеҙ ҡыуанам.
– Балалар тыумыштан һәләтле буламы, әллә уңыш – ул 99 процент хеҙмәтме?
– Эйе, талантлы балалар күп, әммә мин хеҙмәт һәм тырышлыҡ яҡлымын. Аҡыл менән эш иткән һәм маҡсаттарына өлгәшә белгән балаларҙы хөрмәт итәм.
– Ниндәйерәк девиз менән йәшәйһең?
– Тормошҡа ҡыуан! Һәр көндөң ыңғай яҡтарын күрә бел.
– Ижад кешеһенә илһам да кәрәк бит әле. Уны ҡайҙан алаһың?
– Иң ҙур илһам биреүсе – минең ғаиләм. Ғаилә – алға әйҙәүсе ҙур көс. Һөйөклө ирем дә ижад кешеһе, йырсы – Илгиз Кама­лтдинов. Уның менән 2007 йылда Роберт Юлдашевтың бер концерты мәлендә таныштыҡ. Матур, аҡыллы, талантлы, алсаҡ, тормошто яратыусы, маҡсатҡа ынтылышлы кеше ул. Юморға бай. Шул һөйкөмлөлөгө менән үҙенә ҡаратты ла ҡуйҙы . Хәҙер инде һөйөклө ир һәм бик шәп атай. Бергәләп матур ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Шундай ма­тур күңелле ир-егет итеп үҫ­тергәндәре өсөн ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт­ле­мен.
– Нисек уйлайһың, бөтә өлкәлә лә гармонияға өлгәшеү мөмкинме бөгөнгө заманда? Ғаиләлә лә, эштә лә өлгөр булыуҙың берәй сере барҙыр, бәлки?
– Тырышам. Сере юҡ. Ваҡыт ҡәҙерен белеп, барыһына ла өлгөрөргә теләйем.
– Замана ҡатын-ҡыҙы, ғаиләһен икенсе планға ҡалдырып, йышыраҡ карьераға өҫтөнлөк бирә башланы. Һинең ҡарамаҡҡа, был дөрөҫмө икән?
– Мин ир баш булған традицион ғаилә яҡлымын. Ғаилә – беренсе урында!
– Бәлки, хыялдарың менән дә бүлешерһең.
– Ҙур татыу ғаилә һәм ҡыҙыҡлы ижади эш.

Гүзәл аҙ һүҙле, әммә уның эшмәкәрлеге һәм уңыштары һәр ваҡыт илһамландыра, һоҡландыра. Эйе, уның тураһында бөгөн күп яҙманыҡ, әммә шуға инанам: кемдер аҙ һөйләп күп эшләй, ә кемдер күп һөйләй, әммә аҙын да эшләмәй. Гүзәлде шәхсән белгәндәр уны ныҡ хөрмәт итә. Геройыма һәр башланғысында уңыштар һәм ҡатын–ҡыҙ бәхете теләйем.

Гүзәлиә БАЙ.

2019 йыл.

Автор:
Читайте нас: