Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таланттарға табыш – “Табын“

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың “Табын” театры ойоштороуы тураһында ишеткәс, аптыра­маным. Тырыш, булдыҡлы егет ниндәй генә эшкә тотонһа ла булдыра ала.

Таланттарға табыш  – “Табын“
Таланттарға табыш – “Табын“

Психологтар әйтеүенсә, ер йөҙөндәге кешеләрҙең 82 проценты бала саҡта артист булырға хыяллана. Артабан йә хыялдар үҙгәрә, йә ҡиммәттәр асылын юғалта. Мөмкинлектәр ҙә булмай ҡуя. Бары тик иң-иңдәргә генә йылдар дауамында күңелендә дөрләгән хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге асыла. Сәнғәт институтының театр факультетына һәр йылды конкурс ҙур: бер урынға 70 кеше дәғүә иткән саҡтар була. Бәхет бер кешегә йылмайғанда, ҡалған 69 кешегә нимә эшләргә һуң? Яуап ябай ғына – халыҡ театрына барырға!

 

Был йәһәттән республика Рәсәй буйынса алдынғы урындарҙа бара: беҙҙә барлығы 240 халыҡ һәм өлгөлө театрҙар эшләй. Уларҙы ысын мәғәнәһендә халыҡ талант­тарын берләштергән, хыялдарҙы тормошҡа ашырған, хатта профессиональ театрҙар менән тиңләшерлек юғары кимәлгә күтәрелгән сәнғәт ойошмаһы тип атарға була. Бындағы артистарға фиҙаҡәрлек хас: эш хаҡы ла түләнмәй, юғары исемдәр ҙә бирелмәй. Бары тик күңел ҡушыуы, хыял һәм изге маҡсат уларҙы сәхнәгә тарта.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡмановтың “Табын” театры ойоштороуы тураһында ишеткәс, аптыра­маным. Тырыш, булдыҡлы егет ниндәй генә эшкә тотонһа ла булдыра ала. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү гимназия-интернатында – “Ялҡын”, Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Ҡорос” театр түңәрәктәрен ойоштороп, уларға бар күңелен, булмышын һалып эшләгән кеше бит ул. Республика, федераль округта ойошторолған фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланылар. Яңы коллективтың да уңыш ҡаҙанырына шик юҡ ине. Етмәһә, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Мәҙәниәт министрлығы ҡурсыуында эшләйәсәк. Әммә тәүге спектаклдән үк уларҙың шундай юғары кимәлде алырын, ысын сәнғәт өлгөһө күрһәтерен көтмәгәйнек. Әҫәр ҙә бит бик ҡатмарлы һәм етди – “Аҡмулла”! Булыр бала – бишектән, тигәндәй, “Табын”дың башланғысы баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни тормошон шаулатты ла ҡуйҙы.
– Спектаклдең уңышы тураһында һүҙ йөрөтһәк, тәү сиратта актерҙар тураһында әйтеп үтергә кәрәк. Уларҙың күбеһе миңә таныш: ҡасандыр “Ялҡын” менән “Ҡорос”та уйнаған, сәхнә яратҡан уҡыусыларым. Шуға артистарыма “балаларым” тип өндәшәм. Бөгөнгө көндә улар юғары белем ала йәки эшләп йөрөй. Минең яңы коллектив туплауымды ишетеү менән: “Беҙҙе ал әле, ағай!” – тип шылтырата башланылар. Уларҙы ғына түгел, һәр килгән кешене ҡуш ҡуллап алам. Сөнки беләм: ер йөҙөндә талантһыҙ кеше юҡ. Бары тик уны асыр өсөн тырышлыҡ кәрәк. Был йәһәттән мин талапсан режиссермын. Улай булмаһам, ҡырҡ ата балаһы йыйылған коллективтарҙы юғары кимәлгә күтәреү, еңеүҙәр яулау мөмкин дә булмаҫ ине. Үҙем дә илке-һалҡы эшләргә яратмайым. Теүәл, матур итеп еренә еткерергә кәрәк, ә ҡулыңдан килмәй икән – тотонмауың хәйерле. Ысын күңелдән эшләгән режиссер һәр образ, һәр һүҙ өсөн ут йота. Шул уҡ ваҡытта, эшен яратҡан һәр актерымды хөрмәт итәм. Шундай итәғәтле, иманлы балалар үҫтергән өсөн ата-әсәләренә рәхмәтлемен. Миңә эсеп, тартып, тәртипһеҙләнеп, мин-минләнеп йөрөгән кеше килмәй, килгән хәлдә лә, йә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, йә тотҡарланмай китә. Бергә эшләп, гастролдәргә йөрөп, аралашып, тамам туғанлашып бөттөк балаларым менән. Аҙ ғына күрмәй торһам да һағынам: төп эшемдән сығам да, балаларым янына йүнәләм, – ти Илнур Флүр улы. – Ә “Аҡмулла” спектакленә, шағир образына килгәндә, ул минең күптәнге хыялым ине. Әҙәбиәт, тарих яратҡан кеше булараҡ, мине һәр ваҡыт милли шәхестәр ҡыҙыҡһындырҙы. Артист булып эш башлағас, шундай ролдәр башҡарырға хыялландым. Аллаға шөкөр, “Кинйә абыҙ” фильмында һәм Салауат йыйынында Салауат Юлаевты уйнарға тура килде. Рухланып киттем. Ҡасандар үҙемә Алдар батыр, Батырша, Аҡмулла, Салауат һәм Ҡаһым түрә шәхестәрен сәхнәгә сығарырға тип һүҙ бирҙем. Тәү сиратта Салауат Юлаевты сығарырмын тип уйланым. Әммә яҙмыш икенсе төрлөрәк хәл итте. Бер йылы эш буйынса Башҡорт дәүләт педагогия университетына барырға тура килде. Унда 24 ил вәкиле ҡатнашҡан күләмле Аҡмулла көндәренә әҙерлек бара икән. Ойоштороусылар театрлаштырылған тамаша буйынса уртаҡ фекергә килә алмай. Шунда профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова мине күреп ҡалды ла кәңәш һораны. Үҙ фекеремде әйтеп, ярҙам итеп ебәрҙем. Шул уҡ йылда миңә университетта театр түңәрәге ойошторорға тәҡдим иттеләр. Шуғалыр мин Аҡмулла образын тәү планға ҡуйҙым һәм уның тормошон, ижадын ныҡлап өйрәнә башланым. Әммә уның тураһында әҫәрҙәр бик аҙ. Был йәһәттән мин яҙыусы Фәнис Янышевты өлгө итеп ҡуйыр инем: ул бөтә ғүмерен Аҡмулланың ижадын өйрәнеүгә бағышлаған. Уның менән беҙ шағир эҙҙәре буйлап Ҡаҙағстанға тиклем барып еттек. Буш ваҡытым булһа, Миәкәгә сығып китә инем. Туҡһанбай һәм уның тирәһендәге ауылда йәшәүсе халыҡ менән аралаштыҡ. Шулай уҡ миңә спектаклде сығарғанда Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы Айтуған Ҡоланшин, Яҙыусылар берлеге рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев ярҙам итте. Форсаттан файҙаланып, уларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Шулай уҡ, минең йәш быуынды сәнғәткә ылыҡтырырға тигән хыялымды аңлап, эшләргә мөмкинлек биргән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға ла рәхмәтлемен. Уның ярҙамынан тыш, бәлки, “Табын” да бөгөнгө көн булмаҫ ине.
Ысынлап та, Илнурҙың күңелендә Аҡмулла образы, тормошо һәм йәшәйеше алты йыл буйы йәшәй. Ҡайһы бер әҙәбиәт йәки сәнғәт әһелдәре кеүек, дан, һан артынан ҡыуып, өҫтән-мөҫтән эшләүҙе өнәп етмәй ул. Тарихи шәхес образын эшләгәндә ашығыу ярамай ҙа. Аҡмулланың һәр шиғырын күңеле аша үткәреп, тормошон, теге йәки был ҡылығын аңларға тырышып, тарихи факттарҙы өйрәнеп, спектакль сығарғансы режиссер мең ҡабынып, мең ялҡынланғандыр. Тик ул ялҡын бер генә лә һүнмәй бөгөнгө көнгә тиклем алып килгән. Ә бит ул режиссер ғына түгел, сценарий авторы ла, актерлыҡ оҫталығын алып барыусы уҡытыусы ла, композитор һәм рәссам ярҙамсыһы ла, артистарҙың шәхси проблемаларын хәл итеүсе яҡын кешеһе лә. Шулай уҡ гастролдәр мәлендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе хәл итеүсе администратор ҙа үҙе. Эйе, эйе, “Табын” театры Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Бишбүләк, Стәрлебаш, Миәкә райондарында гастролдәр менән йөрөп ҡайтты. Киләсәктә Урал аръяғы райондары сиратта тора.
“Аҡмулла шәхесе менән быға тиклем ҡыҙыҡһынмауыма оялам. Ҙур рәхмәт һеҙгә, күҙҙе асҡан өсөн!”
”Был ҡайһы театр артистары? Үҙешмәкәрҙәр былай уйнай аламы ни?”
“Был костюмдарҙы кемдән тектерҙегеҙ? Боронғо Мең ырыуына хас кейем бит!”
“Шул тиклем шиғырҙарҙы матур һөйләйһегеҙ!”
Артистар ниндәй генә комплименттар ишетмәй тамашасыларҙан. Айса Ейәнбаев, Илнар Мөхәмәтйәнов, Инйәр Ишмырҙин, Гөлсәсәк Ғәйнуллина, Илмир Аҡбашев, Динара Ғәлләмова, Зөлфирә Баймырҙина, Фәдис Ғәниев, Әлфинә Әйүпова, Гөлшан Иҫәнғолова, Ильяс Буранов, Нәркәс Мөхәмәтйәрова, Раушания Носратова, Тәнзилә Мөхәмәтйә­­рова­лар “Табын” халыҡ театрының төп көсөн тәшкил итә. Уларҙың һәр береһе күңелендә театрға һөйөү менән бергә ижад осҡоно ла йөрөтә. Таланттары ла күп яҡлы: кемдер йырлай, кемдер шиғыр ижад итә, кемдер ҡыл ҡумыҙҙа уйнай, хатта профессиональ ҡурайсылары ла бар.
“Белгәнемде кешегә өйрәтеп, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын. Мин уҡытыусыларым юлын дауам итеүсе лә”, – ти Илнур Флүр улы. Остаздарҙың да ниндәйҙәрендә уҡырға тура килгән бит уға! Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уларҙың курсын Таңсулпан Бабичева, Рима Харисова, Азат Нәҙерғолов етәкләй. Сәхнә телен иһә Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Хөрмәт Үтәшевтәр уҡытҡан. Һәр дәресте үҙенә һеңдерә барған элекке студент бөгөн уҡыусыларына белгәндәрен өйрәтә. Тик ҡабатлау кеүек итеп түгел. Эшләү дәүерендә Илнур үҙенең тотош театр түңәрәге методикаһын булдырған. Уҡытыу процессында Станиславский менән бер рәттән Чехов, психология театры алымдарын ҡуллана. “Табын”ға килеүселәр репетиция ғына яһап ултырмай. Психология тренингтары, сәхнә хәрәкәте, актер оҫталығы дәрестәрен үтә, ҡыҙыҡлы диалогтар ҡора, үҙе менән булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй, ҡараған спектаклдәре тураһында фекер алыша. Шулай уҡ теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тоторға өйрәнәләр, төрлө күнегеүҙәр эшләйҙәр. Иң ҡыҙығы шул: башҡалар көтөп алған ялдарын йоҡо, ҡунаҡҡа барыу, диванда ятыу кеүек мәғәнәһеҙлек менән үткәргәндә, “Табын”дар осрашыу урынына йүгерә, сөнки бында уларҙы һәр ваҡыт йәнле аралашыу, яңылыҡ һәм тормош дәресе көтә. Һәүәҫкәр артистар остаздарына тартым: ваҡыт етмәй тигән аҡланыу уларға хас түгел. Уҡырға ла, эшләргә лә, ял итергә лә, театрҙа шөғөлләнергә лә, хатта гастролдәргә йөрөргә лә өлгөрәләр. Илнур Лоҡманов уларға үҙе үк үрнәк булып тора. Төп эше, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһында барған спектаклдәрҙең 85 проценты уның ҡатнашлығында уйнала. Араһында йырҙар яҙҙыра, гастролдәргә йөрөй, ғаиләһен ҡарай, театр түңәрәктәрен алып бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Ижади майҙан” проектында әүҙем эшләй, йәғни төбәктәрҙә йәшәгән ижадсыларға театр йүнәлеше буйынса эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әйткәндәй, уның “Табын”дан тыш, “Күңел күҙе” исемле театр коллективы ла бар. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ, уға үткән быуаттың башында Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафури үҙе нигеҙ һалған. Коллектив Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе янында эшләй. Бөгөнгө көндә улар драматург Рәлиф Кинйәбаевтың “Гүргә керер сер ине” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Күреү һәләтен юғалтҡан үҙешмәкәр артистар менән эшләү, ғәҙәти спектакль ҡуйыу (сәхнә буйлап хәрәкәт итеү, трюктар эшләү, хатта һүҙҙәрҙе ятлау ҙа һуҡыр кешегә нисегерәк бирелгәнен аңлайһығыҙҙыр) һәр кемдең ҡулынан килмәй. “Илнур булдырыр!” – тип ышаныс белдергән белгестәрҙең ышанысын аҡларға тырыша түңәрәк етәксеһе.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: “Табын” театры яуланған уңыштарға ҡәнәғәт булып, тәүге уңышҡа ирәйеп ултырырға йыйынмай. Етди йөкмәткеле, тарихи шәхес тормошон һүрәтләгән “Аҡмулла” спектаклен сығарғандан һуң, улар Наил Ғәйетбаевтың “Ике һайыҫҡан” әкиәтен сығарҙы. Актерҙар уны башҡорт һәм рус телдәрендә уйнай. Киләсәктә уны Илнур Лоҡманов баш ҡала мәктәптәрендә күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ әлеге ваҡытта Республика халыҡ ижады үҙәге үткәргән сараларҙа күрһәтеү өсөн туй йолаһы буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләнә. Яңы йыл байрамдарынан һуң инде ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында ғына “Амазонкалар” спектакле өҫтөндә эш башланасаҡ. Ҡыҫҡаһы, хыялдар, уй-ниәттәр күп. Был турала Илнур үҙе лә рухланып һөйләй:
– Минән киләсәккә булған пландар тураһында һораһалар, һәр ваҡыт: “Мин әле стартта ғына”, – тип яуап бирәм. Сөнки һәр саҡ аныҡ маҡсаттар ҡуям, һәр көнөмдә нимә эшләргә икәнен алдан билдәләп ҡуям. Һәм мотлаҡ, башҡарасаҡ эшем үткәненә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға тейеш. Барыһы ла ал да гөл булып тора тип уйларға ярамай. Балалар менән эшләү дәүерендә миңә кемдәрҙе генә осратырға тура килмәне?! Сәхнәгә сығыу түгел, кеше алдында ауыҙ асып һүҙ әйтергә оялғандар булды. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡҡа баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ хас. Күптәрҙең эстәге ҡыҫып торған “төйөрҙәрен” сисеп, иркенлек бирә алдым, шикелле. Шул уҡ мәлдә, ҡайһы бер урындарҙа мин үҙем уларҙан өйрәнәм, һабаҡ алам. Беҙҙе, “Табын” театры коллективын театрға һөйөү, сәхнәгә ынтылыш бер йоҙроҡҡа тупланы. Ошо берҙәмлекте юғалтмайынса, артабан да эшләү насип булһын, тип теләйем. Әлбиттә, киләсәктә тырышып эшләгән, гастролдәргә йөрөгән артистарыма эш хаҡы түләр мөмкинлек тә табырға ине. Тағы ла иң ҙур ниәтем: Салауат Юлаев образына, уның тураһындағы әҫәргә тотонорға ваҡыт. Ул инде тиҙ генә башҡарыла торған эш түгел, мин күҙаллаған батыр образын халыҡ хөкөмөнә сығарғансы 3 – 4 йыл ваҡыт үтер тип уйлайым.
Табын – Башҡорт ырыуҙары араһында иң көслө һәм бай тарихлыларының береһе булған. Боронғо башҡорт ерҙәре буйлап һибелһә лә, уларҙы илһөйәрлек рухы, азатлыҡҡа ынтылыш, берҙәмлек һәр ваҡыт бәйләп торған. Исемендә – есеме, тигәндәй, ошо ырыу атамаһын да юҡҡа ғына алмаған бит коллектив етәксеһе. Киләсәктә яулар үрҙәре, данлар шәхестәре буласаҡ әле “Табын” халыҡ театрының!

Инйәр ИШМЫРҘИН, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурай бүлеге студенты:
– “Табын” – минең өсөн театр ғына түгел, ә икенсе бер донъя. Килеп инеү менән барлыҡ булған донъя мәшәҡәттәре онотолоп, күңелеңдә ниндәйҙер ләззәт тойғоһо уяна. Бала саҡтан уҡ театр түңәрәгенә йөрөнөм, һәр ваҡыт ҙур сәхнәләрҙә уйнағым килә ине. Музыка менән шөғөлләнеү мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы булыуға ҡарамаҫтан, нисектер үҙемде барыбер таба алмаған кеүек инем. Бында мин үҙемде генә түгел, киләсәк маҡсатымды таптым. Шуға күрә театр минең өсөн хәҙер йәшәү сығанағы тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Бында ижад ҡына түгел ул, тотош тормош мәктәбе. Мин хатта икенсе төрлө фекерләй башланым, ҡайһы бер ҡиммәттәргә ҡарашым үҙгәрҙе, тормош асылын аңланым. Ә иң мөһиме, үҙемә шулай уҡ төплө фекер йөрөткән, аҡыллы, тоғро яңы дуҫтар таптым. Артистар менән бер туғандар кеүек аралашабыҙ.
Мин элек-электән театр сәнғәтенә ғашиҡмын, сәнғәт училищеһында уҡығанда баш ҡала театрҙарының репертуарын тотошлай ҡарап бөткәнмендер, моғайын. Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов яратҡан актер­ҙарымдың береһе булды. Уның халыҡ театры туплауын ишеткәс тә яратҡан шөғөлгә тотоноу мөмкинлеге барлығын аңланым. Сөнки уның “Ҡорос” коллективы менән юғары кимәлгә күтәрелгәнен белеп, күреп йөрөнөк.

Айса ЕЙӘНБАЕВ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты:
– Минең өсөн “Табын” – ул ғаилә. Ғаиләлә кеше бер нәмән дә ҡурҡмай, үҙен имен тоя. Һәр бер кеше ярҙамға килергә әҙер, кәрәк икән һин дә ярҙам ҡулын һуҙаһың һәм һәр бер тыуған ауырлыҡты һин ғаилә менән уҙаһың. Шуның өсөн дә үтәсәк юлдар еңел тойола, бергә атлаған ваҡытта һуҡмаҡ та киңәйә. Шул уҡ ваҡытта бында үҫер кәрәк, үҫмәйһең икән, һин башҡаларҙы артҡа тартаһың, аҙымдар эшләүе ҡыйыныраҡ була. Миңә Аҡмулла ролен сығарыу бәхете тейҙе. Тәүҙә ауыр булды, сөнки ул беҙҙең әҙәбиәттә һәм тарихтағы иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе. “Шундай яҡтылыҡҡа мин эйәме? Уның бөйөклөгө нимәлә һәм мин уны еткерә аламмы?” – тигән һорауҙар тыуа ине. Ғөмүмән, мин Аҡмулла образы өҫтөндә һаман да эшләйем. Һәр спектакль – ул яңы Аҡмулла, башҡаларға оҡшамаған Аҡмулла. Мин был эштә яңғыҙ түгелмен. Беренсенән, миңә етәксебеҙ, режиссер Ильнур Флүр улы үҙенең профессиональ, үткер ҡарашы, кәңәштәре менән ярҙам итә, икенсе яҡтан труппа, коллектив та үҫә һәм беҙ бергә шәхесебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

Гөлсәсәк ҒӘЙНУЛЛИНА, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы бүлеге студенты:
– “Табын” театры – минең өсөн үҙеңдең ышанысһыҙлығыңды, сит кешенең фекеренә һәм баһаһына бәйле икәнлегеңде еңеп сығыу мөмкинлеге. Мин театр яратам һәм төрлө спектаклдәрҙә булырға, сағыштырырға, өйрәнергә, үҫешергә тырышам. Театрҙы бер нәмә менән дә сағыштырып булмай, ул башҡа донъя кеүек.
Спектаклдәрҙе, шулай уҡ белгән әҫәрҙәрҙе икенсе яҡтан ҡарай башлайһың. Ҡайһы бер пьесаларҙы уҡығанда йәки уның буйынса ҡуйылған фильм ҡарағанда иғтибарға алынмаған осраҡтар беренсе планға сыға. “Табын”ға килгәндә, булған өмөттәремдең барыһы ла аҡланды. Күп нәмәгә хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай башланым.




Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: