Ҡаҙаныштары:
“Йәшлек-шоу – 2014” йыр конкурсында – “Өмөт” номинацияһы
“Гәлсәр һандуғас – 2017” телевизион эстрада йыр конкурсында – 1 урын
“Алтын песни – 2018” музыкаль проектында – лауреат
Әҙеһәм Искужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбендә Яңы йыл концерты бара. Бына сәхнәгә дүрт йәшлек ҡыҙыҡай сыға һәм фортепианоға табан атлай. Үҙе бәләкәй генә, ултырғысҡа менеп ултырырға буйы етмәй. Уға уңайлы булһын өсөн эргәһенә эскәмйә ҡуйғандар. Кескәй артист, шунда баҫып ултырғысҡа менәм тигәндә, ҡапыл тайып йығыла. Тамашасылар баланың илай-илай сәхнәнән сығып китеүен көтә. Барыһын да шаҡ ҡатырып, ҡыҙыҡай фортепианола уйнай башлай. Һыҙланыуҙан илағыһы килә, клавишалар күҙ алдында йүгерешә, әммә ул үҙен ныҡ тота.
Көслө ихтыярлы был ҡыҙ бөгөн күптәргә өмөтлө йырсы булараҡ таныш. Гөлйемеш ҠЫЛЫСОВА әле лә сәхнә, тамашасы алдындағы яуаплылыҡты беренсе урынға ҡуя. Халыҡ алдына һирәк, әммә ентекле әҙерләнеп сығыуы, йырҙарҙың көйө һәм һүҙҙәренә талапсан ҡарауы шуға бәйле. Йәйге сессия барыуға ҡарамаҫтан, йәш йырсы әңгәмәгә ваҡыт тапты. Әйткәндәй, ул БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының III курсын тамамлай.
– Гөлйемеш, филолог һөнәрен һайлаһаң да, йырҙан айырылмайһың. Нимә ул һинең өсөн йыр?
– Минең өсөн ул – бәләкәй генә тылсымлы донъя, һәм ошо донъяла үҙемде иркен тоям. Телең асылырҙан алда уҡ һәр ваҡыт көйләп ултырҙың, ти атайым менән әсәйем. Бүлмәлә музыка тулы тауышҡа яңғырап тормаһа, йоҡлап ятҡан ерҙән уянғанмын. Шуға күрә мине йоҡлатыр өсөн телевизор йә магнитофонды ҡысҡыртып ҡуйыр булғандар.
Бәләкәйҙән музыка мәктәбенә барғым килде. Теләгемде йыҡманылар. Унда фортепиано һәм думбыра серҙәренә өйрәндем.
Йыр йырлаһам, сәхнәлә сығыш яһаһам, кәйефем күтәрелә, ҡанатланып китәм. Йырҙан айырылғым килмәй, йырлаған һайын йырлағым килә. Оҙағыраҡ сығыш яһамай торһам, сәхнәне һағына башлайым.
– Үҙеңә йырсыларҙан кемдәр оҡшай?
– Уитни Хьюстон, Кристина Агилера, Полина Гагаринаны яратып тыңлайым. Башҡорт эстрадаһынан Нәзифә Ҡадирова менән Диана Ишниязованың ижады күңелемә яҡын, сөнки уларҙан йылы энергетика килә, йырҙы халыҡҡа оҫта итеп еткерә беләләр, сығыш яһағанда күҙҙәре янып тора.
– “Йылы энергетика” тигәндә тамашасыға булған һөйөүҙе күҙ уңында тотҡанһыңдыр, тип аңланым. Әйткәндәй, Алла Пугачеваға бәйле бер ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөң. Хәтереңдәлер, үҙәк телевидениела “Фактор А” проекты булғайны. Шунда бер ҡыҙ сәхнәгә сығыу менән жюри рәйесе Алла Борисовна музыканы туҡтатырға ҡушты һәм үҙе сәхнә артына инде. “Һин бына ошолай итеп сәстәреңде һыйпап, үҙеңде генә яратып сыҡтың. Был дөрөҫ түгел. Артист үҙен генә түгел, сәхнәне, тамашасыны шашып яратырға, бар залды ҡосаҡларҙай булып йөрөргә тейеш”, – тине ул һәм сәхнәгә ҡолас йәйеп, ихлас йылмайып, талпынып килеп сыҡты.
Йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, йырсының тамашасыға булған мөнәсәбәте хаҡында уйланыуың ҡыуандырҙы. Тимәк, үҙең дә сығыш яһағанда ихлас булып ҡалырға ынтылаһыңдыр?
– Сығыш алдынан ныҡ тулҡынланам. Сәхнәгә сыҡһам, барлыҡ борсолоуҙар һыпырып алғандай юҡ була, иңдәремә ҡанат үҫеп сыҡҡандай тойола. Шул тиклем онотолоп йырлайым, хатта үҙемдең нисек сығыш яһағанымды һуңынан иҫемә төшөрә алмайым. Композитор Риф Арыҫланов: “Тормошта баҫалҡы ғына булһаң да, сәхнәлә ҡыйыу, сая кешегә әүереләһең. Һине алыштырып ҡуялармы ни?!” – тигәйне. Ысынлап та, шулай.
– Репертуарыңа килгәндә, йырҙарҙы нисек һайлайһың?
– Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә йырлайым. Йырҙарҙың мәғәнәһенә талапсанмын. Күберәк атайым Мирсәйет Ҡылысовтың һүҙҙәренә яҙылғандарын башҡарам. “Атай, яңы йырға шиғыр кәрәк ине”, – тиһәм, ул темаһын да һорамай, тап миңә кәрәкле генә һүҙҙәрҙе яҙып бирә. Уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы танылған артистар Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов башҡара, мәрхүм йырсыбыҙ Фәрит Бикбулатов та йырлай торғайны.
Көйҙәрҙе элек Айбулат Кәримов ижад итә ине, һуңғы ике йылда Айҙар Хәмзиндың көйҙәренә мөрәжәғәт итәм. Тағы ла ретро йырҙарҙы башҡарырға яратам.
– Йыр яҙҙырыу ҡиммәткә төшкәнен яҡшы беләбеҙ. Гастролдәргә йөрөмәһәң, йыш сығыш яһамаһаң, ул сығымдар үҙен аҡламайҙыр ҙа инде...
– Уның ҡарауы, йырҙар яҙҙырыу теләге яҡшыраҡ уҡырға, юғары стипендияға ынтылырға этәргес бирә. Студенттар тормошондағы сараларҙа ҡатнашыуым, “Йәнгүзәл” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүем өсөн дә матди яҡтан дәртләндереп торалар. Бер ваҡыт йыр яҙҙырам тип велосипедымды ла һаттым. Һәр хәлдә атайым менән әсәйемә бәлә һалмаҫҡа тырышам.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.
2019 йыл.